Фәткуллин Ғөбәй Сәлим улы

Фәткуллин Ғөбәй Сәлим улы (5 [18] август 1914 йыл — 5 сентябрь 2012 йыл) — СССР-ҙың ауыл хужалығы алдынғыһы, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1957)

Фәткуллин Ғөбәй Сәлим улы
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 5 (18) август 1914
Тыуған урыны Рәсәй империяһы, Ырымбур губернаһы, Верхнеурал өйәҙе, Ҡунаҡбай
Вафат булған көнө 5 сентябрь 2012({{padleft:2012|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:5|2|0}}) (98 йәш)
Вафат булған урыны Рәсәй, Башҡортостан Республикаhы, Учалы районы, Учалы
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Японияны еңгән өсөн» миҙалы медаль Жукова «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы I дәрәжә Ватан һуғышы ордены «Почёт Билдәһе» ордены «Мәскәүҙе обороналаған өсөн» миҙалы медаль «За освоение целинных земель» юбилейная медаль «60 лет Победы в Великой Отечественной войне 1941—1945 гг.» юбилейная медаль «50 лет Победы в Великой Отечественной войне 1941—1945 гг.» юбилейная медаль «65 лет Победы в Великой Отечественной войне 1941—1945 гг.» юбилейная медаль «Сорок лет Победы в Великой Отечественной войне 1941—1945 гг.»

БиографияһыҮҙгәртергә

Гөбәй Сәлим улы Фәткуллин 1914 йылдың 5 (18) авгусында Ырымбур губернаһы Юғары Урал өйәҙе Ҡунаҡбай ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. Башҡорт.

1934 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтының ике курсын тамамлай, һуңынан Байрамғол мәктәбендә укытыусы булып эшләй. 1935—1937 йылдарҙа — Питрәч мәктәбе укытыусыһы. 1937 йылдан — Питрәч районы «За большевистский колхоз» гәзите мөхәррире урынбаҫары. 1938 йылда Ҡазан педагогия институтын тәмамлай.

Ҡыҙыл армияла хеҙмәтеҮҙгәртергә

1939 йылда Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһына алына. 1940 йылда Бессарабия кампанияһында ҡатнаша.

Бөйөк Ватан һугышы барышында Мәскәүҙең Ҡыҙыл Байраҡ хәрби-техник училищеһы составында Мәскәү оборонаһында ҡатнаша. 1945 йылда Совет-япон һуғышында ҡатнаша.

Һуғыштан һуңғы йылдарҙаҮҙгәртергә

1946 йылда армиянан ҡайтҡас, тыуған районына әйләнеп ҡайта, унда район «Зауралец» гәзите мөхәррире булып эшләй. 1948 йылдан ВКП(б)-ның Учалы район комитеты пропаганда бүлеге инструкторы.

1950 йылда «Совет» колхозы рәйесе итеп һайлана. Ҡыҫка ғына ваҡыт эсендә яңы рәйес колхозды Башҡорт АССР-ының алдынғы тармактарына сыгара. «Совет» колхозы бөртөклө культураларҙың уңышы буйынса районда беренсе урынға сыга, шулай уҡ малсылыҡ һәм үҫемселектә зур уңыштарга ирешә. Бер нисә мең гектар сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәр үҙләштерелә. Тиҫтәләгән етештерү һәм социаль объекттар төҙөлә. Колхоз дүрт тапкыр СССР ВДНХ-да ҡатнаша. Фәтҡуллин етәкселегендә 2000 га яҡын сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәр үзләштерелә[1]

1957 йылда КПСС ҮК ҡарамағында ситтән тороп юғары партия мәктәбенә уҡырға инә. 1958 йылда Учалы район Советының мәҙәниәт бүлеге мөдире булып эшкә ебәрелә. 1960 йылда «Совет» колхозы рәйесе вазифаһына кире ҡайта.

Юғары наградаһыҮҙгәртергә

СССР Юғары Советы Президиумының 1957 йылдың 11 ғинуарындағы Указы менән Ғөбәй Сәлим улы Фәтҡуллинга сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрҙе үҙләштереүҙә, уңышты йыйып алыуҙа һәм иген әҙерләүҙә айырым хеҙмәтләре өсөн Ленин ордены һәм «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы менән бүләкләнә һәм Социалистик Хезмәт Геройы исеме бирелә.

ПенсиялаҮҙгәртергә

Пенсияға сыҡҡас, 1974 йылда «Өргөн күле» ял йорто директоры булып эшләй, шулай уҡ әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге алып бара (Бөтөн Союз ирекле янғын йәмғиәте Учалы Район советының укыту эшләре буйынса өлкән инструкторы).

2012 йылдың 5 сентябрендә 99-сы йәшендә Учалы ҡалаһында вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәреҮҙгәртергә

  • Социалистик Хезмәт Геройы (1957))
  • Ленин ордены (1957))
  • I дәрәҗә Ватан һуғышы ордены (1985)
  • «Почет Билдәһе» ордены (1971)
  • миҙалдар

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

  1. rus.bashenc.ru/index.php/component/content/article/2-statya/398-fatkullin-gubaj-salimovich

ҺылтанмаларҮҙгәртергә

Фәткуллин Ғөбәй Сәлим улы. «Герои страны» сайты.

Фәткуллин Ғөбәй Сәлим улы // Башҡорт энциклопедияһы — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.

Шулай уҡ ҡарағыҙҮҙгәртергә