Ясир Арафат (ғәр. ياسر عرفات‎; 24 август 1929, Ҡаһирә, Мысыр11 ноябрь 2004, Кламар, Франция), тыуғас та бирелгән тулы исеме — Мөхәммәд Абд әр-Рахман Абд әр-Рәүф Арафатәл-Кудва аль-Хөсәйни (محمد عبد الرحمن عبد الرؤوف عرفات القدوة الحسيني‎), Әбү Аммар (أبو عمّار‎) тигән куньяһы менән дә билдәле — 1993 йылдан Фәләстин милли хакимиәте (ФМХ) рәйесе (президенты), ФАТХ хәрәкәте башлығы һәм Фәләстинде азат итеү ойошмаһы башҡарма комитеты (ФАИО) рәйесе (1969 йылдан); 1994 йылғы тыныслыҡ өсөн Нобель премияһы лауреаттарының береһе. 75 йәшендә Францияла Париж эргәһендә Кламарҙағы Перси хәрби госпиталендә вафат була. Ҡатыны Суха Арафат (ҡыҙ сағындағы исем-шәрифе Суха «Сусу» Тәвил) була.

Ясир Арафат
ғәр. ياسر عرفات
Рәсем
Заты ир-ат[1][2][3]
Гражданлығы Flag of Palestine.svg Палестинская национальная администрация[d]
Flag of Egypt.svg Мысыр
Тыуған ваҡыттағы исеме ғәр. محمد ياسر عبد الرحمن عبد الرؤوف عرفات
Тыуған көнө 4 август 1929({{padleft:1929|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:4|2|0}})[4][5]
Тыуған урыны Мысыр, Ҡәһир
Вафат булған көнө 11 ноябрь 2004({{padleft:2004|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:11|2|0}})[6][4][…] (75 йәш)
Вафат булған урыны Кламар[d]
Үлем сәбәбе внутримозговое кровоизлияние[d], Болезнь Верльгофа[d] һәм ағыулану[d]
Ерләнгән урыны аль-Бира[d]
Бер туғандары Khadija Arafat[d] һәм Fathi Arafat[d]
Хәләл ефете Суха Арафат[d]
Туған тел Ғәрәп теле
Яҙма әҫәрҙәр теле инглизсә
Һөнәр төрө сәйәсмән, граждан төҙөлөшөндә инженеры
Биләгән вазифаһы председатель Организации освобождения Палестины[d] һәм председатель Палестинской национальной администрации[d]
Уҡыу йорто Ҡаһирә университеты
Сәйәси фирҡә ағзаһы ФАТХ[d]
Ҡултамға
Хәрби звание главнокомандующий[d]
Һуғыш/алыш Арабо-израильская война[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Описан на сайте mcnbiografias.com/app-bi…
Йәһүд энциклопедияһы коды 10271
Commons-logo.svg Ясир Арафат Викимилектә

Ясир Арафат — ХХ быуаттың икенсе яртыһындағы иң билдәле радикаль сәйәси эшмәкәрҙәрҙең береһе. Тормошо һәм эшмәкәрлегеҡ ршылыҡлы баһалана, рберәүҙәр өсөн Арафат ,милли азалыҡыһәм бойондороҡһоҙлоҡ көрәшсеһе, ҡаһарман, ә икенселәр өсөн ул — иң яуыз дошман, кеше үлтереүсе, террорсы. Арафат дәүләт ҡатнашлығынан тыш көс ҡулланыуҙы сәйәси көрәштең легитим формаһына әйләндереүгә өлгәшә[7][8]. Ул етәкләгән ФАИО БМО-ға күҙәтеүсе сифатында ҡабул ителә, ә Арафаттың үҙен төрлө илдәрҙә дәүләт башлығы сифатында ҡаршы алалар.

БиографияһыҮҙгәртергә

Бала сағыҮҙгәртергә

Ясир Ғәззәлә йәшәгән һәм туҡыма менән сауҙа иткән бай сауҙагәр ғаиләһендә бишенсе бала булып тыуа. Арафат үҙен 4 августа, әсәһе кеүек үк, Иерусалимда тыуған тип һанаған, әммә документтар буйынса, ул 1929 йылдың 24 авгусында Ҡаһирәлә тыуған. Бәлки, ата-әсәһе балаға Мысырҙа уҡыу һәм эшләү мөмкинлеген биреү өсөн тыуған урыны итеп Ҡаһирәне яҙҙырғандыр. Икенсе фекергә ярашлы, Арафат үҙ дәүләтенең буласаҡ баш ҡалаһы менән «тығыҙыраҡ туғанашыу» өсөн тыуған ере тип Иерусалимды атағандыр[9].

Тыуғас, уға «Мөхәммәт Абд әр-Рахман Абд әр-Рәүеф әл-Кудва әл-Хөсәйни» тип исем ҡушыла. Йәш сағында уны Ясир Арафат (Ясир «еңел» тигәнде аңлата) тип үҙгәртә. Бының бер маҡсаты була: ул үҙен фәләстин көстәре командующийы Абд әл-Ҡадир әл-Хөсәйни менән бәйләүҙәрен теләмәй, был шәхескә ғәрәптәрҙең израиллеләр менән беренсе һуғышта еңелгәне өсөн яуаплылыҡ йөкмәтелгән була. Етмәһә, лицей тамамлағандан һуң, Арафат Абд әл-Ҡадир әл-Хөсәйниҙең шәхси секретары булып эшләгән була[9].

Арафатҡа дүрт йәш тулғас, әсәһе вафат була һәм уны Йәрүсәлимгә күсерәләр. Бында ғаилә Һыҡтау Диуарынан һәм Ҡорам тауы комплексының эсендәге Әл-Аҡса мәсетенән алыҫ түгел урында йәшәй. Ул ваҡытта бөтә комплекс урындағы мосолман власы идаралығы аҫтында була, әммә Йәрүсәлимдең еврей халҡы Ҡорам тауын үҙҙәренең ҡарамағына күсереүҙе талап итә. Атаһы тағы бер нисә тапҡыр өйләнә, һәм 1937 йылда ғаилә Ҡаһирәгә ҡайта. Арафатты төрбиәләү менән уның апаһы Инам шөғөлләнә — уның һүҙҙәре буйынса, малай ғына сағынан уҡ тиҫтерҙәренә командалыҡ итеү иң яратҡан шөғөлө менән була.

17 йәшендә үк Ясир Арафат инглиздәр һәм еврейҙар менән көрәш өсөн Фәләстингә йәшерен рәүештә ҡорал ташыуҙа ҡатнаша һәм революцион агитация менән шөғөлләнә. 1948 йылда, һуғыш ваҡытында, Арафат уҡыуын ташлап, ҡулына ҡорал ала һәм башҡа фәләстиндәр менән бергә фәләстиндарҙы тыуған иленә сығырға тырыша, ләкин күнекмәһеҙ студенттарҙы хәрби хәрәкәттәр барған ергә үткәреүҙән баш тартҡан мысырҙар туҡтата һәм ҡоралһыҙландыра. Арафат «Мосолман туғанлығы»на инә, 19521956 йылдарҙа Фәләстин студенттары лигаһына етәкселек итә. Студенттар араһындағы бәхәстәрҙә ғәрәп илдәренең БМО-ның Генераль ассамблеяһы резолюцияһына ярашлы Фәләстинде бүлеүҙән баш тартыуын хата тип атай. Уның фекеренсә, ғәрәп илдәре түгел, ә фәләстиндәр үҙенең киләсәген ҡайғыртырға тейеш[9].

Ясир Арафат Ҡаһирә университетының инженерлыҡ факультетын тамамлай[10].

1956 йылда Мысыр армияһы лейтенанты званиеһында президент Насер тарафынан национализацияланған Сүәйс каналына инглиз-француз-израиль көстәре һөжүмен ҡайтарыуҙа ҡатнаша.

1956 йылда уны тәүге тапҡыр традицион бәҙүән яулығында (куфия) күрәләр, ғүмеренең аҙағына тиклем уны фәләстин ҡаршылыҡ күрһәтеүе символы итеп ябынып йөрөй[11].

ФАТХ һәм ФАИОҮҙгәртергә

1956 йылда Арафат Күвейткә күсә, унда фәләстин общинаһы сәскә атҡан була. Ул унда төҙөлөш бизнесы менән уңышлы шөғөлләнә[9]. Әммә бөтә асылы менән революцияға ылыға. Уның ҡарарынса, «Фәләстинде тик фәләстиндәр үҙҙәре генә азат итә ала», башҡа ғәрәп илдәренең ярҙамына иҫәп тоторға ярамай. 1950-се йылдар башында Мысыр территорияһынан фидаин отрядтары эш итә башлай, әммә ҡаршылыҡ күрһәтеүгә ойошҡанлыҡ етмәй, фәләстиндәрҙең бойондороҡһоҙлоҡ өсөн көрәшен берләштереп алып барырлыҡ берҙәм структура, ойошма, штаб булмай. Арафат ошондай ойошма төҙөү өсөн яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә ала.

1957 йылда ул «Фәләстинде азат итеү хәрәкәте»н (ФАТХ) ойоштороуҙа ҡатнаша, шунан етәксеһе булып китә. Ҡатнашыусыларҙың күпселеген Ғәззә секторына төпләнгән ҡасаҡтар тәшкил итә.

Башта төркөм «ХАТФ» тип атала, әммә был аббревиатура ғәрәп телендәге «еңелеү» һүҙенә оҡшаған була, шуға уны киреһенсә яҙа башлайҙар. Шулай итеп, 1959 йылда «ФАТХ» («яулап алыу», «еңеү») барлыҡҡа килә. Шул уҡ ваҡытта Ясир Арафат «Әбү Аммар» тигән партия ҡушаматын ала.

31 декабрь 1964 йыл1 ғинуар 1965 йыл «ФАТХ» Израиль территорияһында беренсе терактты ҡыла — ярты Израилде Кинерет күленән эсәр һыу менән тәьмин иткән акведукты шартлатырға итә. Был датаны фәләстиндәр үҙ дәүләтен төҙөү өсөн ҡораллы көрәш башлаған көн тип һанай.

Арафат ярҙам һорап Ғәрәп илдәре лигаһынан (ҒИЛ) ярҙам һорай, ғәрәптәрҙең көсө берҙәмлектә икәнлеген раҫлай, берләшеү өсөн аҡса, ҡорал, кешеләр, база кәрәк. 1964 йылда ҒИЛ аҡсаһына Фәләстинде азат итеү ойошмаһы (ФАИО) сәйәси ойошма төҙөлә. Уның алдына фәләстин ҡаршылығының бөтә ойошмаларын берләштереү маҡсаты ҡуйыла. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, ФАИО ғәрәп илдәре лидерҙары тарафынан ФАТХ-ҡа көнәркәш итеп төҙөлә. Улар ФАИО-ны фәләстин милли хәрәкәтен контролддә тотоу өсөн ойоштора[9].

Алты көнлөк һуғышта (1967) регуляр ғәрәп армиялары еңелгәндән һуң израиллеләр фәләстин боевиктарына ла һөжүм итә, һәм Ясир Арафат Иорданияға ҡаса (ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, сик аша ҡатын-ҡыҙ күлдәге кейеп сыға).

1968 йылдың 18 мартында Эйлат тирәһендә сиктең Иордания яғы диверсанттары һалған минала балалар ултырған автобус шартлай, ике кеше һәләк була[12][13][14]; 21 мартта Израиль ғәскәрҙәре, шул иҫәптән авиация, артиллерия һәм танкылар ФАТХ отрядтарына ҡаршы күтәрелә, ФАТХ-тыҡылар Иорданиялағы Әл-Караме ауылында төпләнгән була. Алыш барышында Әл-Караме тулыһынса юҡ ителә. Ғәрәптәр араһында юғалтыуҙар күп булыуға ҡарамаҫтан, ФАТХ яҡлылар ФАТХ еңеү яуланы, сөнки авиациялы, ауыр техникалы Израиль армияһы лайыҡлы яуап алды, тип иҫәпләй. Әл-Карамелағы бәрелеш Арафатты милли батырға әйләндерә. Израилдә, киреһенсә, операция уңышһыҙ тип һанала һәм тәнҡиткә дусар була. ФАТХ-тың абруйы күтәрелә, уның сафтары тиҫтәләрсә йәш ғәрәптәр менән тулылана. Бер йылдан Арафат ФАИО-ның танылған лидерына әйләнә.

1960-сы йылда аҙағына ФАИО менән берләшкән ФАТХ уның составында үҙәк урынды биләй, һәм Ҡаһирәлә 1969 йылдың 3 февралендә Фәләстин милли конгресында Арафат Әхмәт Шүкәйри урынына ФАИО лидеры итеп һайлана. Ике йылдан һуң Арафат «Фәләстин революцияһы» көстәренең баш командующийы була, ә 1973 йылда ФАИО-ның сәйәси комитетын етәкләй.

Нәҡ ошо йылдарҙа ул һөҙөмтәле структураны төҙөү башлай. Арафат ойошманың «хәрби» һәм «сәйәси» ҡанаттарын булдыра.

1970 йылғы «Ҡара сентябрь» ваҡиғаларынан, Арафат кешеләренең Иордания короле Хөсәйенде ҡолатырға тырышып, уңышһыҙлыҡҡа осрағанынан һуң, , Арафат Ливанға күсә. Совет махсус хеҙмәттәре менән хеҙмәттәшлек итә башлай, шул ваҡытта уның махсус хеҙмәттәренең советтар. ФАИО СССР-ҙан аҡса һәм хәрби ярҙам ала, боевиктарын Варшава договоры Ойошмаһы илдәренең махсус хеҙмәттәре инструкторҙары хәрби эшкә өйрәтә, ошонда уҡ уларҙы ялған документтар менән тәьмин итәләр, яралы боецтарҙы ябыҡ медицина учреждениеларында дауалайҙар. СССР аҡсаһына, һуңынан байыған Сәғүд Ғәрәбстаны ярҙамы менән Арафат Көньяҡ Ливанда «дәүләт эсендәге дәүләтте» булдыра.

БМО ФАИО-ны «фәләстин халҡының берҙән-бер законлы вәкиле» тип таный.

ИорданияҮҙгәртергә

Иорданияла Ясир Арафат өс йыл йәшәй. Ошо ваҡыт эсендә фәләстиндәр короллекте үҙҙәренең плацдармына әйләндерә, унан Израилгә даими һөжүмдәр яһай. Амман аэропорты фәләстиндәр халыҡ-ара авиаюлдарҙан алып ҡасҡан авиалайнерҙарҙы даими ҡабул итә[15], һөҙөмтәлә Иордания терроризмды таратыусы булып күренә башлай[16].

Король Хөсәйендең фәләстиндәрҙе йүгәнләргә тырышыуы барып сыҡмай. Ясир Арафат королде Иорданияға ҡасҡан бер нисә йөҙ мең ҡасаҡты ҡоралландырып, король ғәскәрҙәренә ҡаршы күтәреү менән янай. Фәләстин ҡораллы көстәре конролендәге ҡасаҡтар лагерҙары дәүләт эсендәге дәүләткә әүерелә. Фәләстиндәр бер нисә стратегик пунктты баҫып ала.

 
Ясир Арафат Наиф Хаватме һәм Кәмал Насер менән Амманда матбуғат конференцияһында, 1970 йылдың июне
 
Арафат, Насер һәм Әбү Йыһат ҒИЛ-дең «Ҡара сентябрь» граждандар һуғышына арналған ғәҙәттән тыш конференцияһында

1970 йылдың июнендә Иордания властары менән фәләстиндәрҙең бер-береһенә ҡаршы тороуы һәм фәләстин милицияһын ҡоралһыҙландырырға тырышыу ҡораллы бәрелешкә әүерелә.

Башҡа ғәрәп илдәре хөкүмәттәре конфликтты тыныс хәл итергә тырыша, әммә фәләстин боевиктарының иордан территорияларында туҡтауһыҙ хәрәкәттәре [16] Иордания властарын репрессив сараларға барырға мәжбүр итә. 16 сентябрҙә король Хөсәйен илдә хәрби хәл иғлан итә. Шул уҡ көндө Арафат ФАИО-ның ҡанаты булған «Фәләстинде азат итеү армияһы»ның баш командующийы булып китә, Граждандар һуғышы башлана, уның барышында ФАИО-ға Сүриә ҙур булышлыҡ күрһәтә, Иорданияға 200 танк ебәрә. АҠШ һәм Израиль дә Иордания армияһы менән фәләстиндәр араһындағы бәрелешкә ҡушылырға әҙер тора: АҠШ Көнсығыш Урта диңгеҙ буйына Алтынсы флотын ебәрә, Израиль Иорданияға хәрби ярҙам күрһәтергә йыйына. 24 сентябргә Иорданияның регуляр армияһы ФАИО-ны еңә. Хәрби бәрелештәр барышында яҡынса 5 мең боевик һәләк була[15]. Арафат Ливанға ҡасырға мәжбүр була. Был ваҡиғаларҙан һуң Иордания короле Арафаттың шәхси дошманына әйләнә[17].

Арафат һәм фәләстин терроры 1970—1980-се йылдарҙаҮҙгәртергә

Ясир Арафат тиҫтә ярым йыл дауамында биргән бойороҡтар һөҙөмтәһендә меңәрләгән кеше һәләк була[9]. Ливан хөкүмәтенең көсһөҙлөгө был дәүләт территорияһында ғәмәлдә бойондороҡһоҙ фәләстин дәүләте төҙөргә юл аса. Фәләстин боевиктары Ливан территорияһынан Израиль территорияһындағы хәрби һәм граждан объекттарына рейдтар ойоштороп тора, ә Израиль армияһы һәм авиацияһы фәләстин позицияларына һөжүм яһаан Израиль территорияһындағы хәрби һәм граждан объекттарына рейдтар ойоштороп тора, ә Израиль армияһы һәм авиацияһы фәләстин позицияларына һөжүм яһай.

Иорданиянан ҡыуылған Арафат ФАИО-ны Ливанға күсерә. Ливан хөкүмәтенең көсһөҙлөгө был дәүләт территорияһында ғәмәлдә бойондороҡһоҙ фәләстин дәүләте төҙөргә юл аса. Фәләстин боевиктары Ливан территорияһынан Израиль территорияһындағы хәрби һәм граждан объекттарына рейдтар ойоштороп тора, ә Израиль армияһы һәм авиацияһы фәләстин позицияларына һөжүм яһай.

1972 йылда «Ҡара сентябрь» төркөмө ағзалары Мюнхендағы Олимпия уйындарында 11 израиль спортсыһын ҡулына эләктерә һәм азат итергә тырышҡан саҡта аманаттарҙың бөтәһен дә үлтерә. бөтә азат итергә маташыусы юҡ. Бөтә донъя йәмәғәтселеге был енәйәтте ғәйепләй; Арафат бындай һөжүмдәргә ФАИО-ның ҡыҫылышы булмауы тураһында белдереү менән сығыш яһай.

 
ФАИО Ясир Арафат менән Николае Чаушеску Бухареста, 1974 йыл.

1974 йылда ФАИО Израилдең тыныс халҡын бомбаға тотоуҙы дауам итә. Башҡа илдәрҙә израиллеләрҙе һәм еврейҙарҙы тотоп, фәләстин тотҡондарына алмашырға ла тырышып ҡарайҙар, әммә 1968 йылдан һуң бындай ғәмәлдәр һөҙөмтә бирмәй[18][19].

1970-се йылдар аҙағында Израилдең үҙендә лә, унан ситтә лә граждан объекттарына һөжүмдәр ойоштторған күп һааннлы һул фәләстин ойошмалары барлыҡҡа килә [асыҡларға]; уларҙың күбеһе ФАИО составына имәй йә унан сыҡҡан була[20]. Арафат был теракттарға ҡатнашлығын инҡар итә.

Шулай итеп, ҡайһы бер сығанаҡтар буйынса, ФАИО менән араһын рәсми өҙгән ФАТХ-тың, уның «ФАТХ ҡарсығалары» тигән йәштәр төркөмөнөң, шулай уҡ «Ҡара сентябрь» һәм «Фәләстинде аза итеү халыҡ фронты» төркөмдәренең террористик эшмәкәрлегенә йүнәлеш биреү менән бергә, Арафат легитимлыҡҡа өлгәшергә, танылған сәйәсмән булырға тырыша. Ҡайһы бер сығанаҡтар фекеренсә, һуңыраҡ Төньяҡ Ирландия һәм баск экстремистары, Латин Америкаһындағы, Африкалағы һул хәрәкәттәр, Непал маосылары һәм башҡа күптәр Арафаттың ошо ҡылығын үҙенә ала

Раҫланыуынса, Арафат 1970-се йылдара Көнбайыштағы студенттар араһында «фәләстин революцияһы» идеяларын таратыу өсөн миллиондарса доллар түгә. «Фәләстин халҡы көрәшен» финанслау һәм уға йәмәғәт ярҙамы ойоштороу фондтары ойошторола.

Арафат БМО трибунаһындаҮҙгәртергә

1974 йылда ФАИО-ның яңы сәйәси программаһы ҡабул ителә, ул фәләстин дәүләтен «Израиль урынына түгел, ә Израиль менән йәнәш», йәғни Иордан йылғаһының көнбайыш ярында һәм Ғәззә секторында төҙөү өсөн көрәшергә саҡыра. ФАИО Яҡын Көнсығыштың сәйәси сәхнәһендә үҙәк фигураға әйләнә[9].

Израилде танырға әҙерлеген күҙҙә тотҡан программа ҡабул итеүе һөҙөмтәһендә, шулай уҡ фәләстиндәрҙең үҙ дәүләтен төҙөү өсөн көрәшен бөтә донъя хуплауынан файҙаланып, Арафат беренсе хөкүмәткә ҡарамаған ойошма вәкиле була һәм 1974 йылдың 13 ноябрендә БМО Генераль Ассамблеяһының пленар сессияһында сығыш яһай[21].

1975 йылда Ливанда граждандар һуғышы тоҡана, ул фәләстин командованиеһына илдең көньяғын контроль аҫтына алырға һәм Израилдең бөтә төньяғын совет ракеталарынан утҡа тоторға[22] мөмкинлек бирә.

1976 йылда ФАИО Ғәрәп дәүләттәре лигаһының ағзаһы була[23].

ЛиванҮҙгәртергә

Шулай уҡ ул ике һәләкәттә иҫән ҡала:

 
Ясир Арафат Көньяҡ Ливанда, 1978 йыл

ФАИО подразделениелары күп йыллыҡ граждандар һуғышында яҡтарҙың береһенә әүерелә.. Граждандар һуғышында үҙенә союздаштар итеп Арафат һәм ФАИО төрлө мосолман һәм һул партиялар боевиктарын, һул тарафлы билдәле Ливан сәйәсмәне, друздар общинаһының сәйәси башлығы Камал Джумблаттыңы ала.

1976 йылдың ғинуарында ФАИО отрядтары христиан ҡалаһы Дамурҙы ала һәм унда һуйыш ойоштора, төрлө мәғлүмәттәр буйынса, 500-ҙән ашыу ҡоралһыҙ кешене һуя[24], ә шул уҡ йылдың июлендә илдең төньяғындағы Чекка ҡалаһында христиандарҙы ҡыралар[25]. Яуап итеп, христиандар үс алыу акттары үткәрә, меңдәрсә фәләстин һәләк ителә[26][27].

Сүриә президенты Хафез Асад тәүҙә ФАИО-ны хуплаһа ла, һуңынан законлы президент яҡлы бҡулған христиан-фалангистар яғына сыға һәм Ливанға үҙ ғәскәрен ебәрә[28] . Граждандар һуғышының беренсе этабы Арафат өсөн 1976 йылда Бейруттың көнсығышындағы иң ҙур һәм мөһим фәләстин ҡасаҡтары лагеры, ғә!мәлдә ФАИО-ның хәрби базаһы булып торған Тель-Заатарҙың ҡамалыуы һәм ҡолатылыуы менән тамамлана[29][30]. Христиан-фалангистарҙың күп тапҡырҙар халыҡты күсерергә тигән тәҡдимен Арафат кире ҡаға[31]. Арафат үҙе хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашмай, ул Бейруттың көнбайышындағы хәүефһеҙ нығытмала урынлашҡан ФАИО команда пунктында була. Лагерь христиан милицияһы тарафынан баҫып алынған саҡта эвакуацияланып өлгөрмәгән граждандар һәм фәләстин боевиктары ҡырыла[27].

Израиль, Ливан христиандары менән бәйләнешкә инеп, Ливан территорияһында фәләстандәргә ҡаршы ике хәрби операция үткәрә (1978 һәм 1982 йылдарҙа).

 
Ясир Арафат ГДР Дәүләт советы рәйесе Эрих Хонеккер менән осраша. 10 март 1982 йыл

1982 йылғы һөжүм ваҡытында июль айында Израиль ғәскәрҙәре Бейрутҡа инә һәм ФАИО менән уның яҡлыларҙың көстәрен ҡамай. Ҡала бомбаға һәм артиллерия утына тотола, йөҙҙәрсә кеше ҡорбан була. Хәүефле хл донъяла ҙур борсолоу тыуҙыра һәм Европа менән АҠШ урталашлығында ФАИО менән Израиль араһында килешеүгә өлгәшелә. Арафат менән ФАИО көстәре халыҡ-ара ҡораллы көстәр күҙәтеүе аҫтында Бейруттан китә, ә Израиль Ливанда хәрби хәрәкәтте туҡтатырға йөкләмә ала. Артабан ФАИО-ны Тунис үҙенә индерә. 1982 йылдың сентәбренән 1993 йылға тиклем ФАИО-ның штаб-фатиры шунда була.

Һуңыраҡ Шарон әйтеүенсә, ФАИО көстәре эвакуацияланғанда Израиль снайперҙары Арафатты сәп аҫтында тота, әммә ул уны аяп ҡалырға була[9]. Арафат тағы бер тапҡыр һәләкәттән саҡ ҡотолоп ҡала: ул сыҡҡас ҡына бинаға Израиль вакуумлы бомбаһы төшә.

ТунисҮҙгәртергә

1980-се йылдарҙа ғәрәп илдәренең (Ираҡ һәм Сәғүд Ғәрәбстаны) ярҙамы менән Арафат һөргөнлөктә фәләстин ҡаршылыҡ хәрәкәтен тергеҙеүгә өлгәшә. 1985 йылда ул Туниста ФАИО-ның штаб-фатирына Израиль авиаһөжүме ваҡытында тағы бер тапҡыр һәләк булыуҙан саҡ ҡотолоп ҡала.

1987 йылдың декабрендә Израиль оккупацияһына ҡаршы беренсе стихиялы фәләстин ихтилалы (интифадаһы) башлан, Арафат бер нисә аҙнанан ихтилалға етәкселекте үҙ өҫтөнә ала, ФАТХ булышлығы менән генә Иордандың көнбайыш ярындағы бола акцияһы оҙаҡ ҡына дауам итә ала.

1988 йылдың 15 ноябрендә ФАИО бойондороҡһоҙ Фәләстин Дәүләтен — һөргөнлөктәге фәләстин хөкүмәтен - иғлан итә, ул британ мандаты менән раҫланған бөтә Фәләстин территорияһына үҙ хоҡуғын белдерә, Фәләстин Дәүдәте хөкүмәте Фәләстиндең ғәрәп һәм йәһүд дәүләттәренә бүленең идеяһын кире ҡаға. Әммә 1988 йылдың 13 декабрендә үк Арафат БМО Именлек Советының 242-се Резолюцияһын таныу тураһында белдерә, киләсәктә Израилде танырға вәғәҙә бирә һәм «бөтә формаларында терроризмды, шул иҫәптән дәүләт терроризмын» кире ҡаға. Америка хакимиәте унан тап ошоно талап итә, сөнки Израилде таныуҙы ул Кэмп-Дэвид солох процесының башланыу нөктәһе тип ҡарай. Арафаттың белдереүе ФАИО-ның төп маҡсаттарының береһенән — Израилде юҡ итеүҙән — баш тартып, ике дәүләттең йәнәшә йәшәү мөмкинлеген таныуға күсеүеҙе аңлата. Ул сағында Израиль дәүләтенең сиге 1949 йылғы утты туҡтатыу һыҙығы буйлап үтер, фәләстин дәүләте Иордандың Көнбайыш ярында һәм Ғәззә секторында урынлашыр ине. Әммә 1989 йылдың 2 апрелендә Фәләстин милли советының Үҙәк комитеты (ФАИО-ның етәксеһе органы) Арафатты үҙ-үҙен иғлан иткән Фәләстин Дәүләтенең президенты итеп һайлай.

1990 йылда Арафат уға кейәүгә барыр өсөн ислам ҡабул иткән христиан ҡатыны Суха Тәвилгә, ФАИО-ның Тунистағы штаб-фатиры хеҙмәткәренә, өйләнә[32]. 1995 йылда уларҙың ҡыҙы тыуа.

1990 йылдар башында уҡ Израиль менән Фәләстин етәкселеге араһында ул саҡта йәшәрен төҫтә бәйләнеш башлана. Тыныс шарттарҙа конференция үтергә тейеш була, ләкин 1990 йылдың авгусында Ясир Арафат үҙенең иң етди хаталарының береһен яһай, ул Ираҡтың Күвейткә баҫып инеүен хуплай. Был хәл ФАИО-ны оҙаҡ йылдарға Фарсы ҡултығының ғәрәп монархиялары ярҙамынан мәхрүм итә.

1992 йылда Арафат самолеты Ливияла ҡом бураны ваҡытында төшөргә мәжбүр булғанда ниндәйҙер мөғжизә менән генә һәләк булмай ҡала[32].

СССР КГБ-һы менән бәйләнешеҮҙгәртергә

Румын генерал-лейтенант Пачепаның 1972 йылда Америка рәсми кешеләре белдереүенсә, ФАИО ла, Арафат үҙе лә КГБ һәм Румынияның йәшерен хеҙмәте менән хеҙмәттәшлек итә. Фәләстин боевиктары совет блогының хәрби базаларында йәшерен уҡытыла[33]. Арафатты, Пачепа һүҙҙәре буйынса, СССР әҙерләгән һәм оҙаҡ йылдар буйы ҡорал һәм аҡса менән тәьмин иткән[34].

Үлтерергә тырышыуҙарҮҙгәртергә

Ясир Арафаттың ғүмере ҡырҡ йыл буйы хәүеф аҫтында була. Тиҫтәләрсә тапҡыр уға ҡаршы тоҙаҡ ҡорола, әммә Арафат һәр ваҡыт ниндәйҙер осраҡлылыҡ арҡаһында иҫән ҡала. Израилдәге дошмандары ғына түгел, мосолман донъяһында ла, ул үткәргә курсты үтә йомшаҡ тип һанаған радикаль фәләстин төркөмдәрендә лә унан ҡотолорға теләгәндәр бик күп була [35]. Арафатты юҡ итергә тырышлыҡтарҙың иң билдәлеләре:

  • 1960-сы йылдар аҙағында Израилджең махсус хеҙмәттәре бер әсир фәләстинде уны үлтереү өсөн яллай. Фәләстин ФАИО штабы урынлашҡан Иорданиға оҙатыла, әммә унда барып эләгеү менән фәләстин боевиктарына бирелә һәм бөтәһен дә һөйләп бирә.
  • 1973 йылда Арафатҡа Ливанда Израиль спецназы һөжүм итә. Уның составында буласаҡ Израиль премьер-министры Эхуд Барак та була. Һөжүм ваҡытында фәләстин лидерының өс ярҙамсыһы һәләк була[32].
  • 1975 йылда Әбү Нидаль Ойошмаһы (ӘНО) боевиктарын Арафатты үлтерергә ебәрә, әммә уларҙы ФАТХ көстәре тотоп ала[36].
  • 1981 йылда ӘНО Арафатты Венала сағында үлтерергә итә, әммә уңышҡа өлгәшмәй.
  • 1982 йылда ФАИО отрядтары Арафат менән бергә Бейрутта ҡамала. 29 июндә фәләстиндәргә ҡаланан сығырға рөхсәт ителә, әммә, килешеүгә ҡарамаҫтан, «Моссад» спецназ төркөмө Арафатты юҡ итергә тейеш була. Әммә Арафат ҡамауҙан имен сыға ала[35].
  • 1983 йылдың июнендә Сүриә властары Арафатты Тунисҡа ҡыуа. ФАИО мәғлүмәттәре буйынса, Сүриә агенттары Туниста Арафатты үлтерергә тырышып ҡарай.
  • 1985 йылдың 1 октябрендә Израиль авиацияһы Тунис баш ҡалаһында Арафаттың офисы менән ФАИО-ның бюроһын бомбаға тота, был 25 сентябрҙә Кипр портында яхталағы өс израиллене үлтергән өсөн яуап акты була. Арафат иҫән ҡала, әммә ФАИО-ның 60 ағзаһы һәләк була[37][38].
  • 1995 йылдың 15 ноябрендә фәләстин полицияһы, Ғәззә секторында ӘОН-дың биш ағзаһын ҡулға алып, Арафатты сираттағы һөжүмдән ҡотҡара.
  • 1996 йылдың авгусында Фәләстин милли хакимиәтенең (ФМХ) махсус хеҙмәте Арафатҡа һөжүм ойошторолоуы тураһында хәбәр итә. ФМХ лидерының көрәштәше Мәхмүд Аббас белдереүенсә, заговор артында Иран махсус хеҙмәттәре тора.
  • 1997 йылдың сентябрендә ӘНО-ның дүрт боевигы ҡулға алына, улар фәләстин лидерын юҡ итергә әҙерләнгән була.
  • 2002 йылдың 6 июнендә Арафат, Рамаллалағы резиденцияһына танктан атып, израиллеләр уны юҡ итергә тырышыуы тураһында белдерә. Уның һүҙе буйынса, ул был ваҡытта осраҡлы рәүештә аҫҡы ҡатта булғанға ғына ҡотолоп ҡала.
  • 2003 йылдың майында ФМХ-ның элекке эске эштәр министры Хани әл-Хәсән белдереүенсә, Арафат адресына себер язваһы бактериялары һалынған посылға килә, әммә именлек органдары уны ваҡытында зарарһыҙландыра.
  • 1991 йылда Фарсы ҡултығындағы кризис ҡыҙған мәлдә Арафат автомобиль ҡазаһына эләгә. Ул ултырған автомобиль Амман - Бағдад трассаһында түңкәрелеп, бер нисә тапҡыр әйләнә. Арафат тере ҡала.
  • 1992 йылдың 7 апрелендә Ливиялағы ҡом бураны ваҡытында Ан-26 самолетында Судандан ҡайтып килгән Арафат һәләкәткә осрай. . Ике пилот һәм бортинженер һәләк була, Арафат ҡына иҫән ҡала. Имгәнеп, яраланып, ул 13 сәғәт буйы Сахара ҡомдарында ярҙам көтә[39].

Палестина милли хакимиәтеҮҙгәртергә

 
Ицхак Рабин, Билл Клинтон һәм Ясир Арафат Осло Килешеүҙәренә ҡул ҡуйғанда, 1993 йыл 13 сентябрь, Вашингтон

Туниста үткән йылдар ФАИО-ла етәкселек өсөн көрәштән тора. Был көрәштә Арафат еңә, сөнки күнегелгән һәм ни эшләре билдәле лидерҙы ғәрәп илдәренең бөтәһе лә яҡлай. Көнбайыш та шул фекерҙә була, һәм төп стратегик союздашы АҠШ баҫымы аҫтында израиллеләр һөйләшеүгә барырға мәжбүр була.

1993 йылдың 13 сентябрендә Ясир Аарафат менән Израиль премьерыы Ицхак Рабин оҙайлы йәшерен һөйләшеүҙән һуң «Осло Килешеүҙәре»нә (Accords Oslo) ҡул ҡуя, уның һөҙөмтәһендә ФАИО Израилдең тыныслыҡҡа һәм именлеккә хоҡуғын танырға һәм террористик эшмәкәрлеген туҡтатырға тейеш була. Килешеү һөҙөмтәһендә Фәләстин милли хакимиәте (ФМХ) ойошторола, ул Иордан йылғаһының Көнбайыш яры менән Ғәззә секторы өҫтөнән контролде ала. Биш йыл эсендә конфликтты тулыһынса көйләү планлаштырыла.

Килешеүгә ҡул ҡуйыу Арафатҡа уны берәүҙәр - ҡаһарман, икенселәр хыянатсы тип һанаған биләмәләргә ҡайтырға һәм ФМХ-ның башына торорға мөмкинлек бирә.

1994 йылда Я. Арафатҡа һәм И. Рабин менән Израиль сит ил эштәре министры Ш. Пересҡа Яҡын Көнсығышта тыныслыҡ урынлаштырыуға һалған тырышлыҡтары өсөн Нобель тыныслыҡ премияһы тапшырыла.

Әммә бер нисә йылдан тыныслыҡ урынлаштырыу эше көрсөккә төкәлә.

1996 йылдың 20 ғинуарында Арафат күпселек тауыш (87 %) менән ФМХ рәйесе (президенты)[40][41] итеп һайлана.

Киләһе һайлау 2002 йылдың ғинуарына (был мәлгә 2-се интифада башланға) тәғәйенләнә, ләкин кисектерелә. Арафаттың вариҫын һайлау уның вафатынан һуң үткәрелә.

1996 йыл уртаһында күп һанлы террористик акттар һөҙөмтәһендә тиҫтәләрсә израилле һәләк була. Һөҙөмтәлә Израиль премьер-министры итеп социалист Шимон Перес урынына «Ликуд» уң партияһынан Биньямин Нетанияһу һайлана.

 
Израиль премьер-министры Биньямин Нетанияһу менән

Теракттарҙың һәм яуап репрессияларының туҡтамауы арҡаһында фәләстин-израиль мөнәсәбәттәрендә дошмансыллыҡ арта. АҠШ президенты Билл Клинтон, ике лидер араһында мөнәсәбәттәрҙе яйларға тырышып, 1998 йылдың 23 октябрендә уларҙың осрашыуын ойоштора. Унда ике яҡлы килешеүҙәрҙе тормошҡа ашырыу тураһында меморандум ҡабул ителә. Әммә хәлдәр барыбер әллә ни яҡшырмай.

Израиль кабинеты алмашынғандан һуң һөйләшеүҙәр 2000 йылда Кэмп-Дэвидтағы саммитта Нетанияхуҙың вариҫы — Эхуд Барак (Израиль хеҙмәт партияһы) һәм АҠШ президенты Билл Клинтон менән дауам итә. Барак Арафатҡа Иордан дың Көнбайаш ярының бер өлөшө менән Ғәззә секторы территорияһында фәләстин дәүләте булдырырға тәҡдим итә. Көнсығыш Иерусалимды Израиль сиге эсендә ҡалдырып, унда сикләнгән хоҡуҡлы муниципаль идаралыҡ урынлаштырыу мөмкинлеге ҡарала. Барактың тәҡдиме Израиль тарафынан Иордандың Көнбайыш яры территорияһының 10 процентын аннексиялауҙы һәм уның урынына Негев сүлендәге бәләкәйерәк биләмәне биреүҙе аңлата. Буласаҡ фәләстин дәүләте территорияһының бер өлөшөн (яҡынса 27 процент) Израиль 10-25 йылға ҡуртымға алырға ниәтләнә. Һөҙөмтәлә фәләстин тәүге осорҙа бер-береһенән айырымланған 4 өлөштән торор ине. Бынан тыш, Израиль тәҡдименә ярашлы, Израиль һыу ресурстарын, фәләстин дәүләтенең сиктәрен һәм таможняһын, шулай уҡ Йәһүҙиә менән Самарияның 10 процентын контролдә тотор ине. Фәләстин ҡасаҡтарының сикләнгән һанына ғына тыуған иленә ҡайтырға рөхсәт биреп, ҡалғандарына компенсация түләү тәҡдим ителә[42].

 
Э. Барак, Б. Клинтон һәм Я. Арафат Кэмп-Дэвидта.

Арафат Барак менән Клинтон тәҡдимен кире ҡаға һәм 2000 йылдың көҙөндә Әл-Аҡса интифадаһы тип аталған икенсе интифаданы башлай. Ихтилалдың башланыуына Ариэль Шарондың Ҡорам тауына барыуы һәм унан һуң сыуалыштар башланыуы сәбәп була.

Икенсе интифада башланғас, Арафаттың ҡатыны ҡыҙы һәм әсәһе менән бергә Парижға күсә.

Икенсе интифада башланғас, Арафат, ҡайһы бер сығанаҡтар буйынса, йәшерен рәүештә террорсыл ысулдарҙы ҡабат ҡуллана башлай. 2000 йылда «Танзим» һәм «Әл-Аҡса яфа сигеүселәре бригадаһы» хәрбиләштерелгән ойошмалары барлыҡҡа килә. Улар үҙҙәрен ФАТХ-тың хәрби ҡанаты тип атай. Улар Израилдең тыныс граждандарына һөжүм итә. Арафат уларҙың үҙенә буйһонмауы тураһында белдерә. Икенсе интифада башланғаны бирле 1100-ҙән ашыу израилле һәләк ителә.

Террор тулҡыны һөҙөмтәһендә Барак һайлаусыларҙың ышанысын юғалты, 2001 йыл башындағы сираттан тыш һайлауҙа Израиль премьер-министры итеп Ариэль Шарон һайлана. Шарон хөкүмәте Арафат менән бөтә мөнәсәбәттәрҙе туҡтата.

2001 йылдың 10 декабрендә дипломатик бойкотҡа Евроберлек, Мысыр, Иордания, Сәғүд Ғәрәбстаны[43] ҡушыла.

Финанс эшмәкәрлегеҮҙгәртергә

60-сы йылдар башында Ясир Арафаттың Күвейттә төҙөлөш бизнесы сәскә ата[9].

Арафаттың капиталының күләме аныҡ билдәле түгел.

Forbes журналы мәғлүмәттәре буйынса, Арафат 200 миллион долларға эйә була. Израиль хәрби разведкаһы мәғлүмәттәре буйынса, 2003 йылда Арафаттың шәхси капиталы 1,3 миллиард доллар тәшкил итә[44]. Шулай уҡ Арафаттың байлығының күләме — алты миллиард доллар, тип раҫлаған сығанаҡтар ҙа була. Шул уҡ ваҡытта Арафат бик ябай тормош менән йәшәгән һәм бер ҡасан да ФАИО кассаһына инмәгән тип раҫлаусылар ҙа бар [9].

2003 йылда Халыҡ-ара валюта фонды ФМХ финанстарына аудит тикшереүе үткәрә һәм ҡаҙнанан биш йыл эсендә 900 млн доллар Арафат һәм уның советнигы ҡарамағындағы махсус банк иҫәбенә күсерелгәнен асыҡлай. Әммә ХАВФ былаҡсаның нисек тотолоуына ҡағылышлы ҙур етешһеҙлектәр тапмай, тикшереү һөҙөмтәләренән асыҡланыуынса, был аҡса башлыса фәләстин күсемһеҙ милкенә һәм бизнесына һалынған була [45].

ВафатыҮҙгәртергә

2004 йылдың 28 октябрендә Ясир Арафаттың етди ауырыуға дусар булыуы тураһында белдерелә. икенсе көндө Израиль Арафатты сит илгә сығарырға рөхсәт бирә, һәм 29 октябрҙә ул Париж ҡалаһының хәрби госпиталенә һалына. Йә яман шеш, йә ағыуланған тигән шик була. Арафаттың хәле сәғәттән-сәғәткә насарая. Тиҙҙән комаға төшә һәм йәшәтеү аппаратына тоташтырыла. Арафат тирәһендә уның мираҫы өсөн көрәш башлана[46].

11 ноябрь иртәһендә Арафатты йәшәтеү аппаратынан айыралар[46]. Журналистар госпиталдең баш табибынан алған рәсми булмаған мәғлүмәттәр буйынса, Арафаттың үлеменең төп сәбәбе ауыр тормош шарттары һәм ваҡытында медицина ярҙамы алмау арҡаһында нығайған бауыр циррозы була [47]. Икенсе версия буйынса, Арафат СПИД-тан вафат булған[48][49][50]. Фәләстин сығанаҡтары Арафаттың үлемендә Израилде ғәйепләй. Улар раҫлауынса, Арафатты ағыулағандар[51]. 2013 йылдың ноябрендә Швейцария лабораторияһы һығымтаһы баҫылып сыға, унда Ясир Арафаттың полоний менән ағыуланыуы тураһында белдерелә[52].

2013 йылдың декабрь аҙағында Рәсәй Федераль медик-биологик агентлығы (ФМБА), вәкилдәре, Арафаттың үлем сәбәптәрен тикшереп бөткәс, фәләстин лидерының үҙ үлеме менән үлеүе тураһында белдерә. ФМБА етәксеһе Владимир Уйба француз һәм швейцар эксперттарының был һығымта менән килешеүен әйтә[53].

Француз эксперттары уның 2004 йылдың октябрендә Париж хәрби госпиталенә килтерелгәнендә полоний эҙҙәре булмауын, ә аҙаҡ табылыуын эксгумациянан һуң тышҡы факторҙар йоғонтоһо менән аңлата. Был эксперттар фекере буйынса, Арафат оло кешегә хас ауырыуҙар йыйылмаһы һөҙөмтәһендә вафат булған. Франция суды, был тикшеренеүҙәренә таянып, Ясир Арафаттың үлем сәбәптәрен тикшереүҙе туҡтатыу тураһында ҡарар сығара[54].

ЕрләүҮҙгәртергә

 
Ясир Арафат төрбәһе
 
Ясир Арафат ҡәбере

Вафат булған көндө үк кәүҙәһен Ҡаһирә аэропортына күсерәләр, унда төрлө илдәрҙән вәкилдәре хушлашырға килә. Шунан мысыр вертолеттарында табут Рамаллаға килтерелә. Ерләү барышында ҡораллы бәрелештәр тоҡанмаһын өсөн израиллеләр хәүефһеҙлек саралары күрә. Шуға ҡарамаҫтан, халыҡ төркөмдәренең тулҡынланыуҙары арҡаһында табутты бер сәғәт буйы машинанан төшөрә алмайҙар.

Ғүмеренең һуңғы йылдарын үткәргән Рамаллала, «Муката» резиденцияһы эргәһендә, 2007 йылда Арафаттың төрбәһе төҙөлә. Резиденция биналары музей ителә.

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

  1. VIAF — 2012.
  2. 2,0 2,1 Bibliothèque nationale de France BNF танытҡысы: асыҡ мәғлүмәт платформаһы — 2011.
  3. Dictionary on African Biography, افریقی سوانحی لغت / E. K. Akyeampong, Henry Louis Gates, Jr.NYC: OUP, 2012. — ISBN 978-0-19-538207-5
  4. 4,0 4,1 Немецкая национальная библиотека, Берлинская государственная библиотека, Баварская государственная библиотека и др. Record #118503766 // Общий нормативный контроль (GND) — 2012—2016.
  5. Czech National Authority Database
  6. http://news.bbc.co.uk/1/hi/3984841.stm
  7. Третья годовщина смерти Арафата закончилась столкновениями ФАТХа и ХАМАСа. finmarket.ru (12 ноября 2007 года). 10 май 2013 тикшерелгән.
  8. Схема Арафата» плодится и размножается. GZT.RU / pressmon.com (25.01.2006). 10 май 2013 тикшерелгән.
  9. 9,0 9,1 9,2 9,3 9,4 9,5 9,6 9,7 9,8 9,9 Биография Ясира Арафата. 11 август 2009 тикшерелгән.
  10. (тогда он назывался Университетом имени короля Фуада I)
  11. Махмуд Аббас разворачивает предвыборную агитацию. 11 август 2009 тикшерелгән.
  12. S/PV.1401 21 March 1968
  13. Необходимо задать параметр title= в шаблоне {{cite web}}. (12 ноября 2004).
  14. Необходимо задать параметр title= в шаблоне {{cite web}}. (5 ноября 2004).
  15. 15,0 15,1 Саша Шерман: Арафат Ясер — биография в крови
  16. 16,0 16,1 Уроки чёрного сентября
  17. Ясир Арафат на сайте «С Дином по жизни»
  18. What happened at Ma’alot, Kiryat Shmona, and other terrorist targets in the 1970s? (инг.)
  19. PFLP, DFLP, PFLP-GC, Palestinian leftists Архивная копия от 10 февраль 2010 на Wayback Machine на сайте Совета по иностранным делам Архивная копия от 3 декабрь 2009 на Wayback Machine (инг.)
  20. например Демократический фронт освобождения Палестины, Палестинский фронт освобождения и т. п.
  21. Yasser Arafat’s 1974 UN General Assembly speech (инг.)
  22. ОПЕРАЦИЯ «МИР ГАЛИЛЕЕ», Новости ПРО-ПВО ⇒ Хаим Герцог, Арабо-израильские войны, 1967—1973. — М: ООО «Издательство ACT»; СПб.: Terra Fantastica, 2004. — 409с.: ил. — (Военно-историческая библиотека) Архивная копия от 23 октябрь 2011 на Wayback Machine ISBN 5-17-021658-0
  23. Лига арабских государств (ЛАГ)
  24. The Massacre and Destruction of Damour Архивная копия от 14 май 2008 на Wayback Machine (инг.)
  25. Джозеф ФАРА
  26. Black September to Desert Storm: a journalist in the Middle East Авторы: Claude Salhani)]
  27. 27,0 27,1 Syria & Lebanon Авторы: Terry Carter, Lara Dunston, Amelia Thomas, Lonely Planet Publications (Firm)
  28. Damascus Intervenes / تدخل دمشق
  29. The Battle of Tal al-Zaatar (инг.)
  30. World Lebanese Cultural Union: The Lebanese War Архивная копия от 25 октябрь 2009 на Wayback Machine (инг.)
  31. «The Lebanese war» — текст о ливанской войне на сайте движения «Защитники кедра» (cedarguards.org). В начале текста указаны книги, на которых он основан. (инг.)
  32. 32,0 32,1 32,2 Ясир Арафат. Биография на сайте Вести.ру
  33. Агент Кротов, уроженец Палестины
  34. Арафат — человек КГБ
  35. 35,0 35,1 Григорий Асмолов, Сергей Строкань. Народ не заметил потери отца. Коммерсантъ — Власть (15 ноября 2004). 15 октябрь 2009 тикшерелгән.
  36. Терроризм и контртерроризм на Ближнем Востоке
  37. Операция «Деревянная нога»(недоступная ссылка)
  38. מבצע רגל-עץ (йәһ.)
  39. Сергей Строкань. Двуликий Ясир. «Совершенно секретно». 15 октябрь 2009 тикшерелгән.
  40. Титул, обозначаемый арабским словом «Раис» (израильтяне и американцы переводят его как «председатель», а сами палестинцы — как «президент». Последний вариант перевода используется и в документах ООН. При этом, в официальном письме Ицхаку Рабину от 4 мая 1994 года, Ясир Арафат, после его прибытия на палестинские территории в результате Соглашений в Осло, обязался не использовать титул «Президент», а именовать себя «Председателем Палестинской администрации» или «Председателем ООП»
  41. Gaza-Jericho Agreement - Letters  (инг.). МИД Израиля (May 4, 1994). Тәүге сығанаҡтан архивланған 4 август 2012. 15 июль 2012 тикшерелгән.
  42. The Israeli Camp David II Proposals for Final Settlement
  43. Сабов, Александр. Последняя смерть Ясира Арафата, Российская газета № 3630 (16 ноября 2004). 15 октябрь 2009 тикшерелгән.
  44. MI chief: terror groups trying hard to pull off mega-attack
  45. IMF audit reveals Arafat diverted $900 million to account under his personal control «Электронная интифада» (англ.)
  46. 46,0 46,1 Известные лидеры — в фотографиях прошлого
  47. Арафат умер от цирроза печени, словно алкоголик, утверждает французская газета. 15 октябрь 2009 тикшерелгән.
  48. Ясир Арафат умер от СПИДа. 15 октябрь 2009 тикшерелгән.
  49. Арафат умер от СПИДа
  50. Гомосексуалист, и даже …, этот Арафат, и умер от СПИДа
  51. Израиль публично обвинили в убийстве Я.Арафата
  52. Ясир Арафат был отравлен полонием. 16 ноябрь 2019 тикшерелгән.
  53. Российские эксперты: Арафат не был отравлен полонием. 26 декабрь 2013 тикшерелгән.
  54. Дело о смерти Арафата закрыто. 6 май 2015 тикшерелгән.

ӘҙәбиәтҮҙгәртергә

Кинола Ясир Арафат образыҮҙгәртергә

  • Яланғас пистолет / The Naked Gun: Files From Squad of the Police! (1988; АҠШ) режиссер Дэвид Цукер, Ясир Арафат роле Дэвид Кац.

ҺылтанмаларҮҙгәртергә