Милли йәштәр хоккей лигаһы

Милли йәштәр хоккей лигаһы (МЙХЛ, рус. Национальная молодёжная хоккейная лига) — йәштәр командалары араһында Рәсәй хоккей федерацияһы 2016 йылда ойошторған Рәсәй чемпионаты[1]. МЙХЛ 2011—2016 йылдарҙа үткәрелелеп килгән Йәштәр хоккей лигаһы беренселегенә алмашҡа килә.

Милли йәштәр хоккей лигаһы
МЙХЛ 2019/2020 йылдар миҙгелендә
Нигеҙләнгән:

2016 йыл 15 август

Илдәр:

Рәсәй флагы Рәсәй

Регион:

Евразия

Ваҡыт:

һәр йыл

Командалар һаны:

16

Ғәмәлдәге еңеүсе:

«Россошь» Россошь

Титулдарҙың иң ҙур һаны:

«Дизелист» Пенза, «Горняк» Учалы һәм «Россошь» (берешәр титул)

Рәсми сайт:

http://www.nmhl.fhr.ru/

МЙХЛ-дың тәүге миҙгелендә Рәсәйҙән 19 команда ҡатнаша. Шуларҙың ун етеһе ЙХЛ беренселегенән килә, ә ҡалған икәүһе — Краснодар крайының яңы ойошторолған клубтары. Икенсе миҙгелдә Ҡаҙағстандан «Мунайши» хоккей клубы лига составын тулыландыра[2][3].

2019/2020 йылдар миҙгелендә Лигала Рәсәйҙән 16 команда ҡатнаша. Командалар МЙХЛ-дың төп трофейы Региондар кубогы өсөн көрәшә.

Тарихы үҙгәртергә

2011 йылда КХЛ, ЮХЛ һәм РХФ ҡатнашлығында Йәштәр хоккей лигаһы беренселеге нигеҙләнә. Бында ЙХЛ чемпионатында ҡатнашмаған йәштәр клубтары уйнай. Беренселек биш миҙгел уҙғарыла, биш төрлө чемпион билдәләнә. 2016 йылда беренселекте үткәреү хоҡуҡтарын Йәштәр хоккей лигаһы Рәсәй хоккей федерацияһына тапшыра. РХФ шул йылда Милли йәштәр хоккей лигаһын төҙөй, унда ЙХЛ беренселегенең һуңғы миҙгелендә ҡатнашҡан 17 команда һәм яңы төҙөлгән ике клуб керә. Улар бөтәһе лә Рәсәйҙән. Тағы берәү («Дмитров») ЙХЛ беренселегендә уйнағаны бар, тик үткән миҙгелдә бер ҡайҙа ла сығыш яһамай. 2016 йылдың 1 сентябрендә ҡатнашыусылар составынан МЙХЛ «Зеленоград» хоккей клубын сығара, сөнки быны Зеленоград хоккей федерацияһы ойошма эсендә булған ҡыйынлыҡтар арҡаһында һорай[4]. Шуға күрә тәүге миҙгелдә 19 команда ҡатнаша.

Миҙгел барышында «Крылья Кубани» хоккей клубы еткән финанслау булмағанға МЙХЛ ҡатнашыусылары составынан сығарыла[5]. Учалынан «Горняк» хоккей клубы МЙХЛ-дың тәүге чемпионы була[6].

Икенсе миҙгел алдынан лига составына Ҡаҙағстандан «Мунайши» һәм Рыбинск ҡалаһынан «Полет» хоккей клубтары керә[3][7]. Ә лига составынан «Горняк» (ЮХЛ чемпионатына), «Юниор» (ЮХЛ беренселегенә), «Дмитров», «Драгуны», «Мечел» һәм «Крылья Кубани» хоккей клубтары сыға. «СКА-Карелия» Карелия республикаһынан Ленинград өлкәһенә күсә һәм исемен «СКА-Варяги» тигәнгә алмаштыра.

Лиганың өсөнсө миҙгеле алдынан «Красноярские Рыси» һәм Медногорскиҙан «Южный Урал-Металлург» хоккей клубтары ЮХЛ беренселегенә күсә, ә Ленинград өлкәһенән «СКА-Варяги» командаһы Йәштәр хоккей лигаһының составын тулыландыра. Ә Тула өлкәһенән НХК командаһы МЙХЛ беренселегенә ҡабул ителә[8]. Шулай уҡ Дмитров ҡалаһынан «Голден Догс», Дондағы Ростовтан «Ростов-Юниор» һәм Вологда өлкәһенән «Металлург» хоккей клубтары лига составын тулыландыра, ә «Северские Волки», Нефтекаманан «Батыр» һәм Ҡаҙағстандан «Мунайши» командалары был миҙгелдә ҡатнашмай[9].

МЙХЛ-да 2019/20 йылдар миҙгелендә ҡатнашыр өсөн Пермдән «АК59»[10], Кирово-Чепецкиҙан «Олимпия»[11], Кондопога ҡалаһынан «ГУОР Карелия»[12], Һарытауҙан «Кристалл», «Рязань» хоккей клубтары өҫтәлә[13]. Ә лиганан «Голден Догс» һәм «Ростов-Юниор» командалары сыға. Новомосковскиҙан НХК клубы «Б. П. Михайлов исемендәге хоккей академияһы» исемендә сығыш яһаясаҡ.

Миҙгел форматы үҙгәртергә

2017/2018 йылдар миҙгелендә чемпионатта ике конференцияға бүленгән 15 команда ҡатнаша. Тик конференцияларға командалар тигеҙ бүленмәй. Көнсығышта — 5 клуб, көнбайышта ҡатнашыусылар һаны 10-ға тиң. Көнсығыш конференцияһында һәр бер команда башҡа клуб менән һигеҙ уйын (дүрт — өйҙә, дүрт — ҡунаҡта) уҙғарасаҡ. Ә көнбайышта иһә һәр клуб башҡалар менән даими миҙгелдә дүрт осрашыу (ике — өйҙә, ике — ҡунаҡта) үткәрәсәк. Тимәк, МЙХЛ-дың Көнсығыш конференцияһы клубтары даими миҙгелдә 32 уйын уҙғарасаҡ, ә Көнбайыш конференцияһы командаларына 36 уйын тура килә ине.

2018/2019 йылдар миҙгелендә конференциялар бөтөрөлә һәм 13 команда бер-береһе менән даими чемпионатта дүртешәр осрашыу үткәрә. Тимәк һәр клуб 48 уйын уҙғара. 2019/2020 йылдар миҙгелендә командалар һаны 16-ға тиклем етә, улар ике конференцияға бүленә. Даими миҙгелдә һәр команда үҙ конференция клубтары менән дүртешәр (ике — өйҙә, ике — ҡунаҡта) осрашыу уҙғара, икенсе конференциянан командалар менән икешәр (бер — өйҙә, бер — ҡунаҡта) уйын үткәрә. Тимәк, һәр клуб 44 матч уйнаясаҡ. Даими беренселектә бар еңеү өсөн ике мәрәй бирелә башлай, өҫтәмә ваҡытта йә булиттар серияһында еңелгән өсөн бер мәрәй өҫтәлә[14].

МЙХЛ плей-офф уйындарына даими чемпионат һөҙөмтәләре буйынса һәр конференциянан иң көслө 4 команда сыға. Плей-оффта парҙар ошолай билдәләнә: иң көслө командаға ҡаршы иң көсһөҙө. Мәҫьәлән, сирекфиналда 1—4 һәм 2—3. Сирекфиналдар менән ярымфиналдар конференциялар эсендә үтә. Бөтә раундтарҙа ла сериялар өс еңеүгә тиклем дауам итә. Финал серияһында ярымфиналда еңгән командалар Региондар кубогы һәм МЙХЛ чемпионы исеме өсөн көрәшәләр.

Командалар үҙгәртергә

2019/2020 йылдар миҙгеле үҙгәртергә

Команда Ҡала Арена Нигеҙләнгән МЙХЛ-да Партнёрлыҡ командаһы
Көнбайыш конференцияһы
Белгород   Белгород «Оранжевый лёд» БА 1994 2016
Брянск   Брянск Боҙ һарайы 1963 2016
ГУОР Карелия   Кондопога Боҙло Һарай 2019 2019
Липецк   Липецк «Звездный» СК 1979 2016
Михайлов ис. ХА   Новомосковск «Юбилейный» БҺ 2018 2018
Россошь   Россошь «Россошь» БҺ 2012 2016 «Буран» Воронеж (ЮХЛ)
Рязань   Рязань «Олимпийский» СҺ 2019 2019 «Рязань» (ЮХЛ)
Тверичи-СШОР   Тверь «Юбилейный» СҺ 2012 2016
Көнсығыш конференцияһы
АК59   Пермь Сухарев ис. СК 2019 2019 «Молот-Прикамье» Пермь (ЮХЛ)
Дизелист   Пенза Дизель-Арена 2011 2016 «Дизель» Пенза (ЮХЛ)
Кристалл   Һарытау «Кристалл» СҺ 2019 2019 «Кристалл» Һарытау (ЮХЛ-Б)
Локо-Юниор   Ярославль «Локомотив» КФСК 2013 2016 «Локо» Ярославль (ЙХЛ)
Металлург   Череповец «Алмаз» СКЗ 2018 2018 «Алмаз» Череповец (ЙХЛ)
Олимпия   Кирово-Чепецк Олимп-Арена 1954 2019
Полет   Рыбинск «Полет» СК 2017 2017
Прогресс   Глазов Глазов-Арена 2011 2016 «Ижсталь» Ижевск (ЮХЛ)

Миҙалсылар таблицаһы үҙгәртергә

Миҙгел   Чемпион   Финалсы   Бронза миҙалсы 4-се урын
2016/17   «Горняк»   «Дизелист»   «Локо-Юниор»   «Юниор»
2017/18   «Дизелист»   «Батыр»   «Локо-Юниор»   «Красноярские Рыси»
2018/19   «Россошь»   «Дизелист»   «Локо-Юниор»   НХК
2019/20

Командаларҙың лигала һөҙөмтәләре үҙгәртергә

2016 йылда барлыҡҡа килгәндән бирле МЙХЛ-да бөтәһе 31 команда ҡатнаша. Таблицала МЙХЛ чемпионаттарында һәр миҙгелендә чемпионаттың даими өлөшөндә (һан — турнир таблицаһында урыны) һәм плей-оффта (төҫ менән күрһәтелгән) командаларҙың сығыш яһауҙарының һөҙөмтәләре күрһәтелгән. Тик төрлө конференциялар командалары төрлө уйындар һанын үткәргәнгә күрә, бындағы мәғлүмәт проценттар менән һаналған.

Биш команда бар миҙгелдәрҙә лә плей-оффта ҡатнаша.

Команда 2017 2018 2019 2020
Россошь 10 7 1
Дизелист 2 2 2
Локо-Юниор 4 5 4
Михайлов ис. ХА 6
Липецк 15 4 3
Белгород 13 6 5
Тверичи-СШОР 6 8 7
Металлург 8
Прогресс 8 1 9
Брянск 16 13 10
Полет 14 12
АК59
ГУОР Карелия
Кристалл
Олимпия
Рязань
Голден Догс 11
Ростов-Юниор 13
Батыр 11 9
Красноярские Рыси 12 11
СКА-Варяги 3
Южный Урал-Металлург 14 10
Мунайши 12
Северские Волки 9 15
Горняк 1
Юниор 7
Дмитров 3
СКА-Карелия 5
Мечел 17
Драгуны 18
Крылья Кубани 19
Төҫ Мәғәнәһе
Ҡыҙыл Чемпион
Һары Вице-чемпион
Йәшел Ярымфиналсы
Күк Сирекфиналсы
Зәңгәр Плей-офф ҡатнашыусыһы
Һоро-күк Плей-оффҡа эләкмәгән команда
Һоро Миҙгелдә ҡатнашмай

Быуындар кубогы үҙгәртергә

Быуындар кубогында МЙХЛ чемпионатының иң яҡшы уйынсылары ҡатнаша. Был ЙХЛ чемпионатының Саҡырыу кубогына һәм ҠҠХЛ йондоҙҙар уйынына оҡшаш. Быуындар кубогы ЙХЛ беренселегендә лә бар ине. 2019 йылда конференциялар берләшкәнгә күрә Быуындар кубогының форматы үҙгәрә — МЙХЛ йыйылма командаһы Студенттар хоккей лигаһының йыйылма командаһы менән был кубок өсөн уйнай[15].

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Милли йәштәр хоккей лигаһы барлыҡҡа килә, Федерация хоккея России (2016 йыл 15 август).
  2. МЙХЛ составын Ҡаҙағстандан команда тултыра ала
  3. 3,0 3,1 В ПАВЛОДАРЕ ПРЕЗЕНТОВАЛИ МХК «МУНАЙШИ»
  4. ХК «Зеленоград» исключен из состава участников НМХЛ 2016 йыл 7 сентябрь архивланған.
  5. «Крылья /Кубани» исключены из состава НМХЛ
  6. «Горняк» — победитель первенства НМХЛ
  7. УТВЕРЖДЕНЫ СОСТАВ УЧАСТНИКОВ И КАЛЕНДАРЬ ПЕРВЕНСТВА НМХЛ СЕЗОНА 2017/18
  8. НОВИЧОК НМХЛ ПРОВЕДЕТ ТОВАРИЩЕСКИЕ МАТЧИ С «ЛОКО-ЮНИОРОМ»
  9. УТВЕРЖДЕН СОСТАВ УЧАСТНИКОВ ПЕРВЕНСТВА НМХЛ СЕЗОНА 2018/19
  10. ПЕРМСКАЯ МОЛОДЕЖНАЯ ХОККЕЙНАЯ КОМАНДА ПОЛУЧИЛА НАЗВАНИЕ
  11. КИРОВО-ЧЕПЕЦКАЯ «ОЛИМПИЯ» ПРИМЕТ УЧАСТИЕ В ПЕРВЕНСТВЕ НМХЛ
  12. Назначен главный тренер по хоккею Училища олимпийского резерва в Кондопоге
  13. Утверждён состав участников НМХЛ 2019/2020
  14. В ПЕРВЕНСТВЕ НМХЛ ИЗМЕНИЛИ СИСТЕМУ НАЧИСЛЕНИЯ ОЧКОВ
  15. КУБОК ПОКОЛЕНИЯ-2019 ПРОЙДЕТ В НОВОМОСКОВСКЕ
Үткән:
Йәштәр хоккей лигаһы беренселеге
Рәсәйҙә йәштәр лигаларының икенсе дивизионы:
МЙХЛ
Киләһе: