Фәтхи (исем)
Фәтхи — башҡорт һәм башҡа төрки телле халыҡтарға ғәрәптәрҙән ингән ир-ат исеме.
Этимологияһы
үҙгәртергәФәтхи (Фәтхей, Фәтхулла, Фәтҡулла) — бер үк «еңеүсе» мәғәнәһен аңлатҡан мосолман ир-ат исемдәре. Фәтхи — ҡыҫҡартылған вариант[1].
Билдәле шәхестәр
үҙгәртергәФәтхи Бурнаш (татар. Фәтхи Бурнаш; ысын исеме һәм фамилияһы — Закир Фатхелислам улы Бурнашев (татар. Фәтхелислам Закир улы Бурнашев); (1 (13) ғинуар 1898 йыл) — 1 август 1942 йыл) — татар совет драматургы, шағиры һәм прозаигы, публицист, тәржемәсе, театр эшмәкәре.
Фәтхи Әхмәҙуллин (Фәтхи Әхмәт улы Әхмәҙуллин 1895—1938) — Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәре.
Фәтхи Шаһаев (3 июнь 1923 йыл — 30 декабрь 1996 йыл) — сәнәғәт алдынғыһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. СССР Ҡара металлургия министрлығыныъң Һатҡы «Магнезит» заводы яндырыусыһы, Силәбе өлкәһе, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966).
Фәтхулла Гүлән(төр. Fethullah Gülen; 27 апрель 1941 йыл) — төрөк яҙыусыһы һәм мосолман йәмәғәт эшмәкәре. Элекке имам һәм вәғәзсе. «Хеҙмәт» тигән ижтимағи хәрәкәтте ойошторған. Яҙыусылар һәм журналистар фондының почётлы президенты.
Фамилияларҙа
үҙгәртергәФәтхетдинов Салауат Зәки улы (10 ғинуар 1960 йыл) — йырсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы, спортсы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (2005), Татарстандың (1995) һәм Башҡортостандың (2019) халыҡ артисы. Ульяновск өлкәһенең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2010). Автоуҙыштар буйынса халыҡ-ара класлы спорт мастеры.
Фәткуллин Ғөбәй Сәлим улы (5 [18] август 1914 йыл — 5 сентябрь 2012 йыл) — СССР-ҙың ауыл хужалығы алдынғыһы, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1957).
Фәтҡуллин Әнүәр Әсәҙулла улы (5 август 1922 йыл — 21 декабрь 1986 йыл, Луцк, Украина) — хәрби хеҙмәткәр, осоусы, полковник. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Советтар Союзы Геройы (1945).
Фәтҡуллин Фәрхәд Наил улы (2 ноябрь 1979 йыл) — синхрон тәржемәсе, фрилансер. «Йыл викимедиасыһы — 2018».
Фәтҡуллина Флүзә Ғабдулла ҡыҙы (17 ғинуар 1958 йыл) — тел белгесе, филолология фәндәре докторы (2002), професоор (2011), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре (2011), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2015), Рәсәй Федерацияһының тәбиғи фәндәр академияһы мөхбир ағзаһы.
Фәтҡуллин Олег Хикмәт улы (26 сентябрь 1936 йыл) — конструкцион материалдар өлкәһендә белгес, техник фәндәр докторы, Рәсәй Федерацияһы Инженер академияһының мөхбир ағзаһы, Рәсәй Федерацияһының Технология фәндәре академияһы лауреаты, А. А. Бочвар премияһы лауреаты (2002).
Фәтҡуллин Ринат Абдулла улы (23 февраль 1939 йыл) — ғалим-географ, география фәндәре кандидаты (1974), профессор (1996), Башҡортостандың халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (1997), СССР юғары мәктәбе отличнигы (1984), Рәсәйҙең геодезия һәм картография отличнигы (2003), саңғы ярышы буйынса СССР‑ҙың спорт мастеры (1965), «Башҡорт энциклопедияһы» фәнни-редакция советы ағзаһы, Халаҡ-ара бабалар һәм үҫмерҙәр туризм һәм крайҙы өйрәнеү академияһы академигы.
Фәтҡуллин Фәрит Миңнула улы (27 сентябрь 1949 йыл) — журналист. 1975 йылдан «Кызыл таң» гәзите хеҙмәткәре. 1975 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының (1998) һәм Татарстан Республикаһының (2014) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге (2000), Ауырғазы районының Ғәлимйән Ибраһимов исемендәге (1996) премиялар һәм Башҡортостан Республикаһының «Мәжит Ғафури — XXI быуат» мәҙәниәт фонды төбәк йәмәғәт ойошмаһының Мәжит Ғафури исемендәге (2008) премияһы лауреаты.
Фәтҡуллин Хөсәйен Әһлиулла улы (21 ноябрь 1926 йыл) — СССР-ҙың дәүләт һәм профсоюз органдары эшмәкәре. 1963—1970 йылдарҙа хеҙмәтсәндәр депутаттарының Салауат ҡала Советы башҡарма комитеты рәйесе. Башҡортостанда спорт һәм физкультура-һауыҡтырыу эшен ойоштороусы. Педагогия фәндәре кандидаты. 1975 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. Башҡортостандың беренсе халыҡ-ара категориялы судьяһы (1965).
Әҙәбиәттә
үҙгәртергәФәтхи — Сәғит Агиштың «Фәтхи һалдат» хикәйәтендәге герой.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Кусимова Т. «Исемдәр донъяһында» 2021 йыл 8 сентябрь архивланған.
- З.Ғ.Ураҡсин, Э.Ф.Ишбирҙин. «Туған тел серҙәре». — Өфө: «Китап», 1983 й. — С. 59-сы.
- «Башҡортостан ҡыҙы» Ҡунафина Гөлшат «Исемең матур, кемдәр ҡушҡан» 2021 йыл 9 сентябрь архивланған.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |