Башҡортостан Граждандар һуғышы йылдарында
Башҡортостан Граждандар һуғышы йылдарында — хронологик яҡтан Рәсәйҙәге 1917—1922 йылдарҙағы Граждандар һуғышы менән бәйле булған Башҡортостан тарихындағы осор. Граждандар һуғышы (1917—1920) осорондағы Башҡортостан автономияһы (1917 йылдың 15 ноябрендә барлыҡҡа килә) һәм Башҡорт АССР-ы (1919 йылдың 20 мартында ойошторолған) территорияларының социаль-иҡтисади, хәрби, сәйәси хәле өйрәнелә[1].
Граждандар һуғышы башланыу ваҡытына Башҡортостан Башҡорт өлкә шуроһы иғлан иткән һәм Башҡортостан Ойоштороу съезы раҫлаған милли-территориаль автономияһы булып торған. Армия, хөкүмәт, парламент, дәүләт символикаһы булдырылған була. 1917 йылдың 16 ноябренән 1918 йылдың 14 февраленә тиклем Башҡортостандың баш ҡалаһы Ырымбур ҡалаһы була. Граждандар һуғышы барышында республика хакимиәтенең юғары органдары 1918 йылдың июнь — июль айҙарында Силәбе ҡалаһына[2][3], 1918 йылдың авгусында — Ырымбурға, Колчак түңкәрелешенән һуң 1918 йылдың декабренән — Темәскә күсерелә[4].
Башкортостандағы Граждандар һуғышының айырмалы үҙенсәлеге итеп Башҡорт, ҡаҙаҡ, татар милли хәрәкәттәренең[5], шулай уҡ Ырымбур һәм Урал казаклығының ҡатнашыуы, хәрби ғәмәлдәрҙең ҙур территорияларҙы, шул иҫәптән Башҡортостанды, биләүен билдәләп була. Хәрби частарҙың Аҡ йәки Ҡыҙыл армиялар яғында булыуы Башҡорт автономияһы етәкселегенең позицияһы менән билдәләнгән.
Социаль-иҡтисади хәле
үҙгәртергәБашҡортостан Республикаһы территорияһындағы Граждандар һуғышы башланыу осоронда яҡынса 1 220 мең кеше йәшәгән. Башҡортостан халҡының күпселеге ауыл хужалығы менән шөғөлләнгән. Өфө тирәһендә крәҫтиәндәр йәшелсәселек, сусҡасылыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙҙәренең продукцияһы менән Өфө баҙарҙарын тәьмин итәләр. Республикала булған файҙалы ҡаҙылмалар ятҡылыҡтары металлургия предприятиеларының үҫешенә булышлыҡ иткән.
Республикала национализациялау процесы бара. Беренсе сиратта хәрби-сәнәғәт предприятиелары национализациялана. 171 Рәсәй предприятиелар эсенән егермеһе Кесе Башҡортостанда һәм Өфө губернаһында була. Һуғыш хәрби — мобилизация сараларын талап итә һәм шуның өсөн ҡалаларҙа мәжбүри эштәрҙә хөкөм ителгән кешеләрҙе йәлеп итә башлайҙар. Ауыл ерҙәрендә ҡасаҡтарҙы эшкә ҡушалар. 1920 йылдың башына хеҙмәт милитаризациялауы республика халҡының бөтә ҡатламдарын да үҙ эсенә ала. Был саралар халыҡта ҡәнәғәтһеҙлек тыуҙыра, забастовкаларға, эшселәрҙең һәм крәҫтиәндәрҙең эш урынынан үҙ ирке менән китеүҙәренә, яртылаш хәрби отрядтарҙың ойошторолоуына этәрә.
Аграр өлкәлә Башҡортостанда 1919 йылдың ноябрь айына продразверстка индерелә. 1919—1920 йылдар эсендә республика продразверстканы 19,3 % үтәй — Урал буйынса аҙаҡҡы урын. Бындай һөҙөмтәләрҙең сәбәпсеһе булып Граждандар һуғышынан күргән зыян тора.
Аҡ хәрәкәттең милли частарына мобилизация Башҡорт хөкүмәте ҡарары буйынса 1918 йылдың июнендә башлана. Мобилизация мәсьәләләре менән Башҡорт ғәскәренең Штабы булыша. Башҡорт хөкүмәте бөтә милли хөкүмәттәр булдырған частар араһынан иң эре частарҙы булдырыуға өлгәшә. Өс ай эсендә (1918 йылдың июнь, июль, август айҙары) кавалерия һәм биш пехота башҡорт дивизиялары ойошторола. Һуңғараҡ улар Башҡорт айырым корпусының ике Башҡорт пехота дивизиялары составына инәсәк. Частарҙың командирҙар составында элек батша армияһында хеҙмәт иткән башҡорт офицерҙары күпселекте тәшкил итә (генерал — майор Х. Ишбулатов, подполковник Ш. Аҡсулпанов). Хәрби частарҙа полк муллалары вазифаһы индерелә.
Ҡыҙыл армия частарына мобилизация 1918 йылдың 7 — 11 июндә үтә. Ш. Ә. Хоҙайбирҙин командованиеһы аҫтында башҡорт-татар часы, төрөк әсирҙәренән торған отряд, мари полкы, латыш полкы булдырыла. Бында шулай уҡ полк муллалары вазифаһы индерелә, улар хәрби частарҙа тәртип һәм дисциплина тәьмин иткән политкомиссарҙар вазифаһын башҡаралар[6].
Хәрби ғәмәлдәр
үҙгәртергәКөньяҡ Уралда һуғыш Ырымбур губернаһы буйынса Ваҡытлы хөкүмәт комиссары Н. В. Архангельскийҙың һәм казак ғәскәрҙәре полкы Ырымбур хөкүмәте рәйесе А. И. Дутовтың 1917 йылдың 26 һәм 27 октябрендәге белдереүенән һуң башлана. Белдереүҙә Санкт-Петербургтағы Ваҡытлы хөкүмәттең юҡҡа сығарылыуына бәйле ВЦИК һәм СНК власына буйһонмау тураһында иғлан ителә. Эшселәр һәм һалдаттар депутаттарының Ырымбур советы ултырышҡа йыйылған сағында Каруанһарай ҡамауға алына. Совет ағзалары тотола, уларҙың бер өлөшө ҡасып өлгөрә.
1917 йылдың 23 декабрендә Ырымбур казак ғәскәренә ҡаршы хәрби ғәмәлдәр башлана. 1918 йылдың ғинуарында дутовсылар Ырымбур өйәҙенең Ҡарғалы ауылы янында уңышһыҙлыҡҡа тарый, ә һуңғараҡ Ырымбур ҡалаһы ла алына.
Мартта казак һәм башҡорт отрядтары Ырымбурҙы кире ҡайтарып алырға ҙур тырышлыҡ һалалар, әммә 1918 йылдың апреленә улар Блюхер отрядтары тарафынан Турғай өлкәһенең яландарына ҡыҫыҡлап сығарыла.
1918 йылдың 5 июлендә чехословак корпусы һәм Халыҡ Армияһы частары Өфөнө ала, ә 8 июлдә Минйәр стансаһы янында чехословактарҙың Силәбе һәм Волга төркөмдәре осраша. Башҡортостандың көньяҡ өлөшө В. К. Блюхер командованиеһы аҫтындағы совет отрядтары ҡамауында ҡалалар. 1918 йылдың 3 авгусында отрядтар төньяҡҡа Ҡыҙыл 3-се армия менән тоташыр өсөн рейдын башлай. Алыштар һөҙөмтәһендә 6000 меңлек ғәскәргә ҡамауҙан сығырға мөмкинлек тыуа, ошо рейд өсөн Блюхер 1-се һанлы Ҡыҙыл Байрағы ордены менән наградлана.
1918 йылдың йәйендә Силәбелә Башҡорт ғәскәре ойошторолоуы буйынса эш бара. 3 июлдә ойошторолған ғәскәр Ырымбур казактары менән берлектә һөжүм башлай һәм 3 июлдә ҡабаттан Ырымбурҙы һәм Ташкент тимер юлының бер өлөшөн яулап ала. Ошо хәрби хәрәкәттәрҙә Совет власы яғында Блюхер, И. Д. Каширин һәм Н. Д. Каширин командованиеһы аҫтындағы ғәскәрҙәр ҡатнаша. Уларға ҡаршы казактар, крәҫтиәндәр отрядтары, чехословак корпусы подразделениелары һәм Башҡорт ғәскәрҙәре һуғыша. 25 июлдә 1-се һәм 2-се Башҡорт пехота полктары Екатеринбург ҡалаһын алалар, ә 5-се Башҡорт пехота полкы һәм 1-се Башҡорт кавалерия дивизияһы ғәскәрҙәре Верхнеуральск аҫтында, 1-се һәм 4-се Башҡорт пехота полктары Орск тирәһендә һуғышалар.
1918 йылдың көҙөндә Халыҡ һәм Себер армиялары частары Ҡыҙыл армия ғәскәрҙәрен Волга аръяғына алып ташлайҙар.
Шул уҡ 1918 йылдың көҙөндә РККА ғәскәрҙәре һөжүмгә күсәләр һәм Бөгөлмә, Минзәлә, Боғорослан, Бәләбәй, Стәрлетамаҡ, Өфө, Бөрө, Ырымбур, Уральск, Орск ҡалаларын яулап алалар.
1918 йылдың 4 декабрендә Ырымбурҙа Дутовты ҡулға алыу буйынса әҙерләнеүҙәр уңышһыҙ тамаланғандан һуң, Башҡорт хөкүмәте Орск өйәҙенә эвакуациялана һәм башҡорт ғәскәрҙәренең Ҡыҙыл армия яғына күсеүе тураһында һөйләшеүҙәр башлай. «Үҙәк Совет власы һәм Башҡорт Хөкүмәтенең Совет Автономиялы Башҡортостан тураһында Килешеү»енә 1919 йылдың 20 мартында ҡул ҡуйыла. Ҡыҙылдар яғына Башҡорт ғәскәренең 6219 хәрбиҙәре күсә. Уларҙың бер өлөшө (400 кеше тирәһе) киренән аҡтар яғына сыға. Быға башҡорт яугирҙарынан мыҫҡыллауҙар, бер нимә менән дә нигеҙләнмәгән атып үлтереүҙәр сәбәпсе була. Хәрбиҙәрҙең күпселеген өйҙәренә ҡайтаралар йәки Ырымбур өлкәһенә һәм Саранск ҡалаһына йүнәлтәләр.
Башҡорт хөкүмәтенең Совет власы яғына күсеүе Ваҡытлы Бөтә Рәсәй хөкүмәте булдырылғандан һәм адмирал А. В. Колчак Юғары хаким булараҡ власҡа килгәндән һуң, башҡорттарҙың мәнфәғәттәрен иғтибарға алмауына бәйле була.
1919 йылдың йәйенә Башҡортостанда Башҡорт айырым кавалерия дивизияһы, Башҡорт айырым уҡсылар дивизияһы булдырыла. Урыҫ Армияһының айырым частары РККА яғына күсәләр. 1919 йылда ойошторолған РККА берләшмәләре Златоуст һәм Силәбе операциялары барышында Урыҫ армияһының частарын Себергә һәм төркөстанға алып ташлайҙар һәм шунда уларҙы ҡыйраталар.
Аҡ гвардиясыларҙы Көньяҡ Уралда, Башҡортостанда, ҡыйратҡандан һуң Совет власына ҡаршы көрәш 1920 йылда ла дауам итә. Иң эреләренән беренсе сиратта продотрядтарға ҡаршы йүнәлтелгән 1920 йылдың февраль — мартында күтәрелгән «Ҡарағош яуы» була.
Шулай уҡ ҡарағыҙ:
үҙгәртергәБашҡортостандағы Крәҫтиәндәр күтәрелеше (1918—1921), Башҡорт милли хәрәкәте, Башҡорт ғәскәре (1917—1919), Башҡорт ғәскәрҙәре төркөмө, Өфө операцияһы, Ҡарағош яуы.
Башҡорт хәрби формированиелары
үҙгәртергәГраждандар һуғышы барышында башҡорт милли частары Аҡ армия составында ла, Ҡыҙыл армия составында ла булдырылалар. 1918 йылдың июненән 1919 йылдың февраленә тиклем формированиеларҙың күпселеге Аҡ армия яғында һуғыша, ә 1919 йылдың июненән алып — РККА яғында.
1-се Башҡорт уҡсылар полкы
үҙгәртергә1-се Башҡорт уҡсылар полкы Башҡорт хөкүмәте төҙөгән беренсе регуляр ғәскәри часть була. Силәбелә 1918 йылдың 13 июнендә булдырылған. Полкта хәрби кейемдә билдәләрҙең яңы системаһы индерелә. Полк төрлө ваҡытта 1-се Урал пехота дивизияһы, 1-се Башҡорт уҡсылар дивизияһы, 2-се Башҡорт уҡсылар дивизияһы составтарына ингән. Ҡыҙыл армия частарына ҡаршы Орск, Екатеринбург, Стәрлетамаҡ, Аҡтүбә фронттарында һуғыша. 1919 йылда тарҡатыла.
Полк командирҙары: поручик Х. Туймаҡаев, подполковник И. Якубовский, штабс — капитан С. Ғ. Ишмырҙин, полк муллаһы — Х. Ғ. Ғәбитов.
1-се Башҡорт уҡсылар дивизияһы
үҙгәртергә1-се Башҡорт уҡсылар дивизияһы 1918 йылдың 13 авгусында Верхнеурал һәм Силәбе өйәҙҙәрендә формалаша. Дивизия начальниктары булалар: 1918 йылдың авгусынан — подполковник Тереғолов А. Х., ваҡытлыса вазифа бурыстарын башҡара 1918 йылдың сентябренән — Савельев, 1918 йылдың ноябренән алып — генерал-лейтенант Ишбулатов Х. И., 1918 йылдың ноябрь аҙағынан — генерал-майор Савич — Заболоцкий Г. А. , 1919 йылдың февраленән — штабс-капитан Ишмырҙин А. Г..
Дивизияға төрлө ваҡытта 2-се, 3-сө һәм 5-се Башҡорт уҡсылар полктары, 1-се һәм 4-се Башҡорт уҡсылар полкы,Иҙелбаев Ғ. С. исемендәге 2-се Башҡорт кавалерия полкының 2-се эскадроны ингән. Дивизия 1918 йылдың ноябрь айында — 10-сы дивизия, декабрҙә — 9-сы Башҡорт уҡсылар дивизияһы, һуңынан ҡабаттан Беренсе уҡсылар дивизияһы тип үҙгәртелә. Дивизия Халыҡ армияһы составына инә. Башҡорт хөкүмәте Совет власы яғына күскәндән һуң тарҡатыла.
2-се Башҡорт уҡсылар дивизияһы
үҙгәртергә2-се Башҡорт уҡсылар дивизияһы Ырымбурҙа 1918 йылдың 13 авгусында булдырыла. Дивизияның начальниктары төрлө ваҡытта: подполковник Емельянов А., поручик Набоков, штабс-капитан Ғәбиҙуллин А.
Дивизия 1-се һәм 4-се Башҡорт пехота полктарынан тора һәм Халыҡ армия составына инә. 1918 йылдың октябрендә тарҡатыла.
Һөҙөмтәләр
үҙгәртергәГраждандар һуғышы барышында республикала дәүләт хакимлығы органдары алышына. 1920 йылда Стәрлетамаҡта БАССР Советтарының 1-се съезы үтә. Съезда Башревком дәүләт хакимлығының юғары органы — Башҡортостан республикаһының Үҙәк Башҡармы комитеты — менән алмаштырылды.
Граждандар һуғышы республикаға аслыҡ, бөлгөнлөк, матди зыян, кешеләрҙең һәләк булыуын алып килде.
Кесе Башҡортостандың Табын, Тамьян-Ҡатай һәм Юрматы кантондарында 650 ауыл, шул иҫәптән ошо ауылдарҙа 7 мең крәҫтиән хужалыҡтары юҡҡа сығарылды. Яҡынса 157 мең кеше йорт — ҡураһыҙ ҡалды.
Өфө губернаһының бер генә Бәләбәй өйәҙендә 1 меңгә яҡын хужалыҡ емерелгән, 10 мең ат һәм мал башы кешеләрҙән тартып алына. Сәсеү майҙандары кәмей, заводтарҙан, фабрикаларҙан алып кителә йәки юҡҡа сығарыла ҡорамалар, күперҙәр емерелә[7], рудниктар батырыла.
1921-1922 йылдарҙа аслыҡ башлана. Уның һөҙөмтәһендә Башҡортостан халҡы 650 мең кешегә кәмей. Ошо шарттарҙа республикала халыҡ хужалығының тергеҙелеүе башлана.
1922 йылда Башҡорт автономиялы республика составына Өфө, Бөрө, Бәләбәй өйәҙҙәре, өлөшләтә Златоуст өйәҙе инәләр.
Хәтер
үҙгәртергәГраждандар һуғышында ҡатнашҡан Башҡорт милли һәм революцион хәрәкәттәре эшмәкәрҙәре иҫтәлегенә Башҡортостан Республикаһында урамдарға (Әхмәтзәки Вәлиди проспекты, Блюхер, Шафиев урамдары) һәм башҡорт ҡалаларындағы майҙандарға исемдәр бирелгән, музейҙар асылған, уларҙың иҫтәлегенә һәйкәлдәр һәм мемориаль таҡталар ҡуйылған.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Большая Башкирия включала территорию "Малой Башкирии без Яланского кантона, который был передан в состав Челябинской губернии и Белебеевский, Бирский, Уфимский уезды и часть Златоустовского уезда ликвидированной Уфимской губернии
- ↑ Статья «Башкирское Правительство» в «Энциклопедия: Челябинск»
- ↑ Башкорт. // Башкортостан: краткая энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 1996. — С. 163. — 672 с. — ISBN 5-88185-001-7.
- ↑ ныне Баймакский район Башкортостана
- ↑ К вопросу об особенностях тюрко-татарского национального движения в 1917—1918 годах
- ↑ Ватандаш / Соотечественник / Compatriot
- ↑ Мост
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Муртазин М. Л. Башкирия и башкирские войска в гражданскую войну. Л., 1927;
- Разгром колчаковщины на Урале. Сборник. Свердловск, 1939;
- Болтин Е. А. Контрнаступление Южной группы Восточного фронта и разгром Колчака. М., 1949;
- Таняев А. Колчаковщина на Урале (1918—1919 гг). Свердловск, 1930.
- Таймасов Р. С. Участие башкир в гражданской войне. Кн. 1. В лагере контрреволюции (1918 — февраль 1919 гг.). — Уфа, 2009. — С. 133.
- Аминев З. А. Октябрьская социалистическая революция и гражданская война в Башкирии. Уфа, 1966;
- Юлдашбаев Б. Х. Новейшая история Башкортостана. Уфа, 1995.
- История Башкортостана в ХХ веке. Учебник для студентов вузов. под. ред. М. Б. Ямалова, Р. З. Алмаева. — Уфа: Изд-во БГПУ, 2007.
- Багаутдинов Р. О. Участие башкир в Белом движении (1917—1920). — Уфа, 2009.
- История башкирского народа: в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов; Ин-т истории, языка и литературы УНЦ РАН. — Уфа: Гилем, 2010. — Т. V. — 468 с.
- Кульшарипов М. М. Башкирское национальное движение (1917—1921 гг.). — Уфа: Китап, 2000. — 364 с.
- Муртазин М. Л. Башкирия и башкирские войска в Гражданскую войну. — М.: Инсан, 2007. — 208 с.
- Национально-государственное устройство Башкортостана (1917—1925): документы и материалы в 4-х томах / сост. Б. Х. Юлдашбаев. — Уфа: Китап, 2002.
- Ярмуллин А. Ш. Институт полковых мулл в башкирских войсках в годы Гражданской войны // Проблемы востоковедения. — 2010. — № 3 (49). — С. 76—81. — ISSN 2223-0564.
- Ярмуллин А. Ш. Башҡорт армияһы тарихынан. Өфө, 2012.
- Энциклопедия «Военная история Башкир». Уфа. Изд. Башкирская энциклопедия. 2013. ISBN 978-5-88185-076-0