Фәтхи Бурнаш

татар совет драматургы, шағиры һәм прозаигы, публицист, тәржемәсе, театр эшмәкәре

Фәтхи Бурнаш (татар. Фәтхи Бурнаш; ысын исеме һәм фамилияһы — Закир Фатхелислам улы Бурнашев (татар. Фәтхелислам Закир улы Бурнашев); (1898 йылдың 1 (13) ғинуарында, Ҡыр Бикшеге ауылында (хәҙер Сыуашстандың Батыр районы) — 1942 йылдың 1 авгусында, Куйбышев) — татар совет драматургы, шағиры һәм прозаигы, публицист, тәржемәсе, театр эшмәкәре.

Фәтхи Бурнаш
татар. Фәтхи Бурнаш
Зат ир-ат
Тыуған көнө 13 ғинуар 1898({{padleft:1898|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:13|2|0}})[1]
Тыуған урыны Полевые Бикшики[d], Буинский уезд[d], Сембер губернаһы[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 1 август 1942({{padleft:1942|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})[1] (44 йәш)
Вафат булған урыны Һамар, РСФСР, СССР
Үлем төрө үлем язаһы[1]
Үлем сәбәбе расстрел[d][1]
Һөнәр төрө яҙыусы, шағир, журналист, драматург, тәржемәсе
Эш урыны Кызыл Армия[d][1]
Q54911743?[1]
Ватаным Татарстан[d][1]
Bezneñ bayraq[d][1]
Чаян[d][1]
Ғәлиәскәр Камал исемендәге Татар дәүләт академия театры[1]
Татарское книжное издательство[d][1]
Q98106206?[1]
Татарский областной комитет КПСС[d][1]
Уҡыу йорто Мөхәмәҙиә[1]
Татарская учительская школа[d][1]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Ҡатнашыусы Сталин репрессиялары[1]
 Фәтхи Бурнаш Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Ҡазан мәҙрәсәһендә уҡый. 1919 йылда РКП (б) сафына инә. Октябрь революцияһынан һуң йәмәғәт эшмәкәре һәм яҙыусы булараҡ асыла. Күп кенә татар гәзиттәре һәм журналдарының, шул иҫәптән, «Чаян» (Скорпион) журналының ойоштороусыһы һәм мөхәррире була.

Фәтхи Бурнаш Татар Үҙәк Башҡарма Комитетына һайлана. 1927-1928 йылдарҙа ул Камал исемендәге Театрҙың (хәҙерге Ғәлиәскәр Камал исемендәге татар академия театры, Ҡазан) директоры була. Театр сәнғәте мәсьәләләре буйынса матбуғатта сығыш яһаны.

1940 йылдың 24 авгусында ҡулға алалар («Татиздатта а/с (советтарға ҡаршы) идеология менн көрәшмәгән, солтанғәлиевщина менән бәйләнеш, к/р (контрреволюцион) ойошмала ҡатнашҡан»). 1941 йылдың 24 ғинуарында ТАССР Юғары суды 58-2, 58-10 ч. 1, 58-11 статьялары буйынса хөкөм ителә. Приговор: 10 йылға иркенән мәхрүм ителә, 5 йылға хоҡуҡтарҙан яҙҙырылаы, мөлкәте конфискациялана. СССР НКВД-һының Айырым кәңәшмәһе тарафынан 1942 йылдың 15 июнендә ҡабат хөкөм ителә, 1942 йылдың 1 авгусында Куйбышев ҡалаһында атыла. 1957 йылда аҡлана[2].

Рәсми баҫмаларҙа 1988 йылға тиклем 1946 йылда вафат булған тип күрһәтелгән.

Фәтхи Бурнаш — татарднәфис әҙәбиәтен һәм театрын байытҡан раматикк һәм ирик һмәрҙәр авторы,

1914 йылдан әҙәби эшмәкәрлеге башлана. 20-нән ашыу пьеса яҙған. Уның иртә әҫәрҙәренән билдәлек алғандары - романтик трагедия «Таһир һәм Зөһрә» (1920 йылғы айырым баҫма) драмаһы һәм «Йәш йөрәктәр» драмаһы (1920 йылғы айырым баҫма).

Үҙенең ижадында автор крепостной хоҡуғы, империалистик һәм граждандар һуғышы осорон сағылдырған, социалистик дәүләт төҙөлөүен күрһәткән. Ф. Бурнаштың пьесалары Ҡазан, Астрахань, башҡорт театрҙары сәхнәләрендә күрһәтелә. Әле лә Татарстантеатрҙары репертуарында һаҡланған.

Уның иң яҡшы драма әҫәрҙәре:

  • «Хөсәйен мырҙа» (1922 й. ҡуйыла)
  • «Камали ҡарт» (Старик Камали) (1925 й. ҡуйыла),
  • «Ташландыҡтар» (Выброшенные),
  • «Аҙашҡан ҡыҙ» (Заблудшая девушка) (1928),
  • «Хәтирә инәй» (1929),
  • «Туҡыусы Әсмә» (1932),
  • «Ыласындар» (Соколы) (героик драма, 1934)
  • «Единоличник Ярулла» (1940) һ. б.

Поэтик ижадта Фәтхи Бурнаш — үҙенең уҡытыусыһынан күпкә алға сыҡҡан Туҡай мәктәбе эйәреүсеһе. Шағир булараҡ Фәтхи Бурнаш — романтик. Хәҙерге татар әҙәбиәтендә көнкүреште тасуирлаусы буйынса уға тиң яҙыусы юҡ. Ул бер нисә шиғыр йыйынтығы авторы.

А. С. Пушкин «Евгений Онегин» шиғри романын, Н. Островскийҙың «Ҡорос нисек сыныҡты», М. ГорькийҙыңӘсә», И. С. Тургеневтың «Аталары һәм балалары» романдарының, Л. Н. Толстойҙың «Хажи Морат» повесының һ. б. тәүге тәржемәләрен эшләй.

  • Театральная энциклопедия. Том 1/Глав. ред. С. С. Мокульский — М.: Советская энциклопедия, 1961.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә