Фәтхулла Гүлән

йәмәғәт эшмәкәре, дин таратыусы, яҙыусы, ғалим һәм автор

Фәтхулла Гүлән (төрөк. Fethullah Gülen, 27 апрель 1941 -20 октябрь 2024) — төрөк яҙыусыһы һәм мосолман йәмәғәт эшмәкәре. Элекке имам һәм вәғәзсе. «Хеҙмәт» тигән ижтимағи хәрәкәтте ойошторған. Яҙыусылар һәм журналистар фондының почётлы президенты.

Фәтхулла Гүлән
төр. Fethullah Gülen
Фәтхулла Гүлән 2016 йылда
Фәтхулла Гүлән 2016 йылда

Шәхси мәғлүмәт
Тыуған ваҡыттағы исеме:

төр. Muhammed Fethullah Gülen

Ҡушаматы:

Хужа әфәнде

Һөнәре, эшмәкәрлек төрө:

йәмәғәт эшмәкәре, яҙыусы, дин өндәүсе, интеллектуал, публицист

Тыуған көнө:

27 апрель 1941({{padleft:1941|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:27|2|0}})[1][2][3]

Тыуған ере:

Пасинлер[d], Әрзурум, Төркиә

Үлем көнө:

20 октябрь 2024({{padleft:2024|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})[4][5] (83 йәш)

Үлгән ере:

Stroud Township[d], Монро[d], Пенсильвания, Америка Ҡушма Штаттары[6][7]

Ерләнгән ере:

Ross Township[d][8]

Ил:

 Төркиә
 Америка Ҡушма Штаттары

Дине:
Ағымы:


Атаһы:

Рәмиз Гүлән

Эшмәкәрлек йүнәлеше:

Дәғүәт, суфыйлыҡ, Ислам фәлсәфәһе, Ислам[9], религиозное движение[d][9] һәм политическое движение[d][9]

Остаздары:

Алварлы Эфе, Осман Бекташ, Хаджы Сыткы Әфәнди һ. б.

Хеҙмәттәре:

60-тан ашыу китап


Өҫтәмә мәғлүмәт
Имзаһы:

Рәсми сайт:

fgulen.com

 Фәтхулла Гүлән Викимилектә

АҠШ-тың Пенсильвания штатындағы Сэйлорсбург ҡалаһында йәшәй. Европаға килгәнендә Монако һәм Монте-Карлола туҡтай.[10][11][12] Фәтхулла Гүләндең эйәрсәндәре уны хөрмәт менән Хужа әфәнде тип атай. 2008 йылда Гүлән Prospect һәм Foreign Policy журналдары проектының сайтында үткән һорашыу һөҙөмтәһендә планетаның иң йоғонтоло интеллектуалы тип табыла[13]. 2009 йылдан алып йыл да 500 иң йоғонтоло мосолман исемлегенә инә (2013 йылда — 11-се урында). 2013 йылда Time журналының „Донъяның иң йоғонтоло 100 кешеһе“[14][15] һәм Foreign Policy журналының «Донъяның иң йоғонтоло 500 кешеһе» исемлегенә инә[16].

Гүлән йәш быуынға этик тәрбиә биреүгә баҫым яһай[17]. Гүлән исламдың традицион төрөк (хәнәфи-матури) вариантын тарата һәм үҫтерә, яңы теологик концепциялар сығармай, ә булғандарын яңыртырға тәҡдим итә. Гүлән һәр ваҡыт йәмғиәт үҫешендә фән һәм белем алыуҙың әһәмиәтен билдәләй. Гүләнгә башҡа диндәр һәм инаныстар вәкилдәре менән диалогта булыу хас. Төркиәлә диалоглы мөнәсәбәттәргә башланғыс һалып, Гүлән уны донъя кимәленә лә күсерергә тәҡдим итә. Сәйәсәттә Фәтхулла Гүлән демократияны әлеге осор өсөн иң ҡулай идара итеү формаһы тип таный. Гүлән күп партиялылыҡ яҡлы[18], сәйәсәттә таянған принцибы — «исламда идара итеү идара итеүсе менән буйһоноусы араһындағы килешеүгә нигеҙләнә».

Гүлән Төркиәнең киләсәге, хәҙерге дәүләттә ислам дине, шәхестең үҫешендә белемдең һәм тәрбиәнең әһәмиәте тураһындағы йәмәғәт бәхәстәрендә әүҙем ҡатнаша. Уны йыш ҡына «донъялағы иң мөһим мосолман эшмәкәрҙәренең береһе» тип атайҙар. Үҙенең шәхси тормошонда Гүлән диндар һәм консерватор.

Биографияһы

үҙгәртергә

Гүлән Төркиәнең Әрзурум ҡалаһы эргәһендәге Ҡоружуҡ ауылында тыуған. Атаһы Рәмиз Гүлән имам булған[19]. Гүлән ауылында төп белемде ала, әммә ғаиләһе менән күсеп киткәндән һуң классик ислам белеме алырға ҡарар итә[20]. Гүлән 10 йәшендә Ҡөрьән хафиз була (Ҡөрьәнде бөтә уҡыу ҡағиҙәләренә ярашлы итеп яттан һөйләй). 14 йәшендә тәүге вәғәзен һөйләй. Гүлән ике мәҙрәсәлә уҡый һәм бер нисә билдәле төрөк суфыйында, шул иҫәптән Алварлы Эфе, Осман Бекташ һәм Хажы Сытҡы Әфәндиҙә белем ала.

Рәсми имам һәм вәғәзсе булып эшләгәндән һуң, Гүлән 1981 йылда пенсияға сыға. 1988—1991 йылдарҙа ул Төркиәнең кеше күп йөрөй торған мәсеттәрендә вәғәздәр серияһы бирә. 1994 йылда Яҙыусылар һәм журналистар фондын ойоштороуҙа ҡатнаша, уға Фондтың почётлы президенты титулы бирелә[21].

1999 йылда АҠШ-ҡа дауаланырға бара һәм шул китеүенән Төркиәгә әйләнеп ҡайтмай. Был ваҡыт эсендә Төркиәлә уға ҡаршы ғәйепләү эше асыла (2000) һәм енәйәт составы булмағанлыҡтан ябыла (2008)[22][23][24]. Уның йөрәгенә операция һәм шәкәр диабеты һәм башҡа сирҙәр менән бәйле операциялар эшләйҙәр. Гүлән үҙе Төркиәгә ҡайтырға теләй, ләкин сәйәси провокацияларҙан һәм тотороҡһоҙлоҡтан ҡурҡа[25].

2013 йыл аҙағындағы коррупцион янъял Рәжәп Эрдоган менән түңкәрелеш яһарға тырышыуҙа ғәйепләнгән Гүлән араһындағы мөнәсәбәтте киҫкенләштерә. 2014 йылдың 19 декабрендә Истанбул суды Гүләнде ҡулға алырға ордер бирә. Прокурор Хәсән Йылмаз Төркиәнең Юстиция министрлығынан Гүләнде Интерполдың «Ҡыҙыл бюллетененә» (халыҡ-ара эҙләү иғлан ителгән енәйәселәрҙе ҡулға алыуға ордер) индереүгә документтар әҙерләүҙе юллап мөрәжәғәт итә.[26] Интерпол Гүләнде эҙләү тураһында ҡарар сығармай.

Теология

үҙгәртергә

Гүлән яңы теология тәҡдим итмәй, үҙенең вәғәздәрендә һәм китаптарында ул абруйлы классик шәхестәргә һылтана, уларҙың иҫбатламалар һәм һығымталар системаһын файҙалана һәм үҫтерә. Ул ислам диненә ҡарата дөйөм ҡабул ителгән консерватив ҡарашта тора[27][28]. Фәтхулла Гүлән суфыйсылыҡты яҡшы белә һәм хөрмәт итә, әммә үҙе ниндәй ҙә булһа тәриҡәт ағзаһы түгел. Уның өйрәтеүенсә, мосолманға ниндәй ҙә булһа тәриҡәткә (суфыйсылыҡ орденына) инеү мотлаҡ түгел, суфыйсылыҡ — ул исламдың эске үлсәме, һәм ул бер ҡасан да тышҡы үлсәмдәрҙән айырылырға тейеш түгел.[29]

Уның тәғлимәтен уртасыл исламдың дөйөм ҡабул ителгән ағымдарынан ике нәмә айырып тора, Гүләм уларҙы Ҡөрьәндең ҡайһы бер аяттарына нигеҙләнеп сығарған. Беренсеһе — ул мосолман йәмәғәтселеге общинаның һәм милләттең дөйөм именлегенә хеҙмәт итергә тейеш тип раҫлай («hizmet etmek»)[30][31], был хеҙмәт итеү донъяла бөтәһенә лә — мосолмандарға ла, мосолман булмағандарға ла берҙәй ҡағыла[32]. «Хеҙмәт» хәрәкәте Гүлән идеяларына нигеҙләнгән халыҡ-ара ижтимағи хәрәкәт булып тора. Кешеләргә хеҙмәт итеү тураһындағы тәғлимәт Төркиәлә, Үҙәк Азияла һәм донъяның башҡа төбәктәрендә күптәрҙе ылыҡтыра.[33]

Икенсеһе — мосолман йәмәғәтселеге кәм тигәндә «Изге Яҙма кешеләре» (христиандар һәм йәһүдиҙәр) менән конфессия-ара диалог алып барырға тейеш. Гүләндеү атеистарға мөнәсәбәте ыңғай түгел, мәҫәлән, 2004 йылда ул терроризмды «атеизм кеүек үк ерәнес» тип атай.[34] Унан һуңғы интервьюһында атеистар менән кеше үлтереүселәрҙе тигеҙләргә түгел, ислам диненә ярашлы, кешеләрҙең был ике төрө лә йәһәннәм ғазаптарына дусар буласағын билдәләргә теләүен аңлата.[35]

Фән һәм мәғариф

үҙгәртергә

Гүлән үҙ вәғәздәрендә физиканы, математиканы, химияны өйрәнеү — Аллаға баш эйеү ул тип әйтә. Гүләндең фекерҙәре уның эйәрсәндәрен донъяның төрлө мөйөштәрендә меңдән ашыу шәхси һәм дәүләт уҡыу йортон асыуға рухландыра. Төркиәлә «Гүлән мәктәптәре» иң яҡшыларҙан һанала: ҡиммәтле заманса ҡорамалдар, енес буйынса тигеҙ ҡараш, беренсе кластан инглиз теленә өйрәтеү. Әммә был уҡыу йорттарының элекке уҡытыусылары яғынан тәнҡит тә ишетелә, айырыуса ҡатын-ҡыҙҙарға ҡараш йәһәтенән. Улар әйтеүенсә, ҡатын-ҡыҙ уҡытыусыларға административ вәкәләттәр бирелмәй, уларҙың автономияһы сикле — алтынсы класта уҡыған ҡыҙҙарҙан башлап тәнәфестәрҙә һәм төшкө ялда улар ир-ат хеҙмәттәштәренән һәм класташтарынан айырым тотола.[36]

Конфессия-ара һәм мәҙәниәт-ара диалог

үҙгәртергә

Гүләндең эйәрсәндәре төрлө илдәрҙә конфессия-ара һәм мәҙәниәт-ара диалогты киңәйтә торған төрлө институттар ойоштора. Көнбайыш цивилизацияһының күп яҡтарын Гүлән хупламаһа ла (тәүге китаптарында был айырыуса асыҡ күренә), дин әһелдәренә ҡағылышлы түҙем мөнәсәбәт һәм диалог идеяларын алға һөрә.

Төрөк мәҙәниәте нигеҙендә Гүлән башҡаларға ҡарата ислам диненән сығанаҡ алған ихтирамлы мөнәсәбәт һәм һөйләшеп килешеүгә ынтылыш ятыуын билдәләй.[37] Ул ислам диненең һәр ваҡыт үҙе осратҡан мәҙәниәттәр һәм цивилизацияларҙың тик яҡшы яҡтарын ҡабул итеүен һыҙыҡ өҫтөнә ала. Уның фекеренсә, «диалог хәҙерге заман талабына әйләнде».[38]

Гүлән башҡа конфессиялар лидерҙары, атап әйткәндә, папа Иоанн Павел II, грек православие патриархы Варфоломей, баш сефард раввины Элияху Бакши-Дорон менән шәхси осраша.[39] 2000-се йылдар аҙағында «Хеҙмәт» хәрәкәте дингә ҡарамаған кешеләр менән дә диалогтар башлай, мәҫәлән, Лондондың Dialogue Society йәмғиәтенең консультатив советында мосолмандарға ҡарағанда атеистар һәм агностиктар күберәк.[40]

Гүлән шулай уҡ ислам диненең үҙендәге төрлө ағымдарҙың кооперацияһы яҡлы, мәҫәлән, ул мәсет менән әләви ҡорамын (cem evi) бер ихатала төҙөүҙе хуплай.[41].

2015 йылда Гүлән Ганди, Кинг һәм Икеда исемендәге абруйлы тыныслыҡ премияһына лайыҡ була. 15 йыл эсендә награданы тәүге тапҡыр мосолманға тапшыралар.[42]

Публикациялары

үҙгәртергә

Гүлән — 60-тан ашыу китап һәм төрлө темаларға яҙылған бик күп мәҡәләләр авторы. Уның вәғәздәре һәм семинарҙары меңәрләгән аудио- һәм видеокассеталарҙа һәм дискыларҙа сыҡҡан. Уның китаптары донъяның бик күп телдәренә, шул иҫәптән рус теленә лә тәржемә ителгән.

Хәҙерге заман мәсьәләләренә ҡараштары

үҙгәртергә

Секуляризм һәм шәриғәт

үҙгәртергә

Гүлән диндән азат йәмғиәт ҡороу яҡлы сәйәсәтте (лаицизм) тәнҡитләй. Шул уҡ ваҡытта ул, ислам дине менән демократия һыйышып йәшәй ала, тип иҫәпләй[43] . Гүлән фекеренсә, иман, исламдың төп шарттары булған намаҙ, ураҙа, зәкәт, хаж, ғаилә һәм шәхес-ара мөнәсәбәттәр, тормоштоң төрлө яҡтары шәриғәткә ҡарай.

Европа берләшмәһе һәм Төркиә

үҙгәртергә

Гүлән Төркиәнең Европа берләшмәһенә инеү тураһындағы ғаризаһын хуплай һәм Төркиә лә, Европа берләшмәһе лә бынан бер нәмә лә юғалтмаясаҡ, бәлки, киреһенсә, отасаҡ ҡына, тип иҫәпләй.

Ҡатын-ҡыҙҙың урыны

үҙгәртергә

Гүлән фекеренсә, ислам дине ҡатын-ҡыҙҙарға ҡотолоу килтергән, мосолман донъяһында улар әүәл-әүәлдәрҙән «бер ҡасан да өйҙә бикләнеп ултырмай … бер ваҡытта ла ҡыйырһытылмай». Гүлән уйынса, «көнбайыш тибындағы феминизм … ир-атҡа ҡарата нәфрәт менән тулы булғанлыҡтан, бөтә инҡилаби хәрәкәттәр кеүек үк һүнеүгә дусар».

Террорсылыҡ

үҙгәртергә

Гүлән террорсылыҡтың бөтә төрҙәрен дә ғәйепләй. Ислам динендә, ти Гүлән, һуғыш һәм солох осорҙары өсөн шарттар аныҡ билдәләнгән. Тыныс ваҡытта айырым кешеләр һуғышырға һәм кеше үлтерергә тейеш түгел. «Террорсы шәһиттәр мәңгелеккә йәһәннәмгә олаға, һәм шунда улар ғәйепһеҙ кешеләрҙе үлтергән өсөн яуапҡа тарттырыласаҡ».[44] Гүлән 2001 йылдың 11 сентябрендәге Бөтә донъя сауҙа үҙәгендәге террористик актты ғәйепләп сығыш яһаған беренсе шөһрәтле мосолман була. Киләһе көндө Washington Post гәзитендә сыҡҡан мәҡәләлә ул: «Мосолмандың террорсы булыуы мөмкин түгел, һәм террорсы ысын мосолман була алмай», тип яҙа. Гүлән ислам имиджының үҙҙәрен мосолман тип йөрөткән террорсылар тарафынан «урланыуы» өсөн ҡайғыра. Ислам динен Гүлән уны ялғанға батырған маргиналдар өйөрөнөң ғәмәлдәре аша түгел, ә уның сығанаҡтары һәм тарихтағы сағылышы аша өйрәнергә кәңәш итә.[45] Гүлән Рәсәйҙәге Бесланда булған террорсылыҡ акты ҡорбандарының ҡайғыһын уртаҡлашты.

Сүриәләге һуғыш тураһында Гүлән: «Ундағы ваҡиғалар йөрәкте һыҙлата, был илдә ҡан ҡойолоуын туҡтатырға, мәсьәләләрҙе тыныс юл менән һәм бөтәһе ҡатнашлығында айыҡ аҡылдан фекер алышып хәл итергә кәрәк», ти[46]. 2014 йылдың сентябрендә Гүлән, Рәсәйҙә һәм башҡа күп илдәрҙә тыйылған ИГИЛ террорсы төркөмөнөң һуңғы ваҡыт йышайып киткән ҡанлы енәйәттәрен ғәйепләп һәм Ираҡ менән Сүриәләге ҡорбандарҙың яҡындарының һәм туғандарының ҡайғыһын уртаҡлашып, ваҡытлы матбуғат баҫмаларында белдереү баҫтыра.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Fethullah Gülen // Энциклопедия Брокгауз (нем.)
  2. Mohammad Fethullah Gülen // AlKindi (онлайн-каталог Доминиканского института востоковедения)
  3. Fethullah Gülen // Munzinger Personen (нем.)
  4. Turkish U.S.-based cleric Gulen has died, media says — 2024.
  5. В США умер проповедник, которого обвиняли в подготовке госпереворота в Турции - Газета.Ru | Новости (урыҫ) — 2024.
  6. Fetullah Gülen öldü, morga alındı... Odatv hastanenin önünde canlı yayındaOdatv, 2024.
  7. FETÖ elebaşı Gülen'in cenazesi Pensilvanya'da St. Luke's Hastanesinde tutuluyorИнформационное агентство Анадолу, 2024.
  8. https://www.hurriyet.com.tr/gundem/feto-elebasi-fetullah-gulenin-cenazesine-qr-kodla-girilecek-42570637
  9. 9,0 9,1 9,2 Gülen, M. Fethullah // Чешская национальная авторитетная база данных
  10. Williams, Paul L. «A visit to the Pennsylvania fortress of „The World’s most Dangerous Islamist“»
  11. Stakelbeck, Eric «The Gülen Movement: A New Islamic World Order?
  12. Berlinski, Claire „Who Is Fethullah Gülen? 2014 йыл 16 август архивланған.
  13. top 100 public intellectual poll 2009 йыл 30 сентябрь архивланған.
  14. 100 Most Influential People for 2013 2013 йыл 19 апрель архивланған.
  15. Гюлен: основания для надежды. Журнал „Родина“, № 5, 2009 год.»
  16. the 500 most powerful people in the world 2014 йыл 9 апрель архивланған.
  17. «Гюлен делает упор на этичекое воспитание» — профессор Рыбаков. 2014 йыл 21 февраль архивланған.
  18. How far they have travelled. The Economist (6 март 2008). Дата обращения: 2 май 2012.
  19. "Личность в контексте истории: Фетхуллах Гюлен.
  20. Интервью с учителем Ф. 2007 йыл 16 октябрь архивланған.
  21. Официальный сайт Фонда писателей и журналистов 2009 йыл 12 май архивланған.
  22. U.S. charter schools tied to powerful Turkish imam. 60 Minutes. CBS News (13 май 2012). Дата обращения: 14 май 2012. 2012 йыл 14 май архивланған.
  23. WorldWide Religious News-Gulen acquitted of trying to overthrow secular government 2007 йыл 27 сентябрь архивланған.
  24. Решение Верховного Суда Турецкой Республики № 2008/1328 от 5.5.2006 года.
  25. Видео-ответ Ф.Гюлена на призыв премьер-министра Турции Р. Т. Эрдогана вернуться. 17.06.12.
  26. Алена Палажченко. Суд Стамбула выдал ордер на арест богослова Гюлена. РИА Новости (19 декабрь 2014).
  27. Robert W. Hefner, Muhammad Qasim Zaman, Schooling Islam: the culture and politics of modern Muslim education.
  28. Portrait of Fethullah Gülen, A Modern Turkish-Islamic Reformist 2018 йыл 25 декабрь архивланған.
  29. Thomas Michel S.J., Sufism and Modernity in the Thought of Fethullah Gülen // The Muslim World, Vol. 95 No. 3, July 2005, p.345-5
  30. Mehmet Kalyoncu A Civilian Response to Ethno-Religious Conflict: The Gülen Movement in Southeast Turkey.
  31. Berna Turam, Between Islam and the State: The Politics of Engagement.
  32. Saritoprak, Z. and Griffith, S. Fethullah Gülen and the 'People of the Book': A Voice from Turkey for Interfaith Dialogue // The Muslim World, Vol. 95 No. 3, July 2005, p.337-338
  33. Lester R. Kurtz, "Gulen’s Paradox: Combining Commitment and Tolerance, // Muslim World, Vol. 95, July 2005; 379—381.
  34. Fethullah Gülen and Atheist-Terrorist Comparison 2009 йыл 12 май архивланған.
  35. Hürriyet Arama Mobil(недоступная ссылка)
  36. Spiegelman, Margaret What Scares Turkey's Women? The Daily Beast. Дата обращения: 28 ноябрь 2012.
  37. Mehmet Gindem.
  38. Сюкияйнен Л. Р. Пример диалога в современном мире: Фетхуллах Гюлен // «Диалог Аврасья». — 2009.
  39. Advocate of Dialogue: Fethullah Gülen
  40. European Muslims, Civility and Public Life Perspectives On and From the Gülen Movement
  41. Genel Bakış Cami ve cemevi aynı bahçede 2013 йыл 28 декабрь архивланған. ntvmsnbc.com
  42. Премию мира имени Ганди в этом году получил Фетхуллах Гюлен 2017 йыл 27 май архивланған.
  43. Интервью(недоступная ссылка) газете «правда» от 15 сентября 2006 года.
  44. Фетхуллах Гюлен: Террористы-самоубийцы последуют в ад // Islam News
  45. Toward a Global Civilization of Love and Tolerance
  46. Fethullah Gülen: «Suriye’de akan kan dursun»-HABERTÜRK
рус телендә
башҡа телдәрҙә

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә