Хисмәтуллин Зиннәтулла Хисмәтулла улы

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры

Хисмәтуллин Зиннәтулла Хисмәтулла улы (16 август 1919 йыл — 16 июнь 1994 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, ҡыҙылармеец, сапёр, Ленин, Ҡыҙыл Йондоҙ, II дәрәжә Ватан һуғышы ордендары кавалеры[1].

Хисмәтуллин Зиннәтулла Хисмәтулла улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 16 август 1919({{padleft:1919|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:16|2|0}})
Тыуған урыны Урмияҙ, Асҡын районы, СССР
Вафат булған көнө 16 июнь 1994({{padleft:1994|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:16|2|0}}) (74 йәш)
Вафат булған урыны Урмияҙ, Асҡын районы, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Һөнәр төрө колхозник
Хәрби звание рядовой һәм ҡыҙылармеец[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены Ленин ордены II дәрәжә Ватан һуғышы ордены «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы

Биографияһы үҙгәртергә

Зиннәтулла Хисмәтулла улы Хисмәтуллин 1919 йылда Башҡорт АССР-ы Асҡын (элек Ҡариҙел) районы Урмияҙ ауылында тыуған. 7 класс тамамлаған.

Хәрби хеҙмәте үҙгәртергә

1940 йылдың 5 июнендә Зиннәтулла Хисмәтуллин хәрби хеҙмәткә алына. Тәүҙә Силәбе ҡалаһында хеҙмәт итә. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, уны Өфөгә күсерәләр. Алкинола хәрби курстар үтә. Зиннәтулла Хисмәтуллин 112-се башҡорт каваелрия дивизияһы составында 1942 йылдың апрелендә фронтҡа оҙатыла, Сталинградтан Балтик диңгеҙенә ҡәҙәр ҡанлы һуғыш юлы үтә, сапёр була. Чернигов ҡалаһын азат иткәндән һуң, Зиннәтулла Хисмәтуллин Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнә. Днепр йылғаһын кисеү тураһында ул ейәнсәре Эльмира Хисмәтуллинаға ул түбәндәгеләрҙе нимәләр һөйләгән:

  Дивизия командиры генерал Белов инженер Рогачевкүҡа йылғаны кисеү яйланмаларын әҙерләргә бойороҡ бирҙе. Был ваҡытта штаб Днепрҙың аръяғында разведка яһауны ойошторҙо. Разведкаға барырға өс яугир теләк белдерҙе. Уларҙың береһе мин инем. Балыҡсылар көймәһендә, төндә, дошман уты аҫтында йылғаның аръяғына сыҡтыҡ. Икебеҙ разведка яһаныҡ, беребеҙ көймә янында ҡалды. Разведканан һуң полк командиры майор Т. Т. Кусимов командалығындағы отряд йылғаны беренсе булып кисә башланы.[2]  

Днепр йылғаһын кискәндә күрһәткән батырлығы өсөн 1944 йылдың 16 ғинуарында, СССР Юғары Советы Президиумы Указына ярашлы, Зиннәтулла Хисмәтуллин Ленин ордены менән бүләкләнә. Ул Курск, Орёл, Чернигов ҡалаларын дошмандан азат итеүҙә ҡатнаша. Асҡындан яҡташтары Сабир Шакиров(ул Башҡорт кавалерия дивизияһы генералы Г.А.Беловтың адъютанты була), Әхмәтзыя Ғәлиәхмәтов, Ғәфур Латыпов, Әхмәт Гәрәевтар менән яуҙа бергә була. 1943 йылдың 10 октябрендә, Гомель ҡалаһынан алыҫ түгел барған аяуһыҙ һуғышта, ҡаты яралана. Шул саҡта тоғро дуҫты «Румынка» ҡушаматлы яратҡан атын юғалта. Румыниянан килтерелгән ошо ат менән ул Курск өлкәһенән башлап йөҙҙәрсә километр юл үтә. Госпиталдә бик оҙаҡ дауалана. Һауыҡҡандан һуң йәнә фронтҡа китә. 1945 йылдың көҙөндә генә һалдат З. Хисмәтуллин өйөнә ҡайта.

Наградалары үҙгәртергә

Хисмәтуллин Зиннәтулла Хисмәтулла улы хөкүмәттең иң ҙур бүләге — Советтар Союзы Геройы исеменә 1943 йылдың 12 октябрендә дивизия командиры — полковник Г. А. Белов имзаһы менән һәм 1943 йылдың 30 октябрендә корпус командиры М. П. Константинов имзаһы менән күрһәтелгән. Армия генералы К. К. Рокоссовский имзаһы куйылып, Фронттың Хәрби Советы ҡарары менән 1943 йылдың 20 ноябрендә ул Ленин ордены менән бүләкләнә.

Һуғыштан һуңғы тормошо үҙгәртергә

Тыныс тормошта Зиннәтулла Хисмәтулла улы Асҡын әҙерләүҙәр контораһында эшләй. 1947 йылда Нәсихә Ирғалим ҡыҙына өйләнә. 7 бала тәрбиәләп үҫтерәләр. 14 ейән, ейәнсәре бар. Үҙешмәкәр сәнғәттә ҡатнашып, бик күп Маҡтау ҡағыҙҙарына, шул иҫәптән Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Маҡтау ҡағыҙына лайыҡ була. Еңеүҙең 40 йыллығына арналған төбәк-ара «Тальян» конкурсында дипломант була. Өфөлә үткәрелгән "Тальян байрамы"нда өс йыл рәттән ҡатнаша. Республика «Тальян» байрамы лауреаты (1986 йыл). З. Х. Хисмәтуллин 1994 йылдың 16 июнендә вафат була.

Хәтер үҙгәртергә

  • Зиннәтулла Хисмәтулла улы Хисмәтуллин йәшәгән урамға уның исеме бирелә (1995 йыл, апрель)
  • Тыуған мәктәбендә З. Х. Хисмәтуллин хөрмәтенә иҫтәлекле таҡтаташ асыла 2015 йыл, март).

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. <ХИСМАТУЛЛИН Зинат Хисматуллинович
  2. Эльмира Хисмәтуллина. Ышаныч. «Сталинградтан Балтыйк буена кадәр». — Асҡын: Асҡын районының ижтимагый-сәяси гәзите. — № с.
  3. Документы о награждении

Сығанаҡтар үҙгәртергә

  • ХИСМАТУЛЛИН Зинат Хисматуллинович (Тикшерелеү көнө: 6 июль 2021)
  • Документы о награждении (Тикшерелеү көнө: 6 июль 2021)
  • Ә.Әсраров. «Коммунизм юлы. Ленин ордены кавалеры». — Асҡын: Асҡын районының ижтимагый-сәяси гәзите, 5 май 1990. — № с.
  • Фәйрүзә Юнысова. Ышаныч. «Якташларыбыз батырлыгы үлемсез». — Асҡын: Асҡын районының ижтимагый-сәяси гәзите, 13 март 2015. — № с.
  • Х.Хафизов. Ышаныч. «Солдат батырлығы». — Асҡын: Асҡын районының ижтимагый-сәяси гәзите, 6 май 1993. — № с.
  • Р.Исламова. Ышаныч. «Уйнады гармун». — Асҡын: Асҡын районының ижтимагый-сәяси гәзите, 8 май 1995. — № с.
  • Эльмира Хисмәтуллина. Ышаныч. «Сталинградтан Балтыйк буена кадәр». — Асҡын: Асҡын районының ижтимагый-сәяси гәзите, 2010. — № с.
  • Эльмира Хисмәтуллина. Йәнтөйәк. «Асҡын бөркөтө». — Асҡын: Асҡын районының ижтимагый-сәяси гәзите, 2018. — № с.