Ҡарткиҫәк
Ҡарткиҫәк (рус. Карткисяк) — Башҡортостан Республикаһының Асҡын районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 512 кеше була[1]. Почта индексы — 452899, ОКАТО коды — 80204818001.
Ауыл | |
Ҡарткиҫәк рус. Карткисяк | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл советы | |
Координаталар | |
Халҡы |
435 человек (2015) |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
452899 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Хәҙерге торошо
үҙгәртергәҠарткиҫәк ауыл советы, мәҙәниәт йорто, китапхана,Ҡарткиҫәк урта мәктәбе, почта бүлексәһе, фельдшер-акушерлыҡ пункты, шәхси эшҡыуар Р. Н. Шакировтың «Таң» һатыу итеү йорто бар. Ике шәхси эшҡыуар: Әбраров Д. Ш. « Малсылыҡ», Харисов И. В."Йылҡысылыҡ" менән шөғөлләнә. 1997 йылда мәсет төҙөлгән.2001йылдан ауылға газ үткән. 2008 йылдан тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы эшләй. Телефон, интернет, телевидение бар.
Тарихы
үҙгәртергәҠарткиҫәк — Асҡын районында урынлашҡан төп башҡорт ауылдарының береһе. Уға бик боронғо башҡорт ҡәбиләләрен тәшкил иткән Һыу-танып һәм ун ҡәбиләләренә ҡараған башҡорттар нигеҙ һалған. Ауылда арыҡбай, суманай, мәнди, ҡәлмырҙа, алый тигән нәҫел (зат) исемдәре һаҡланып ҡалған. Ауылға кем нигеҙ һалғанын асыҡлаусы мәғлүмәттәр юҡ. Әммә мәғәнәһен бер ни тиклем асыҡлап була. Ә.З. Әсфәндиәровтың 1993 йылда «Китап» нәшриәтендә сыҡҡан Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий 2022 йыл 12 апрель архивланған. тигән бик файҙалы китабында был ауыл тарихы тураһында байтаҡ материал бар. Китапта шул ауылда тыуып үҫкән М. Н. Нурғәлиев ағайҙың версияһы килтерелгән. Уның буйынса был ауыл ҡарт һәм киҫәк «доля — өлөш» тигән һүҙҙән яһалған. Бының шулай булыуын раҫлаусы материалдар юҡ. Башҡорттарҙа ер өлөшөн, пайҙы башлыса бүләк һүҙе менән атап йөрөткәндәр. Ул «бүлеү — делить» тигәнде белдергән термин. Ә киҫәк һүҙе башлыса «зат, ырыу, нәҫел» мәғәнәһендә ҡулланылған. Пермь өлкәһе Барҙы районындағы Ҡайынауылда (икенсе исеме Березники) саҡай киҫәк, тау киҫәк, турғай киҫәк, әрәмәс киҫәк, юғары киҫәк тигән нәҫел (ара, аймаҡ) исемдәре бар. Үзбәк телендә лә кесек һүҙе хәҙер ҙә «ырыу» тигәнде белдерә. Ә ҡарт һүҙе «оло, ҙур» мәғәнәһендә ҡулланылған.. Шуның кеүек Ҡарткиҫәк ауылы ла «Оло ырыу, оло нәҫел, оло зат» тигәнде белдерә.
Халыҡ һаны
үҙгәртергәБөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 512 | 259 | 253 | 50,6 | 49,4 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса — күпселек башҡорттар (96 %) йәшәй[2].
Географик урыны
үҙгәртергә- Район үҙәгенә тиклем (Асҡын): 28 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Көйәҙе): 135 км
Урамдары
үҙгәртергәУрам исеме[3]
- Көнсығыш урамы (рус. улица Восточная)
- Болон урамы (рус. улица Луговая)
- Йәштәр урамы (рус. улица Молодежная)
- Тау аҫты урамы (рус. улица Подгорная)
- Ялан урамы (рус. улица Полевая)
- Йылға урамы (рус. улица Речная)
- Шишмә урамы (рус. улица Родниковая)
- Уңыш урамы (рус. улица Урожайная)
- Үҙәк урамы (рус. улица Центральная)
Билдәле шәхестәре
үҙгәртергә- Ахунов Фәтхелбаян Ғаян улы (10 август, 1938 йыл — 2 декабрь, 2019 йыл), Профсоюздарҙың Башҡортостан өлкә советының элекке хеҙмәткәре. Халыҡты социаль яҡлау буйынса Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1998),СССР-ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1988), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ(1986) һәм «Почёт Билдәһе» (1981) ордендары кавалеры. «Өлгөлө хеҙмәт өсөн» миҙалы (1974) менән бүләкләнгән.
- Гәрәев Рифҡәт Ғабдрахман улы (25 ноябрь, 1949 йыл), хеҙмәт ветераны. Нефтекама автозаводының газ менән иретеп йәбештереүсеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған машиналар эшләүсеһе (2005).
- Гәрәев Айҙар Фәрҙәт улы (15 август, 1966 йыл), отставкалағы подполковник, 1987—2014 йылдарҙа СССР Эске эштәр министрлығының дәүләт янғын хеҙмәте, Рәсәй Федерацияһы Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәре.
- Муллахмәтов Мирғәжәм Хәйҙәр улы (3 август, 1952 йыл) — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған транспорт хеҙмәткәре (2009), «Башкортостан Республикаһы ойошторолоуҙың 100 йыллығы» юбилей миҙалы (2018).
- Миңлемөхәмәтов Ринат Хәкимйән улы (27 декабрь 1971 йыл) – ауыл хакимиәте башлығы, Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы муниципаль хеҙмәткәре (2017), оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәте һәм урындағы үҙидараны үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы (2021)
- Нурмөхәмәтов Әхтәм Нурмөхәмәт улы (23 ғинуар, 1931 йыл — 4 июнь, 1996 йыл) — механизатор, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1974), Ленин ордендары (1976) кавалеры.
- Нурмыева Ҡәҙриә Әмир ҡыҙы (22 ноябрь, 1958 йыл) — һауынсы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1996).
- Нурғәлиев Мәснәүи Нурғәле улы — уҡытыусы, 1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (№ 11947054).
- Нурмөхәмәтов Илһам Маруан улы - 2013 йылдан Асҡын физкультура - һауыҡландырыу компексы директоры, спорт мастеры, ҡул көрәше буйынса Башҡортостан Республикаһы чемпионы, донъя чемпионатында самбо көрәше буйынса мастерҙар араһында бронза призеры(2020).
- Нәбиуллина Фәнирә Мәүли ҡыҙы (14 июнь, 1959 йыл) — педагог, тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары, тыуған яҡты өйрәнеүсе, Ағинәйҙәр йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе, Ҡарткиҫәк урта мәктәбенең тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейын ойоштороусы (2008) һәм етәкләүсе. Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы (1994), «Мәғариф» өҫтөнлөклө милли проекты сиктәрендә «Рәсәй Федерацияһының иң яҡшы уҡытыусылары конкурсы еңеүсеһе». Рәсәй Федерацияһы президенты В. В. Путин грантын яулаусы (2007). Миҙалдары: Юбилей миҙалы «100 лет образования Республики Башкортостан» (2018), «Ал да нур сәс халҡыңа» миҙалы (2020).
- Суфиярова Рәйсә Кәрим ҡыҙы (17 май, 1949 йыл) — табип, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1997).
- Хәлимуллин Мәлик Рамазан улы (15 ғинуар, 1949 — 30 июль, 1995 йыл) — майор (1994 йыл), рота командиры. Хеҙмәт иткән: Байкал аръяғы хәрби округы Борзя ҡалаһы, Прибалтика хәрби округы Плунга ҡалаһы, Черняховск, Польшала Легница ҡалаһы, Латвия Балви ҡалаһы, Башҡортостанда Сибай ҡалаһы. Наградалары:
- Хәжимуллина Таңсулпан Ғәлиәкбәр ҡыҙы (7 июль, 1959 йыл) — башҡорт теле уҡытыусыһы, Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы (1996), «Мәғариф» өҫтөнлөклө милли проекты сиктәрендә «Рәсәй Федерацияһының иң яҡшы уҡытыусылары» конкурсы еңеүсеһе. Рәсәй Федерацияһы президенты В. В. Путин гранты (2009).
- Хужиев Йәнәхмәт Хужиәхмәт улы (11 февраль, 1927 йыл — 23 октябрь, 1985 йыл) — «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры, «Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн» миҙалы менән наградланған.
- Хужиева Әлифә Әләф ҡыҙы (13 ғинуар, 1958 йыл) — педагог, Халыҡ мәғарифы отличнигы (1992).
- Харисова Лидиә Ғалишан ҡыҙы (25 июль, 1952 йыл) — мәктәп директоры, Рәсәй Федерацияһының почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре (2006). Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы (1997).
- Шәйәхмәтова Хәйәт Мөғтәбәр ҡыҙы (15 апрель, 1921 йыл — 18 ноябрь, 2020 йыл) — терлексе. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры(1970).
- Шәйәхмәтов Суфый Әхмәтзыя улы (25 август, 1951 йыл — 18 ноябрь, 2020 йыл) — Самбо дзюдо буйынса юғары категориялы мастер — тренер, самбо көрәше буйынса СССР-ҙың, Рәсәйҙең спорт мастеры (1978), самбо буйынса СССР чемпионы, күп тапҡыр Башҡортостан Республикаһы чемпионы, «Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы тренеры» почёт билдәһе (2002), орден «За заслуги перед Родиной и Отечеством» Тыуған ил алдындағы хеҙмәттәре өсөн Рәсәй Әфғанстан ветерандары Союзы исеменән (2016), СССР-ҙың һәм Рәсәйҙең самбо көрәше буйынса 18 спорт мастерын, Рәсәй һәм донъя чемпиондарын тәрбиәләгән.
- Шафиҡов Фәүзәт Әхмәтнур улы (1 ғинуар, 1951 йыл) — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған транспорт хеҙмәткәре (2011).
- Шәрипова Фәүҡыйнур Әлтаф ҡыҙы (1934йыл) - урындағы шағирә, туғыҙ китап авторы
- Әбраров Фәрит Шәрип улы (18 февраль, 1962 йыл) — Почётлы фермер (2008), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2011).
- Әхҡәмова Йәмиғә Сәрүәр ҡыҙы (15 сентябрь, 1937 йыл — 25 октябрь, 1992 йыл) — башланғыс кластар уҡытыусыһы, Халыҡ мәғарифы отличнигы (1967). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1976).
- Әбрарова Илмира Хәлфәт ҡыҙы (6 июнь, 1965 йыл) — педагог, Рәсәй Федерацияһының Почетлы мәғариф хеҙмәткәре (2017).
Ҡарткиҫәк ауылының ерле һөйләше
үҙгәртергәҠарткиҫәк ауылының ерле һөйләшендә күп кенә һүҙҙәрҙең башында п өнө ҡулланыла: пысаҡ, песән, патша.
-р өнө алдынан әҙәби телдәге -өй урынына -ү килә: үрә — әҙәби телдә өйрә: үрәнеү — өйрәнеү, сүрәү -һөйрәү. Был фонетик күренеш төньяҡ-көнсығыш һөйләштәрҙә лә бар.
Шулай уҡ Ҡарткиҫәк ауыуылының ерле һөйләшендә танып һөйләшенә хас уртаҡ һыҙаттар ҙа осрай.
Мәҫәлән:
с өнө урынына ч өнө ҡулланыла: чабыу — әҙәби телдә сабыу, аҡчарлаҡ — әҙәби телдә аҡсарлаҡ, чабын — әҙәби телдә сабын, чығыу — әҙәби телдә сығыу;
Һ өнө ғәрәп-фарсы һүҙҙәрендә төшөп ҡалыусан: әйбәт — әҙәби телдә һәйбәт.
Һүҙ башында к, т өндәре килгән бер төркөм һүҙҙәрҙең беренсе ижегендә башҡорт телендәге ә өнө урынына татар телендәге и өнө килә: ким — кәм, кирәк- кәрәк, тирән- тәрән, киңәш — кәңәш.
Киң һуҙынҡылы -ай, -әй өн ҡушылмаларының ялғауҙарҙа, бигерәк тә ҡылым ялғауҙарында, һаҡланыуы бөтә төньяҡ-көнбайыш зонала осрай: ҡалмай, бармайым, килмәйем. Тик ошолай ҙа, нәҙек һүҙҙәрҙә -әйе- өндәр ҡушылмаһы тик бер и өнөнә күсһә, ҡалын һүҙҙәрҙәге -айы- тарая: килмим, әйтмим, бармыйм.
Шулай итеп, Асҡын районы Ҡарткиҫәк ауылының ерле һөйләше башҡорт теленең төньяк -көнбайыш диалекттың ҡариҙел һөйләшенә ҡарай. Ә ҡариҙел һөйләше күп кенә үҙенсәлектәре менән төньяҡ-көнсығыш һөйләштәренә һәм төньяҡ-көнбайыш диалектының танып һөйләшенә яҡын килә.
- Ҡарткиҫәк ауылы һөйләшенең төп үҙенсәлектәре
Һәр бер төбәктең тәбиғи үҙенсәлектәре бар, шулай уҡ төрлө ерҙә йәшәгән халыҡтың диалекты ла, ҡайһы районда йәшәүенә һәм уның һөйләш телмәренә ҡарап, айырыла. Диалекттағы һүҙҙәрҙең күбеһен дөйөм башҡорт теленә хас һүҙҙәр тәшкил итә. Бер диалект вәкиле икенсе диалект вәкиле менән иркен аралаша ала. Шулай ҙа айырым диалектарҙа ошо халыҡ өсөн аңлайышлы ғына һүҙҙәр ҙә бар.
Ҡарткиҫәк ауылы һөйләше менән әҙәби тел араһында айырма ҙур булмаһа ла үҙенсәлекле күренештәрҙе осратырға була. Ҡартҡиҫәк ауыл һөйләшенең фонетик, лексик һәм морфологик төп үҙенсәлектәрен өйрәнеп, тупланған диалект һүҙҙәрҙе әҙәби тел менән сағыштырып « Асҡын районы Ҡарткиҫәк ауылы ерле һөйләшенең сағыштырма һүҙлеге» төҙөлдө.
Фонетик үҙенсәлектәр:
Әҙәби телдәге һ, ҫ өндәре урынына с өнөн ҡулланыу характерлы. Әҙәби телдә һыйыр, һары, һандуғас, һөйләштә сыйыр, сары, сандуғас.
Тартынҡыларҙың сиратлашыуы:
с-һ: сүрәт — әҙәби телдә һүрәт;б-в: балчыҡ -әҙәби телдә валсыҡ (крошка);п-б: пима — әҙәби телдә быйма;
ф-п: туфраҡ -әҙәби телдә тупраҡ;д-ҙ: адашҡан — әҙәби телдә аҙашҡан;т-д: тигәнәк — әҙәби телдә дегәнәк
Һуҙынҡылар өлкәһендә ошондай сиратлашыуҙар осрай:'
а-ә: һөйләштә җан — әҙәби телдә йән;й-и: һөйләштә йылау — әҙәби телдә илау;и-ы, и-ә: жиһан — әҙәби телдә йыһан, чәчкә — әҙәби телдә сәсәкә;ө-ү: йөгерү — әҙәби телдә йүгереү ;ө-о: дөнья — әҙәби телдә донъя;
ө-е: төйәү — әҙәби телдә тейәү.
Морфологик үҙенсәлектәр:
Һүҙҙәрҙә -лар/-ләр, -нар/-нәр күплек ялғауҙары ҡулланыла: малайлар -әҙәби телдә малайҙар, күлләр — әҙәби телдә күлдәр, урманнар — әҙәби телдә урмандар,үләннәр — әҙәби телдә үләндәр;
Ҡылымдарҙа -де /-ды ялғауҙары : ашады -әҙәби телдә ашаны, китерде -әҙәби телдә килтерҙе;
Исемдәрҙә -да/-дә ялғауҙары: бакчада — әҙәби телдә баҡсала, кәбестәдә- әҙәби телдә кәбеҫтәлә;
Зат алмаштары төбәү килештә -ңа ялғауы менән ҡулланыла: аңа — әҙәби телдә уға;
Һорау алмашының ошондай варианттары бар: нәмә?, нәрсә? — әҙәби телдә нимә?;
Лексик үҙенсәлектәр:
туған-ҡәрҙәшлек терминдары түбәндәгеләр:
Әни, әңкәй, инәй — әҙәби телдә әсәй;әти, әткәй — әҙәби телдә атай;дәү әни, ҡартый, нәнәй- әҙәби телдә өләсәй;дәү әти, ҡартатай — әҙәби телдә олатай;абый — әҙәби телдә ағай;апа — әҙәби телдә апай
ҡош, йәнлек, бөжәк атамалары:
песи- әҙәби телдә бесәй;үрдәк — әҙәби телдә өйрәк;
йәшелсә, емеш-еләк, үҫемлек атамалары:
ҡыҙыл ҡарағат — әҙәби телдә бөрлөгән;гөлйемеш- әҙәби телдә әлморон;бәрәңге — әҙәби телдә картуф;гөмбә, мәшкә — әҙәби телдә- бәшмәк;
аҙыҡ-түлек атамалары:
әпи, ипи — әҙәби телдә икмәк;сөт өстө- әҙәби телдә ҡаймаҡ;
һауыт-һаба атамалары:
ҡашыҡ -әҙәби телдә ҡалаҡ;шәшке — әҙәби телдә сынаяҡ
Предмет, тәбиғәт күренештәре, тән өлөшө атамалары:
Азбар — әҙәби телдә һарай;ҡапсыҡ -әҙәби телдә тоҡ;яфраҡ — әҙәби телдә миндек;бишек — әҙәби телдә сәңгелдәк;борон- әҙәби телдә танау;сүмәлә — әҙәби телдә кәбән
Ғөмүмән, Ҡарткиҫәк ауылының ерле һөйләшенең һүҙлек составы барлыҡ тематик ҡатламдар буйынса ла башҡорт лексикаһына нигеҙләнгән. Тик шулай ҙа уның бары тик үҙенә генә хас специфик лексика һаҡланып ҡалғанлығы күренә.
Тирә — яҡ мөхит
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Книга4.Справочная книга. — Уфа: Китап, 1993. — 197 стр. 2022 йыл 12 апрель архивланған.
- Башҡорт теленең диалекттар һүҙлеге (Рәсәй Фәндәр академияһы. Өфө фәнни үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты). -Өфө: Китап, 2002. — 432 бит.
- Ишбулатов Н. Х. Башҡорт теле һәм уның диалекттары. — Өфө: «Китап», 2000. — 212 бит.
- Миржанова С. Ф. Северо-западный диалект башкирского языка. Уфа: Китап, 2006. — 300 стр.
- Шәкүр Р. Башҡорт диалектологияһы. Өфө: Китап, 2012. — 240 бит.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәВидеояҙмалар
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
- ↑ «Налог Белешмәһе» системаһында Ҡарткиҫәк ауылы
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Карткисяк на портале «Генеалогия и Архивы»
- Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий 2022 йыл 12 апрель архивланған.
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |