Фәтҡуллина Флүзә Ғабдулла ҡыҙы
Фәтҡуллина Флүзә Ғабдулла ҡыҙы (17 ғинуар 1958 йыл) — тел белгесе, филолология фәндәре докторы (2002), професоор (2011), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре (2011), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2015), Рәсәй Федерацияһының тәбиғи фәндәр академияһы ағза-корреспонденты.
Фәтҡуллина Флүзә Ғабдулла ҡыҙы | ||
Тыуған көнө | ||
---|---|---|
Тыуған урыны |
БАССР‑ҙың Йәрмәкәй районы Һыуыҡҡул аулы | |
Гражданлығы | ||
Эшмәкәрлеге |
филология | |
Наградалары һәм премиялары |
| |
Биографияһы
үҙгәртергәФлүзә Ғабдулла ҡыҙы Фәтҡуллина 1958 йылдың 17 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Йәрмәкәй районы Һыуыҡҡул аулында тыуған.
1983 йылда Башҡорт дәүләт университетының рус филологияһы факультетын тамамлай. 1984 йылдан шул уҡ университетта эшләй башлай.
2002 йылда Башҡорт дәүләт универститетында «Хәҙерге рус телендә деструктивлыҡ категорияһы» тигән темаға диссертация яҡлай[1].
2012 йылдан «Рус теле һәм сағыштырма филология» кафедраһы мөдире булып эшләй. Фәтҡуллина Флүзә Ғабдулла ҡыҙы етәкләген кафедра «Рәсәйҙең алтын кафедраһы» статусына лайыҡ булды[2].
Фәнни эшмәкәрлеге
үҙгәртергәПрофессор Флүзә Фәтҡуллинаның ғилми тикшеренеү эштәре тел берәмектәренең семантикаһын һәм стилистик үҙенсәлектәрен өйрәнеүгә бәйләнгән, информацион-матбуғат сараларының телен анализлау уның эшмәкәрлегендә айырым урын алып тора. Ғалимә тарафынан «Хәҙерге рус телендә деструктив лексика» (1999), «Хәҙерге рус телендә деструктивлыҡ категорияһы» (2002), «Деструктив ҡылымдарҙың семантикаһы» (2004), «Журналистың һөйләү һәм яҙыу телмәре мәҙәниәте» (2008) монографиялары, фәнни хеҙмәттәр һәм уҡыу әсбаптары яҙылған[3].
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Фәтҡуллина Флүзә Ғабдулла ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Известные учёные. Энциклопедия
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Российская государственная библиотека
- ↑ Новости Уфы
- ↑ Башҡорт дәүләт университеты сайты 2019 йыл 10 ноябрь архивланған.