Батыр (хоккей клубы)

(Батыр (хоккей клубы, Нефтекама) битенән йүнәлтелде)

«Батыр» хоккей клубы — Башҡортостандың Нефтекама ҡалаһында 2011 йылда Рәсәйҙә ойошторолған шайбалы хоккей буйынса йәштәр командаһы. Ошо уҡ ҡаланан ЮХЛ-да сығыш яһаған «Торос» командаһының фарм-клубы. 2011—2016 йылдарҙа Йәштәр хоккей лигаһы беренселегендә ҡатнаша. Шунда ике тапҡыр бронза һәм бер тапҡыр көмөш миҙалдарын еңә. Ә 2016—2018 йылдарҙар Милли йәштәр хоккей лигаһының Көнсығыш конференцияһында уйнай, бер тапҡыр финалға сығып көмөш миҙалдарҙы яулай.

Батыр
Ил: Башҡортостан Башҡортостан
Ҡала: Нефтекама
Нигеҙләнгән: 2011
Таратылған: 2018[1]
Элекке исемдәре: Торос 2
Өй аренаһы: Боҙ һарайы (2000 урын)
Төҫтәр:               
Аффилир-клубы: Торос (ЮХЛ), Толпар (ЙХЛ)
Конференцияла еңеүҙәр: 1 (2017/18)
Рәсми сайт: http://www.hcbatyr.ru/
Аффилир КМС: БЮТ

Тарихы үҙгәртергә

2011 йылға тиклем Нефтекамала «Торос» командаһының «Торос-2» исемле йәштәр составы бар ине. 2006/07 йылдар миҙгелендә ул Рәсәй чемпионаты беренсе лигаһының Волга буйы дивизионында плей-оффта бер-бер артлы «Лада-2», «Нефтехимик-2» һәм «Газпром-Университет» командаларын еңә һәм дивизион чемпионы тип билдәләнә. 2008/09 миҙгелендә «Торос-2» буласаҡ чемпионға «Прогресс» хоккей клубына ярымфиналда еңелә. Киләһе йылда беренсе этапты беренсе урында тамамлай, икенсе этапта Салауаттан «Юрматы» хоккей клубынан һуң икенсе урында була. Ә плей-оффтың ярымфиналында «Нефтяник-2» командаһына еңелә. Үҙенең һуңғы йылында «Торос-2» сирекфиналда «Юрматы» командаһына серияла 1-3 иҫәбе менән отола.

Йәштәр хоккей лигаһы беренселегендә үҙгәртергә

2011 йылдың йәйендә Йәштәр хоккей лигаһы беренселеге барлыҡҡа килә. Шунда күбеһенсә ЮХЛ командаларының фарм-клубтары була. «Торос» үҙенең көйәрмәндәренә йәштәр составы өсөн яңы исем уйларға тәҡдим итә[2]. Һөҙөмтәлә «Торос-2» нигеҙендә «Батыр» исемле команда килеп сыға[3]. Шулай уҡ варианттар араһында «Айсберг», «Дикие Пчелы» һәм «Лавины» тигәндәр була. Яңы команданың баш тренеры итеп «Толпар» тренер штабында эшләгән Константин Полозов ҡуйыла.

2011 йылдың 20 сентябрендә ЙХЛ беренселегенең Асыш уйынында Нефтекамала «Батыр» хоккейсылары «Ирбис» менән уйнайҙар,[4][5], буллитар серияһында 1:0 иҫәбе менән еңеп, Нефтекама хоккейсылары үҙ тарихында тәүге трофей — «Асыш кубогын» яулайҙар[6]. Кубокты ЙХЛ идара директоры Дмитрий Ефимов ҡулынан «Батыр» капитаны Кирилл Байбурин ала. Даими чемпионатта команда дүртенсе урынды ала. Региондар кубогы өсөн плей-оффта «Батыр» серияла 3-0 иҫәптәре менән «Клин» һәм «Юниорс» хоккей клубтарын бәйгенән төшөрөп ҡалдыра. Ярымфиналда Бердск ҡалаһынан «Кристалл» командаһына еңелә һәм бронза миҙалдары өсөн көрәштә «Дизелист» командаһын ота.

2012/13 йылдар миҙгелендә «Батыр» даими чемпионат һөҙөмтәләре буйынса ЙХЛ беренселегенең дөйөм таблицаһында 11-се урынды ала. 37 мәрәй менән Андрей Харламов команданың бомбардиры була. Региондар кубогында Нефтекама хоккейсылары тәүҙе «Красноярские Рыси», ә аҙаҡтан «Ирбис» хоккей клубтарын серияла 3-1 иҫәбе менән ота. Ошондай уҡ һөҙөмтә менән Әлмәттән «Спутник» командаһына ҡаршы ярымфинал серияһы тамамлана. Ә финалда Полозов егеттәре Ҡурғандан «Юниор» хоккей клубына отола һәм тәү тапҡыр ЙХЛ беренселегенең көмөш миҙалдарын еңә. «Батыр» был плей-оффта һәр бер серияһын дүрт уйында тамамлай, ул тәүге уйында отолһа — бөтә серияны еңә. 2013/14 йылдар миҙгелендә Башҡортостан командаһы Көнсығыш конференцияһында даими чемпионатты бишенсе урында тамамлай. Плей-оффтың тәүге раундында «Алтайские Беркуты» командаһын серияла 3-0 (4:3 Б, 4:3, 4:2) иҫәбе менән ота. Ә киләһе раундта «Мечел» хоккей клубына шул уҡ өс уйында отола һәм бәйгенән төшөп ҡала.

2014/2015 йылдар миҙгелендә «Батыр» конференцияла даими чемпионат һөҙөмтәләре буйынса өсөнсө урынды ала. Даими миҙгел барышында команданың баш тренеры алмашына: Константин Полозов «Торос» хоккей клубын етәкләй, ә уны Игорь Жилинский алмаштыра. Региондар кубогы өсөн көрәште Нефтекама хоккейсылары «Молот» командаһын өс уйында еңеп башлай. Сирекфиналда «Батыр» Силәбенән «Мечел» хоккей клубын дүрт уйында отһа, ярымфиналда ул буласаҡ чемпионға «Россошь» хоккей клубына серияла 1-3 иҫәбе менән отола һәм икенсе тапҡыр бронза миҙалдарҙы яулай[7]. ЙХЛ беренселегең һуңғы миҙгелендә «Батыр» һуңғы мәлдә генә плей-офф уйындарына эләгә ала һәм даими чемпионатты Көнсығыш конференцияһында һигеҙенсе урында тамамлай. Региондар кубогының беренсе раундында Башҡортостандан тағы бер командаға, был миҙгелдең буласаҡ чемпионы «Горняк» командаһына серияла 1-3 иҫәбе менән отола. «Батыр» — ЙХЛ беренселегенең һәр биш миҙгелендә плей-оффта ҡатнашҡан өс команданың береһе.

Милли йәштәр хоккей лигаһында үҙгәртергә

2016 йылда ЙХЛ беренселеген Милли йәштәр хоккей лигаһы алмаштыра[8]. Шул уҡ ваҡытта «Батыр» үҙенә яңы баш тренер итеп Борис Тимофеев ҡуйыла[9]. Нефтекама командаһы конференцияны дүртенсе урында тамамлай. Плей-оффтың беренсе раундында «Красноярские Рыси» хоккей клубын 3-2 иҫәбе менән ота. Ә конференцияның ярымфиналында Башҡорт дербиһында ул «Горняк» хоккей клубына шул уҡ биш уйында отола. 5 июлдә баш тренер итеп Александр Агеев ҡуйыла, ә Борис Тимофеев уның ярҙамсыһы була.

2017/2018 йылдар миҙгелендә «Батыр» конференцияла икенсе урынды яулай. Плей-оффта конференция сирекфиналында Медногорскиҙан «Южный Урал-Металлург» 3-1 иҫәбе менән отола. Ә Көнсығыш конференцияһы финалында «Красноярские Рыси» менән серияны 3-2 иҫәбе менән еңә. «Батыр» икенсегә Региондар кубогы финалына һәм тәүгегә МЙХЛ финалына сыға. Шунда үткән миҙгелдең финалсыһы Пензанан «Дизелист» хоккей клубына еңелә һәм көмөш миҙалдарҙы яулай. Ошо миҙгелдән һуң команда таратыла һәм бер ҡайҙа ла сығыш яһамай.

Сығыш яһауҙар тарихы үҙгәртергә

ЙХЛ беренселегенең даими миҙгелдәре һәм плей-офф уйындары үҙгәртергә

Миҙгел У Е ӨВЕ БСЕ БСО ӨВО О Ш М ДУ
2011/12 36 25 1 3 1 0 6 156—85 84 4
2012/13 44 21 2 6 1 0 14 149—105 80 11
2013/14 38 20 1 4 1 1 11 132—91 72 9
2014/15 52 27 2 5 2 5 11 151—120 102 6
2015/16 40 14 1 1 2 0 22 128—150 48 16
Бөтәһе 210 107 7 19 7 6 64 716-551 386

Иҫкәрмәләр: У — уйындар һаны, Е — төп ваҡытта еңеүҙәр, ӨВЕ — өҫтәмә ваҡытта еңеүҙәр, БСЕ — булиттар серияһында еңеүҙәр, ӨВО — өҫтәмә ваҡытта отолоуҙар, БСО — буллитар серияһында отолоуҙар, О — төп ваҡытта отолоуҙар, Ш — шайбалар, М — мәрәйҙәр, ДУ — даими миҙгелдә урыны

  • 2011—2012
1/8 финалы: «Клин Спортивный» Клин — «Батыр» 0-3 (0:6, 2:3, 2:4)
Сирекфинал: «Юниорс» Рига — «Батыр» 0-3 (2:3 ө.в., 2:9, 6:8)
Ярымфинал: «Кристалл» Бердск — «Батыр» 3-0 (4:1, 3:2, 5:4)
3-сө урын өсөн: «Батыр» — «Дизелист» 2-0 (6:3, 2:1)
  • 2012—2013
1/8 финалы: «Красноярские Рыси» Красноярск — «Батыр» 1-3 (3:2 Б, 0:11, 4:5, 2:6)
Сирекфинал: «Ирбис» Ҡазан — «Батыр» 1-3 (4:2, 0:2, 1:3, 2:4)
Ярымфинал: «Батыр» — «Спутник» Әлмәт 3-1 (1:2, 2:0, 4:3 Б, 4:2)
Финал: «Юниор» Ҡурған — «Батыр» 3-1 (3:4 ө.в., 3:2, 5:0, 3:2 Б)
  • 2013—2014
1/8 финалы: «Алтайские Беркуты» — «Батыр» 0-3 (3:4 Б, 3:4, 2:4)
Сирекфинал: «Мечел» Силәбе — «Батыр» 0-3 (3:2, 3:2, 4:2)
  • 2014—2015
1/8 финалы: «Батыр» — «Молот» Пермь 3-0 (7:5, 3:0, 7:2)
Сирекфинал: «Мечел» Силәбе — «Батыр» 1-3 (3:5, 2:3, 4:2, 2:6)
Ярымфинал: «Россошь» Россошь — «Батыр» 3-1 (2:3 Б, 4:2, 4:1, 3:2)
  • 2015—2016
1/8 финалы: «Горняк» Учалы — «Батыр» 3-1 (4:2, 2:1, 5:6, 4:3 ө.в.)

МЙХЛ даими миҙгелдәре һәм плей-офф уйындары үҙгәртергә

Миҙгел У Е ӨВЕ БСЕ БСО ӨВО О Ш М ДУ Һөҙөмтә
2016/17 48 22 1 0 1 0 24 184—190 69 11 Конференция сирекфиналында еңәләр, 3-2 («Красноярские Рыси»)
Конференция ярымфиналында еңеләләр, 2-3 («Горняк»)
2017/18 32 16 0 0 2 1 13 104—90 51 9 Конференция ярымфиналында еңәләр, 3-1 («ЮУ-Металлург»)
Конференция финалында еңәләр, 3-2 («Красноярские Рыси»)
Финалда еңеләләр, 0-3 («Дизелист»)
Бөтәһе 80 38 1 0 2 1 37 288-280 120
  • 2016/2017
Конференциялар сирекфиналы: «Батыр»«Красноярские Рыси» 3-2 (2:3 ө.в., 6:3, 4:3 Б, 3:4, 4:3 Б)
Конференциялар ярымфиналы: «Горняк» — «Батыр» 3-2 (6:7 Б, 5:1, 3:4, 6:2, 6:0)
  • 2017/2018
Конференциялар ярымфиналы: «Батыр»«Южный Урал-Металлург» 3-1 (5:4 ө.в., 2:3, 2:1, 3:2 Б)
Конференциялар финалы: «Батыр»«Красноярские Рыси» 3-2 (3:5, 3:2 Б, 1:0, 4:5 Б, 3:2 ө.в.)
Региондар кубогы финалы: «Дизелист» — «Батыр» 3-0 (6:0, 3:1, 4:0)

Стадион үҙгәртергә

«Батыр» үҙенең уйындарын Нефтекаманың боҙ һарайында үткәрә. Башҡортостан Республикаһында яһалма боҙ менән Өфөнән башҡа ҡалалар араһында иң ҙур спорт төҙөлмәһе 2007 йылда төҙөлә. Ул Нефтекаманың Ленина урамы 19Д адресы буйынса урынлашҡан. Һарайҙың һыйҙырырлығы — 2000 тамашасы. Трибуналар өс стена буйлап урынлашҡан, дүртенсеһе табло һәм комментаторҙар өсөн урындарға бирелгән. Һарай хоккей уйындарын, хоккей күнегеүҙәрен, конькиҙа шыуыу һәм концерттар үткәрер өсөн ҡулланыла. Был спорт һарайында тағы ла «Торос» уйнай.

Баш тренерҙар үҙгәртергә

«Торос» командаһының бөтә тренерҙары:

Тренер штабы үҙгәртергә

Составы үҙгәртергә

Был мәғлүмәт 2018 йылдың 30 апреленә ҡарата күрһәтелгән

Ҡапҡасылар
Ил Исем Тыуған йыл
49   Дмитрий Брагинский 13 апрель, 2000
50   Павел Лавриненко 18 декабрь, 1997
70   Әнүәр Сөләймәнов 3 март, 2000
Һаҡсылар
Ил Исем Тыуған йыл
4   Азат Мөхөтдинов 29 ғинуар, 1999
57   Алмаз Хәйернасов 8 апрель, 1997
63   Артем Сәмиғуллин 19 ғинуар, 1998
65   Денис Ермошенко 14 май, 1997
74   Яков Колосов 16 декабрь, 1999
80   Семен Росляков 10 август, 2000
81   Данис Муратов 23 май, 1997
83   Никита Голощапов 1 июнь, 2000
88   Владимир Паюл 29 сентябрь, 1997
94   Илья Шкибтан 6 октябрь, 2000
Һөжүмселәр
Ил Исем Тыуған йыл
21   Егор Старцев 21 апрель, 1997
24   Тимур Равилов 15 апрель, 1997
25   Никита Идиуллин 16 апрель, 1998
35   Евгений Репин 28 ғинуар, 2000
42   Арсен Ғиндуллин 16 июль, 1997
43   Ришат Ғалимов 29 июль, 1998
52   Александр Янчук 16 июль, 1997
55   Денис Гуменюк 4 июнь, 2000
64   Артем Попитич 22 февраль, 1998
67   Арсланбәк Хузин 10 апрель, 1999
73   Алексей Богданов   12 февраль, 1997
79   Арыҫлан Әхмәтйәнов 20 ғиунар, 1997
85   Амаль Ғалимйәнов 8 июнь, 2000
86   Егор Чупров 5 апрель, 1999
87   Денис Исмәғилов 27 ғинуар, 2000
97   Егор Агеев 30 май, 2000
98   Андрей Кузнецов 8 август, 2000

Капитандар үҙгәртергә

«Батыр» командаһының бөтә капитандары:

Команданың ҡаҙаныштары үҙгәртергә

  •   Әлмәттә физкультурнир көнөнә бағышлынған турнирҙа еңеү (2015).
  •   Йәштәр Хоккей Лигаһы чемпионатының көмөш призын еңеүсе (2012/2013).
  •   С. Молчанов иҫтәлегенә турнирҙа икенсе урын (2014).
  •   С. Н. Архангельский иҫтәлегенә турнир (2017).
  •   МЙХЛ чемпионатының көмөш миҙалын еңеүсе (2017/2018).
  •   ЙХЛ беренселегенең бронза миҙалын еңеүсе (2011/2012).
  •   ЙХЛ беренселегенең бронза миҙалын еңеүсе (2014/2015).
  •   С. Молчанов иҫтәлегенә турнирҙа өсөнсө урын (2015, 2016)

Ҡыҙыҡлы мәғлүмәт үҙгәртергә

  • Бер гол да үткәрмәйенсә иң ҙур айырма менән еңеү: 7:0 «Металлург» Медногорск (2012/13), «Ангарский Ермак» Ангарск (2014/15), «Прогресс» Глазов (2016/17).
  • Иң ҙур айырма менән еңеү: 13:2 «Кристалл-Юниор» Һарытау (2012/13).
  • Еңеү килтергән иң һөҙөмтәле уйын: 13:2 «Кристалл-Юниор» Һарытау (2012/13).
  • Еңелеү килтергән иң һөҙөмтәле уйын: 6:7 «Мечел» Силәбе (2013/14), «Красноярские Рыси» Красноярск (2016/17), 5:8 «Горняк» Учалы (2016/17), .
  • Бер гол да керетмәйенсә иң ҙур айырма менән еңелеү: 0:6 «Горняк» Учалы (2016/17).
  • Иң ҙур айырма менән еңелеү: 1:8 «Спутник» Әлмәт (2015/16).
  • Иң оҙон еңеүҙәр серияһы: 12. Иң оҙон еңелеүҙәр серияһы: 9
  • Клуб тарихында бөтә уйынсыларҙа Рәсәй Федерацияһынан була.

Уйынсылар рекордтары үҙгәртергә

Республиканың башҡа командалары менән хеҙмәттәшлеге үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. https://mkset.ru/news/sport/11-09-2018/batyr-ushel-v-bashkirii-hokkeynaya-komanda-ischezla-iz-kalendarya-nmhl
  2. Как корабль назовете... 2017 йыл 18 апрель архивланған.
  3. ХК «Батыр» в МХЛ
  4. Чемпионат МХЛ в группе "Б" начнется 20 сентября. Спорт-Экспресс (13 сентябрь 2011). Дата обращения: 19 июль 2012. Архивировано 17 сентябрь 2012 года.
  5. «Батыр»: Один из фаворитов. Молодёжная Хоккейная Лига: Официальный сайт. Дата обращения: 18 июль 2012. Архивировано 29 сентябрь 2012 года.
  6. Беляков К. Сегодня – открытие, завтра – суперкубок! МХЛ обещает в конце сезона свести в дуэли обладателя кубка Харламова и чемпиона второго дивизиона. Советский спорт (22 сентябрь 2011). Дата обращения: 19 июль 2012. Архивировано 17 сентябрь 2012 года.
  7. «Батыр» и «Зеленоград» обладатели бронзовых медалей первенства МХЛ Б
  8. Милли йәштәр хоккей лигаһы барлыҡҡа килә, Федерация хоккея России (2016 йыл 15 август).
  9. Борис Тимофеев возглавил МХК «Батыр» 2016 йыл 11 июль архивланған.

Һылтанмалар үҙгәртергә