Ҡарамышевтар — башҡорт дворяндар нәҫеле. Стәрлетамаҡ өйәҙе Маҡар ауылындан (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ишембай районы) башҡорттары. Ҡарамышевтар нәҫеле Өфө губернаһы дворян нәҫел тарихы китабына яҙылған.

Билдәлеләре үҙгәртергә

Нәҫелде башлап ебәреүсе — Ҡармыш баба.

Иң билдәлеләре:

  • Байслан Аҡкөбәк улы Ҡарамышев, йорт старшинаһы. Урыҫ-швед һуғышында (1788—1790) ҡатнаша. Ҡылыс менән бүләкләнә;
  • Рәхмәтулла Әбделкәрим улы Ҡарамышев (1804—?), зауряд-хорунжий (1841). 1820 йылдаң алып 8‑се башҡорт кантонында хеҙмәттә. 1830—1831 йылдарҙа поляк ихтилалы ваҡытында 4‑се башҡорт полкында, 1840 йылда Башҡорт-мишәр ғәскәре командующийы канцелярияһында, 1855 йылда алып 27‑се башҡорт кантонында хеҙмәт итә. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ;
  • Ғөбәйҙулла Ниғмәтулла улы Ҡарамышев (1801—?), зауряд-хорунжий (1854). 1821 йылда башлап 8‑се башҡорт кантонында хеҙмәттә. 1824, 1830, 1833, 1841 йылдарҙа Ырымбур сик һыҙығында, 1838 йылда Башҡорт уҡыу полкында хәрби хеҙмәт үтәй, 1846—1853 йылдарҙа йорт старшинаһы, 1855 йылдан алып 27‑се башҡорт кантонында хеҙмәттә. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ;
  • Байслан Аҡкөбәк улы Ҡарамышев улдарынан айырыуса билдәлеһе Ибраһим Байслан улы Ҡарамышев (1802—1868), зауряд-сотник (1833). 1819 йылда башлап 8‑се башҡорт кантонында хеҙмәттә, 1836 йылда — йорт старшинаһы, 1842 йылда — кантон башлығы ярҙамсыһы. 1849—1852 йылдарҙа Башҡорт-мишәр ғәскәренең умартасылыҡ заводында күҙәтсе. 1830 йылда Ырымбур сик һыҙығында, 1855 йылда алып 27‑се башҡорт кантонында хеҙмәттә. Каруанһарайҙы төҙөүҙә ҡатнаша.

Уның улдарынан айырыуса билдәлеләре: Йософ (Мөхәмәтйософ) Ибраһим улы Ҡарамышев;

  • Ғүмәр Ибраһим улы Ҡарамышев (1836—1915). Неплюев кадет корпусын тамамлаған. Стәрлетамаҡ һәм Ырымбур ҡалалар полиция идаралығында хеҙмәт итә, һуңыраҡ сауҙа менән шөғөлләнә. Әрмет-Рәхим ауылы мәҙрәсә һалдыра, Көҙән ауылы (икеһе лә — Стәрлетамаҡ өйәҙе; хәҙерге Ишембай районы) һәм «Рәсүлиә» (Троицк ҡалаһы) мәҙрәсәләренә аҡсалата ярҙам күрһәтә. Йософ Ибраһим улы Ҡарамышев улдары: Солтангәрәй Йософ улы Ҡарамышев (1844—1916), Стәрлетамаҡ өйәҙе Маҡар улусы старшинаһы. Неплюев кадет корпусын тамамлаған. Хәрби хеҙмәттә була, артабан сауҙа менән шөғөлләнә;
  • Батыргәрәй Йософ улы Ҡарамышев, Ҡазан татар уҡытыусылар мәктәбен тамамлаған. Урыҫ-башҡорт училищеларында, һуңыраҡ Маҡарҙа уҡыта.

Уның улдарынан айырыуса билдәлеләре:

Хәтер үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә