Әхмәҙуллин Фәтхей Әхмәҙей улы
Фәтхей Әхмәҙей улы Әхмәҙуллин (Фәтхи Әхмәт улы Әхмәҙуллин, 1895—1938) — Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәре.
Фәтхей Әхмәҙей улы Әхмәҙуллин | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны |
Ибраһим ауылы, Өфө өйәҙе, Өфө губернаһы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Шишмә районы) |
Вафат булған көнө | |
Гражданлығы | |
Подданлығы | |
Биографияһы
үҙгәртергәӘхмәҙуллин Фәтхей Әхмәҙей улы (Фәтхи Әхмәт улы) 1895 йылда Өфө губернаһы Өфө өйәҙе Абрай улусы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Шишмә районы) Ибраһим ауылында тыуған. Милләте буйынса башҡорт[1].
Ҡазан ҡалаһының «Ҡасимиә» мәҙрәсәһендә уҡый. 1913 йылдан Өфөлә гәзит редакцияһында экспедитор-конторщик булып эшләй[2].
1915 йылда Беренсе донъя һуғышы фронтына ебәрелә, Себер яғына йүнәлгәндә юлда ҡаса. Ләкин Омск ҡалаһында тотола һәм 37-се Себер запас пехота полкында хеҙмәт итергә ҡалдырала. 1917 йылда РСДРП (б) сафына инә. 1917 йылдың мартында уны Өфө ҡалаһындағы 144-се запас пехота полкына күсерәлә һәм һуңыраҡ бында эшсе һәм һалдат депутаттарының Өфө губерна Советы янындағы Мосолман һалдаттары бюроһына ағза итеп һайлана. 1917 йылдың авгусынан Баһауетдин Нуриманов менән бергә РСДРП(б)-ның Өфө Комитеты янындағы татар-башҡорт төркөмөнөң матбуғат органы булған «Алға» гәзитен баҫтырыуға әҙерләү менән шөғөлләнә[2].
Башҡорт мәркәз шураһы иғлан иткән Башҡортостан территориаль автономияһын хуплай. 1917 йылдың 8–20 декабрендә Ырымбурҙа үткән III Бөтә башҡорт ойоштороу ҡоролтайында ҡатнаша. Башҡорт йәштәренең «Тулҡын» ойошмаһының башҡарма комитетына ағза итеп һайлана.[2]
«На учредительный съезд советов Татаро-Башкирской республики не должен быть допущен ни один человек, не способный выразить твердую волю татаро-башкирского пролетариата, и провокаторы, подобные Шарифу Манатову и Фатхи Ахмедуллину, не должны быть близко подпущены к работе съезда. Ибо в противном случае будет нанесен большой урон делу упрочения Татаро-Башкирской народной республики……»
1918 йылдың ғинуарында Башҡортостан автномияһы делегацияһы вәкилдәренең береһе булараҡ, төрки-татарҙарҙың Милли мәжлесе йыйылышында ҡатнаша. Һуңыраҡ Башҡорт Хөкүмәтенең Өфө губернаһы буйынса комиссар итеп һайлана. Артабан Өфө губерна Советының татар-башҡорт комиссариатында башҡорт эштәре буйынса комиссар итеп тәғәйенләнә[2].
1918 йылдың июнендә комиссариатта эшләгән башҡорт эшмәкәрҙәре менән Татар-Башҡорт республикаһы яҡлылар араһында мөнәсәбәт ныҡ ҡырҡыулаша, тиҙҙән Әхмәҙуллинды Шәриф Манатов һәм Таһир Имаҡов менән бергә төрмәгә ябалар. 1918 йылдың 4 июлендә Чехословак корпусы ғәскәрҙәре Өфөнө алғас, Ф. Әхмәҙуллинды төрмәнән сығаралар[2].
1919 йылда Һамар ҡалаһында Көнсығыш фронттың Көньяҡ төркөмө Реввоенсоветы янындағы Башревком вәкиле Муллайән Халиҡовтың сәйәси эштәр буйынса ярҙамсыһы итеп тәғәйенләнә, башҡорт ғәскәрҙәрен ойоштороу эшендә ҡатнаша. 1919 йылдың көҙөндә башҡорт ғәскәрҙәре составында Петроградҡа ебәрелә. Бында «Салауат» гәзитен сығарыуҙа ҡатнаша, башҡорт һалдаттары өсөн сәйәси курстар ойоштора. Башҡорт ғәскәрҙәре төркөмө эштәре буйынса уполномоченныйҙар революцион советы рәйесе итеп тәғәйенләнә. 1920 йылдың 27 майында көнө Әхмәҙуллин тантаналы рәүештә Башҡорт айырым уҡсылар бригадаһының өс полкына тапшыра[2].
Артабан Башҡортостан хәрби комиссариатында эшләй. 1920 йылдың декабрендә Башсовнархоз коллегияһы ағзаһы итеп һайлана. 1921 йылда Башҡорт АССР-ының халыҡ мәғарифы комиссары итеп тәғәйенләнә. 1922 йылда транспорт идаралығы начальнигы булып эшләй. Башҡорт АССР-ының Тәьминәт комиссары урынбаҫары итеп тәғәйенләнә. Аҙаҡ Башҡортостандың Госплан рәйесе урынбаҫары вазифаһын үтәй[2].
1937 йылдың 4 авгусында «милли-буржуаз хәрәкәттә ҡатнашыуҙа» ғәйепләнеп ҡулға алына. 1938 йылдың 10 июлендә атыла[3]. 1957 йылдың авгусында аҡлана[1].
Хәтер
үҙгәртергә- Сәғит Агиштың «Фәтхи һалдат» хикәйәһендә төп геройының прототибы Фәтхи Әхмәҙуллин булып тора.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Книга памяти жертв политических репрессий Республики Башкортостан. Т. 1. — Уфа: Китап, 1997. — С. 169. Международное общество «Мемориал». Дата обращения: 29 июнь 2016.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 2,5 2,6 Ярмуллин А. Ш. Автономиялы Башҡортостан байрағы аҫтында. Башҡорт милли-азатлыҡ эшмәкәрҙәре хаҡында ҡыҫҡаса биографик очерктар. — Өфө, 2009. — 174 с.
- ↑ Саламатова Г. Кровавое воскресенье кровавого года // Ватандаш. — 2013. — № 6. — ISSN 1683-3554.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Гизетдинов В. Судьба «Фатхи — солдата»// Возвращённые имена. — Уфа, 1991. — С. 3–22.
- Национально-государственное устройство Башкортостана (1917—1925). Т. 1—2. — Уфа, 2002.
- Ярмуллин А. Ш. Автономиялы Башҡортостан байрағы аҫтында. Башҡорт милли-азатлыҡ эшмәкәрҙәре хаҡында ҡыҫҡаса биографик очерктар. — Өфө, 2009. — 174 с.