Викидатала элемент юҡ

Зиннәт — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла киң ҡулланылыш алған. Күп мәғәнәле һүҙ: кеше исеме һәм байлыҡ мәғәнәһендә лә ҡулланыла[1]

Зиннәт исеменән яһалған исемдәр: Зиннәтулла, Зиннәтхан[2]. Шулай уҡ нигеҙендә Зиннәт исеме булған фамилиялар ҙа бар.

Этимология үҙгәртергә

Зиннәт ғәрәп теленән ингән — биҙәк.[3]
Зиннәтулла ғәрәп теленән ингән — зиннәт+алла; алла биҙәге[3]
Зиннәтхан ғәрәп теленән ингән һәм башҡортса һүҙҙәрҙән яһалған ҡушма исем — ҡәҙерле, ҡиммәтле, матур хан.[2]

Билдәле кешеләр үҙгәртергә

Ҡотипов Зиннәт Ҡотип улы, Зиннәт Ҡотип (1918 йыл — 6 июль 1944 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған шағир. СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.

Ғәлимов Зиннәт Абдулхаҡ улы (10 сентябрь 1922 йыл — 13 август 1983 йыл) — башҡорт яҙыусыһы. 1974 йылдан СССР Яҙыусылар союзы, 1962 йылдан — КПСС ағзаһы (1974), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.

Вәлиев Зиннәт Вәли улы (1 май 1902 йыл, башҡа мәғлүмәттәр буйынса — 1903 йыл — 16 май 1997 йыл) — әкиәтсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.

Миңлеғолов Зиннәт Ғәйзулла улы — (12 февраль 1904 йыл — 1976 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия рядовойы.

Булашев Зиннәтулла Ғиззәт улы (7 апрель 1894 йыл — 11 июль 1938 йыл) — СССР-ҙың партия һәм дәүләт эшмәкәре, 1930—1937 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Халыҡ Комиссарҙары Советы Рәйесе. Сәйәси золом ҡорбаны. Ленин ордены кавалеры (1935).

Хисмәтуллин Зиннәтулла Хисмәтулла улы (16 август 1919 йыл — 16 июнь 1994 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, ҡыҙылармеец, сапёр, Ленин, Ҡыҙыл Йондоҙ, II дәрәжә Ватан һуғышы ордендары кавалеры ХИСМАТУЛЛИН Зинат Хисматуллинович

Абдуллин Зиннәтулла Абдулла улы (рус. Абдуллин Зиннатулла Абдуллович) (18971943) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы штабында писарь вазифаһын башҡара. Ҡыҙылармеец.

Зиннәт Вәли — татар яҙыусыһы. [4]

Атаһының исеме Зиннәт үҙгәртергә

Ғәйфуллин Миңләхмәт Зиннәт улы (28 август 1914 йыл — 19 апрель 2002 йыл) — алдынғы нефтсе, 1933—1969 йылдарҙа «[[Ишембайнефть]]» нефть промыслаһы идаралығында быраулаусы, быраулау мастеры. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1959).

Аббасов Азат Зиннәт улы (19 ғинуар 1925 йыл — 11 октябрь 2006 йыл) — опера йырсыһы, СССР-ҙың (1977), РСФСР-ҙың (1966) һәм Татар АССР-ының халыҡ артисы, Ғабдулла Туҡай исемендәге дәүләт премияһы лауреаты.

Әхтәмов Азат Зиннәт улы (рус. Ахтямов Азат Зиннатович; 4 ғинуар 1957 йыл) — хужалыҡ һәм дәүләт эшмәкәре, йәмәғәтсе. 2015 йылдан Башҡортостан Республикаһы урман хужалығы министры урынбаҫары. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Милләте — башҡорт.

Үтәев Рәшит Зиннәт улы (10 ғинуар 1940 йыл), журналистика ветераны. 1968—2005 йылдарҙа «Баймакский вестник» гәзитенең мөхәррир урынбаҫары. 1969 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1981). Башҡортостан Республикаһы Журналистар союзының Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге (1992) һәм Баймаҡ районының Сәғит Мифтахов исемендәге журналистар (1977) премиялары лауреаты.

Фамилия үҙгәртергә

Зиннәтуллин Рифғәт Зиннәтулла улы (15 декабрь 1928 йыл — 15 ноябрь 2005 йыл) — ауыл хужалығы алдынғыһы. 1957—1988 йылдарҙа Илеш районы XXII партсъезд исемендәге колхоздың комплекслы бригадаһы бригадиры. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966).

Зиннәтулина Хәнифә Шәкүр ҡыҙы (10 декабрь 1911 йыл —?) — ғалим-әҙәбиәт белгесе. Филология фәндәре кандидаты (1954), доцент (1956).

Ауылдар үҙгәртергә

Зиннәт (рус. Зинатовка) — Башҡортостандың Ҡариҙел районындағы ауыл.

Халыҡ ижадында үҙгәртергә

«Һарыбай менән Зиннәт ағай» — әкиәт, «Тамыр» каналы [5]

«Һарыбай менән Зиннәт ағай» — әкиәте (русса текст)[6]

«Һарыбай менән Зиннәт ағай» — әкиәте (башҡортса текст)[7]

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Сығанаҡтар үҙгәртергә


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ