Әл-Аҡса мәсете
Әл-Аҡса мәсете — алыҫтағы мәсет) — Иерусалимда, әл-Харам әл-Ҡудс әш-Шәриф (ғәр. الحرم القدسي الشريف) тауында урынлашҡан мәсет..
Мәсет | |
Әл-Аҡса мәсете күренеше | |
Ил | Фәләстин Дәүләте |
Регион | Иордан йылғаһының көнбайыш яры |
Ҡала | Иерусалим |
Адресы | Иҫке ҡала |
Мәсет төрө | таш |
Архитектура стиле | Ислам архитектураһы |
Төҙөлөштө башлаусы | Ғүмәр ибн Хаттаб |
Төҙөлөү датаһы | 705 |
Төп даталары: 619 йыл — Исра һәм Мирадж
754 йыл — хәлиф әл-Мансур яңыртып төҙөй 780 йыл — хәлиф әл-Махди яңыртып төҙөй 1033 йыл — Али аз-Зиһир яңыртып төҙөй 1969 йыл — мәсет яндырыла | |
Статус | исламдың өсөнсө изге урыны |
Вместимость | 5 000 артығыраҡ |
Көмбәҙҙәр һаны | 1 |
Манаралар һаны | 1 |
Материал | Эзбизташ (тышҡы стеналары, манараһы, фасады) сталактит (манараһы), алтын, ак ҡурғаш һәм таш (көмбәҙ), аҡ мәрмәр (эске колонналары) һәм мозаика |
Торошо | ғәмәлдә |
Мәсет Викимилектә |
Мәккәләге Мәсджид әл-Харам мәсетенән һәм Мәҙинәләге Мәсжид ән-Нәбәүи мәсетенән ҡала, Исламдың өсөнсө иң изге урыны. Мәсеттә бер юлы 5000 кеше ғибәҙәт ҡыла ала.
Исламда был урын Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең әл-Ҡудсиҙа булып, күккә ашыуы, төнгө сәйәхәте менән бәйле. Был Уның Мәккәләге осоронда миләди 619 йыл тирәһендә булған.
Бер төндә Мөхәмәт ғәләйһис-сәләмгә Ябраил фәрештә килә һәм Бураҡ тигән атта Әл-Ҡудсиға (Иерусалимға) барырға ҡуша. Бураҡ Пәйғәмбәрҙе Фәләстингә Әл-Ҡудсиға килтерә. Бында Мөхәмәт ғәләйһис-сәләм Ибраһим, Муса һәм Ғайса пәйғәмбәрҙәр менән осраша һәм уларҙ менән йәмәғәт намаҙы уҡый, шунда имам була. Ҡөрьәндә әйтелгән кәрәмәт ошо хаҡта тип фараз итәләр (17:60)[1] әйтеүҙәренсә, Мөхәмәт ғәләйһис-сәләмгә Ҡәғбәтулла янында Уға Аллаһ Әл-Ҡудсины күрһәткән[2]. Был ваҡиғаны Ҡөрьәндәге сүрә лә раҫлай.
әл-Исра сүрәһе:
Үҙ ҡолон төндә «Харам мәсет»тән Беҙ аяттарыбыҙҙы күрһәтеү өсөн тирә-яғын бәрәкәтле иткән «Йыраҡ мәсет»кә күсергән затҡа дан! Ул, ысынлап та, ишетеүсе, күреүсе! |
Тәфсирҙәрҙә аңлатылыуынса, бында һүҙ Мәккәләге Харам-Мәсет — Әл-Харам мәсете, ә «Йыраҡ мәсет» тигәне Иерусалимдағы Әл-Аҡса мәсете тураһында бара.
Ошо төнгө сәфәренән Мөхәммәт Пәйғәмбәр намаҙ тураһында үәхи алып ҡайта[3]
Тәре һуғыштары
үҙгәртергәТәре йөрөтөүселәр Иерусалимды 1099 йылда баҫып алғас, мәсетте сиркәү һәм һарай итеп файҙаланғандар, әммә Сәләх әд-Дин уны азат иткәндән һуң мәсет яңынан эшләй башлаған.Тамплиер ордены тәре йөрөтөүселәренең штаб-квартираһы та ошонда урынлашҡан булған. .
Мәсет тарихынан
үҙгәртергәҒүмәр ибн әл-Хәттаб төҙөткән ғибәҙәтхана башта бәләкәй генә булған. Яйлап ҙурайтыла барған. 746, 1033 йылдарҙа мәсет ер тетрәү арҡаһында тулыһынса емерелгән, мәгәр яңынан аяҡҡа баҫтырылған. 1035 йылда Али әз-Зиһир икенсе мәсет төҙөткән, һәм әле лә шул мәсет һаҡлана, ваҡыт-ваҡыт реконструкция кисерә тора.
Бөгөн Иерусалимдың боронғо өлөшө Израилгә инә, әммә 1994 йылда Израиль менән Иордания араһында мәсет (бары тик мәсет кенә, ер аҫты коммуникациялары һәм ҡоролмалары инмәй) Иордания ҡарамағында һәм ҡурсыуында ҡала тип килешеү төҙөлгән.
Мәсет менән бәйле даими рәүештә йәһүдтәр менән фәләстиндәр араһында һуңғы ваҡыттарға тиклем низағтар сығып тора.
- 1969 йылғы янғын
1969 йылдың 21 авгусында Австралияның бер протестант сектанты Майкл Деннис Рохэн әл-Аҡса мәсетенә күп итеп яғыулыҡ индереп, янғын сығара һәм ҡаса. Израиль янғын һүндереүселәре килеп етһә лә, мәсеткә ныҡ зыян килә. Сәләх әд-Диндең 800 йыллыҡ мөнбәре юҡҡа сыға, бинаның башҡа урындарында ла етди емереклектәр хасил була. М. Рохэнды тоталар һәм Израиль медиктары уны психик ауырыу тип таба [4][5] 1974 йылда ул « гуманитар сәбәптәр» арҡаһында Австралияға оҙатыла, ул шунда психиатрик хастаханала үлә[6].
Мосолман донъяһында шау-шыу китә, быны йәһүдтәр ойошторған тип һанаусылар күп була, бәрелештәр, ҡан ҡойоштар булып ала.
Сәғүд Ғәрәбстаны короле Фейсал был ваҡиға менән файҙаланып 25 мосолман иленең башлыҡтарын Рабатта (Марокко) кәңәшмәгә йыя[5] 1980 йылдың майында һәм 1981 йылдың апрелендә лә экстермистик төркөмдәр мәсетте яндырырға маташып ҡарай.
Буталсыҡ
үҙгәртергәЙыш ҡына туристар алтын көмбәҙле Ҡая көмбәҙе мәсетен (Куббат әс-Сәхрә) мәсетен әл-Аҡса менән бутап яҙып ҡуялар.Мәгәр тап ябай күренешле әл-Аҡса мәсете әһәмиәте буйынса Ислам донъяһында өсөнсө урында тора.
- Әл-Аҡса мәсете. Иерусалим (әл-Ҡудс). Израиль
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ https:Ҡөрьән. Әл-Исра[1]
- ↑ Пиотровский М. Б. Исра // Мифы народов мира. М.: Советская энциклопедия, 1980
- ↑ Grabar, O., 1991
- ↑ Движение ХАМАС отметило годовщину поджога мечети Аль-Акса — Newsru.com
- ↑ 5,0 5,1 Daniel Pipes. Who Set Fire to Al-Aqsa Mosque in 1969? (ингл.) (21 август 2004). Дата обращения: 31 ғинуар 2013.
- ↑ Кафедра мечети Аль-Акса беспокоит ШАБАК . Институт религии и политики (22 ғинуар 2007). Дата обращения: 21 август 2012. Архивировано 18 октябрь 2012 года. 2013 йыл 2 июнь архивланған.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Исра и Мирадж |[2] 2011 йыл 1 октябрь архивланған.
- Пиотровский М. Б. Ал-Исра ва-л-Мирадж
- Schrieke B.Isrāʾ|brillonline=isra-SIM_3251
- Grabar O.al-Masd̲j̲id al-Ạkṣā.том=6