Иврит

Семит телдәр төркөмөндәге тел; еврей телдәренең береһе, Израилдең дәүләт теле

Иври́т, йәһүд теле (עִבְרִית , [iv'ʁit]?) — «йәһүд теле») — семит ғаиләһенә ҡараған тел, Исраилдең дәүләт теле, Европалағы ҡайһы бер общиналарҙың һәм диаспораларҙың теле. Ивриттың боронғо формаһы (боронғо йәһүд теле) — йәһүҙилектең традицион һәм изге теле.

Иврит
йәһ. עברית[1]
йәһ. עברית חדשה‎
Нигеҙләү датаһы 2 б.э.т. мең йыллыҡ[2]
Рәсем
Ҡыҫҡаса атамаһы ivritcə һәм ибрӣ
Кем хөрмәтенә аталған Древние евреи[d]
Дәүләт  Израиль
Барлыҡҡа килгән Израэлиты[d] һәм Израиль
Тел төрҙәре SVO[d]
Имеет грамматический род мужской род[d] һәм женский род[d]
Яҙыу Йәһүд алфавиты
Телде көйләүсе Академия языка иврит[d]
Телдә һөйләшеүселәр 9 303 950 кеше (2019)[3]
Телдең ЮНЕСКО статусы 1 именлектә[d][4]
Ethnologue каталогында тел статусы 1 Милли[d]
Ҡайҙа өйрәнелә гебраистика[d]
Пиктограмма
Карта распространения
Имеет спряжения hif'il[d], hitpa'el[d], huf'al[d], nif'al[d], pa'al[d], pi'el[d] һәм pu'al[d]
Викимедиа проекттарында тел коды he
 Иврит Викимилектә
Афразия телдәре

Хәҙерге иврит - ҡайтанан аяҡҡа баҫтырып алынған тел. Ул Исраил Дәүләтенең ХХ быуатта һөйләш теле һәм рәсми теле итеп көйләнгән.

Иврит (עִבְרִית) һүҙе йәһүд телендә сифат һүҙ төркөмөнә ҡарай; был сифат сафа (שׂפה - «тел», «телмәр») тигән женский родтағы исем һүҙгә ҡарағанға күрә "иврит" тигән сифат та еврей телендә женский родта тора.

Барлыҡҡа килеүе

үҙгәртергә

Беҙҙең эраға тиклем XIII һәм VII быуаттар араһында иврит үҙ аллы семит теленә әйләнә, үҙенә яҡын туғанлыҡта торған төньяҡ-көнбайыш тармаҡ (ингл. Northwest Semitic languages) телдәренән ныҡлы айырыла. Ивритса еврей эпосының иң боронғо ҡомартҡыһы — Библиялағы «Девора йыры» (Суд. 5), уның тексы яҡынса беҙҙең эраға тиклемге XII быуатҡа ҡарай.[5] Ивриттағы иң боронғо яҙмалар — «Ғезер календары» һәм Хирбет-Кияфалағы (ингл. Khirbet Qeiyafa) яҙма — беҙҙең эраға тиклем X быуат ҡомартҡылары. Был яҙмаларҙың телен, башҡа ҡәнғәни телдәрҙән айырмалы, нәҡ иврит тип табыу буйынса фәнни бәхәстәр дауам итә.

Үҫеш баҫҡыстары

үҙгәртергә
 
Пиктографик протосинай яҙмаһы, палеойеврей яҙмаһының элгәре тип фараз ителә
 
Палеоеврей яҙмаһы (яҙыу стиле бер аҙ үҙгәргән, хәрефтәр яҙыу тиҙлеген арттырыу маҡсатында ябайлаштырылған)

Боронғо еврей теле

үҙгәртергә

Библия осоро (беҙҙең эраға тиклем XII—II быуаттар)

үҙгәртергә

Сығанаҡ:

  • Иҫке Ғәһед (ул шулай уҡ Тана́х — «Тора, Невиим, Ктувим»).

Үҙенсәлектәре: грамматика һәм фонетика һаман семит телдәренә хас һыҙаттарҙы һаҡлай. Һуҙынҡылар бик ҡыҫҡаларға, ҡыҫҡаларға һәм оҙондарға бүленә.

Библиянан һуңғы осор (беҙҙең эраға тиклем I  — беҙҙең эраның II быуаты)

үҙгәртергә

Сығанаҡтар:

  • <i id="mwWg">Мишна́</i> (йәһүдилек ҡанундары йыйылмаһы (Телдән әйтелгән Ҡанун))
  • Ҡумран яҙмалары (1940-сы йылдарҙағы Үле диңгеҙ буйындағы ҡаҙылдыҡ табыштар)

Беҙҙең эраның I быуаты аҙағында боронғо еврей теле һөйләш теле булыуҙан туҡтай һәм дин йолалары башҡарыу теле булып ҡала.

Талмуд һәм Масореттар дәүеренең боронғо еврей теле (III—V быуаттар)

үҙгәртергә

Сығанаҡтар:

  • пию́т (еврей телендәге дини поэзия)
  • Мидраштар (Тораға аңлатмалар һәм тәфсирҙәр)

Был дәүерҙә йәһүди диненең «<i id="mwcQ">масо́рет</i>тар» («йолаларҙы һаҡлаусылар») тигән бер ағымында «тартынҡы» хәрефтәр эргәһендә «һуҙынҡыларҙы» тамғалау системаһын («<i id="mwcw">н</i>икуд») уйлап табалар. Никуд боронғо еврей текстарын уҡығанда һуҙынҡыларҙы әйтеүҙе яйға һала.

Иврит тәүҙә арами лексикаһы менән тулылана (был процесс урта быуаттарҙа ла дауам итә). Ҡылым   системаһы үҙгәртеп ҡорола — элекке аспект (тамамланған һәм тамамланмаған) категорияһы ҡабаттан ҡарала; ҡылым ваҡыттары системаһын үҙгәртеү һөҙөмтәһендә ҡайһы бер «сифатты аңлатҡан» рәүештәр үҙ аллы һүҙ булып китә.

Урта быуаттар ивриты (XXVIII быуаттар)

үҙгәртергә

Сығанаҡтар:

  • испан поэзияһы (Йегуда Галеви, Ибн-Эзра, Ибн-Гебироль, Альхаризи);
  • Тора менән Талмудҡа аңлатмалар (Раши, Маймонид, Нахманид);
  • каббалистика әҙәбиәте;
  • фәнни әҙәбиәт (фәлсәфә, медицина, география, филология, тарих).

Иврит һөйләш теле түгел, әммә еврейҙар уны һаман өйрәнә, ошо телдә дини китаптар уҡый, хеҙмәттәр яҙа, башҡа илдәрҙәге еврейҙар менән аралаша. Ивриттың төп «көнәркәше» булған арами теле ҡулланыуҙан төшөп ҡала. Ивриттың бер нисә өн әйтеү нормаһы: ашкеназ (Европала, Испания ғына инмәй), сефард (башлыса, мосолман илдәрендә, Испанияла, Грецияла, өлөшләтә Италияла), йемен нормалары барлыҡҡа килә. Сефард нормаһы боронғо әйтелештең үҙенсәлектәрен яҡшыраҡ һаҡлаған, әммә унда ҡыҫҡа һәм оҙон һуҙыеҡылар араһындағы айырма юғалтылған. Ашкеназ нормаһы немецса әйтелештең ҡайһы бер һыҙаттарын үҙләштергән; оҙон һуҙынҡылар дифтонгтарға әйләнә, һуҙынҡылар һәм тартынҡылар системаһы ныҡ ҡына үҙгәртелә. Сифат үҙ аллы һүҙ төркөмөнә әйләнә.

Шуныһы ҡыҙыҡ: XVII быуатта Европа филологияһында фин теле менән ивриттың ҡәрҙәшлеге теорияһы йәшәй.

Иврит телендәге әҙәбиәт Европа мәҙәниәтенең бер өлөшөнә әүерелә.

Сығанаҡтар:

  • иврит телендәге гәзит-журналдар;
  • романдар, хикәйәләр, пьесалар, новеллалар һ.б. (мәҫәлән, Менделе Мойхер-Сфорим китаптары);
  • бөтә фәндәр буйынса мәктәп дәреслектәре.

Яңыртылған иврит (XX быуат башынан)

үҙгәртергә

18 быуат буйы тик китап теле тип иҫәпләнгән тел көндәлек һөйләш теле, Израиль Дәүләтенең дәүләт теле булып китә. Был энтузиастар тырышлығы һөҙөмтәһе була, уларҙың иң билдәлеһе — Элиэзер Бен-Йегуда.

Ивритаты тергеҙеү фекере диаспора мираҫы һәм сит хакимлыҡтар аҫтында йәшәргә мәжбүр булған еврейҙар һөйләшкән телдәр (Телдәр һуғышы) менән араны өҙөргә ынтылған сионизм идеологияһының айырылғыһыҙ өлөшө була. Был йәһәттән 1935 йылда ғалим, либерал, Европа интеллектуалы һәм Израилдең буласаҡ беренсе президенты Хаим Вейцмандың әйткәне  әһәмиәтле: «Беҙ Эрец-Исраэлгә Варшава, Пинск һәм Лондон тормошон ҡабатлар өсөн килмәнек. Сионизмдың асылы — еврейҙар сит мәҙәниәттәр баҫымы аҫтында үҙләштергән бөтә ҡиммәттәрҙе үҙгәртеү».

Немец еврейҙарының үҙ-ара ярҙам берлеге (Хильфсферайн) 1904 йылда Йәрүсәлимдә иврит уҡытыусылары өсөн беренсе уҡытыусылыҡ семинарияһын һәм 1905 йылда Яффола «Герцлия» гимназияһын — донъяла уҡытыу иврит телендә алып барылған беренсе урта мәктәпте асҡанға йөҙ йылдан ашыу ваҡыт үтте. ХХ быуаттың беренсе сирегендә Эрец-Исраэлгә күсеп килгән икенсе һәм өсөнсө тулҡын репатрианттар ғаиләләрендә ивритты ғаиләләрҙә , киббуцтарҙа һәм ауыл хужалығы торамаларында аралашыу теле итеп ирекле (ҡайһы берҙә мәжбүри ҙә) һайлау уңыштың төп шарты була.

Израиль Дәүләте барлыҡҡа килгәндең тәүге осорҙарында ивритты индереү бик ҡаты ысулдар менән алып барыла. Артабан, башҡа еврей телдәрен тулыһынса ҡыҫырыҡлап сығарғас, дәүләттең ул телдәргә мөнәсәбәте йомшара. 1996 йылда идиш һәм ладино телдәрендәге мәҙәни мираҫты һаҡлау тураһында закондар сығарыла.

2018 йылда ҡабул ителгән «Израиль — еврей халҡының милли дәүләте» тигән закон ивритты Израиль Дәүләтенең берҙән-бер дәүләт теле итеп раҫлай (ғәрәп теле дәүләт теле статусын юғалты, әммә уның айырым статусы нығытыла).

СССР-ҙа иврит

үҙгәртергә

Иврит телендәге һуңғы нәфис баҫма  — Б. Фрадкиндың «Алей асор» («Ун ҡыллы лирала») тигән китабы - 1927 йылда баҫылып сыға, унан һуң дөйөм ихтыяжға дини материалдар ғына (календарҙар, доғалыҡтар) баҫылғылай.

Совет әҙәбиәтендә ивритты оҙаҡ ваҡыттар буйы «боронғо еврей теле» тип йөрөтәләр, хатта Израилдә уны тергеҙеү мәсьәләһе хәл ителгәс тә был дауам итә, моғайын, сәйәси маҡсаттандыр, «иҫке һәм үле» иврит телен «заманса һәм тере» еврей теленә — идишҡа ҡаршы ҡуйыу өсөн дәлер. СССР-ҙа 1953 йылда Сталин үлгәндән алып 1967 йылғы Алты көнлөк һуғышҡа тиклемге аралыҡта, Израиль менән СССР араһында дипломатик мөнәсәбәттәр булғанда, хәҙерге ивритҡа нейтраль мөнәсәбәт булып ала. 1963 йылда Ф. Л. Шапиро әҙерләгән «Иврит-русский словарь» баҫыла, унда грамматика буйынса Б.&nbsp;Я.&nbsp;Гранде яҙған ентекле һәм ҙур күләмле очерк та була, һуңынан ул 1960—1980-се йылдарҙа ивритты йәшерен өйрәнгән саҡта ҡулланма булып хеҙмәт итә. «Поэзия Израиля» йыйынтығы сыға, унда ивриттан тәржемәләр ҙә инә. Совет китапханалары был осорҙа Израилдә иврит телендә баҫылған китаптарҙы ла алғылай, әммә СССР-ҙа иврит телен уҡытыу бер ерҙә лә алып барылмай тиерлек.

1967 йылда Алты көнлөк һуғыштан һәм совет-израиль мөнәсәбәттәрен өҙгәндән һуң, СССР-ҙа ивритты өйрәнеүселәр һәм өйрәтеүселәр (киң күләмле булмаған ғилми тикшеренеү өсөн өйрәнеүҙән, мәҫәлән, университеттарҙың Көнсығыщты ҡйрәнеү бүлексәләренән тыш) сионистарға (йәғни эмигранттарға  — «совет Ватанына хыянат итеүселәргә», һуңынаныраҡ, БМО-ның 1975 йылда ҡабул ителгән һәм 1991 йылда юҡҡа сығарылған 3379-сы резолюцияһына ярашлы, «расистарға») тиңләнә. Уларҙы эштән йә вуздан ҡыуыу еңелләшә, ә ҡайһы бер иврит уҡытыусылары төрлө сәбәп менән төрмәгә ябыла  — мәҫәлән, Эфраим Холмянский, Юлий Эдельштейн һәм башҡалар менән шулай була.

1987 йылда СССР-ҙағы йәшерен иврит уҡытыусылары «Игуд а-морим» — иврит уҡытыусылары профсоюзын ойоштора. Зеэв Гейзель, Лев Городецкий һәм Авигдор Левит уның рәйестәре була.

Үҙгәртеп ҡороуҙан һуң совет осоронан һуңғы мөхиттә яйлап рәсми даирәләрҙә лә «боронғо еврей теле» урынына «иврит» атамаһы ҡулланыла башлай.

Уҡыу һәм яҙыу

үҙгәртергә
  • Иврит яҙыу өсөн еврей алфавитын ҡуллана, ул арами һәм идиш кеүек үк, квадрат шрифтлы.
  • Квадрат шрифт — алфавит төрө (ивритса — алеф-бет). Ул, алфавитһыҙ системаларҙан (өлөшләтә боронғо мысыр, ҡытай) айырмалы, һәр тамғаның (хәрефтең) бтлдәле бер өнгә тап килеүенән ғибәрәт, ә алфавитһыҙҙарҙа һәр тамға төшөнсәне (идеограмма) йә өндәр берләшмәһен (ижекле яҙыу) билдәләй.
  • Иврит алфавитында 22 хәреф, һәи хәреф тартынҡы өнгә тап килә (консонанталы яҙыу). Ивритта һуҙынҡы өндәрҙе белдергән бер хәреф тә булмай, әммә дүрт хәреф (әлеф, хей, йуд һәм вав) тик тартынҡы өндәрҙе белдергән хәреф булыуҙан туҡтап, матрес лекционис («уҡыу инәһе») сифатында һуҙынҡыларҙы белдереү өсөн дә ҡулланыла. Яҙыуҙа хәрефтәр уңдан һулға ҡарай теҙелә, хәрефтәр бер-береһенә тоташтырылмай (ҡулъяҙмаларҙа гел генә улай түгел), ә юлдар өҫтән аҫҡа ҡарай теҙелә.
  • Һуҙынҡылар махсус билдәләр (некудот) ярҙамында тамғалана, улар хәреф тирәләй (өҫтөндә, аҫтында, һулдан) ҡуйылған нөктәләр һәм һыҙыҡтар йыйылмаһынан (никуд) тора. Никуд белдергән һуҙынҡы никудлы тартынҡы өндән һуң әйтелә. Әгәр тартынҡынан һуң һуҙынҡы булмаһа, хәреф аҫтында уҡылмай торған шва тамғаһы тора. Ҡайһы берҙә никуд нөктәләре һәм һыҙыҡтары дүрт «уҡыу инәһе» менән бергә килә; бындай осраҡта был хәрефтәр тартынҡы итеп уҡылмай, ә һуҙынҡыны белдереү өсөн хеҙмәт итә.
  • Күп осраҡта текстарҙа никуд тамғалары ҡуйылмай. Улар түбәндәге осраҡтарҙа ғына мотлаҡ була:
  • дини текстарҙа,
  • йырҙарҙа һәм шиғырҙарҙа,
  • һүҙлектәрҙә,
  • мәктәп һәм ульпандарҙа,
  • балалар өсөн китаптарҙа,
  • ҡайһы берҙә — сит телдәрҙәге һүҙлектәрҙә һәм төрлөсә уҡыла алған һүҙҙәрҙә
һәм башҡаларҙа.

Иврит грамматикаһына ярашлы, һүҙҙең тамырында һуҙынҡылар булмай.

Тексты никудһыҙ уҡыуҙы еңелләштерер өсөн «тулы яҙыу» (йәһ. כתיב מלא‎) ҡулланыла, йәғни «у», «о» өндәренең ҡайһы берҙәре - вав хәрефе, «и», «э» өндәре - йуд, сит телдәрҙән үҙләштерелгән һүҙҙәрҙә ҡайһы бер «а», «э» өндәре әлеф хәрефе менән тамғалана, бынан тыш, «в» һәм «й» тартынҡыларын белдергән вав һәм йуд хәрефтәре айырым осраҡтарҙа парлы итеп яҙыла.

Һуҙынҡы өндәрҙе тамғалау

үҙгәртергә

Некудот тамғалары һуҙынҡы өндәрҙе тамғалау өсөн хеҙмәт итә. Произношение звуков «а», «э», «и», «о», «у» примерно соответствует русскому произношению. Согласные в иврите никогда не палатализуются (не смягчаются) перед гласными «и» или «е (э)».

Никуд тамғаһы
Атамаһы
Һүрәтләнеше Уҡылышы
ַ Патах Хәреф аҫтында горизонталь һыҙыҡ «а»
ָ Камац Хәреф аҫтында т-ға оҡшаш билдә «а»
ֵ Цере Хәреф аҫтында горизонталь урынлашҡан ике нөктә «э»
ֶ Сэголь Хәрнф аҫтында түбәһе менән аҫҡа ҡараған тигеҙ яҡлы өсмөйөш кеүек урынлашҡан өс нөктә «э»
ִ Хирик Хәреф аҫтындағы нөктә «и»
י ִ Хирик менән йод Хәреф аҫтында нөктә һәм киләһе хәреф йод «и»
ֹ Холам хасэр Хәрефтең өҫтөндә һул яҡта нөктә «о»
וֹ Холам мале Өҫтөндә нөктәле вав хәрефе «о»
ָ Камац катан Хәреф аҫтында т-ға оҡшаш билдә (камац кеүек) «о»
ֻ Куббуц Хәреф аҫтында диагональ буйынса урынлашҡан өс нөктә «у»
וּ Шурук Эсенә нөктә ҡуйылған вав хәрефе «у»

Бынан тыш, ҡайһы бер баҫымһыҙ һуҙынҡылар (э, а, о) шва ְ(хәреф аҫтында ике вертикаль нөктә) тамғаһы йә шваның сэголь, камац һәм патах тамғалары (бөтәһе лә хәреф аҫтына ҡуйыла һәм һуңғыларының атамаһы алдан хатаф һүҙен ҡушып әйтелә) менән берләшмәһе ярҙамында тапшырыла ала.

Хатаф ҡатнаш тамғалау:

Ни

Никуд тамғаһы
Атамаһы
Һүрәтләнеше Уҡылышы
ֳ хатаф-камац камац + шва унан уңда баҫымһыҙ «о» өнө
ֲ хатаф-патах патах + шва унан уңда баҫымһыҙ «а» өнө
ֱ хатаф-сэголь сэголь + шва унан уңда баҫымһыҙ «э» өнө


Хәрефтәр

үҙгәртергә

Миҫалдар:

Хәреф Һан мәғәнәһе

(гематрия)
Атамаһы Транслитерация Әйтелеше (МФА)
башта

уртала
аҙаҡта Стандарт Ашкеназса Ивритса * Русса ** Ябайлаштырылған Израилсә Ашкеназса Сефардса Реконструкцияһы
Мишна Библ.
א 1 А́леф А́леф אָלֶ"ף ' ʾ ' [ ʔ, - ] [ — ] [ ʔ, - ] [ ʔ, - ] [ʔ ]
ב 2 Бет (Вет)*** Бейс (Вейс)*** בֵּי"ת б, в b, ḇ b, v [ b, v ] [b, v~v̥ ] [ b, b~β~v ] [ b, β ] [ b ]
ג 3 Ги́мель Ги́мель גִימֶ"ל г g, ḡ g [ ɡ ] [ɡ~ɡ ̊] [ ɡ, ɡ~ɣ ] [ ɡ, ɣ ] [ ɡ ]
ד 4 Да́лет До́лес דָלֶ"ת д d, ḏ d [ d ] [ d~d̥ ̊] [ d̪~ð ] [ d̪, ð ] [ d ̪]
ה 5 хе хэй הֵ"א (h), х, г h, Ḏ h [ h~ʔ, - ] [ h, — ] [ h, — ] [ h, — ] [ h ]
ו 6 Вав Вов וָ"ו в, у, о w w [ v ] [ v~v̥ ] [ v ] [ w ] [ w ]
ז 7 За́ин За́ен זַיִ"ן з z z [ z ] [ z~z̥ ] [ z ] [ z ] [ dz ]
ח 8 Хэт Хэс חֵי"ת х h`, x [ χ~ħ ] [ x ] [ ħ ] [ ħ, x ] [ ħ, x ]
ט 9 Тэт Тэс טֵי"ת т t` [ t ] [ t ] [ t̪ ] [ t̪ˁ ] [ t̪ʼ ]
י 10 Йуд Йод יוֹ"ד й y y [ j ] [ j ] [ j ] [ j ] [ j ]
‭כ ך 20 Каф (Хаф)*** Коф (Хоф***) כָּ"ף к, х k, ḵ k, kh [ k, χ ] [ k, x ] [ k, x ] [ k, x ] [ k ]
ל 30 Ла́мед Ло́мед לָמֶ"ד л l l [ l ] [ l~ɫ ] [ l ] [ l ] [ l ]
‭מ ם 40 Мем Мем מֵ"ם м m m [ m ] [ m ] [ m ] [ m ] [ m ]
‭נ ן 50 Нун Нун נוּ"ן н n n [ n ] [ n ] [ n̪ ] [ n̪ ] [ n̪ ]
ס 60 Са́мэх Со́мэх סָמֶ"ך с s s [ s ] [ s ] [ s ] [ s ] [ ts ]
ע 70 А́ин А́ен עַיִ"ן ` ` ` [ ʔ ~ ʕ, – ] [ — ] [ ʕ, ŋ, – ] [ ʕ, ɣ ] [ ʕ, ɣ ]
‭פ ף 80 Пэ (Фе)*** Пэй (Фэй)*** פֵּ"א п, ф p, ph p, ph [ p, f ] [ p, f ] [ p, f ] [ p, ɸ ] [ p ]
‭צ ץ 90 Ца́ди Цо́ди צָדִ"י с, ц s` [ ʦ ] [ ʦ ] [ ʦ ] [ sˁ ] [ʦʼ, ʧʼ, t͡ɬʼ]
ק 100 Коф Куф קוֹ"ף к k k [ k ] [ k ] [ k ] [ q ] [ kʼ ]
ר 200 Рэш Рэйш רֵי"ש р r r [ ʁ ] [ ʀ ] [ r~ɾ ] [ ɾ ] [ ɾ ]
ש 300 Шин (Син) Шин (Син) שִׁי"ן

(שִׂי"ן)

ш, с š, ś sh, lh [ ʃ, s ] [ ʃ, s ] [ ʃ, s ] [ ʃ, ɬ ] [ ʧ, t͡ɬ, s ]
ת 400 Тав Тов (Сов)*** תָ"ו т t, ṯ t, th [ t ] [ t, s ] [ t̪, θ ] [ t̪, θ ] [ t̪ ]
Иҫкәрмәләр

Хәҙерге иврит теленең грамматикаһы боронғо еврей теленең грамматикаһынан ныҡ ҡына айырыла. Уға элек киң таралған еврей телдәре, айырыуса идиш менән ладиноның йоғонтоһо ҙур була. Мөһим үҙгәрештәр:

Тел әле лә байыуын дауам итә, был эшкә Иерусалимдағы. Иврит теле академияһы ғалимдары ҙур өлөш индерә. Телдең байыуы түбәндәге юлдар менән бара:

Һүҙ аҙағындағы хәрефтәр

үҙгәртергә

Биш хәреф төрлөсә яҙыла — һүҙҙең башында һәм уртаһында бер төрлө, аҙағында — икенсе төрлө:

Һүҙҙең башында һәм уртаһында Һүҙ аҙағында
Каф כ Каф-софи́т ך
Мем מ Мем-софи́т ם
Нун נ Нун-софи́т ן
Пей פ Пей-софи́т ף
Цади צ Цади-софи́т ץ


Грамматикаһы

үҙгәртергә

Хәҙерге иврит грамматикаһы боронғо еврей теле грамматикаһынан ныҡ айырыла. Уға еврей телдәренән идиш һәм ладиноның йоғонтоһо көслө. Иң мөһим үҙгәрештәрҙең ҡайһы берҙәре:

  • һүҙ тәртибе SVO-ға әйләнә (эйә-ҡылым-тура тултырыусы) (элек VSO була, ҡылым-эйә-тура тултырыусы);
  • ҡылым замандарының иҫке системаһы үҙгәртелеп, үткән һәм киләсәк замандар булдырыла, хәҙерге заман сифат ҡылым менән бирелә башлай;
  • бергә егелгән конструкциялар (смихут) башлыса тотороҡло һүҙбәйләнештәрҙә һаҡлана; башҡа осраҡтарҙа йышыраҡ шель киҫәксәле конструкциялар ҡулланыла;
  • ҡылымдары эргәһендәге бергә яҙылған объект алмаштарын эт предлоглы конструкция биләй.

Лексикаһы

үҙгәртергә

Иерусалимдағы Иврит теле академияһы ғалимдары телде байытыу өҫтөндә эшен даууам итә. Бының ысулдары:

1. Боронғо һүҙҙәрҙең мәғәнәһен үҙгәртеү

Миҫалдар:

  • анива́ (עניבה) һүҙе Мишнала уҡ (II быуат), унан һуң Урта быуаттарҙа ла (Маймонидтарҙа осрай) таҫманың айыым бер төрөн аңлата, хәҙер был һүҙ «галстук»ты аңлата;
  • алуф (אלוף) һүҙе борон «ҡәбиләнең ғәскәр башлығы, меңсе» мәғәнәһен аңлатҡан, ул э́леф (אלף = «мең») һүҙенән яһалған булған, хәҙер — ул «генерал» хәрби званиены, шулай уҡ «чемпион»ды аңлата.

2. Телдә йәшәп килгән тамырҙарҙан иврит грамматикаһы ҡағиҙәләренә ярашлы яңы һүҙҙәр яһау.

Миҫал:

әлеге һүҙҙәргә оҡшатып:

  • маХШе́В (מחשב) = «компьютер»

(һүҙмә-һүҙ: «хисаплаусы», ХиШеВ нигеҙенән (חישב = «(ул) хисапланы»));

иҫке һүҙҙәргә оҡшатып:

  • Мазле́г (מזלג) = «сәнске»,
  • Мазре́к (מזרק) = «шприц» һ.б.

3. Телдең үҙенсәлеге  — «ҡуша егеүле конструкция», ике йә унан да күберәк исемдән торған һүҙбәйләнеш (смиху́т), беренсе һүҙе ҡайһы берҙә билдәле бер фонетик закондар буйынса үҙгәрә (был форма нисма́х тип атала).

Миҫал:

  • Бейт-се́фер (בית-ספר) — «мәктәп», ба́ит (בית = «йорт») +се́фер (ספר = «китап») тигәндән;
  • Шем-мишпаха́ (שם משפחה) — «фамилия», шем (שם = «имя») + мишпаха (משפחה = «ғаилә») тигәндән;
  • Бат-Ям (בת-ים) — «диңгеҙ ҡыҙы», «һыуһылыу» бат (בת = «ҡыҙ») + ям (ים = «диңгеҙ») тигәндән;
  • Купа́т-холи́м (קופת חולים) — «дауахана кассаһы» (медицина страхка ойошмаһы) купа́ (קופה = «касса») + холи́м (חולים — «ауырыуҙар» (күплектә)) тигәндән.

Бындай һүҙбәйләнештәр бер һүҙгә лә әйләнгеләй.

Мәҫәлән:

  • кадуре́гель (כדורגל) — «футбол» (каду́р (כדור) = «туп», ре́гель (רגל) = «аяҡ»);
  • мигдало́р (מגדלור) — «маяҡ» (мигда́ль (מגדל) = «башня», ор (אור) = «яҡтылыҡ»).

4. Ҡатмарлы ҡыҫҡартмалар (вуз, колхоз йә КПСС кеүек)

Ҡатмарлы ҡыҫҡартмаларҙың һуңғы хәрефе менән унан алдағы хәреф араһына ғәҙәттә икеләтелгән апостроф (") ҡуйыла.

Миҫалдар:

  • ғалим Рашиҙың исеме — Рабейну Шломо Ицхаки (רש"י= остазыбыҙ Шломо Ицхаҡ улы);
  • тапу́з (תפוז= әфлисун) ике һүҙҙе ҡушып яһалған: «тапу́ах» һәм «заха́в» (һүҙмә-һүҙ = «алтын алма»);
  • Иҫке Ғәһедтең еврейса атамаһы  — Танах (תנ"ך), Тора, Невиим, Кетувим («Бишкитап, Пәйғәмбәрҙәр, Яҙмалар») тип тарҡатыла.

5. Сит телдәрҙән үҙләштермәләр

Мәҫәлән:

те́лефон (טלפון), униве́рсита (אוניברסיטה), о́тобус (אוטובוס), я́нуар - ғинуар (ינואר) һ.б

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. https://github.com/unicode-org/cldr/blob/main/common/main/he.xml
  2. Кристал Д. The Cambridge Encyclopedia of LanguageИздательство Кембриджского университета, 1987. — Б. 316. — ISBN 978-0-521-42443-1
  3. Ethnologue (ингл.) — 25, 19 — Dallas, Texas: SIL International, 1951. — ISSN 1946-9675
  4. Красная книга языков ЮНЕСКО
  5. Serge Frolov, Department of Religious Studies, Dedman College, Southern Methodist University How Old Is the Song of Deborah? (инг.) // Journal for the Study of the Old Testament. — 2011. — № 36. — С. 163—184.
 
Википедия

 

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Һүҙлектәр

үҙгәртергә
  • The Even-Shoshan Dictionary, 6 volumes, in Hebrew. Renewed and Updated, 2003.
  • Brown F., Driver S.R., Briggs C.A. A Hebrew and English Lexicon of the Old Testament. Oxford, 1907.
  • Koehler L., Baumgartner W., Stamm J.J. The Hebrew and Aramaic Lexicon of the Old Testament. Leiden; Boston; Köln, 2001.
  • A dictionary of the Targumim, the Talmud Babli and the midrashic literature, by Marcus Jastrow
  • Gustaf Dalman, Aramäisch-neuhebräisches Handwörterbuch zu Targum, Talmud und Midrasch. Frankfurt am Main, 1922.
  • Шапиро Ф. Л., под ред. Гранде Б. М. Иврит-русский словарь. Москва, 1963.
  • Клайнбарт М., Соломоник А. Иврит-русский словарь (с обратным алфавитным указателем и ключом глагольных основ). Иерусалим, 1987.
  • Еврейско(иврит)-русский словарь (составил Михаэль Дрор, при участии Иосифа Гури и Иехезкеля Керена, под редакцией Шломо Эвен-Шошана и Иехезкеля Керена). Изд-во «Ам Овед», 1990.
  • Графов А. Э. Словарь библейского иврита. — М. : Текст, 2019. — 702 с. — ISBN 978-5-7516-1537-6.
  • Онлайновый словарь иврита, Большой иврит-русский и русско-ивритский словарь под ред. д-ра Б. Подольского