Сәли́м I Гро́зный (Яуыз) (ғосм. سليم اول‎ — Selîm-i evvel, төр. Birinci Selim, Yavuz Sultan Selim; 10 октябрь 1465(14651010) — 22 сентябрь 1520) — туғыҙынсы төрөк солтаны һәм 1512 йылдан 88-се хәлиф.

Сәлим I
سليم اول‎ - Selîm-i evvel
Сәлим I
Флаг
Флаг
Осман солтаны
15121520
Алдан килеүсе: Баязид II Святой
Дауамсы: Сулейман I
 
Дине: Ислам
Тыуған: 10 октябрь 1465({{padleft:1465|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})
Амасья, Османская империя
Үлгән: 22 сентябрь 1520({{padleft:1520|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:22|2|0}}) (54 йәш)
Эдирне, Осман империяһы
Ерләнгән: Явуз Селим Мечеть[d]
Династия: Ғосмандар[d]
Атаһы: Баязид II
Әсәһе: Гюльбахар-хатун
Ҡатыны: Айше-хатун и Айше Хафса-султан
Балалары: Сулейман Великолепный[⇨]
 
Автограф:
Тугра: Тугра

Биографияһы

үҙгәртергә

Сәлим солтан дың атаһы Баязит II була.

Ул Балҡанда Осман солтанының урындағы идара башлығы була. Атаһы Баязит II үҙенең икенсе улы Әхмәт шаһзадаға өҫтөнлөк бирә башлағас, Сәлим үҙенең киләсәге өсөн ҡурҡа башлай. Ул баш күтәреп, ҙур булмаған ғәскәр башында Константинополь яғына ҡарай юл тота. Моғайын ғына ул, баш ҡалалағы фетнәселәр ярҙамына иҫәп тотҡандыр, ләкин уның иҫәбе аҡланмай. Ҙур армия башында торған Баязит II Сәлимде бер ҡыйынлыҡһыҙ еңә. Шул арҡала уға Ҡырым ханлығына ҡасырға тура килә.Унда солтанға уны тотоу ауыр була. Ҡасҡын төньяҡ ҡара диңгеҙ буйында Ҡырым татарҙары араһында ауыр ваҡытты үткәреп, яңынан Осман тәхете өсөн көрәш башларға уйлай. Улай ғына түгел, шаһзада Сәлим, ул ваҡытта Ҡырым ханлығы хакимы булған Минле-Гәрәй I ярҙамлашырға ризалығын ала.

1512 йылда солтан Баязит II монархтар араһында һирәк булған ҡарар ҡабул итә: ул үҙ теләге менән Блистательная портанан баш тарта һәм хәрби ҡыйралыштан һаҡлау өсөн власты Сәлимгә бирә. Ҡасҡындың Ҡырымдан Константинополгә кире ҡайтыуы күберәк хәрби триумфты хәтерләтә. Яңы солтан Сәлим I атаһы яғынан солтан тәхетенә дәғүә итерлек бөтә ир туғандарын да язаларға бойороҡ бирә һәм атаһының киң күңеллелегенә ошо ҡылығы менән яуап бирә. Бының өсөн ул Яуыз тигән ҡушамат ала. Бәлки Сәлим һөргөнгә ебәрелгән атаһын үлтерергә лә бойорған булғандыр.

Сәлим I идара иткән ваҡытта баҫып алыуҙарҙың ҙур һыҙаты башлана. Көнсығыш Европа хакимдары унан ҡурҡа, көнбайыш монархтары ҡағыҙҙа ғына уны еңеп, биләмәләрен бүлешеп ала. Әммә, Сәлим хаҡимлыҡ иткән ваҡытта христиандарға ҡаршы һуғыш алып барылмай. Был дәүерҙә Иран, Ираҡ, Афғанстан һәм Урта Азияға эйә булған фарсы шахы Исмәғил I ҡеүәте ҙур була. Сәлим бер ҡаршылыҡһыҙ, көс менән уның менән ярашырға ҡарар итә.

1513 йылда Сәлим Анатолияла шииттарға аяуһыҙ үлтереш ойоштора һәм 7 йәштән 70 йәшкә тиклемге 40-45 мең кешене юҡ итә.

 
Личные вещи шаха Исмаила, захваченные Селимом во время Чалдыранской битвы. Музей Топкапы, Стамбул

1514 йылдың майында Сәлим армияһы көнсығышҡа походҡа сыға, Сивас, Эрзурумды үтеп китә һәм Исмәғил биләмәһенә баҫып инә; ҡыҙылбаштар һуғыштан ҡаса, ҡаршы яҡ ғәскәрҙең көсһөҙләнеүенә өмөт итеп, төрөктәргә кәрәк булырҙай әйберҙәрҙең барыһын да юҡҡа сығара-сығара илдең төбөнәрәк сигенә.

1514 йылдың 23 авгусында Чалдыран яуында солтан шахты еңә (Сәлимдең 120—200 мең, Исмәғилдең 30-60.; төрөктәр утлы ҡоралдар буйынса өҫтөнлөк ала,ҡыҙылбаштарҙың пехотаһы һәм артиллерияһы бөтөнләй тиерлек булмай.)

Ике аҙнанан һуң Сәлим Сәфәүиҙәрҙең баш ҡалаһы Тебризгә баҫып инә. Ул бында бер нисә көн була, тик янычарҙар һыуыҡ ҡыштан ҡурҡып, үҙҙәрен кире алып ҡайтыуҙы талап итә. Сәлим Ереван, Карс, Эрзурум, Сивас һәм Амасья аша китә. Үҙе менән шахтың ҡаҙнаһын, һөрәмен ала һәм Истамбулға меңдән ашыу оҫта һөнәрселәрҙе алып китә. Чалдырандан һуң төрөктәргә Диярбаҡыр, Битлис, Хасанкейф, Мийяфарикин, Неджти буйһона. Сәлим киткәс, Исмәғил көньяҡ-көнсығыш Анатолияның ҙур өлөшөн буйһондора һәм йыл буйы Диярбакырҙағы төрөк гарнизонын йөҙәтә. 1515 йылда Сәлим I Эльбистан (Абулустейн) буфер дәүләтендә идара иткән Зу-ль-Гадир династияһын юҡҡа сығара, солтан Ала ад-Динадың башын сабып өҙҙөрә һәм Египетҡа ҡаршы поход әҙерләй башлай. Төрөктәр Диярбакырҙы ҡамауҙан азат итә һәм тағы ла сәфәүиҙәрҙе Кочхисар янындағы яуҙа тар-мар итә. Солтан алдындағы хеҙмәте өсөн Ереван, Карс, Эрзурум, Сивас һәм Амасьяны алып, Курдистанды яуларға хоҡуҡ алған Ҡурд Иҙрис, оҙаҡ ҡамауҙан һуң Мардинды ала, Диярбакырҙы, Синджарҙы (ҡала) яулай, бөтә Месопотамияны буйһондора. Исмәғил I үҙ үлеменә тиклем төрөктәрҙән өҫтөнлөк алырға тырышмай. Мәмлүк солтаны Кансух аль-Гаури Курдистандың яуланыуына ҡамасаулап ҡарай. 1516 йылдың июлендә Каирға ғосман илсеһе килә һәм Мысыр шәкәрен һатып алыу буйынса фекер алыша, ә 5 августа төрөктәр черкес мәмлүктәре биләмәһенә баҫып инә. 1516 йылдың 24 авгусында төрөктәр һәм мәмлүктәр араһында Халебтан йыраҡ булмаған Мардж Дабик тигеҙлегендә һуғыш сыға. Алыш аҙағы тағы ла төрөктәр файҙаһына була. Уларҙың ул ваҡыттағы артиллерияһы донъялағы иң яҡшыһы һанала. Черкестар артиллерияны күрә алмай, ә мәмлүктәрҙең һыбайлылары төрөктәрҙекенән күпкә яҡшыраҡ була. Тик Сәлим үҙенең пушкаларын арбалар һәм ағас баррикадалар менән ҡаплай, черкестар тулыһынса ҡыйратыла. Солтан Гури һуғышта үлә. Уның урынына алмашҡа Томан-бей II аль-Әшраф килә һәм һуғышты дауам итә.

1516 йылдың 29 авгусында Сәлим «Ике изге ҡаланың хеҙмәтсеһе» титулын ҡабул итә, йәғни әле Мысырға буйһонған Мәккә һәм Мәҙинә ҡалаларының. Сентябрҙә төрөктәр һуғышһыҙ Сирияны ала, 9 октябрҙә Дамаскка инә, ноябрь аҙағына улар Палестина, Газаны яулай. Томан-бей яңы армия туплай. Мәмлүктәр Сәлимдең илселәрен үлтерә, был уға үс ҡайтарыуға сәбәп була. 1517 йылда Мысырға инеп, Сәлим артиллерия менән Каирҙың нығытмаларын емерә һәм Томан-бейҙе ҡаланан ҡасырға мәжбүр итә. Әммә, бер нисә көндән һуң Томан-бей төндә ҙур булмаған отряд менән ҡалаға баҫып инә. Ҡала урамдарында ҡанлы үлтереш башлана, сыуалыш барышында Каирҙың 50 меңдән ашыу халҡы ҡырыла. Каирҙы баҫып алғандан һуң, Сәлим I 800 мәмлүк бейенең башын сабып өҙөргә бойора. Томан-бей тағы ла ике ай төрөктәр менән һуғышып ҡарай, тик ул Нил йылғаһының дельтаһында сигенә. Әгәр Мысыр бәҙәүәндәре уны һатмаһа, (мәмлүктәр улар өсөн сит, йәберләүсе кеше була), ул бында оҙағыраҡ ҡаршы тора алған булыр ине. Башта Сәлим уның ғүмерен һаҡлап, батырлығын үҙ мәнфәғәтендә файҙаланмаҡсы була. Шулай ҙа, 1517 йылдың 13 апрелендә Томан-бей Каир ҡапҡаһының аркаһы аҫтында аҫыла. 1517 йылдың апрелендә Сәлимгә Мәҙинә һәм Мәккәнең асҡыстарын ебәрәләр. Бөтә Хиджаз ғосман биләмәһенә әйләнә. Венеция Кипр утрауы өсөн төрөктәргә яһаҡ түләй башлай, элек ул уны Мысырға түләгән була. Шулай итеп, Сәлим дүрт йыл эсендә Ғосман империяһы территорияһын икеләтә ҙурайта.

1518 йылда еңеүсе солтан Венгрия менән килешеү төҙөй, 1519 йылда уны билдәле корсар Хайр-ад-Дин Барбаросса үҙенең вассалы итеп таный. Был ваҡытта ул Алжир ҡалаһын алып ҡына торған була (тик бер йылдан һуң ул Алжирҙы юғалта һәм бер нисә йыл ҡала һәм ил менән идара итеү өсөн көрәш алып бара).

Әгәр 1518—1519 йылдарҙағы Сириялағы һәм Анатолиялағы фетнәләрҙе һанамағанда, (уларҙы солтан ғәскәре бик тиҙ еңә), Яҡын Көнсығышта башҡа бер кем дә Сәлим I ҡаршы сығырға ҡыймай.

 
Султан Турции Селим Грозный

Сәлим Эдирне ҡалаһында Родос утрауына һәм Һиндостанға экспедиция әҙерләгәндә 54 йәшендә көтмәгәндә вафат була[1]. Ул үҙенең бик күп пландарын тормошҡа ашыра алмай ҡала. Уның эшен солтандың улы, вариҫы Сөләймән дауам итә.

Атаһы уны ил һәм көслө армия менән идара итеүгә ныҡлап әҙерләй. Тарихсылар, Яуыз Сәлим үҙенең улын үлтереү өсөн Манисҡа ағыулы кафтан менән илсе ебәрә тип тә раҫлай. Шулай уҡ Сәлимдең ҡатыны Айше Хафса Солтан да тәхеткә ултырыуының тәүге йылдарында улдарына әһәмиәтле сәйәси ярҙам күрһәтә.

Сәлим I ике ҡатыны булыуы билдәле. Уларҙың икеһе лә Әйшә исемле була. Уларҙың береһе Ҡырым ханы Миңле-Гәрәй I ҡыҙы,[2], икенсеһе сығышы менән Европанан була. [3][4]. Уларҙың кеме Әйшә Хафса Солтан булыуы билдәһеҙ. Ҡырым ханының ҡыҙы Бейхан Солтан, Шах Солтан, Хафизе Солтан, Гевхерхан Солтан и Йенишах Солтандың әсәһе була. Хатидже Солтан, Фатьма Солтан һәм Хафса Солтандың әсәһе икенсе Әйшә була. Сәлим I бөтәһе ун ҡыҙы була. Дильруба Солтан менән Касиме Солтандың әсәләре кем булыуы билдәһеҙ. [5]. Шулай уҡ, Сәлимдең биш улы була.уларҙың дүртәүһе, (Орхан, Муса, Коркут, Увейс) бала сағында үлә. Бөтә шаһзадаларҙың да әсәһе европалы Әйшә була. Ҡайһы бер сығанаҡтар Сәлимдең бер генә улы Сөләймән I генә булған тип әйтә.[6][7]. Бынан тыш, Сәлим I тағы ла ике ҡатын булыуы тураһында иҫкә алыуҙар бар, тик уларҙың исемдәре лә билдәһеҙ, улар тураһында мәғлүмәт тә юҡ.[5].

Мәҙәниәттә

үҙгәртергә

Assassin’s Creed: Revelations уйынының финал күренешендә ҡустыһы Шаһзада Әхмәтте үҙ ҡулы менән упҡынға ташлай.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Селим Храбрый и Свирепый умер в возрасте 54 лет от скоротечной болезни (по официальной версии от сибирской язвыA Century of Giants. A.D. 1500 to 1600: In an age of spiritual genius, western Christendom shatters / Ted Byfield, ed.. — The Society to Explore and Record Christian History, 2010. — P. 9. — 345 p. — ISBN 978-0-9689873-9-1., хотя ряд историков предполагают рак. — Монархи. Мусульманский Восток XV—XX, — М.: Вече, 2004. — 544 с., а некоторые — отравление
  2. Prof. İlber Ortaylı'nın Ceviz Kabuğu programında padişah anneleriyle ilgili sözleri hakkında bir yazı 2007 йыл 8 февраль архивланған.
  3. Bahçesaray Dergisi 35. sayı, Eylül-Ekim 2005, Kırım Derneği, İstanbul 2016 йыл 2 апрель архивланған.
  4. Yavuz Sultan Selim’in eşleri, Osmanlı Araştırmaları Vakfı web sitesinden 2016 йыл 22 декабрь архивланған.
  5. 5,0 5,1 Oğuz Çetinoğlu Kırım Hanlığı Kronolojisi (Beşinci bölüm) (төр.) // Bahçesaray Dergisi. — 2012. — Т. 35. — С. 17. — ISSN 1304-7744.
  6. İsmail Hakkı Uzunçarşılı. Büyük Osmanlı Tarihi. — Türk Tarih Kurumu Yayınları. — Т. II. — С. 233—248. — ISBN 975-6945-11-7, 975-6945-13-3.
  7. Özdamarlar, Metin. Tek Oğul // Zirvede Tek Başına. — Timaş Yayıncılık, 2009. — P. 4. — ISBN 978-975-263-887-7.

Һылтанмалар

үҙгәртергә
Алдан килеүсе:
Баязид II
Османский султан
15121520
Һуңынан килеүсе:
Сулейман I