Юрматы (хоккей клубы)
«Юрматы» хоккей клубы — Башҡортостандың Салауат ҡалаһында 2008 йылда шайбалы хоккей буйынса профессиональ команда. 2008—2009 йылдарҙа Рәсәй чемпионатының Икенсе лигаһында уйнай, ә 2009—2011 йылдарҙа Беренсе лигала сығыш яһай. 2010 йылда «Волга буйы» дивизионында чемпион була, ә киләһе йылда шул уҡ зонала даими чемпионатты еңә.
Юрматы | ||
Ил: | Башҡортостан | |
---|---|---|
Ҡала: | Салауат | |
Нигеҙләнгән: | 2008 | |
Таратылған: | 2011 | |
Өй аренаһы: | Салауат СКК (1 500) | |
Төҫтәр: | ||
Хоккей лигаһы: | Рәсәй беренселеге | |
Дивизионы: | Волга буйы | |
Спонсоры: | Газпром Нефтехим Салауат | |
Рәсми сайт: | http://hcurmaty.ru | |
|
«Юрматы» үҙенең уйындарын 1 500 кеше һыйҙырған Салауат спорт-концерт комплексында үткәрә ине. 2011 йылда команда таратыла.
Тарихы
үҙгәртергә«Юрматы» хоккей клубы 2008 йылда Салауатта ойошторола. Салауат, Стәрлетамаҡ яҡтарында йәшәгән башҡорттарҙың иң эре һәм боронғо Юрматы ырыуының иҫтәлегенә командаға шундай исем бирәләр. Тәүге йылда команда республика беренселегендә сығыш яһаған «Алмаз» хоккей клубы һәм урындағы тәрбиәләнеүселәр нигеҙендә төҙөлә. Баш тренер итеп Виталий Колпаков ҡуйыла. Үҙенең тәүге миҙгелендә «Юрматы» Рәсәй чемпионаты икенсе лигаһының «Урал — Көнбайыш Себер» регионы составында була. Салауат хоккейсылары даими миҙгелдең 28 осрашыуында 20 мәрәй йыя, алтынсы урынды яулайҙар һәм плей-офф уйындарына эләгә алмайҙар.
2008/09 йылдар миҙгеле тамамланғас, Рәсәй чемпионаттарында икенсе лига тарҡала һәм «Юрматы» беренсе лигаға күсә[1]. Яңы миҙгел алдынан команданың составы тулыһынса алмашына. Тик капитан Дмитрий Холепа ғына тороп ҡала. «Юрматы» составына бик күп тәжрибәле һәм көслө уйынсы килә. Шуға күрә команданың һөҙөмтәләре лә яҡшыра. 2009/10 йылдар миҙгеленең беренсе этабын «Волга буйы» дивизионында «Юрматы» икенсе урында тамамлай. Шунан 1-6-cы урындар өсөн уйындарҙа Салауат хоккейсылары беренсе урынға үрләйҙәр һәм плей-оффҡа эләгәләр. Сирекфиналда улар «ЦСК ВВС-2» командаһынан көслөрәк булалар. Артабан ярымфиналда Медногорск ҡалаһынан «Металлург» хоккей клубын «Юрматы» серияла 3-1 иҫәбе менән ота һәм дивизиондың финалына сыға. Ә финалда бөтә биш уйында үткәрелә. Хәл иткес бишенсе уйын Салауатта үтә, һәм «Юрматы» хоккейсыһы Альберт Килдеев «алтын» голды уйындың төп ваҡыт бөтөүөнә биш минут ҡалғанда керетә. «Юрматы» хоккей клубы үҙенең икенсе йылына Рәсәй чемпионаты беренсе лигаһының «Волга буйы» дивизионы чемпионы исемен яулай.
2010/2011 йылдар миҙгеле «Юрматы» профессиональ хоккей клубы өсөн генә түгел, ә бөтә Рәсәй беренселеге беренсе лигаһы өсөн һуңғы була. 2011 йылда Рәсәй хоккей лигаһы барлыҡҡа килә. Ә «Юрматы» үҙенең һуңғы миҙгелендә даими чемпионатты үҙ дивизионында тағы ла беренсе урында тамамлай. Плей-оффтың сирекфиналында Нефтекаманан «Торос-2» командаһын дүрт осрашыуҙа үтә. Ә ярымфиналда дивизиондың буласаҡ чемпионы «Прогресс» хоккей клубына серияла 1-3 иҫәбе менән отола һәм көрәштән төшөп ҡала. Миҙгел тамамланғас, «Юрматы» хоккей клубы тарҡала. Төп сәбәбе — беренсе лиганы реформлау. «Волга буйы» дивизионының 13 командаһынан 5-6 ғына ҡалырға тейеш. Рәсәй хоккей федерацияһы Йәштәр хоккей лигаһында клуб яһарға тәҡдим итә. Әммә Салауатта был йәш категорияһында хоккейсылар булмай[2].
Әлеге ваҡытта Салауатта професиональ командаһы булмаһа ла, ҡалала хоккей буйынса үҫмерҙәр спорт мәктәбе эшләп килә. Шунда йәш буйынса һигеҙ команда бар. Улар хоккей мәктәптәре араһында Рәсәй беренселектәрендә ҡатнаша.
Сығыш яһауҙар тарихы
үҙгәртергәМиҙгел | У | Е | ӨВЕ | БСЕ | БСО | ӨВО | О | Ш | М | ДУ | Һөҙөмтә |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
2008/09 | 28 | 8 | — | 16 | 99—146 | 20 | 6 | Плей-оффҡа эләкмәйҙәр | |||
2009/10 | 68 | 51 | 1 | 4 | 1 | 0 | 11 | 285—144 | 164 | 1 | Сирекфиналда еңәләр: 3-2 (ЦСК ВВС-2) Ярымфиналда еңәләр: 3-1 («Металлург») Финалда еңәләр: 3-2 («Нефтяник-2») |
2010/11 | 54 | 46 | 4 | 1 | 0 | 1 | 2 | 299—94 | 149 | 1 | Сирекфиналда еңәләр: 3-1 («Торос-2») Ярымфиналда еңеләләр: 1-3 («Прогресс») |
Бөтәһе | 150 | 105 | 5 | 5 | 1 | 1 | 29 | 683-384 | 333 |
Иҫкәрмәләр: У — уйындар һаны, Е — төп ваҡытта еңеүҙәр, ӨВЕ — өҫтәмә ваҡытта еңеүҙәр, БСЕ — булиттар серияһында еңеүҙәр, ӨВО — өҫтәмә ваҡытта отолоуҙар, БСО — буллитар серияһында отолоуҙар, О — төп ваҡытта отолоуҙар, Ш — шайбалар, М — мәрәйҙәр, ДУ — даими миҙгелдә урыны
Стадион
үҙгәртергәСалауат (спорт-концерт комплексы) — Салауат ҡалаһындағы 2007 йылда төҙөлгән күп функциялы спорт комплексы. Комплекс йөҙөү бассейнынан һәм 1350 тамашасылыҡ боҙ стадионынан тора, кәрәк саҡта концерт-холлға әүерелә, бында ике мең ярым кеше һыйҙырыу мөмкинселеге бар[3]. Майҙаны 4000 м² булған боҙ һарайы үҙ эсенә 1500 урынлыҡ боҙ аренаһын ала. Кәрәк саҡта 2200 урынлыҡ концерт залына әүерелә, бынан тыш ике фитнес-зал, кафе бар. Комплекстың боҙонда хоккей һәм фигуралы шыуыу бүлектәре тәрбиәләнеүселәренең күнегеүҙәре үтә.
Бағыусы
үҙгәртергәГазпром Нефтехим Салауат — Рәсәйҙә иң эре нефтехимия компанияларҙың береһе «Юрматы» хоккей клубының төп һәм берҙән-бер спонсоры була.
Бөтә баш тренерҙар һәм капитандар
үҙгәртергә«Юрматы» командаһының бөтә тренерҙары:
|
«Юрматы» командаһының бөтә капитандары:
|
Команданың ҡаҙаныштары
үҙгәртергә- Рәсәй чемпионатының Беренсе лигаһында Волга буйы дивизионы чемпионы (2009/10).
- Рәсәй чемпионатының Беренсе лигаһында Волга буйы дивизионында даими чемпионат еңеүсеһе (2009/10, 2010/11).
Ҡыҙыҡлы мәғлүмәт
үҙгәртергә- Бер гол да үткәрмәйенсә иң ҙур айырма менән еңеү: 10:0 «Торос-2» Нефтекама (2010/11).
- Иң ҙур айырма менән еңеү: 14:1 «Кристалл-2» Һарытау (2010/11).
- Еңеү килтергән иң һөҙөмтәле уйын: 14:1 «Кристалл-2» Һарытау (2010/11).
- Еңелеү килтергән иң һөҙөмтәле уйын: 6:9 «Газовик-Старт» Ялуторовск (2009/10).
- Бер гол да керетмәйенсә иң ҙур айырма менән еңелеү: 0:4 «Челны» Яр Саллы (2009/10).
- Иң ҙур айырма менән еңелеү: 2:9 «Вагоностроитель» Усть-Катав (2008/09).
- Иң оҙон еңеүҙәр серияһы: 26. Иң оҙон еңелеүҙәр серияһы: 5
- Клуб тарихында бөтә уйынсыларҙа Рәсәй Федерацияһынан була.
Уйынсылар рекордтары
үҙгәртергә- Иң куп уйын үткәргән уйынсы — Сергей Яханов (120).
- Иң күп мәрәй йыйған уйынсы — Сергей Яханов (108).
- Иң куп гол индергән уйынсы — Дмитрий Петрюк (44).
Билдәле уйынсылар
үҙгәртергә- Артур Ғарипов (2009—2011)
- Денис Мотошин (2009—2011)
Составы
үҙгәртергәБында мәғлүмәт 2010/2011 йылдар миҙгеле буйынса күрһәтелгән.
Ҡапҡасылар | |||
№ | Ил | Исем | Тыуған йыл |
---|---|---|---|
1 | Константин Алексеев | 8 ноябрь, 1996 | |
20 | Денис Мотошин | 1 октябрь, 1991 | |
Һаҡсылар | |||
№ | Ил | Исем | Тыуған йыл |
5 | Александр Хлыстов | 21 апрель, 1988 | |
14 | Владислав Корнеев | 30 март, 1981 | |
17 | Михаил Шильников | 28 июнь, 1996 | |
23 | Евгений Вагин | 5 февраль, 1982 | |
42 | Тимур Шәкирйәнов | 21 октябрь, 1983 | |
43 | Руслан Чумарин | 4 март, 1988 | |
75 | Артур Ғарипов | 26 ғинуар, 1985 | |
77 | Илдар Хәйретдинов | 26 ғинуар, 1982 | |
87 | Алексей Привалов | 10 ғинуар, 1987 | |
Һөжүмселәр | |||
№ | Ил | Исем | Тыуған йыл |
9 | Дмитрий Бордуков | 29 апрель, 1979 | |
10 | Роберт Мурдускин | 9 апрель, 1983 | |
15 | Азат Шәрипов | 1 июль, 1978 | |
16 | Илдар Һөйөндөков | 1 май, 1983 | |
18 | Сергей Яханов | 2 июль, 1980 | |
19 | Адель Фәтхутдинов | 8 апрель, 1990 | |
27 | Сергей Трифонов | 6 ғинуар, 1982 | |
28 | Дмитрий Петрюк | 7 апрель, 1988 | |
29 | Дмитрий Холепа | 23 декабрь, 1975 | |
32 | Артур Абиев | 18 ноябрь, 1986 | |
73 | Андрей Попов | 8 март, 1973 | |
86 | Иван Бондаренко | 17 апрель, 1987 | |
88 | Александр Поляков | 5 сентябрь, 1987 |