Искәндәр (Башҡортостан)

Искәндәр (рус. Искандарово) — Башҡортостандың Дәүләкән районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 254 кеше[2]. Почта индексы — 453422, ОКАТО коды — 80222810007.

Ауыл
Искәндәр
башҡ. Искандарово
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Дәүләкән районы

Ауыл биләмәһе

Бик-Ҡарамалы ауыл Cоветы (Дәүләкән районы)

Координаталар

54°10′31″ с. ш. 55°23′51″ в. д.HGЯO

Нигеҙләнгән

1792

Беренсе мәртәбә телгә алынған

1799

Элекке исеме

Айырҡул, Апрыҡул

Халҡы

254[1] кеше (2010)

Милли состав

татарҙар — 75%

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

453422

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

-

Код ОКАТО

80 222 810 007

Код ОКТМО

80 622 410 106

Номер в ГКГН

0519347

Искәндәр (Рәсәй)
Искәндәр
Искәндәр
Искәндәр (Башҡортостан) (Башҡортостан Республикаһы)
Искәндәр


Халыҡ һаны

үҙгәртергә

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 254 126 128 49,6 50,4

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Район үҙәгенән һәм Дәүләкән тимер юл станцияһынан көньяҡ-көнсығышҡа табан 33 саҡрым алыҫлыҡта Айырҡул йылғаһы (Өршәк йылғаһы бассейны) буйында урынлашҡан. 1865 йылға тиклем Өршәк-Мең улусы, 1865—1867 һәм 1923—1920 йылдарҙа Дәүләкән, 1867—1924 йылдарҙа Ҡаҙанғол, 1914—1923 Имай-Ҡарамалы улустарында. 1919—1923 һәм 1930—1952 йылдарҙа Искәндәр ауыл Советы үҙәге. 1930 йылда ауыл составына Айырҡул ауылы инә. Ауылға Бәләбәй өйәҙе Өршәк‑Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1792 йылда Өфө сауҙәгәре мишәр Искәндәр Сәпәйев, Сәйетгарғафар Мортазин, поход старшинаһы А.Айытов менән бергә нигеҙ һала. Керҙәшлек килешеүе 5 йылға индереү хоҡуғы менән 1799 йылдың 2 июлендә төҙөлә. Ауыл Искәндәр исеме менән атала, шулай уҡ Айырҡул, Апрыҡул булараҡ теркәлгән[3]. Һуңынан 1809 йылда, 1810 йылда 6 июлендәге һәм 1821 йылдың 29 сентябрендә керҙәшлек килешеүе буйынса мишәрҙәрҙең яңы төркөмө күсеп ултыра. 1865 йылда 103 йортта 704 кеше йәшәгән. Игенселек, малсылыҡ, умартасылыҡ, тимерсе кәсебе, сабата үреү менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище, һыу һәм ат тирмәндәре булған. 1906 йылда мәсет, мөгәзәй теркәлгән. 1896 йылда ауыл халҡы 1883 дисәтинә ер һәм 83 дисәтинә урман менән файҙаланған. 1919 йылда ҡыҙҙар мәктәбендә 24 ҡыҙ уҡыған. 1929 йылда ер майҙаны — 1998,8 га. Совет осоронда ауыл халҡы «Үҙәк» (1930—1950 йылдарҙа), Хрущёв исемендәге, «Авангард» колхозында эшләй. 1935 йылда май заводы, 1936 йылда почта бүлексәһе асыла, 1972 йылда Бөйөк Ватан һуғышы яүгирҙарына Һәйкәл ҡуйыла. Халҡы:1816 йылда 21 кеше, 1834 йылда 231 кеше, 1870 йылда 704 кеше, 1896 йылда 799 кеше, 1906 йылда — 1085 кеше; 1920 йылда — 935 кеше; 1939 йылда —856 кеше; 1959 йылда — 595 кеше; 1989 йылда — 297 кеше; 2002 йылда — 252 кеше; 2010 йылда — 254 кеше. Татарҙар — 75 % (2002). Дәүләкән сорттар һынау участкаһы эшләй; башланғыс мәктәп (Суйынсы урта мәктәбе филиалы) 2014 йылда ябыла, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.[4][5]

Урамдары

үҙгәртергә

Исемдәре:[6]

  • Айырҡул урамы (рус. Айыркуловская (улица))
  • Үрге урам (рус. Верхняя (улица))

Географик урыны

үҙгәртергә

Билдәле шәхестәре

үҙгәртергә


Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә