Хәбир

башҡорт ир-ат исеме

Хәбир — төрки телле халыҡтарға ғәрәптәрҙән ингән ир-ат исеме.

Хәбир

Этимологияһы үҙгәртергә

Хәбир исеме башҡорт теленә ислам дине йоғонтоһонда ғәрәп теленән килгән, ғәр. — белекле, белеүсе мәғәнәһенә эйә. Хәбирйән ғәр., фарс. тигән варианты ла «белекле» тигәнде аңлата[1].

Билдәле кешеләр үҙгәртергә

Ғәлимов Хәбир Латип улы (5 февраль 1905 йыл — 20 февраль 1996 йыл) — башҡорт опера йырсыһы (драматик тенор). РСФСР-ҙың (1947) һәм Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1942).

Мостафин Хәбир Өмөтҡужа улы (1891, Бөрйән районы Мәҡсүт ауылы — 1966, Мәҡсүт ауылы) —— башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, әүлиә.

Сөләймәнов Хәбир Ғибәҙәт улы (17 декабрь 1980 йыл) — башҡорт спортсыһы, профессионал боксёр. Бөтә донъя бокс берлегенең алтын билбауын яулаусы һәм «WBO NABO вакант» титулын алыусы. Кикбоксинг буйынса донъя, бокс буйынса Нью-Йорк ҡалаһы чемпионы.

Дауытов Хәбир Кәрим улы (2 июнь 1936, Башҡорт АССР-ның Күгәрсен районы Аралбай ауылы) — Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзаһы (1999). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сауҙа хеҙмәткәре.

Сәғәҙиев Хәбир Әхмәтдин улы (рус. Сагадиев Хабир Ахметдинович 1905 йыл — 19 сентябрь (башҡа мәғлүмәттәр буйынса ноябрь) 1943 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы. Белоруссия ерҙәрендә барған яуҙа хәбәрһеҙ юғала.

Мусин Хәбир Хәләф улы (рус. Мусин Хабир Халяфович) (26 апрель 1950 йыл) — совет һәм партия эшмәкәре, 1991 йылдан Миәкә районы халыҡ депутаттары советының рәйесе — Миәкә районы администацияһы башлағы, Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының халыҡ мәғарифы, фән, мәҙәниәт, милли һәм интернациональ традициялар, тарихи мираҫты һаҡлау мәсьәләләре буйынса комиссия ағзаһы. 1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың уникенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты.

Самохужин Хәбир Шаһи улы (18 апрель 1930 йыл — 5 сентябрь 1998 йыл; Башҡорт АССР-ы (хәҙерге Силәбе өлкәһе) Арғаяш районы Әбдер ауылы) — Социалистик Хеҙмәт Геройы.

Фамилиялар үҙгәртергә

Хәбиров Сәйфулла Хәлил улы (30 ғинуар, 1905, Абҙан, Архангел районы- 27 июнь, 1984 йыл, Өфө)-112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, полковник. Дивизияның 148-се артиллерия һәм миномет полкы командиры. Ленин, Хәрби Ҡыҙыл Байраҡ, I дәрәжә Ватан һуғышы, III дәрәжә Кутузов, Александр Невский, Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары кавалеры.

Хəбиров Радий Фəрит улы (20 март 1964 йыл) — Рәсәйҙең дәүләт эшмәкәре, сәйәсмән. 2019 йылдың 19 сентябренән — Башҡортостан Республикаһы Башлығы. Хоҡуҡ белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Юридик фәндәр кандидаты (1998). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы (2008). Александр Невский ордены кавалеры (2021).

Хәбиров Фәрит Барый улы (1 ғинуар 1930 йыл — 29 июнь 2003 йыл) — педагог, дәүләт хеҙмәткәре. БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы (1986), РСФСР-ҙың атҡаҙанған һөнәри‑техник белем биреү уҡытыусыһы (1991), Луначарский исемендәге премия лауреаты (1991). «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында маҡтаулы хеҙмәте өсөн», «Хеҙмәт ветераны» миҙалдары менән бүләкләнгән (1995).

Хәбиров Илдус Хәйбулла улы (10 октябрь 1935 йыл — 29 май 2007 йыл) — балет артисы, балетмейстер, педагог. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы. Бөтә Союз балет артистары конкурсы (1957), Бөтә Рәсәй эстрада артистары конкурсы (1963; икеһе лә — Мәскәү) лауреаты.

Хәбиров Әнғәм Хәйбрахман улы (6 сентябрь 1936 йыл) — юғары мәктәп ветераны, ғалим-әҙәбиәт белгесе, тәнҡитсе. 1997 йылдан Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союздары ағзаһы. 1966—2013 йылдарҙа Бөрө дәүләт педагогия институты һәм Бөрө социаль-педагогия академияһы (хәҙер Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалы) уҡытыусыһы. Филология фәндәре кандидаты (1972). РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1977), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2006). Назар Нәжми исемендәге (2008), Фәтих Кәрим исемендәге (2011) премиялар лауреаты. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1986).

Атаһының исеме үҙгәртергә

Ҡоҙаяров Ғабдулла Хәбир улы (7 июнь 1899 йыл14 сентябрь 1984 йыл) — ғалим-офтальмолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Медицина фәндәре докторы (1962), профессор (1962), РСФСР-ҙың (1973) һәм Башҡорт АССР-ының (1967) атҡаҙанған фән эшмәкәре, РСФСР‑ҙың (1957) һәм Башҡорт АССР-ының (1940) атҡаҙанған табибы. Ленин (1961) һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1949) ордендары кавалеры. Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (1969).

Заһитов Рәүис Хәбир улы (19 ноябрь 1948 йыл) — башҡорт театр актёры. 1985 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (1998), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған (1984) һәм халыҡ артисы (1989).

Мәҙәниәт үҙгәртергә

ХәбирТуфан Миңнуллиндың «Һөйөү гонаһмы?» пьесаһы персонажы.

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

Хәбир Ғәлимов музейы

Сығанаҡтар үҙгәртергә


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ

Әҙәбиәт үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә