Дауытов Хәбир Кәрим улы

Дауытов Хәбир Кәрим улы (2 июнь 1936, Башҡорт АССР-ның Күгәрсен районы Аралбай ауылы) — Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзаһы (1999). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сауҙа хеҙмәткәре.

Дауытов Хәбир Кәрим улы
Тыуған көнө

2 июнь 1936

Тыуған урыны

Башҡорт АССР-ы Күгәрсен районы Аралбай ауылы)

Вафат булған көнө

1999

Гражданлығы

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге

шағир

Наградалары һәм премиялары

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сауҙа хеҙмәткәре.

Зәйнәб Биишева исемендәге премия лауреаты (2005).

Биографияһы

үҙгәртергә

Дауытов Хәбир Кәрим улы 1936 йылдың 2 июнендә Башҡорт АССР-ның Күгәрсен районы Аралбай ауылында күп балалы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Уның баласағы ауыр һуғыш йылдарына тура килә. 1941 йылда атаһы һуғышҡа китә. Әсәһенең ҡарамағында ете бала ҡала[1].

Хәбир Дауытов бәләкәй саҡтан уҡытыусы булырға теләй. Ауырлыҡтарға ҡарамайынса, тыуған ауылында башланғыс мәктәпте тамамлағандан һуң, Йомағужа урта мәктәбендә уҡыуын дауам итә. Башҡорт педагогия институтына конкурс буйынса үтә алмай һәм Башҡорт кооператив техникумына уҡырға инә, уны уңышлы тамамлай (1959). Һуңғараҡ Мәскәү дәүләт сауҙа институтында юғары белем ала[1].

40 йылдан ашыу Башпотребсоюз аппаратында эшләй[2]. Сельпоның ябай хеҙмәткәренән республика потребсозы етәксеһе дәрәжәһенә тиклем күтәрелә.

Ижад юлы

үҙгәртергә

Әҙәби ижад менән Хәбир Дауытов 1990-сы йылдар башында шөғөлләнә башлай, уның беренсе хикәйәләре һәм новеллалары тап ошо йылдарҙа республика матбуғаты биттәрендә сыға башлай. Башҡорт телендә яҙылған һәм Башҡорт китап нәшриәтендә баҫылған тәүге китабы — «Болотһоҙ күкрәү» повесы 1992 йылда донъя күрә. Тиҙҙән Х. К. Дауытовты Республика Яҙыусылар союзына алалар. Артабан «Гром небесный» (1993), «Йәшлек ҡотоғо» (1999) китаптары сыға.

1996 йылда рус телендә «Китап» нәшриәтендә «Гром небесный» әҙәби йыйынтығы сыға, уның эсенә ошо уҡ исемле повесть һәм хикәйәләр инә. Артабан шул уҡ нәшриәттә башҡорт телендә «Кладезь мудрости» хиәкәйәләр йыйынтығы баҫтырыла. 2002 йылда уҡыусылар хөкөмөнә Хәбир Дауытов үҙенең ҙур күләмле ижад емешен тәҡдим итә — «Намыҫ һәм ҡомһоҙлоҡ» («Честь и алчность») романы. 2005 йылда роман Фәиз Хәкимовтың талантлы тәржемәһендә рус телендә донъя күрә[1].

Шулай уҡ Дауытов «Йондоҙҙарға сәйәхәт» («Путешествие в звезды») китабында үҙен мажаралы сюжеттар ҡора белгән һәләтле яҙыусы-фантаст итеп күрһәтә алды. Тағы ла бер романы — «Ҡомһоҙлоҡ» («Жадность»). Үҙенең тыуған ауылы Аралбайҙа мәғлүмәттәр йыйған саҡта яҙыусы күп көс һәм ваҡытын сарыф итә. Баҫма бөтә Күгәрсен районы өсөн күҙгә күренерлек ваҡиға була.

Хәбир Дауытовтың әҫәрҙәре өсөн ваҡиғаларҙың тормошсанлығы һәм таныусанлығы, сағылдырған коллизияларҙың дөрөҫлөгө һәм типиклығы, геройҙарҙы һүрәтләүҙә тапҡырлыҡ хас. Яҙыусы теманы асыу өсөн художестволы сараларҙың барыһын да ҡуллана. Һөйләү телен яҡшы белеүе, һүҙ байлығы, урындағы колоритты оҫта файҙалыныуы уға ныҡ ярҙам итә.

Маҡтаулы исемдәре һәм наградалары

үҙгәртергә

Хәбир Даутовтың биографияһы һәм ижады «Башҡорт ере яҙыусылары» белешмәһенә, Күгәрсен үҙәкләштерелгән китапхана системаһы һәм «Башҡортостан Республикаһының әҙәби картаһы» сайттарына индерелгән[1].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • [1] Мастера прозы Башкортостана: Хабир Даутов (К 80-летию писателя).
  • [2] Даутов Хабир Каримович
  • [3] Хабир Даутов