Ҡарамышев Йософ Ибраһим улы

Йософ (Мөхәмәтйософ) Ибраһим улы Ҡарамышев (1825 йылдың Стәрлетамаҡ өйәҙе Маҡар ауылы — ?) — кантон башлығы, ғәскәри старшина (1859). Ҡарамышевтар нәҫеленән.

Йософ (Мөхәмәтйософ) Ибраһим улы Ҡарамышев
 
Тыуған: 1825({{padleft:1825|4|0}})
Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе Маҡар ауылы[1]
Үлгән: билдәһеҙ
билдәһеҙ
 
Хәрби хеҙмәт
Звание: кантон башлығы, ғәскәри старшина
Бәрелештәр: Коканд походтары (1852, 1853)
 
Наградалары:
III дәрәжә Изге Анна ордены
III дәрәжә Изге Анна ордены
III дәрәжә Изге Станислав ордены
III дәрәжә Изге Станислав ордены
«1853—1856 йылдарҙағы һуғыш иҫтәлеге» миҙалы

Биографияһы

үҙгәртергә

1825 йылдың Ырымбур губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе Маҡар ауылында[1] тыуған. Сығышы менән Ҡарамышевтар башҡорт дворяндары нәҫеленән.

1852, 1853 йылдарҙа Коканд походтарында ҡатнаша. 1851 йылдың 8‑се башҡорт кантоны башлығы, 1852 йылда алып Башҡорт-мишәр ғәскәре командующийы канцелярияһында столоначальник ярҙамсыһы.

1856 йылда апрелендә башлап һәм 1859 йылдыүң алып 27‑се башҡорт кантонында хеҙмәт итә, 1856 йылда октябрҙә — Һырдаръя сик һыҙығының Перовский фортында башҡорт командаһы начальнигы. 1858 йылда алып 1‑се фортта Һырдаръя ҡырғыҙҙары буйынса Сит ил эштәре министрлығының өлкән чиновник ярҙамсыһы вазифаһын башҡарыусы. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.

Улдары:

Бүләктәр

үҙгәртергә
  • 3-сө дәрәжә Изге Анна ордены (1853)
  • 3-сө дәрәжә Изге Станислав ордены (1856)
  • «1853—1856 йылдарҙа Көнсығыш һуғышы иҫтәлегенә» миҙалы менән бүләкләнгән.

Башҡорт халыҡ маршы «Ҡарамышев» («Йосоп майор») Ҡарамышев бағышланған.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә