Ҡарамышев Сөләймән Батыргәрәй улы

Сөләймән Батыргәрәй улы Ҡарамышев — Башҡорт армияһы офицеры.

Сөләймән Батыргәрәй улы Ҡарамышев
Сөләймән Батыргәрәй улы Ҡарамышев
 
Тыуған: билдәһеҙ
Өфө губернаһы, Стәрлетамаҡ өйәҙе, Маҡар ауылы[1]
Үлгән: билдәһеҙ
билдәһеҙ

Биографияһы

үҙгәртергә

Ҡарамышев Сөләймән Батыргәрәй улы Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе Маҡар ауылында[1] тыуған. Сығышы менән башҡорт дворяндары нәҫеле Ҡарамышевтарҙан. Гәрәй, Мөхтәр, Әмир Ҡарамышевтарҙың бер туған ҡустыһы[2].

1918 йылдан Башҡорт армияһында офицер булып хеҙмәт итә[2].

1919 йылдың февралендә башҡорт ғәскәрҙәре һәм хөкүмәте ҡыҙылдар яғына сыҡҡандан һуң, башҡорт кавалерия частары составында эскадрон командиры булып хеҙмәт итә. 1919 йылдың июнендә Башҡорт ғәскәре Саранскиҙан Көньяҡ фронтҡа, Украинаға, Деникин армияһына ҡаршы һуғышҡа ебәрелә. А. Ш. Ярмуллин буйынса, Сөләймән Ҡарамышев Деникинға ҡаршы ҡанлы яуҙарҙың береһендә йәки 1919 йылдың көҙөндә Петроград фронтында Юденич армияһына ҡаршы һуғыштарҙа һәләк булған[3].

Ҡартатаһы — Йософ (Мөхәмәтйософ) Ибраһим улы Ҡарамышев, Башҡорт ғәскәре майоры[4];

Атаһы — Батыргәрәй Йософ улы Ҡарамышев, уҡытыусы;

Әсәһе — Кәбирә Әхмәтйән ҡыҙы Вәлидова;

Ағалары:

Апаһы — Рузидә, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының табибы[5].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә