Виндхук
Ви́ндхук (ингл. Windhoek, африк. Windhoek, нем. Windhuk) — Намибия Республикаһының баш ҡалаһы һәм иң ҙур ҡалаһы. Халҡы — 334 580 кеше (2012 йылғы иҫәпләүҙәр буйынса).
Ҡала | |||||||
Виндхук ингл. Windhoek, африк. Windhoek, нем. Windhuk | |||||||
| |||||||
| |||||||
Ил | |||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|
Координаталар | |||||||
Мэр |
Джоб Амупанда | ||||||
Майҙаны |
5 133 км² | ||||||
Бейеклеге |
1650 м | ||||||
Халҡы | |||||||
Сәғәт бүлкәте | |||||||
Телефон коды |
+264 61 | ||||||
Почта индексы |
10005 | ||||||
Һанлы танытмалар | |||||||
Рәсми сайт |
windhoekcc.org.na (инг.) | ||||||
Виндхук илдең социаль, иҡтисади һәм мәҙәни үҙәге булып тора. Намибияның һәр милли предприятиеһының, дәүләт органының, белем биреү һәм мәҙәниәт учреждениеларының штаб-фатиры бында урынлашҡан.
Этимологияһы
үҙгәртергә«Windhoek» һүҙе африкаанс теленән барлыҡҡа килгән һәм «елле урын» (нем. Windecke) тип аңлатыла. Тәүге тапҡыр был исем, күп һанлы исемдәр алыштырғандан һуң, нама ҡәбиләһенең алтынсы юлбашсыһы Ян Йонкер Африканерҙың хатында ҡулланыла.
Быға тиклем ошо ҡәбиләнең телендә Виндхук «эҫе сығанаҡ» (ǀAi-ǁGams) тип аталған булған. Ҡаланың исеме шулай атала, сөнки уның эргәһендә геотермик сығанаҡ урынлашҡан. Ошо уҡ сәбәпле очигереро телендә ул «пар урыны» (Otjomuise) тип аталды[2].
Колониаль осорҙа хәҙерге Намибия баш ҡалаһының исеме өс тапҡырҙан ашыу үҙгәртелде. Тәүҙә Джеймс Эдвард Александер уны «Аделаида королеваһы ҡултығы» («Queen Adelaide’s Bath») тип атай, һуңынан ҡала Карл Хуго Хаан тарафынан «Бармен» (Barmen) тип үҙгәртелә, артабан Йозеф Тиндаль уны «Конкордиавль» («Конкордиавиль») тип атай башлай[3].
Тарихы
үҙгәртергәНама ҡәбиләһе башлығы власы аҫтындағы Виндхук урынындағы торама 1800 йылда барлыҡҡа килә. Әммә 1890 йыл ҡалаға нигеҙ һалыныуҙың рәсми датаһы тип иҫәпләнә, сөнки ошо йылда Виндхку Германияның Көньяҡ-Көнбайыш Африкаһы баш ҡалаһы тип иғлан ителә. Уның исеме «ел урыны» тип тәржемә ителә. Беренсе донъя һуғышы башланғандан алып һәм 1990 йылдың 21 мартына тиклем Виндхук Көньяҡ Африка Республикаһы хакимлығы аҫтында була. Бойондороҡһоҙлоҡ иғлан ителгәндән һуң 1990 йылдың 21 мартында ҡала Намибияның баш ҡалаһына әүерелә.
Дөйөм мәғлүмәттәр
үҙгәртергәҠала Кхомас ҡалҡыулығының төньяҡ өлөшөндә, 1628 метр бейеклектә урынлашҡан. Бында тәүгеләрҙән булып гереро ҡәбиләһе кешеләре йәшәгән, һуңынан киләсәк ҡалаға нама ҡәбиләһе башлығы идара итә башлаған. Германия империяһы бөтә төбәкте 1885 йылда баҫып ала һәм 1892 йылда Виндхук колонияның баш ҡалаһы сифатында немец колониаль идаралығы үҙәгенә әүерелә. 1915 йылда Беренсе донъя һуғышы барышында Виндхукты Көньяҡ Африка ғәскәрҙәре баҫып ала. Баш ҡала, бөтә Намибия кеүек үк, Милләттәр лигаһы тарафынан Көньяҡ Африка Республикаһының ярыммандат биләмәһе тип иғлан ителде. 1959 йылдың 10 декабрендә Көньяҡ Африка Республикаһы властарына ҡаршы йүнәлтелгән беренсе демонстрация үтә. 1990 йылда Намибия Республикаһы бойондороҡһоҙлоҡ алғанға тиклем, Виндхук Көньяҡ-Көнбайыш Африка төбәгенең баш ҡалаһы булған, уның менән Көньяҡ-Африка Республикаһы хөкүмәте идара иткән.
Географияһы
үҙгәртергәҠала Намибияның ҙур коммерция һәм финанс үҙәге булып тора.
Финанс сикләүҙәренән тыш, ҡала биләмәһе киңәйтелеүенә географик сикләүҙәр ҙә бар. Көньяҡ, көнсығыш һәм көнбайыш йүнәлештәге Виндхук ҡаялы, таулы райондар менән уратып алынған, улар ерҙәрҙе үҙләштереүгә ҡатмарлыҡ яһай. Ер аҫты һыулы горизонттары булыу сәбәпле, көньяҡ яғы сәнәғәт үҫешенә яраҡһыҙ. Тик Браквотар районы территорияһы ғына ҡаланан төньяҡтараҡ Виндхукты киңәйтеү өсөн берҙән-бер мөмкин булған урын булып тора[4].
Климаты
үҙгәртергәҠала ярым сүлле климат зонаһында урынлашҡан. Йәйге айҙарҙа көндөҙ ҡоро эҫе, төндә һалҡынса. Иң юғары көндөҙгө температура йәй көнө — 31 °C. Ғәҙәттә, ҡышҡыһын (июнь, июль һәм август айҙары) бер аҙ ямғыр яуа. Минималь температура 5-18 градус араһында тирбәлә, әммә һауа температураһы һирәк төшә һәм бер ҡасан да ҡар яумай тиерлек. Көндөҙ иң юғары температура — 20 °C тирәһе.
Уртаса йыллыҡ температура — 19,47 °C, был тропик зона сигендә урынлашҡан ҡала өсөн сағыштырмаса юғары булып тора. Был Виндхукты һалҡын көньяҡ елдәренән ышаныслы һаҡлаған тауҙарға һәм йылы төньяҡ һауа ағымының өҫтөнлөк итеүенә бәйле.
Яуым-төшөмдөң уртаса йыллыҡ миҡдары 330 миллиметр самаһы. Башлыса ҡала тирәһендә ҡыуаҡлыҡтар үҫкән дала үҫемлектәре өҫтөнлөк итә. Йыш ҡына ҡоролоҡ була.
Ҡала климаты | |||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Күрһәткес | Ғин | Фев | Мар | Апр | Май | Июн | Июл | Авг | Сен | Окт | Ноя | Дек | Йыл |
Уртаса максимум, °C | 30,3 | 28,7 | 27,4 | 25,8 | 23,4 | 20,7 | 21,2 | 23,8 | 27,5 | 29,3 | 30,2 | 31,4 | 26,6 |
Уртаса температура, °C | 24,0 | 22,8 | 21,7 | 19,3 | 16,6 | 13,8 | 14,1 | 16,3 | 20,0 | 22,0 | 23,2 | 24,3 | 19,8 |
Уртаса минимум, °C | 17,7 | 17,0 | 15,9 | 12,9 | 9,8 | 6,9 | 6,9 | 8,9 | 12,4 | 14,7 | 16,2 | 17,2 | 13,0 |
Яуым-төшөм нормаһы, мм | 85,6 | 91,4 | 69,6 | 35,1 | 5,9 | 1,5 | 0,1 | 1,1 | 4,4 | 13,1 | 29,3 | 30,7 | 332,7 |
Сығанаҡ: msn.com [1] |
Ҡала климаты | |||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Күрһәткес | Ғин | Фев | Мар | Апр | Май | Июн | Июл | Авг | Сен | Окт | Ноя | Дек | Йыл |
Уртаса максимум, °C | 31,8 | 30,5 | 28,9 | 27,0 | 25,2 | 22,6 | 22,1 | 25,8 | 29,7 | 31,7 | 32,1 | 32,1 | 28,2 |
Уртаса температура, °C | 24,3 | 23,3 | 22,0 | 19,8 | 17,6 | 14,1 | 13,8 | 17,2 | 21,2 | 23,8 | 24,4 | 24,6 | 20,4 |
Уртаса минимум, °C | 18,2 | 17,8 | 16,3 | 13,4 | 10,6 | 6,7 | 6,4 | 9,2 | 13,1 | 16,0 | 17,1 | 17,9 | 13,5 |
Яуым-төшөм нормаһы, мм | 104,5 | 98,5 | 91,7 | 46,7 | 9,0 | 1,3 | 0,1 | 0,2 | 4,8 | 7,1 | 17,8 | 43,7 | 425,4 |
Сығанаҡ: Namibia Weather [2] |
Иҡтисады
үҙгәртергәВиндхук — илдең иң эре сәнәғәт һәм мәҙәни үҙәге, тимер юлдар һәм автомобиль юлдары киҫелешендә урынлашҡан һәм ҡарамағында «Хосиа Кутако» халыҡ-ара аэропорты булған транспорт үҙәге.
Баш ҡалала аҙыҡ-түлек, тегеү, ағас эшкәртеү, мебель сәнәғәте, машиналар эшләү предприятиелары тупланған. Виндхук — донъяла иң ҙур ҡаракүл тиреләре менән сауҙа итеү үҙәктәренең береһе.
Иҫтәлекле урындар
үҙгәртергәГермания хакимлығы дәүеренән алып лютеран сиркәүе һәм немец форты, ә Виндхукты уратып алған тау баштарында XIX быуат аҙағында — XX быуат башында төҙөлгән неоготика стилендә өс замок һаҡланып ҡалған. Заманса ҡоролмаларҙан — милли музей, милли сәнғәт галереяһы, китапхана, политехник институт, зоопарк, илдәге берҙән-бер ботаника баҡсаһы. XXI быуат башында Намибияның баш ҡалаһында беренсе милли университет асылды.
Спорт
үҙгәртергәҠалала 2005 йылда төҙөлгән футбол стадионы бар[5]. Ул Сэм Нуйома исемендәге стадион тип атала. Стадион 10 300 урынға иҫәпләнгән. Ул Катутура биҫтәһендә урынлашҡан. Төҙөлөштөң хаҡы 6,4 миллион доллар (яҡынса 5,5 миллион евро) тәшкил иткән. 2008 йылдан башлап Намибияла иң заманса стадион яһалма газон менән йыһазландырылған. 2009 йылдың 8 июнендә стадион ремонттан һуң йәнә асылды[6].
Бында бер нисә спорт клубы бар.
Паулюс Мозес, Паулюс Амбунда, Амберк Шиндюу кеүек күп кенә боксерҙар Виндхукта тыуған.
Намибияның крикет буйынса йыйылма командаһы өйҙәге уйындарының күбеһен Wanderers Cricket Ground стадионында, шулай уҡ ҡайһы бер башҡа стадиондарҙа уйнай[7][8][9].
Туғандаш ҡалалар
үҙгәртергәГалерея
үҙгәртергә-
Ҡала Намибияның иҡтисади, сәйәси һәм административ үҙәге булып тора. Был хаҡта уның яңы үҙәге хәтергә төшөрә
-
Горизонт
-
Виндхуктың үҙәк урамында
-
Урам сауҙаһы
-
Парламент эргәһендәге баҡсалар
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Население в важных городах Намибии 2012 йыл 16 июль архивланған.
- ↑ Menges, Werner. Windhoek?! Rather make that Otjomuise (12 мая, 2005 год). 6 октябрь 2012 тикшерелгән.
- ↑ Dierks, Klaus The History of ǁKhauxaǃnas. Introduction. Дата обращения: 9 июль 2010. Архивировано 16 декабрь 2012 года.
- ↑ New Era, 10 Feb 2010: Windhoek’s battle for land, by Desie Heita
- ↑ Namibia 2018 йыл 3 июль архивланған. WorldStadiums.com
- ↑ AZ-Artikel zur Stadionsanierung . Дата обращения: 6 октябрь 2012. Архивировано из оригинала 8 апрель 2016 года. 2016 йыл 8 апрель архивланған.
- ↑ «Wanderers Cricket Ground, Windhoek», CricketArchive, <https://cricketarchive.com/Archive/Grounds/19/1344.html> 2017 йыл 15 декабрь архивланған. Retrieved 26 September 2011.
- ↑ «United Ground, Windhoek», CricketArchive, <https://cricketarchive.com/Archive/Grounds/19/1343.html> 2017 йыл 15 декабрь архивланған. Retrieved 26 September 2011.
- ↑ «Trans Namib Ground, Windhoek», CricketArchive, <https://cricketarchive.com/Archive/Grounds/19/1341.html> 2017 йыл 15 декабрь архивланған. Retrieved 26 September 2011.