Был терминдың башҡа мәғәнәләре лә бар, ҡарағыҙ:
Сан-Томе.
Сан-Томе́ (порт. São Tomé) — Сан-Томе һәм Принсипи дәүләтенең баш ҡалаһы. Апостол Фома (São Tomé) хөрмәтенә аталған[1]. Сан-Томе провинцияһының һәм Агуа-Гранде округының административ үҙәге булып тора.
1485 йылда португалдар тарафынан нигеҙләнә. Ҡала янында шәкәр ҡамышы плантациялары булған, унда Конго короллегенән килтерелгән ҡолдар эшләгән. 1525 йылда Португалия короле Жуан II ҡала статусын бирә[2] XVI быуатта бында католик собор төҙөлә. 1575 йылда ҡалала Сан-Себастьян форты ҡорола (хәҙерге ваҡытта бында Сан-Томе милли музейы урынлашҡан). 1599 йылда, һәм йәнә 1641—1648 йылдарҙа Голландия ҡулы аҫтында була[3]. Оҙаҡ ваҡыт дауамында Сан-Томе һәм Принсипи португал колонияһының үҙәге булып тора. 1975 йылда Сан-Томе һәм Принсипи бойондороҡһоҙлоҡ ала, ә Сан-Томе уның баш ҡалаһы булып китә.
Ҡала Сан-Томе утрауының төньяҡ-көнсығышында, Кабраш утрауы янында урынлашҡан. Ҡаланан көньяҡ-көнбайышҡа табан — Триндади, төньяҡ-көнбайышҡа табан — Гвадалупе, көньяҡ-көнсығышҡа табан — Сантана ҡалалары урынлашҡан, уларҙы үҙ-ара шоссе юлдары тоташтыра. Аҙнаһына бер тапҡыр Кабо-Верде ҡалаһынан Сан-Томеға паром йөрөй. Халыҡ-ара аэропортта Ангола, Габон, Португалия илдәренә һәм күрше Принсипи утрауына даими рейстар башҡарыла.
Ҡаланың иҫтәлекле урындарына президент һарайы, собор һәм кинотеатр керә. Ҡалала төрлө мәктәптәр, лицейҙар, политехник институты, ике баҙар, өс радиостанция урынлашҡан. Сан-Томела TVSP коммерция булмаған телевизион станцияһы, халыҡ-ара аэропорт, клиникалар һәм дауаханалар эшләй, бер нисә ҡала майҙаны бар.
Йыл
|
1991
|
1997
|
2000
|
2001
|
2003
|
2005
|
2013
|
Халыҡ иҫәбе
|
42 331[4]
|
49 541[4]
|
49 997
|
49 957[5]
|
53 300
|
56 166
|
69 167[4] (баһалама)
|
Сан-Томела оҙайлы ямғырҙар миҙгеле (октябрҙән майға тиклем) һәм ҡыҫҡа ҡоро миҙгел (июнь—сентябрь) менән саванналарҙың тропик климаты өҫтөнлөк итә. Яуым-төшөмдәр миҡдары — йылына 1000 мм-ҙан саҡ ҡына аҙыраҡ. Ҡалала сағыштырмаса даими температура күҙәтелә.
климаты
|
Күрһәткес
|
Ғин.
|
Фев.
|
Март
|
Апр.
|
Май
|
Июнь
|
Июль
|
Авг.
|
Сен.
|
Окт.
|
Нояб.
|
Дек.
|
Йыл
|
Абсолют максимум, °C
|
32
|
33
|
33
|
33
|
32
|
31
|
31
|
31
|
32
|
32
|
32
|
32
|
33
|
Уртаса максимум, °C
|
30
|
30
|
31
|
30
|
29
|
28
|
28
|
28
|
29
|
29
|
29
|
29
|
29
|
Уртаса минимум, °C
|
23
|
23
|
23
|
23
|
23
|
22
|
21
|
21
|
21
|
22
|
22
|
22
|
22
|
Абсолют минимум, °C
|
20
|
20
|
20
|
20
|
19
|
19
|
19
|
19
|
19
|
19
|
19
|
19
|
19
|
Яуым-төшөм нормаһы, мм
|
81
|
107
|
150
|
127
|
135
|
28
|
0
|
0
|
23
|
109
|
117
|
89
|
966
|
Сығанаҡ: «Average Conditions Sao Tome, Sao Tome Principe». BBC Weather (ингл.). Архивировано 12 октябрь 2007 года.
|
| Сан-Томеның 1647 йылғы картаһы
|
| Сан-Томелағы баҙар
|
| Сан-Себастьян форты
|
| Сан-Томе кафедраль соборы
|
| Ҡала баҙары
|
| Ҡалаға йыһандан күренеш
|
|