Фәтҡуллин Олег Хикмәт улы

техник фәндәр докторы

Фәтҡуллин Олег Хикмәт улы (26 сентябрь 1936 йыл) — конструкцион материалдар өлкәһендә белгес, техник фәндәр докторы, Рәсәй Федерацияһы Инженер академияһының мөхбир ағзаһы, Рәсәй Федерацияһы Технология фәндәре академияһы лауреаты, А. А. Бочвар премияһы лауреаты (2002).

Фәтҡуллин Олег Хикмәт улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 26 сентябрь 1933({{padleft:1933|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:26|2|0}}) (91 йәш)
Тыуған урыны Шишмә, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө ғалим
Эшмәкәрлек төрө материалдар өйрәнеү
Эш урыны Всероссийский институт лёгких сплавов[d]
Уҡыу йорто Мәскәү ҡорос һәм иретмәләр институты[d]
Ғилми дәрәжә техник фәндәр докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Биографияһы

үҙгәртергә

Олег Хикмәт улы Фәтҡуллин 1936 йылдың 26 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Шишмә ҡасабаһында тыуған.

1958 йылда Мәскәү ҡорос һәм иретмәләр институтының металлургия факультетын тамамлай, һөнәре — инженер-металлург.

1958—1961 йылдарҙа Электросталь ауыр машиналар эшләү заводында (мастер, смена начальнигы) эшләй.

1961—1965 йылдарҙа аспирантурала уҡый, Мәскәү ҡорос һәм иретмәләр институты ассистенты булып эшләй.

1964 йылда — кандидатлыҡ, 1980 йылда докторлыҡ диссертацияларын яҡлай.

1965 йылдан алып әлеге көнгә тиклем — Бөтә Рәсәй еңел иретмәләр институтында — төп инженерҙан башлап ВИЛС-тың генераль директор урынбаҫары һәм ВИЛС-тың фәнни үҙәге директоры урынбаҫары вазифаларына тиклем үрләй.

1982—1993 йылдарҙа — Мәскәү авиация технологик институты профессоры, «Онталған композицион материалдар һәм һаҡлағыс ҡаплауҙар» кафедраһында эшләй.

1994 йылдан әлеге көнгә тиклем — кафедра мөдире. Мәскәү авиация институтының «Материалдар ғилеме» кафедраһы мөдире булып эшләй.

Фәнни һәм йәмәғәт эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Конструкцион материалдар өлкәһендә (никель һәм ҡорос нигеҙендәге эҫегә сыҙамлы иретмәләр), технологик иретеү процестары һәм уларҙан ярымфабрикаттар һәм изделиелар етештереүҙә онтаҡ металлургияһы буйынса билдәле белгес. Юғары тиҙлекле кристаллашыу һәм дисперслы структуралар алыу, рациональ легирлау һәм термомеханик эшкәртеү менән бергә грануллау һәм модификациялау ысулдарын ҡулланыу иҫәбенә ҡатмарлы легирланған никель иретмәләренең төҙөлөшөн һәм механик үҙенсәлектәрен оптималләштереү буйынса яңы ғилми йүнәлеш һәм мәктәбен асыусы.

Уның етәкселегендә иң яҡшы физик-механик характеристикаларға эйә дискылы гранулланған онтаҡ иретмәләр алына, улар яңы быуын пассажир һәм хәрби самолеттарҙың (Ил-96, Ил-76, Ил-114, Ту-204, МиГ-29, МиГ-31 һ. б.) газ турбиналы двигателдәрендә, ракета системаларында, энергетикала, нефть һәм газ сәнәғәтендә киң ҡулланылыш таба. Иретеүҙең ул тапҡан яңы технологик процестары производствоға уңышлы индерелгән. Улар араһында — шарлы подшипник ҡоросон мейестән тыш вакуумлау, ҙур күләмле вакуумлы индукцион мейестәрҙә артабан гранулаларға ваҡлау маҡсатында эҫегә сыҙамлы бәләкәй диаметрлы иретмәләр алыу, эҫегә сыҙамлы иретмәләрҙән артабан деформациялау өсөн электрон-нур ярҙамында иретеп ҡойолмалар алыу (Е. О. Патон исемендәге Электр менән иретеп йәбештереү институты менән берлектә), вакуумдағы дуға менән ике электродлы ҡабаттан иретеү һ. б.

350-нән ашыу фәнни хеҙмәт, 12 монография, 60 уйлап табыу авторҙашы.

Металлургия һәм матераилдар ғилеме институтының, Мәскәү авиация институтының һәм Бөтә Рәсәй еңел иретмәләр институтының махсуслаштырылған советтары ағзаһы, «Онтаҡлы металлургия» проблемаһы буйынса Ғилми совет ағзаһы. «Сталь», «Порошковая металлургия», «Технология легких сплавов», «Проблемы специальной электрометаллургии», «Реферативный журнал» журналдары мөхәрририәте ағзаһы.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

үҙгәртергә
  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2000) — фәнни эшмәкәрлектәге ҡаҙаныштары өсөн (Рәсәй Федерацияһы Президентының «Рәсәй Федерацияһының дәүләт наградалары менән бүләкләү тураһында» 2000 йылдың 26 декабрендәге 2088-се Указы)
  • А. Бочвар исемендәге премия (Г. Б. Строганов, О. А. Ҡайбышев менән бергә 2002 йыл өсөн) — «Сверхпластичность при обработке материалов под давлением» һәм «Сверхпластичность и износостойкость в машиностроении»[1] монографиялары өсөн.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә