Йәш төрөктәр

Ғосман империяһындағы сәйәси хәрәкәт

Йәш төрөктәр (төр. Jön Türkler) — Ғосман империяһындағы сәйәси хәрәкәт, 1876 йылдан башлап либераль реформалар үткәреү һәм конституцион дәүләт ҡоролошо урынлаштырыу өсөн көрәшә. Йәш төрөктәр солтан Әбделхәмит II-не ҡолатыуға (1908) һәм өлөшләтә булһа ла көнбайыштағы кеүек реформалар үткәреүгә өлгәшә, ләкин Төркиәнең Беренсе донъя һуғышында еңелеүенән һуң власты юғалталар. Мостафа Кәмал Ататөрк еңгәс, йәш төрөктәрҙең күбеһе кәмалсы «Республика халыҡ партияһы» (Cumhuriyet Halk Partisi) эшмәкәрлегенә ҡушыла.

Йәш төрөктәр
Рәсем
Дәүләт  Ғосман империяһы
Сәйәси идеология конституционализм[d] һәм реформизм[d]
 Йәш төрөктәр Викимилектә

Тәүшарттар

үҙгәртергә

1870-се йылдарҙан алып Төркиә империалистик державаларҙың ярымколонияһына әүерелә бара, әммә Балҡан ярымутрауында һәм Яҡын Көнсығышта империалистик илдәр араһында ыҙғыш көсәйеүе уларҙың төрөк биләмәләрен тулыһынса бүлгеләп алыуына аяҡ сала. Ғосман империяһының тарҡалыуын һәм финанс ҡоллоғона батыуын тиҙләткән башҡа сәбәптәргә уның донъя капиталистик етештереүенә ылыҡтырылыуы өҫтәлә. Төркиәлә сит илдәрҙең концессион предприятиелары, сит ил банктары күбәйә. Сит илдәр уның сеймал сығарыу сәнәғәтенә һәм экспорт культураларын эшкәртеү тармаҡтарына капитал һала. Сәнәғәт үҫеше кимәле буйынса Төркиә Европала иң һуңғы урында һәм Азияла иң арттағыларҙың береһе була. Сәнәғәттә һәм транспортта эшләгән кешеләрҙең һаны 40-50 меңдән артмай.

Державаларҙың яңынан ҡыҫыла башлауынан ҡурҡып (1870-се йылдарҙа Герцеговинала, Боснияла, Болгарияла милли-азатлыҡ ихтилалдары барыуына һәм Төркиәнең финанс банкротлығына төшөүенә бәйле), «яңы ғосмандарға» ҡушылған төрөк дәүләт эшмәкәре Мидхәт паша хөкүмәттең бер нисә ағзаһы менән бергәләп дәүләт түңкәрелеше ойоштора (1876 йылдың 30 майы), бының һөҙөмтәһендә солтан Абдул Азиз (1861—1876 йылдарҙа идара итә) ҡолатыла, власть Мидхәт пашаға һәм уның менән булған «яңы ғосмандарға» күсә. Солтан Әбделхәмит II (1876—1909 йылдарҙа идара итә) Мидхәт паша һәм Намыҡ Кәмал тарафынан эшләнгән конституция проектын раҫлай, һәм 1876 йылдың 23 декабрендә «Мидхәт конституцияһы» халыҡҡа еткерелә.

Әммә 1877 йылдың башында уҡ солтан Мидхәт пашаны бөйөк вәзир вазифаһынан бушата, «яңы ғосмандарҙың» күпселеген репрессиялай, ә 1878 йылдың февралендә конституция буйынса һайланған парламентты тарата һәм самодержавиесыл «золом» режимын урынлаштыра.

 
Парижда ғосман оппозицияһының конференцияһы. XX быуат башы

Төркиәнең 1877—1878 йылдарҙағы рус-төрөк һуғышында еңелеүе Балҡанда төрөк хакимлығының бөтөнләй юҡҡа сығыуына һәм башҡа төбәктәрҙә лә ҡайһы бер биләмәләрен юғалтыуға килтерә. 1878 йылғы Берлин конгресы балҡан халыҡтарының күбеһенең бойондороҡһоҙлоғон таный. 1881 йылда Франция Тунисты баҫып ала, 1882 йылда Бөйөк Британия Мысырҙы оккупациялай (1914 йылда Британия протектораты тип иғлан ителә). 1881 йылда сит ил кредиторҙары солтанды Оттоман дәүләт бурысы идаралығын ойоштороуға ризалашырға мәжбүр итә, был ойошма ҡарамағына Төркиәнең ҙур килем сығанаҡтары күсә һәм илдең финанстарына контроль урынлаштырыла. Сил ил йоғонтоһо Төркиә армияһына ла, жандармерияға ла, флот, таможня һәм башҡа ведомстволарға ла тарала.

Халыҡты бойондороҡло тоторға тырышып, Әбделхәмит II азат фекер йөрөтөүҙе аяуһыҙ баҫтыра, милләт-ара һәм дин-ара дошмансыллыҡ сәсә, мосолмандар менән христиандарҙы бер-береһенә һөсләтә. 1890-сы йылдарҙа, Әбделхәмит II-нең ҡушыуы буйынса, Самсунда һәм Кесе Азияның башҡа округтарында, шулай уҡ Истанбулда әрмәндәрҙе ҡырыу башлана, бер нисә йөҙ мең әрмән һәләк ителә. Әммә «золом» илдәге прогрессив көстәр үҫешен туҡтата алмай.

Йәш төрөктәрҙең барлыҡҡа килеүе

үҙгәртергә

XIX быуат аҙағында йәш төрөктәр «яңы ғосмандарҙың» сәйәси вариҫы сифатында таныла. Фәйләсүф Абдулла Жәүдәт комитеттың формаль булмаған лидеры була, әммә ул үҙе сәйәсәткә ҡыҫылмай, мәғрифәтселек менән шөғөлләнә. Йәш төрөктәр даирәһендә радикаль ҡанат барлыҡҡа килә, ул йәш офицерҙарҙан тора, уларға Әнүәр паша, Талаат паша һәм Жәмал паша етәкселек итә.

XX быуат башында балҡан халыҡтарының милли-азатлыҡ көрәше көсәйеүе Төркиәлә революцион хәлдең тыуыуына этәргес бирә.

Йәш төрөктәр инҡилабы һәм уның эҙемтәләре

үҙгәртергә
 
Йәш төрөк офицерҙары

Башлыса офицерҙарға таянып, Әхмәт Ниязи бей етәкселегендәге йәш төрөктәр 1908 йылдың июлендә ҡораллы ихтилалға күтәрелә, һөҙөмтәлә, солтан Әбделхәмит II 1876 йылғы конституцияны ҡабат ғәмәлгә индерергә һәм парламент йыйырға мәжбүр була (1908 йылғы Йәш төрөктәр инҡилабы). 1909 йылдың апрелендә реакцион даирәләр Истанбулда солтандың сикләнмәгән власын тергеҙеү маҡсатында контрреволюцион фетнә ойоштора. Әммә эштәре барып сыҡмай, Абдул Хәмит II тәхеттән яҙа (парламент үҙ һүҙе булмаған Мәхмәт V-не солтан итеп һайлай), әммә ошо мәлдән йәш төрөктәр үҙҙәре реакцион ҡараштарға күсә башлай. Министр, парламент һәм административ вазифаларҙы ҡулдарына алғас, улар золомдан әллә ни айырылмаған диктаторлыҡ режимын урынлаштыра.

Йәш төрөктәрҙең ярым-ярты реформалары Ғосман империяһының феодаль-клерикаль ҡоролошон әллә ни үҙгәртмәй. Азатлыҡ өсөн көрәш империяның төрөк булмаған бөтә өлкәләрен (славян, ғәрәп, әрмән һәм башҡа ерҙәр) солғап алғас, ә 1911—1912 йылдарҙағы итальян-төрөк һуғышы һәм 1912—1913 йылдарҙағы Балҡан һуғыштары ғосмансылыҡ иллюзияһын тулыһынса емергәс, йәш төрөктәр пантөркиселек реакцион идеяһын алға һөрә башлай. Улар шулай уҡ панисламсылыҡ лозунгыларын киң файҙалана. Йәш төрөктәр төрөк халҡына еңеллек килтермәй. 1913 йылда үткәрелгән кадастр, ергә шәхси милекселекте нығытып, крәҫтиәндәрҙең ерһеҙ ҡалыуын көсәйтә. Эшселәрҙең забастовкалары властар тарафынан баҫтырыла, йәш төрөктәр инҡилабынан һуң Төркиәлә барлыҡҡа килгән демократик һәм социалистик ойошмалар эҙәрләүгә дусар була. Итальян-төрөк һуғышынан һуң Төркиә Африкалағы һуңғы биләмәләрен (Триполитания һәм Киренаика), шулай уҡ Додеканес утрауҙарын юғалта. Балҡан һуғыштарынан һуң Европала Төркиә ҡулында Көнсығыш Фракия менән Әдирнә генә ҡала.

Йәш төрөктәрҙең тар-мар ителеүе

үҙгәртергә
 
İkdam гәзитендә йәш төрөктәр «триумвиратының» ҡасыуы тураһындағы хәбәр, 1918 йыл

1914 йыл башынан Төркиәлә власть Әнүәр паша, Талаат паша һәм Жәмал паша етәкселегендәге йәш төрөктәр ҡулында була. Улар 1914 йылда Төркиәне Германия яғында Беренсе донъя һуғышына ҡушылырға мәжбүр итә. Төркиә өсөн һуғыш тулыһынса еңелеү менән тамамлана.

Илдә йәш төрөктәр аяуһыҙ террор ҡуллана. 1915 йылда, фронт буйы һыҙығынан һөрөү һылтауы менән, йәш төрөктәр власы 1,5 миллиондан ашыу әрмәнде ҡыра. Илдә йәш төрөктәр режимы менән ризаһыҙлыҡ көсәйә. Армияла герман офицерҙарының етәкселек итеүенә ҡаршылар арта бара. Рәсәйҙәге Октябрь революцияһынан һуң Төркиә һуғыштан сығыу форсатына эйә була, әммә йәш төрөктәр етәкселәре, Төркиә мәнфәғәттәренә ҡаршы барып, тағы бер йыл буйы Совет Рәсәйенә ҡаршы һуғыша; 1918 йылғы Брест солохона ҡушылыуҙарына ҡарамаҫтан, илде Кавказда советтарға ҡаршы интервенцияға йәлеп итәләр. 1918 йылдың сентябрендә Антанта державаларының Фәләстин һәм Македония фронттарында һөжүм башлауы 1918 йылдың 30 сентябрендә солтан хөкүмәтен еңеүселәргә бирелергә мәжбүр итә (Мудрос тыныслығы). Ғәмәлдә, был Ғосман империяһының ҡыйралыуын аңлата. Әнүәр паша һәм башҡа йәш төрөктәр лидерҙары эмиграциялай, «İttihat ve Terakki» («Берләшеү һәм прогресс») партияһы юҡҡа сыға.

1918—1922 йылдарҙа Ғосман империяһында власть консерватив даирәләр — йәш төрөктәр хәрәкәте дошмандарының ҡулында була.

Кәмал ваҡытында йәш төрөктәр

үҙгәртергә

Кәмал паша йәш төрөктәр лидерҙары менән ҡаты көнәркәшлектә тора һәм уларҙың Төркиәгә ҡайтыуына юл ҡуймай. Ләкин уның маҡсаттары йәш төрөктәрҙең маҡсаттарына тап килгәнлектән, йәш төрөктәрҙең күпселеге Кәмал ойошторған Республика халыҡ партияһын хуплай.

1915 йылғы геноцидҡа яуап итеп, әрмәндәрҙең ҡораллы ойошмалары йәш төрөктәр хәрәкәтенең лидерҙарына һунар башлай. Улар күренекле йәш төрөктәрҙең күбеһен юҡ итә. Әнүәр паша Урта Азияла баҫмасылар хәрәкәтендә ҡатнашҡанда һәләк була.

  • Алиев Г. З. Турция в период правления младотурок. — М.: Наука, 1972. — 388 с. — 4200 экз.