Әмир Ҡарамышев исемендәге 1-се Башҡорт кавалерия полкы
Әмир Ҡарамышев исемендәге 1-се Башҡорт кавалерия полкы — Рәсәйҙәге Граждандар һуғышы осорондағы Башҡорт армияһының хәрби формированиеһы.
1-се Башҡорт кавалерия полкы | |
Ғәмәлдә булған йылдары | |
---|---|
Ил | |
Бойһонған | |
Составында | |
Тип | |
Функция |
автономия мәнфәғәттәрен яҡлау |
Ҡатнашҡан хәрби бәрелештәр | |
Командирҙары | |
Билдәле командирҙары |
Ә. Б. Ҡарамышев, Ганага, М. Б. Ҡарамышев, М. Л. Мортазин |
- | |
Тарихы
үҙгәртергә1918 йылдың яҙында Ә. Б. Ҡарамышев етәкселегендә Верхнеурал өйәҙендә Тамьян-Ҡатай партизан отряды булараҡ булдырыла, июль айында 1-се Башҡорт кавалерия полкы тип үҙгәртелә.
1918 йылдың ғинуарында Башҡорт хөкүмәтенең ҡушыуы буйынса Ғ. Иҙелбаев һәм Ғ. Мағазов һәм башҡа офицерҙар менән берлектә 1-се Башҡорт полкын ойоштороу буйынса Башҡортостан автономияһының Бөрйән-Түңгәүер кантоны Баймаҡ ауылында (хәҙер Баймаҡ ҡалаһы) эш алып бара. Ырымбурҙа Башҡорт хөкүмәте ҡулға алынғандан һуң Орскиҙан килеп еткән ҡыҙылгвардиясылар отряды башҡорт отрядын тарҡатып ебәрә, Ҡарамышев таулы ерҙәрҙә башҡорт партизан отрядтарын йыйыу менән мәшғүл була.
Июль айында Ә. Б. Ҡарамышев полк командиры итеп тәғәйенләнә.
1918 йылдың сентябренә полк составына дөйөм һаны 400 ҡылыстан торған 4 эскадрон инә. Полк Башҡорт айырым корпусы составына индерелә, корпус бөтөрөлгәндән һуң — Башҡорт хөкүмәте, декабрь айынан — «Стәрлетамаҡ фронтының Башҡорт көстәре» оператив хәрби төркөмө ҡарамағында була.
1919 йылдың ғинуарынан полк 2-се Башҡорт уҡсылар дивизияһының Башҡорт корпусына инә, Башҡорт хөкүмәтенең Советтар яғына күскәненән һуң 20-ce Пенза уҡсылар дивизияһы командующийы буйһоноуында була.
1919 йылдың март айы аҙағында Ҡыҙыл армияһы яғынан Башҡорт корпусы һәм башҡорт халҡы репрессияларға дусар булғандан һуң, аҡтар яғына күсә. Граждандар һуғышы барышында 1918 йылдың йәй көндәрендә Верхнеурал фронтында — В. К. Блюхер етәкселегендәге берләшкән Урал отрядына, 1918 йылдың декабрендә Стәрлетамаҡ фронтында РККА-ның 1-се армияһы частарына ҡаршы алыштарҙа ҡатнаша.
1919 йылдың июнь-июль айҙарында Башҡорт айырым кавалерия бригадаһына инә, 1919 йылдың авгусынан ҡабаттан РККА составына ҡайтарыла.
Әмир Ҡарамышев вафат булғандан һуң (август башында үпкә ауырыуы көсәйеүе арҡаһында Мейәс ҡалаһы госпиталенә һалалар, 1918 йылдың 7 авгусында шунда вафат була) 1918 йылдың октябрендә Башҡорт ғәскәри идаралығының фарманы менән 1-се Башҡорт кавалерия полкына ҡаһарман сардарҙың исеме бирелә. Уның урынына полк командиры итеп ҡустыһы Мөхтәр Ҡарамышев тәғәйенләнә. 1918 йылдың аҙағындағы — 1919 йылдың башындағы документтарҙа 1-се кавалерия полкы «Ротмистр Ҡарамышев исемендәге Башҡорт кавалерия полкы» («1-й Башкирский кавалерийский имени ротмистра Карамышева полк»), — тип телгә алына[1].
Полк командирҙары
үҙгәртергә- ротмистр Ә. Б. Ҡарамышев (июль 1918);
- хорунжий Ганага (август 1918);
- ротмистр М. Б. Ҡарамышев (сентябрь 1918);
- корнет М. Л. Мортазин (ғинуар-июнь 1919);
- Полк муллаһы Бәхтийәров (ноябрь 1918).
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- Военная история башкир. Энциклопедия. Уфа, «Башкирская энциклопедия», 2013, 205—206, 286 бит.
- [2] 37 - 45 бит.