Үтәев Рәшит Зиннәт улы

журналист, йәмәғәтсе, спортсы

Үтәев Рәшит Зиннәт улы (10 ғинуар 1940 йыл8 апрель 2022 йыл) — журналист, йәмәғәтсе, шахматсы һәм шашкасы. 1968—2005 йылдарҙа «Баймакский вестник» гәзитенең мөхәррир урынбаҫары. 1969 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1981). Башҡортостан Республикаһы Журналистар союзының Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге (1992) һәм Баймаҡ районының Сәғит Мифтахов исемендәге журналистар (1977) премиялары лауреаты.

Үтәев Рәшит Зиннәт улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 10 ғинуар 1940({{padleft:1940|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})[1]
Тыуған урыны Матрай ауылы, Йылайыр районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР[1]
Вафат булған көнө 8 апрель 2022({{padleft:2022|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:8|2|0}})[2] (82 йәш)
Һөнәр төрө журналист, шахматсы, шашкасы, йәмәғәт эшмәкәре
Эш урыны "Баймакский вестник" гәзите[d][2]
хәбәрсе[d][1]
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт аграр университеты[1]
Спорт төрө шахмат
Ойошма ағзаһы СССР Журналистар союзы[d][1]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Биографияһы үҙгәртергә

Рәшит Зиннәт улы Үтәев 1940 йылдың 10 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Матрай районы[3] Матрай ауылында тыуған.

1964 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлаған.

1965 йылдан «Баймакский вестник» гәзитенең әҙәби хеҙмәткәре, 1968—2005 йылдарҙа — мөхәррир урынбаҫары[4].

Агросәнәғәт комплексы, ауыл хеҙмәтсәндәре проблемаларын сағылдырған мәҡәләләр авторы.

Интеллектуаль спорт уйындары — шахмат һәм шашҡа менән мауыға, улар буйынса Баймаҡ ҡалаһы һәм Баймаҡ районы командалары капитаны була, был спорт төрҙәренең төрлө кимәл бәйгеләрендә күп тапҡырҙар еңеүсе һәм призёр[5].

Журналистика ветераны 2022 йылдың 8 апрелендә вафат булды[5].

Китаптары үҙгәртергә

  • Гәзит — тормош көҙгөһө = Жизнь — газетной строкой. Баймаҡ, 2007.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • Баймаҡ районының Сәғит Мифтахов исемендәге журналистар премияһы лауреаты (1977);
  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1981)
  • Башҡортостан Республикаһы Журналистар союзының Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (1992)

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 Башкирская энциклопедия (урыҫ)Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с. — ISBN 978-5-88185-053-1
  2. 2,0 2,1 Башинформ / под ред. В. А. Валерьевич — 1992.
  3. Хәҙер Башҡортостан Республикаһының Йылайыр районы
  4. Башҡорт энциклопедияһы —Үтәев Рәшит Зиннәт улы (Тикшерелеү көнө: 10 апрель 2022)
  5. 5,0 5,1 В Башкирии скончался ветеран спортивной журналистики Рашит Утяев (рус.) (Тикшерелеү көнө: 10 апрель 2022)

Һылтанмалар үҙгәртергә