Имам
Иман шарттары |
Исламдың биш нигеҙе |
Шәхестәр |
Имам — Исламда мосолмандарҙың бергәләп намаҙ уҡыуына етәкселек итеүсе, намаҙҙы алып барыусы. Мәҙинәлә мосолман йәмғиәте ойошҡан ваҡытта (622—632 йылдар) имам вазифаһын Мөхәммәт СҒС үҙе башҡарған.
- Сөнниҙәрҙә имам мосолман мәхәлләһенең һәм мосолман дәүләтенең етәксеһе;бер ук ваҡытта ул имам да, хәлифә лә.Мәзһәбтәрҙе нигеҙләүселәрҙе бөйөк имам дип атағандар.
- Шиғыйҙарҙа имам һүҙе мосолман мәхәлләһенең, мосолман дәүләтенең Мөхәммәт һәм уның кейәүе Ғәли нәҫеленән килә торған башлығы.
- Мәсет имамы, йәғни мәсет муллаһы. Йәмиғ мәсеттәрҙә имамдар итеп тәғәйенләнгән, дин буйынса әҙерлеге, абруйы булған мосолмандар.
Ислам белешмә һүҙлеге. 53-54-се биттәр
Шәриғәт буйынса имам вазифаһын намаҙ тәртибен белгән бәлиғәт йәшенә еткән мосолман башҡара ала.