Найроби
Найро́би (ингл. һәм суахили Nairobi) — экватор янында урынлашҡан, Кенияның баш ҡалаһы, Көнсығыш Африканың иң эре ҡалаһы.
Ҡала | |||||
Найроби | |||||
| |||||
Ил | |||||
---|---|---|---|---|---|
Провинция | |||||
Координаталар | |||||
Мэр |
Джордж Аладва | ||||
Нигеҙләнгән | |||||
Майҙаны |
696 км² | ||||
Бейеклеге |
1 661 м | ||||
Халҡы | |||||
Тығыҙлығы |
4655 кеше/км² | ||||
Сәғәт бүлкәте | |||||
Телефон коды |
+254 20 | ||||
Һанлы танытмалар | |||||
Рәсми сайт |
nairobi.go.ke (инг.) | ||||
Тарихы
үҙгәртергәЭлек ҡала урынында һаҙлыҡ булған. 1899 йыл бында уганда тимер юлы тәьмин итеүсе станция төҙөлгән. Был станция тимер юлының штаб-квартира вазифаһын үтәгән. Атамаһы ошо тирәләге һыу сығанағы исеменә бәйле. масай телендә яңғырашы Ewaso Nyirobi (Эвасо Найроби), башҡортсаға тәржемә итһәк, һалҡын һыу тигән мәғәнәлә. 1900 йыл был тирәне солғап алған биҙгәк бубон тағынынан һуң ҡаланы бөтөнләй яндырып бөтөрәләр.
Иҡтисады
үҙгәртергәНайробиҙа Найробий фонд биржаһы (NSE) урынлашҡан. NSE Африкала сауҙа күләме буйынса 4-се, баҙарҙы ВВП-ға ҡарата капиталлаштырыу мөнәсәбәттәре буйынса 5-се урындарҙы биләй[2].
Шулай уҡ Найробиҙа ҡайһы бер халыҡ-ара компаниеларҙың һәм ойошмаларҙың төбәк вәкиллектәре эшләй. Шулай 2007 йыл буына General Electric, Young & Rubicam, Google, Coca Cola, Zain и Cisco Systems перенесли свои африканские штаб-квартиры в Найроби[3][4].Шулай уҡ эре африка компанияларының да штаб-квартиралары бар.
Ҡалала кейем-һалым, текстиль, төҙөлөш материалдары, аһыҡ-түлек, эсемлектәр , сигарет етештерелә. Ҡалала шулай уҡ ҡайһы бер халыҡ-ара компанияларҙың заводтары урынлашҡан: Goodyear, General Motors, Toyota Motors, Coca Cola.
Туризм
үҙгәртергәТуризм бигүк үҫешмәһә лә, ҡаланың иҫтәлекле урындары бар. Беренсе сиратта Найроби милли паркы. Уның уникаллеге шулай размерҙағы мегаполис янында урынлашыуы. Милли паркта 400 төр хайуан һәм ҡош йәшәй. Сафари буйлап йәйәү йөрөү - туристарҙың яратҡан шөғөлө.[5].
Найробиҙа бер нисә музей бар. Иң ҙурҙарынан береһе Кенияның милли музейы. Ул музейҙа homo erectus типиаталған малайҙың һөйәктәре һаҡлана. Икенсе бер иҫтәлекле урыны Найробиҙың тимер юл музейы һәм Карен Бликсен музейы.
Найробиҙы ҡайһы саҡ донъя сафарийы тип атайҙар. Күп кенә ҡала ҡунаҡханалары ошо йүнәлештә эшләй. Күп кенә биш йондоҙло отелдәр бар: Найроби Серена, Лайко Рейгенси (ранее Гранд-Рейгенси), Уиндор (Карен), Холидей Инн, Ист-Африкан Сафари Клуб (Лилиан Тауэрс), Стэнли Хотел, Сафари Парк энд Казино, Интерконтиненталь, Панари Хотел, Хилтон һәм Норфолк Хотел.
Тағы ла ҡалала Африкалағы иң ҙур һырғалаҡ (каток) — Солар Айс Ринк урынлашҡан. Был һырғалаҡ 2005 йыл асылған. Уның майҙаны яҡынса 15 000 м² һәм бер юлы 200 кешене ҡабул итә[6].Ҡаланың эре сауҙа селтәрҙәре булып Nakumatt, Uchumi һәм Tuskys тора.
Ҡала климаты | |||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Күрһәткес | Ғин | Фев | Мар | Апр | Май | Июн | Июл | Авг | Сен | Окт | Ноя | Дек | Йыл |
Уртаса максимум, °C | 24,5 | 25,6 | 25,6 | 24,1 | 22,6 | 21,5 | 20,6 | 21,4 | 23,7 | 24,7 | 23,1 | 23,4 | 23,4 |
Уртаса температура, °C | 18,0 | 18,6 | 19,4 | 19,1 | 17,9 | 16,3 | 15,4 | 15,8 | 17,1 | 18,6 | 18,1 | 18,0 | 17,7 |
Уртаса минимум, °C | 11,5 | 11,6 | 13,1 | 14,0 | 13,2 | 11,0 | 10,1 | 10,2 | 10,5 | 12,5 | 13,1 | 12,6 | 12,0 |
Яуым-төшөм нормаһы, мм | 64 | 57 | 93 | 219 | 177 | 35 | 18 | 24 | 28 | 55 | 154 | 101 | 1024 |
Сығанаҡ: WorldWeather.org |
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Population Projections by Province (инг.)
- ↑ Live Trading commences at Nairobi Stock Exchange 2008 йыл 3 декабрь архивланған.
- ↑ Business Daily General Electric moves Africa's hub to Nairobi . bdafrica.com. Дата обращения: 18 июнь 2007. Архивировано 28 сентябрь 2007 года.
- ↑ Press Media Wire Cisco Inaugurates East African Headquarters in Nairobi . pressmediawire.com. Дата обращения: 20 июль 2008. Архивировано 12 февраль 2012 года. 2012 йыл 15 февраль архивланған.
- ↑ Kenya Wildlife Service – Nairobi National Park . kws.org. Дата обращения: 30 декабрь 2009. Архивировано 11 октябрь 2009 года. 2009 йыл 11 октябрь архивланған.
- ↑ BBC NEWS | World | Africa | East Africa’s ice skating first
Һылтанмалар
үҙгәртергәЯңылыҡтар
- Daily Nation
- The Standard
- Nairobi.com
- All Schools in Nairobi 2006 йыл 14 июнь архивланған.
Башҡалар
- Nairobi City — official website 2007 йыл 8 май архивланған.
- Magical Kenya review of Nairobi 2008 йыл 14 октябрь архивланған.
- Nairobi Stock Exchange
- National Geographic Feature about Nairobi 2006 йыл 11 август архивланған.