Өммәт

Мосолман халыҡтары
Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Өммәт — (ғәр. أمة‎ — йәмәғәт, милләт‎), Исламда — дини йәмәғәт. Был термин мәғәнәһе Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең вәғәздәрендә үҫешә бара һәм Мәккәнән китер алдынан тулыһынса нығына (620—622).

Ғәббәсиҙәр хәлифәлеге һәм Кордова хәлифәлеге ерҙәре (тёмн.-зел.), VIII век

Билдәләмә

үҙгәртергә

Ҡөрьәндә был термин алтмыштан артыҡ тапҡыр осрай[1],ул кешелек донъяһын барлыҡҡа килтергән йәмғиәттәрҙе аңлата[2]. Мәҫәлән, әл-Әнғәм («Мал») сүрәһенең 38-м аятында былай тиелә:

{

  Һеҙҙең кеүек өммәттәр рәүешендә булмаған Ер йөҙөндә хайуан һәм ике ҡанатында осоусы ҡош юҡ. Беҙ китапта бер нәмәне лә төшөрөп ҡалдырманыҡ, аҙаҡ улар Раббылары ҡаршыһына килтереләсәктәр.
 

Ҡайһы бер Ҡөрьән тәфсирселәре кешелек ҡасандыр бер өммәт ине, әммә бүленделәр һәм берҙәм ойошма булыуҙан туҡтанылар тигән мәғәнәлә әйтелгән тип аңлаталар. Башҡа берәүҙәр аңлатҡан, тип иҫәпләй ҡасандыр кешелек — берҙәм йәмғиәт булған, йәғни кафыр булған, тимәк, өммәт төшөнсәһе мосолман өсөн генә ҡулланылырға тейеш тип һанай. Улар фекере буйынса, пәйғәмбәрҙәр килеүе менән кафырҙар йәмғиәтенән дини йәмғиәт — өммәт барлыҡҡа килгән. Күпселек ислам дине белгестәре фекеренсә, өммәт тип пәйғәмбәргә буйһоноп йәшәгәндәрҙе генә индерергә була [1]. Быға дәлил итеп Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең: «Һәр өммәт үҙенең пәйғәмбәренә буйһона» тигән хәҙисен килтерергә була[3].

Дөйөм дин менән берләштерелгән, Изге Китаптары булған йәки булмаған айырым берләшмәләр пәйғәмбәрҙәре исеме менән аталып, шулай уҡ өммәт термин менән билдәләнә[4].

Исламға тиклемге Ғәрәбстанда был термин «Иман» тигәнде аңлатҡан.

Өммәт бер генә халыҡтан да, бер нисә халыҡ һәм расаларҙан да тороуы мөмкин. Ислам буйынса, кешенең башҡаларҙан өҫтөнлөгө затынан йәки тән төҫөнән түгел, ә ысын күңелдән инаныу һәм Аллаһтан ҡурҡыуҙан, иманлылыҡтан ғибәрәт. Быға миҫал итеп Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең төрлө раса, төрлө милләт кешеләрен ғәрәптәр менән тиң хоҡуҡтарға эйә тип ҡарауын килтерергә мөмкин. Бер ваҡытта ла ислам милли телдәргә , шулай уҡ төрлө халыҡтарҙың шәриғәткә ҡаршы килмәгән йола һәм ғөрөф-ғәҙәтен инҡар итмәй. Ғәрәп теле ғибәҙәттәрҙә генә мотлаҡ,ул мосолман өммәтен берләштереү өҫтәмә фактор булып тора[1].

 
Мосолмандарҙың бөгөнгө заманда таралыуы

Мәҙинә сүрәләрендә өммәт тип мосолман өммәте һәм йәһүдтәр билдәләнә. Йәмғиәттәге социаль мөнәсәбәттәрҙең нигеҙе булып буйһоноусы/ҡурсалаусы («вәлә живәр») мөнәсәбәттәре ята һәм абсолют төҫ алған була. Бөтә йәмәғәт ағзалары үҙ-ара шундай мөнәсәбәткә бәйле була[5], шул уҡ ваҡытта барыһы ла иң Юғары Көс — Аллаһ яҡлауы аҫтында тип һанала[6]. Мөхәммәт Пәйғәмбәр үҙе лә өммәтенең ҡурсалаусыһы булып китә[7], который был передатчиком воли Аллаха[8].

Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең ғүмеренең ахырында Ғәрәп ярымутрауының бар халҡы тиерлек өммәткә әүерелә. Ислам ҡабул итеү бер нисә быуаттар дауамында бара, «әл-өммәт» тип артикль менән әйткәндә барлыҡ мосолман йәмғиәте күҙҙә тотолған, ә артиклһеҙ «өммәт» тип кенә «мосолман булмағандар берлеген» — «дар әл-харб» йәки «дар әл-куфр» — атағандар[8]..

VII быуат дауамында өммәт мосолмандарҙың йәшәү урыны («дар әл-ислам») һәм Ғәрәп хәлифәте менән бер тип ҡабул ителә башлаған. Шул уҡ ваҡытта мосолман хәлифәлектән ситтә йәшәһә лә шулай уҡ өммәткә ҡараған. XIX быуат аҙағына тиклем төрлө дәүләттәрҙә йәшәгән мосолмандар хоҡуҡи яҡтан бер өммәт ағзалары тип һаналған. Панисламизм һәм Панарабизм идеологияһы үҫеше «үмм исламия» («мосолман берлеге») һәм «үмм арабия» («ғәрәп милләте») төшөнсәләрен барлыҡҡа килтерә. Хеҙмәт мысырға килеүе, инҡар панарабизм, аңлатмалар теркәй «миссиять сумма» («мысыр милләт»). «Өммәт» билдәләү өсөн ҡулланылған һәм автономиялы дауам дини община (марон һ. б.)

Өммәт һүҙе үҙаллы дини йәмәғәттәргә (Марониттар һәм башҡаларға) ҡарата ла ҡулланыла [8].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
на русском языке
  • Али-заде, А. А. Өммәт () // Исламский энциклопедический словарь. — М.: Ансар, 2007.
  • Бобровников В. О. Умма.- БРЭ, том 33,с.32
  • Резван Е. А. Умма // Ислам: энциклопедический словарь / отв. ред. С. М. Прозоров. — М. : Наука, 1991. — С. 241.
на других языках