5-се Башҡорт уҡсылар полкы

1918 йылдың июль аҙағында Верхнеурал өйәҙе башҡорттарынан ойошторола

5-се Башҡорт уҡсылар полкы (рус. 5-й Башкирский стрелковый полк) — 1918 йылдың июль аҙағында Башҡорт хәрби советы приказы буйынса Верхнеурал өйәҙе башҡорттарынан 5-се Башҡорт пехота полкы булараҡ ойошторола[1].

5-се Башҡорт уҡсылар полкы
Нигеҙләү датаһы 1918
Дәүләт  Рәсәй
Ойоштороу-хоҡуҡ формаһы Войсковая часть[d]
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй

1918 йылдың 25 октябренән 5-се Башҡорт уҡсылар полкы, 20 ноябрҙән Юғары баш командующий штабының приказы буйынса 40-сы Башҡорт уҡсылар полкы, 1919 йылдың 9 ғинуарынан Башҡорт ғәскәрҙәре штабы приказына ярашлы Бишенсе Башҡорт уҡсылар полкы тип атала. Полкта 500-гә яҡын яугир иҫәпләнә. 1918 йылдың авгусынан 1-се Башҡорт уҡсылар дивизияһы, 1919 йылдың ғинуарынан 2-се Башҡорт уҡсылар дивизияһы составына инә.

Граждандар һуғышы осоронда Верхнеурал, Аҡтүбә һәм Стәрлетамаҡ фронттарында Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһына (РККА) ҡаршы һуғыша[2]. Башҡорт хөкүмәте һәм ғәскәре Совет республикаһы яғына сыҡҡас, 5-се Башҡорт уҡсылар полкы таратыла.

Полк командирҙары:

  • прапорщик Ғ. Ғ. Тағанов (1918 йылдың июленән полк командиры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы)[3]
  • подполковник Цветков (1918 йылдың авгусынан 1919 йылдың ғинуарына тиклем)
  • штабс‑капитан Ҡ. Н. Низаметдинов (1918 йылдың октябренән)
  • поручик Мозафаров (1918 йылдың декабренән).

Полк муллаһы — Бәхтийәров (1918 йылдың 8 ноябренә тиклем)[4].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • Национально‑государственное устройство Башкортостана (1917—1925 гг.): док. и материалы. В 4 т. Т.2. Ч.1. Уфа, 2002;
  • А. А. Ва­лидов — организатор автономии Башкортостана. У истоков федерализма в России (1917—1920): сб. док. и материалов. В 2 ч. Ч.1. Уфа, 2005.
  • Таймасов Р. С. Участие башкир в Гражданской войне. Кн.1. В лагере контрреволюции (1918 — февраль 1919 гг.). Уфа, 2009.