Заһитов Рәүис Хәбир улы

театр актёры

Заһитов Рәүис Хәбир улы (19 ноябрь 1948 йыл) — башҡорт театр актёры. 1985 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (1998), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған (1984) һәм халыҡ артисы (1989).

Заһитов Рәүис Хәбир улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 19 ноябрь 1948({{padleft:1948|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:19|2|0}}) (76 йәш)
Тыуған урыны Иҫке Мөхәмәт ауылы, Ибрай ауыл Советы, Ҡыйғы районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР[1]
Һөнәр төрө театр актёры
Эш урыны Башҡорт дәүләт академия драма театры
Уҡыу йорто Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы

Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы[d]

Башҡортостандың халыҡ артисы
Рәсми сайт bashdram.ru/troupe/zagit…

Биографияһы

үҙгәртергә

Рәүис Хәбир улы Заһитов 1948 йылдың 19 ноябрендә Башҡорт АССР-ының Ҡыйғы районы Иҫке Мөхәмәт ауылында тыуған.

1974 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтын (педагогы Әйүпов Р. М.) тамамлай һәм Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында эш башлай. Бер ҡатлы кешеләр һәм комедия геройҙарын уйнаусы артист.

Спектаклдәрҙә башҡарған ролдәре

үҙгәртергә

«Ҡарлуғас» спектаклендә мулла, «Әжәлдән дарыу» драмаһында Сабит Хөрмәтович, «Эх, кәләш, кәләшкәй!» комедияһында Һағынбай, «Бер йәшлектә, бер ҡартлыҡта» спектаклендә Мотаһар Сарбаевич, «Мөхәббәт йәшкә ҡарамай» комедияһында Зәкирйән, «Салауат» трагедияһында Һаҡсы, «Башмағым» комедияһында Кәрим бай, «Сәсәндәр» трагедияһында Иманғолдың атайы, «Урал-батыр» спектаклендә Ҡатил батша , «Мулла» спектаклендә Сәләхетдин.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы (1998)[2]
  • Башҡорт АССР-ның халыҡ артисы (1989)
  • Башҡорт АССР-ның атҡаҙанған артисы (1984)
  • Ҡыйғы районының почетлы гражданы[3]

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә