Көнбайыш Африка — Африка континентының бер киҫәге. Континенттың көньяҡтан һәм көнбайыштан Атлантик океан һыуҙары йыуа торған, төньяҡта Сахараның бер ҡәҙәреһен эсенә алған, көнсығышта Чад куленә тиклем йәйелгән өлөшөн Көнбайыш Африкаға индерәләр.

Көнбайыш Африка
Рәсем
Донъя ҡитғаһы Африка
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан Атлантик океан
Тәбиғи-географик объекты сиктәрендә урынлашҡан Африка
Халыҡ һаны 429 459 920 кеше (2023)[1]
Сиктәш Төньяҡ Африка һәм Үҙәк Африка
Ҡайҙа өйрәнелә West African studies[d]
Урынлашыу картаһы
Карта
 Көнбайыш Африка Викимилектә

Көнсығышта тәбиғи сик булып Камерун тауҙары тора.

Көнбайыш Африкалағы илдәре халҡының күпселек өлөшө ауылдарҙа йәшәй һәм игенселек, малсылыҡ, урман кәсебе менән шөғөлләнә. Халыҡ Атлантик океан яр буйҙарында йылға һәм үҙәндәрендә тығыҙ ултырған. Халҡы ифрат күп төрлө, нигеҙҙә был — негроид расаға ҡараған халыҡтар. Халыҡтың тел составы сыбар. Халыҡтарҙың тышҡы ҡиәфәте лә төрлө. Ҡайһы берҙәре ҡара тәнле һәм бөҙрә сәсле, икенселәре аҡ тәнле. Буйҙары менән дә ныҡ айырылалар.

Көнбайыш Африкалағы илдәр донъялағы күп кенә дәүләттәр менән йәнле сауҙа алып бара. Төп диңгеҙ порттары — Лагос, Луанда, Дакар.


Көнбайыш Африкаға ингән дәүләттәр

үҙгәртергә
Дәүләт Төркөмләү ысулы Баш ҡалаһы
БМО версияһы буйынса[2] ЦРУ версияһы буйынса[3] СГНЗС версияһы буйынса ОКСМ версияһы буйынса[4]
  Бенин Порто-Ново
  Буркина-Фасо Уагадугу
  Гамбия Банжул
  Гана Аккра
  Гвинея Конакри
  Гвинея-Бисау Бисау
  Кабо-Верде Атлантик океандағы
утрау дәүләте
Прая
  Камерун Үҙәк Африка Үҙәк Африка Үҙәк Африка Яунде
  Кот-д’Ивуар Ямусукро
  Либерия Монровия
  Мавритания Төньяҡ-Көнбайыш Африка Нуакшот
  Мали Бамако
  Нигер Ниамей
  Нигерия Абуджа
  Изге Елена, Олғашыу һәм Тристан-да-Кунья утрауҙары (инглиз. Islands in the
South Atlantic Ocean
)
Атлантик океандағы
утрау территорияһы
Джеймстаун
  Сенегал Дакар
  Сьерра-Леоне Фритаун
  Того Ломе

Инфраструктураһы

үҙгәртергә

Юл инфраструктураһы насар үҫешкән, тимер юлдар эске төбәктәрҙән яр буйына тиклем генә бар һәм колониаль иҡтисади сәйәсәт мираҫы булып тора. Мөһим порттары — Дакар, Конакри, Абижан, Аккра, Ломе һәм Лагос.

Иҡтисады

үҙгәртергә

Сахель дәүләттәренең донъяның иң ярлы илдәренә ҡарай, нефть запастары бай булыуға ҡарамаҫтан Нигерия шулай уҡ үҫешендә ныҡ артта ҡала. Яр буйында ауыл хужалығында экспортҡа тәғәйенләнгән монокультуралар үҫтерелә. Көнбайыш африкалыларҙың күпселеге үҙ-үҙен тәьмин итеү менән шөғөлләнә.

Мәҙәниәте

үҙгәртергә

Көнбайыш Африка африка телдәренең яртыһынан күберәгенең тыуған ере. Уларҙың күбеһе конго-кордофан һәм афро-азиат тел төркөмөнә инә. Саванналарҙа һәм тропик урмандарҙа йәшәгән халыҡтарҙың традицион мәҙәниәте өсөн телдән тапшырылған фольклор һәм белем биреү, шулай уҡ тантаналы сараларҙа битлектәр һәм бейеүҙәр ҡулланыу ҙур әһәмиәткә эйә.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. (unspecified title)Бөтә донъя банкы мәғлүмәттәре базаһы.
  2. United Nations Statistics Division. Дата обращения: 2 ғинуар 2016. Архивировано 17 апрель 2010 года.
  3. The World Factbook. Location. Дата обращения: 2 ғинуар 2016. Архивировано из оригинала 24 май 2011 года. 2011 йыл 24 май архивланған.
  4. Общероссийский классификатор стран мира (ОКСМ). Приложение Д. Дата обращения: 2 ғинуар 2016. Архивировано 4 март 2016 года.


  Был тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.