Йүша үбн Нун
Йүша үбн Нун (ғәр. يوشع بن نون — Йуша ' убн Нун) — ислам пәйғәмбәре, Муса пәйғәмбәрҙән һуң бәни Исраилгә ебәрелгән . Библиялағы пәйғәмбәр Ғайса Навин менән тиңләштерелә. Ҡөрьәндең «Әл-Маидә» сүрәһенең 23-сө аятында телгә алынған ике ирҙең береһе ул, икесеһе Библия персонажы Ҡәләб (Халев).
Йүша үбн Нун | |
ғәр. يوشع بن نون | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған урыны | Мысыр |
Вафат булған урыны |
Наблус[d] Алеппо |
Муса пәйғәмбәр менән бәйләнеше
үҙгәртергәЙүша пәйғәмбәр Мысырҙа Муса пәйғәмбәр заманында тыуған. Бәни Исраил улдары менән бергә Мысырҙан китә һәм Тих сүллегенә барып сыға. Атаһының исеме Нун, ә әсәһе, ихтимал, Муса пәйғәмбәрҙең һеңлеһе булғандыр[1]. ЙүшаМуса пәйғәмбәр менән бәйле күп ваҡиғаларҙың шаһиты була, сөнки ярҙамсыһы сифатында уны йыш оҙатып йөрөй. Мәҫәлән, ул Хызыр пәйғәмбәр менән осрашыу ваҡытында, Аллаһ Мусаға Вәғәҙә Ителгән Ергә инергә бойорған ваҡытта (ғәр. أرض الميعاد — ард әл-ми ' ад)[2] уның менән бергә була.
Пәйғәмбәр Йүша мөғжизәләре
үҙгәртергәҺуғыш ваҡытында Йүша пәйғәмбәр күп мөғжизәләр күрһәтә:
- Иерихонға поход ваҡытында исраилдәр ул заманда тулы һыулыраҡ булған Иордан йылғаһы аша сыға алмай. Шул Саҡта Йүша мөғжизә күрһәтә: Йордандың һыуы арҡырыға бүленә лә, ғәскәре йылғаны үтеп, Иерихонға яҡынлаша ала[1].
- Ҡәлғә диуарҙары ныҡлы булған ҡалаларҙың береһен ҡамау ваҡытында Йүша Аллаһтан ярҙам һорап доға ҡыла. Пәйғәмбәрҙең ғибәҙәте һөҙөмтәһендә ер тетрәп китә һәм ҡәлғәнең диуарҙары емерелә. Йәһүдтәр ҡалаға бәреп инә һәм уны баҫып ала[1].
- Ҡотдосто алырға килгәс, Йүша пәйғәмбәр доғаһынан һуң күк йөҙөндә ҡояш туҡтап ҡала һәм төн буйы байымай.[3]
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергәАли-заде, А. А. [394 Йуша ибн Нун] // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8 (рус.).