1-се Башҡорт уҡсылар полкы
1-се Башҡорт уҡсылар полкы (1918 йылдың 25 октябренә тиклем — 1-се Башҡорт пехота полкы) — Башҡорт хөкүмәтенең тәүге регуляр хәрби формированиеһы.
1-се Башҡорт пехота полкы | |
Ғәмәлдә булған йылдары | |
---|---|
Ил | |
Бойһонған | |
Составында | |
Тип | |
Функция |
автономия мәнфәғәттәрен яҡлау |
Ҡатнашҡан хәрби бәрелештәр | |
Командирҙары | |
Билдәле командирҙары |
Х. Туймаҡаев, И. Якубовский, С. Ишмырҙин |
- | |
Тарихы
үҙгәртергә1-се Башҡорт пехота полкы Башҡорт хәрби шураһының 1918 йылдың 13 июнендәге приказына ярашлы Силәбе ҡалаһында Мосолман ирекле отряды нигеҙендә ойошторола[1].
Ырымбур ҡалаһы ул ваҡыттағы Башҡортостан автономияһының хәрби-сәйәси үҙәге Силәбенән алыҫ булғанға күрә, Башҡорт хөкүмәтенең хәрби-ойоштороу мәсьәләләр буйынса вәкәләттәре Ырымбур хәрби бүлегенә бирелә. Был хәрби бүлек 4-се Башҡорт пехота полкын төҙөү менән етәкселек итә, уны бөтә кәрәк-яҡтар һәм офицер кадрҙары менән тәьмин итә. 4-се Башҡорт пехота полкы Башҡорт айырым корпусының 2-се Башҡорт пехота дивизияһы составына инә[1].
1918 йылдың июленән 1-се Урал пехота дивизияһы составында була. 1918 йылдың авгусында Башҡорт хөкүмәте менән бергә Ырымбурға күсә, бында 2-се Башҡорт пехота дивизияһы составына инә.
1918 йылдың 25 октябрендә 1-се Башҡорт пехота полкына «уҡсылар» атамаһы бирелә. 1918 йылдың ноябрендә 2-се Башҡорт уҡсылар дивизияһы таратылғас, 1-се полк 1-се Башҡорт уҡсылар дивизияһы составына керә[1].
Адмирал А. В. Колчак власҡа килгәндән һуң, 1918 йылдың 20 ноябрендә Юғары баш командующий штабының приказына ярашлы 1-се Башҡорт уҡсылар дивизияһын 10-сы уҡсылар дивизияһы тип үҙгәртелә, ә 1-се Башҡорт полкына 37-се номер бирелә.
1919 йылдың 9 ғинуарында Башҡорт ғәскәренең штабы полкка элекке номерын ҡайтара.
Рәсәйҙә Граждандар һуғышы барышында 1-се Башҡорт уҡсылар полкы Екатеринбург (1918 йылдың июнь-авгусы) һәм Стәрлетамаҡ (1918 йылдың декабре — 1919 йылдың феврале) фронттарында Ҡыҙыл Армияһы частарына ҡаршы алыштарҙа ҡатнаша.
1919 йылдың февралендә Башҡорт хөкүмәте һәм армияһы Совет власы яғына күскәндән һуң, полк таратыла[1].
Айырыу билдәләре
үҙгәртергә1918 йылдың 14 июнендә Башҡорт хөкүмәтенең ҡарары буйынса полк яугирҙарының хәрби формаһында милли айырмалыҡ системаһы индерелә. Һул еңдә күк төҫтәге ҡалҡан рәүешендә билдә (киңлеге яҡынса 9 см, оҙонлоғо 11 см) беркетелә, ҡалҡандың түбәнге өлөшөндә полктың номеры, ә уртаһында көмөш ярым ай ҡуйыла. Көмөш ярым ай өҫтөндә хәрби званиеларҙың айырмалыҡ билгеләре урынлаштырыла: офицерҙарҙа — йондоҙҙар (званиеға ярашлы, штаб-офцерҙарҙа алтын төҫтә, обер-офицерҙарҙа көмөш төҫтә); ефрейторҙар, кесе һәм өлкән унтер-офицерҙар көмөш уҡа, ә подпрапорщиктар — алтын уҡа сиккән. Баш кейемендә кокарда урынына чехословак корпусында кеүек күк таҫма беркетелә.
1918 йылдың 14 июнендә ҡабул ителгән 1-се Башҡорт пехота полкының билдәләре | |||||
---|---|---|---|---|---|
Һалдаттар һәм кесе командирҙар | |||||
Рядовой | Ефрейтор | Бомбардир | Унтер-офицер | Фельдфебель | Подпрапорщик |
Обер-офицерҙар | Штаб-офицерҙар һәм генералдар | ||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|
Поручик | Штабс-капитан | Капитан | Подполковник | Полковник | Генерал-майор | Генерал-лейтенант | «Тулы» генерал |
Командирҙары
үҙгәртергә- поручик Харис Туймаҡаев (1918 йылдың июне — 1918 йылдың сентябре)
- подполковник Ибраһим Якубовский (1918 йылдың сентябре — 1919 йылдың ноябре)
- штабс-капитан Сөләймән Ишмырҙин (1918 йылдың ноябре — 1919 йылдың феврале)
1918 йылдың ноябренән Хәбибулла Ғәбитов был хәрби формированиеһында полк муллаһы булып хеҙмәт итә.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 Таймасов Р. С. 1-й Башкирский пехотный полк // Военная история башкир: энциклопедия / гл. ред. А. З. Асфандияров. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2013. — 432 с. — ISBN 978-5-4466-0040-3.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Багаутдинов Р. О. Участие башкир в Белом движении (1917—1920). — Уфа, 2009.
- Таймасов Р. С. Участие башкир в Гражданской войне: книга первая. В лагере контрреволюции (1918 — февраль 1919 гг.). — Уфа, 2009. — 200 с. — ISBN 978-5-7477-2159-3.
- Ярмуллин А. Ш. Башҡорт армияһы тарихынан. — Өфө: Китап, 2012. — 277 с. — ISBN 978-5-295-05503-4.