Ҡыҙыл диңгеҙ
Ҡыҙыл диңгеҙ (ғәр. البحر الأحمر Bahr el-Ahmar, йәһ. ים סוף Yam Suf, франц. mer Rouge) — Ғәрәбстан ярымутрауы һәм Африка араһындағы тектоник уйпатта урынлашҡан Һинд океанының эске диңгеҙе. Төньяҡта Суэц каналы аша Урта диңгеҙ, ә көньяҡта Баб-әл-Мәндәб боғаҙы һәм Аден ҡултығы аша Ғәрәбстан диңгеҙе менән тоташа.
Ҡыҙыл диңгеҙ | |
---|---|
Майҙаны | 438 000 км² |
Күләме | 233 000 км³ |
Иң ҙур тәрәнлек | 2211 м |
Уртаса тәрәнлек | 490 м |
Ҡыҙыл диңгеҙ Викимилектә |
География
үҙгәртергәҠыҙыл диңгеҙ һыуҙары Мысыр, Судан, Джибути, Эритрея, Сәғүд Ғәрәбстаны, Йәмән, Израиль һәм Иордания илдәре яр буйҙарын йыуа.
Майҙаны — 450 мең км². Һыу күләме — 251 мең км³.
Төрлө баһаламалар буйынса диңгеҙҙең төньяҡтан көньяҡҡа ҡарай оҙонлоғо 1932 километрҙан[1] 2350 километрға барып етә, ә киңлеге 305—360 км. Максималь тәрәнлеге 2604 метрҙан алып 3040 метрға тиклем барып етә[2]. Уртаса тәрәнлеге 437 м.
Утрауҙары: Дахлак архипелагы, Фарасан архипелагы, Суакин архипелагы, Тиран, Ханиш, Камаран.
Диңгеҙҙең төньяғында ике ҡултыҡ — Суэц һәм Акаба ҡултыҡтары урынлашҡан.
Ҡыҙыл диңгеҙенә Донъя океанының иң тоҙло диңгеҙе булып тора. Диңгеҙҙең 1 литр һыуында 41 г тоҙ бар.
Диңгеҙҙә күп төрлө мәрйендәр һәм балыҡтар, мәреналар, йәшел гөбөргәйелдәр, афалин һәм буйлы дельфиндәр, косаткалар һәм башҡа диңгеҙ флора һәм фаунаһы вәкилдәре тереклек итә.
Яр буйы ҡалалары
үҙгәртергә
|
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Ҡыҙыл диңгеҙ — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
- ↑ WebKnow — Западнее зоны разломов прослеживается Аденский(недоступная ссылка)
Литература
үҙгәртергә- Бухарин М. Д. Происхождение понятия «Красное море» // Вестник древней истории, 2009, № 3, стр. 46-63.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- История Красного моря 2009 йыл 25 февраль архивланған. (инг.)