Әнүәр Саҙат
Мөхәммәд Әнүәр әс-Саҙат[8] (ғәр. محمد أنور السادات; 25 декабрь 1918 йыл — 6 октябрь 1981 йыл) — Мысырҙың дәүләт һәм хәрби эшмәкәре; 1970—1981 йылдарҙа Мысыр президенты, маршал (мушир; 1973).
Бала сағы һәм йәшлеге
үҙгәртергәӘнүәр әс-Саҙат 1918 йылдың 25 декабрендә Ҡаһирәнән төньяҡтараҡ урынлашҡан ҙур булмаған Мит-Абуль-Ҡом ҡалаһында сығышы менән Судандан булған күп — ун өс балалы ғаиләлә тыуған. Атаһы — Мөхәммәд әс-Саҙат хәрби госпиталдә писарь булып хеҙмәт итә, әсәһе —Ситт эль-Баррейн. Улар бөтә башҡа яҡын туғандары кеүек үк ашҡыныусан мосолман булған, шуға ла Әнүәр Саҙат бала саҡтан дини мәктәпкә йөрөгән, унда ныҡлап Ҡөрьәнды өйрәнгән. 1925 йылда ғаилә Ҡаһирә янына йәшәргә күсә, үҫмер шунда урта белем ала[9]. Һуңыраҡ үҙе әйтеүенсә, йәшлек йылдарында уның донъяға ҡарашына дүрт кеше бигерәк тә төплө йоғонто яһаған. Улар — колониаль иҙеүгә ҡаршы баш күтәреүҙә ҡатнашҡан һәм офицерҙы үлтереүҙә ғәйепләнеп Британия хәрбиҙәре тарафынан аҫып үлтерелгән Зәхрән; Төркиәнең бойондороҡһоҙлоғон яулап алып, илдә күп яҡлы реформалар башлап ебәреүсе Кемаль Ататөрөк; йәмғиәт кимәлендәге яуызлыҡтарға көс ҡулланмай ҡаршылыҡ күрһәтеүҙе пропагандалаған Махатма Ганди һәм йәш Саҙат Британия экспансияһына ҡаршы торорға һәләтле донъя кимәлендәге берҙән-бер лидер тип иҫәпләгән Адольф Гитлер[10].
Власҡа килеүе
үҙгәртергә1938 йылда Саҙат хәрби училище тамамлай һәм лейтенант хәрби дәрәжәһе ала. 1940 йылда Мысыр офицерҙарының «Исаба» йәшерен ойошмаһына ағза булып инә. Бер үк ваҡытта шулай уҡ «Миср аль-Фатат» һәм «Братья-мусульмане» милләтсе ойошмаларына ла яҡын тора.
Тыуған илен Британия хакимлегенән ҡотолдороу маҡсатынан сығып, Икенсе донъя һуғышы йылдарында Саҙат нацистик Германия һәм фашистик Италия агентары менән йәшерен хеҙмәттәшлек итә. Шуғалырҙыр инде Британия вәкилдәре тарафынан Абвер менән хеҙмәттәшлек итеүҙә ғәйепләнеп, Саҙат бер нисә тапҡыр ҡулға алына. Мысыр армияһынан сығарылған генералды Британия хакимлегенә ҡаршы хәрәкәтте әүҙемләштереү өсөн немецтар үтенесе менән Ираҡҡа алып сығырға тейеш була. Әммә бөтә был эштәр уңышһыҙлыҡҡа осрай, һәм Саҙат һаҡ аҫтына эләгә. Дәлилдәр етмәгәнлектән, ул иреккә сығарыла һәм Ҡаһирәлә ике немец агенты менән йәшерен хеҙмәттәшлек итә башлай, тик үҙҙәрен ҡулға алғас, улар хеҙмәттәшен һата. 1942 йылдың октябрендә трибунал тарафынан хөкүмгә тарттырылып, Саҙат армиянан ҡыуыла һәм төрмәгә ябыла. Ике йылдан һуң ул аслыҡ иғлан итә һәм төрмә дауаханаһына күсерелә, унан ҡасыуға өлгәшә. Бер йыл тирәһе йәшеренеп йәшәп, Саҙат һаҡал-мыйыҡ ебәрә, тышҡы кейәфәтен, адресын һәм эш урынын даими үҙгәртеп тора[11]. 1946—1949 йылдарҙа ул тағы ла төрмәлы була, иреккә сығарылғандан һуң журналистика менән шөғөлләнә, ә 1950 йылда яңынан хәрби хеҙмәткә ҡайта.
Башында Йәмәл Әбдел Насыр торған «Ирекле офицерҙар» ойошмаһын төҙөүҙә туранан-тура ҡатнаша.
1952 йылғы Июль революцияһынан һуң Мысырҙа, ә 1958 йылдан һуң — уға алмашҡа ойошторолған Берләшкән Ғәрәп Республикаһында төрлө яуаплы дәүләт вазифаларында эшләй[12]. 1960—1961 һәм 1964—1968 йылдарҙа Саҙат — Мысыр парламенты — Берләшкән Ғәрәп Республикаһы Милли йыйылышы рәйесе; бер үк ваҡытта 1960—1961 йылдарҙа илдең Сирия районының Милли советы рәйесе. 1964 йылда — дәүләттең вице-президенттарының береһе, 1969 йылдан — Берләшкән Ғәрәп Республикаһының берҙән-бер вице-президенты. 1970 йылда Йәмәл Әбдел Насырҙың вафатынан һуң илдең президенты итеп һайлана.
Президент вазифаһында
үҙгәртергәСаҙат власҡа килгәс үк тиерлек элекке президент Йәмәл Әбдел Насырҙың ғәрәп милләтселеге һәм ғәрәп социализмы сәйәсәтенән арына башлай. Әбдел Насыр идеяларына тоғро ҡалған уның элекке ҡуштандары яңы режимға оппозиция ойошторорға тырышып ҡарай, әммә 1971 йылдың майында уларҙың күбеһе ҡулға алына. Был ваҡиғалар ил тарихында «Май төҙәтеү революцияһы» исеме менән урын алған. Саҙат быға тиклем Насыр алып барған панарабизмдан — Яҡын Көнсығышта бөтә ғәрәп дәүләттәрен бер союзға берләштереү яҡлы сәйәси хәрәкәттән — тулыһынса баш тарта; 1971 йылда дәүләттең атамаһы "Берләшкән Ғәрәп Республикаһы"нан «Мысыр Ғәрәп Республикаһы» итеп үҙгәртелә[13].
Бөйөк державалар менән мөнәсәбәттәр
үҙгәртергәӘле лә дауам иткән Ғәрәп-Израиль низағында Советтар Союзы Мысырға етерлек ярҙам итмәне тип һанап һәм АҠШ йөҙөндә көслөрәк союздаш табырға теләп, Саҙат Америка Ҡушма Штаттары менән араларҙы яҡынайта башлай. Бер үк ваҡытты Мысыр СССР-ҙың хәрби ярҙамынан баш тарта һәм 1972 йылда СССР хәрби кәңәшселәрен үҙ иленә ҡайтара.
1973 йылда халыҡ-ара изоляция шарттарында Саҙат Израилға ҡаршы һуғыш башлай. Был операцияның бик тә кире һөҙөмтәләре Садатты АҠШ менән яҡынайыуға мәжбүр итә, ул Израиль менән тыныслыҡ тураһында һөйләшеүҙәр башлай, шулай уҡ бер яҡлы тәртиптә СССР менән 1971 йылғы Дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүҙе ғәмәлдән сыҡҡан тип иғлан итә.
Кэмп-Дэвидта тыныслыҡ килешеүенә ҡул ҡуйғандан һуң ике ай үтеүгә Мысыр, Америка Ҡушма Штаттарының Яҡын Көнсығыштағы союздашы сифатында АҠШ Конгресы хуплаған хәрби ярҙам алыусы илдәр исемлегенә индерелә.
Израиль менән һуғыш
үҙгәртергәМысырҙың күтәрелеп алға китеүен, илдең донъя кимәлендәге позицияларын көсәйтеү һәм нығытыу менән бер рәттән Израиль менән 1967 йылдағы алты көнлөк һуғыштағы хурлыҡлы еңелеү өсөн реванш алыуҙы Әнүәр Саҙат үҙ сәйәсәтенең өҫтөнлөклө йүнәлештәре итеп һанай. 1972 йылдың аҙағына ул Израилға ҡаршы хәрби кампания асыу тураһында ныҡлап уйлана башлай[14]. Израиль менән һуғыш башлау тураһындағы ҡарарҙы Әнүәр Саҙат Сирия президенты Хәфиз Асад менән 1973 йылдың йәйендә ҡабул итә[15].
Кэмп-Дэвид килешеүҙәре
үҙгәртергәҺуғышта еңелгәндән һуң Саҙат тыныс һөйләшеүҙәр үткәреү кәрәклегенә инана башлай. Хәрби көстәрҙе айырыу тураһында килешкәндән һуң Израиль менән Мысыр көс ҡулланмау, ә территориаль конфликты тыныс юл менән хәл итеү тураһындағы аралыҡ килешеүгә ҡул ҡуя. 1977 йылда Әнүәр Саҙат Израиль менән тыныслыҡ шарттарын тикшереү өсөн Иерусалимға барырға әҙер булыуы тураһында иғлан итә[16], һәм ноябрҙә ошо тарихи визит тормошҡа ашырыла.
Израиль премьер-министры Менахем Бегин саҡырыуы буйынса Садат Иерусалимда Кнессетта сығыш яһай, был бөтә ғәрәп донъяһында һәм СССР-ҙа ныҡ ҡырҡыу ғәйепләү тыуҙыра. Әнүәр Саҙаттың биш пункттан торған планы, атап әйткәндә, үҙаллы фәләстин дәүләте төҙөүҙе тәҡдим итә[17]. Киң мәғлүмәт саралары тарафынан тенденциоз нигеҙҙә яҡтыртылған (мәҫәлән, Саҙаттың галстугындағы һүрәттәрҙең свастикаларҙан тороуына яһалма рәүештә бер кем дә иғтибар итмәй[18] сығыш Израиль халҡына ныҡ тәьҫир итә, сөнки хәрби планда иң көслө булған ғәрәп дәүләте менән тыныслыҡ килешеүе төҙөүҙең нигеҙле мөмкинлеге тыуа.
Бер ни тиклем ваҡыттан һуң Израиль премьер-министры Менахем Бегин Мысырға яуап визиты яһай. Әммә һөйләшеүҙәр ауыр бара. Быны белгән АҠШ президенты Дж. Картер ике яҡты ла үҙенә, Америка президенттарының ял һәм эшлекле һөйләшеүҙәр урыны булған Кэмп-Дэвидҡа саҡырырға ҡарар итә[19].
Әнүәр Саҙаттың Иерусалимға 1977 йылдың ноябрендәге визиты һәм уның Израиль премьер-министры Менахем Бегин менән острашыуы күпселек ғәрәп дәүләттәренең Мысыр менән дипломатик бәйләнештәрен өҙөүгә килтерә. Әммә президент Саҙат Израиль менән тыныс һөйләшеүҙәрҙе үҙе өсөн дөрөҫөрәк тип һанай[20].
1978 йылдың сентябрендә Кэмп-Дэвидтағы Джимми Картер рәйеслегендәге саммитта Әнүәр Саҙат һәм Израиль премьер-министры Менахем Бегин тыныслыҡ, Синай ярымутрауын үҙ-ара таныу һәм уны Мысырға ҡайтарыу тураһында килешә. Тыныслыҡ тураһында килешеүгә 1979 йылдың 26 мартында ҡул ҡуйыла[21] Израиль 1967 йылда баҫып алған Синай ярымутрауынан үҙ ғәскәрен сығарырға һәм ундағы йәһүд торамаларын кире күсерергә йөкләмә ала. Ошо тыныслыҡ килешеүенә өлгәшкән өсөн Әнүәр Саҙат һәм Менахем Бегин 1978 йылда Нобель тынысыҡ премияһына лайыҡ була.
Эске сәйәсәт
үҙгәртергә«Асыҡ ишектәр» сәйәсәте
үҙгәртергә1974 йылда Әнүәр Саҙат «асыҡ ишектәр» сәйәсәтен тормошҡа ашыра башлай (инфитах).[22] Сит ил инвесторҙарын йәлеп итеүгә улар өсөн отошло һалымдар системаһы һәм шәхси капиталды национализациялауға ҡаршы дәүләт гарантиялары булышлыҡ итә[23]. Бына тыш хөкүмәт илдең коммуникациялар системаһын һәм транспорт селтәрен модернизациялау бурысын үҙенә йөкләй. Заемдар алыу өсөн Мысыр хөкүмәте бюджет дефицитын ҡыҫҡартырға мәжбүр була. Был үҙ сиратында аҙыҡ-түлеккә һәм яғыулыҡ материалдарына субсидияларҙы кәметеүгә килтерә, һәм һөҙөмтәлә иң кәрәкле тауарҙарға хаҡтар арта[24].
«Асыҡ ишектәр» сәйәсәтен тормошҡа ашырыу барышында иҡтисадтың банк һәм валюта өлкәләре либераллаштырыуға дусар ителә. Президент Әнүәр Саҙат уйынса, был сит ил капиталын йәлеп итеүгә һәм Мысырҙың эшсе көстәрен Ливия һәм Сәғүд Ғәрәбстаны кеүек төп нефть сығарыусы ғәрәп илдәренә сығарыуҙы еңеләйтергә тейеш була. Иҡтисади үҫеш темптары арта, дәүләттең түләү балансы торошо яҡшыра.[25] Бындай сәйәсәт бер үк ваҡытта аҙсылыҡтың байыуына һәм халыҡтың төп өлөшөнөң көндәлек хәле насарайыуға алып килә. Һөҙөмтәлә Мысыр иҡтисады Көнбайышҡа тағы ла нығыраҡ бәйлелеккә эләгә.
Ғәрәп социалистик союзын таратыу
үҙгәртергә1975 йылда президент Саҙат Ғәрәп социалистик союзы нигеҙендә өс сәйәси платформа: үҙәк (идара итеүсе күпселек), һул һәм уң платформалар ойоштороу тураһында ҡарар ҡабул итә. Дөйөм алғанда, был Мысырҙа контролдә тотолған күп партиялы системаға нигеҙ һалыу була[26]. Халыҡ йыйылышына 1976 йылда үткән һайлауҙа Саҙаттың Ғәрәп социалистик партияһы исемен алған үҙәк платформаһы кандидаттары, 352 урындың 280-ен алып, ышаныслы еңеүгә өлгәшә. Һайлауҙан һуң Саҙат өс сәйәси платформаның да артабан партияға әйләнәсәге тураһында иғлан итә[27].
Икмәк сыуалыштары
үҙгәртергәХалыҡ-ара валюта фонды баҫымы аҫтында 1977 йылдың ғинуарында хөкүмәт на товары первой необходимости субсидияны ике тапҡырға кәметеү тураһында ҡарар ҡабул итә. 18—19 ғинуарҙа бөтә ил буйынса күп миллионлы демонстрациялар үтә. Улар дәүләт тарихына «икмәк сыуалыштары» исеме менән инеп ҡалһа ла, ваҡыты-ваҡыты менән сәйәси характер ҙа ала. Был халыҡтың Саҙат сәйәсәтенә ҡаршы протесы һәм уның менән ризаһыҙлығы була. Һөҙөмтәлә субсидияларҙы кәметеү тураһындағы ҡарарҙы юҡҡа сығарырға тура килә.[28]
Репрессиялар
үҙгәртергәОппозиция хөкүмәттең иҡтисадтағы уңышһыҙлыҡтарын тәнҡитләй һәм рәсми шәхестәрҙе коррупцияла ғәйепләй башлағас, Саҙат илдәге сәйәси эшмәкәрлеккә сикләүҙәр индерә. Мысырҙың 1967 йылдағы һуғышта еңелеүенән һуң әүҙемлектәрен һиҙелерлек арттырған ислам фундаменталистары ла ризаһыҙлыҡ күрһәтә башлай. Улар илдең мәҙәни һәм идеологик тормошон америкалаштырыуҙы ҡырҡа кире ҡаға һәм фундаменталистарҙың аҙсылыҡты тәшкил иткән копт христиандарына кире ҡарашы бер нисә тапҡыр тәртипһеҙлектәргә алып килә[29].
Үлеменән алдараҡ Саҙат масштаблы репрессиялар башлай: Насыр яҡлы интеллектуалдарҙы, ислам һәм христиан дине вәкилдәрен ҡулға алырға фарман бирә.
Үлеме
үҙгәртергә1981 йылдың көҙөндә ислам фундаменталистарының «Аль-Гамаа аль-исламийя»[30] һәм «Египетский исламский джихад»[31] террористик төркөмдәре берләшеп, Әнүәр Саҙатты үлтереүҙе ойоштора, бының менән улар президенттан Израиль менән яҡынайыуы өсөн үс ала[32]. 6 октябрҙә 1973 йылғы ғәрәп-израиль һуғышының йыллығына арналған Каһирәләге хәрби парад барышында яҡынса сәғәт 11:40-та лейтенант Халед Ахмед аль-Исламбули етәкселегендәге заговорсылар төркөмө йөк машинаһынан һикереп төшә, һәм лейтенант трибуна яғына ҡул гранатаһы ырғыта. Ул стәғәйенләнгән урынға барып етмәй шартлай. Ҡалған биш десантсы хөкүмәт трибунаһына автоматтан ут аса[33]. Үлемесле яра алған Саҙат госпиталгә алып барыла, унда ул йән бирә. Һөжүм һөҙөмтәһендә президент менән бергә 12 кеше һәләк була, 31 кеше төрлә дәрәжәләге ауырлыҡта яра ала (мәҫәлән, вице-президент Хөсни Мөбәрәктең һул ҡулы яралана). Халед аль-Исламбули һәм һөжүм итеүҙә башҡа ҡатнашыусылар 1982 йылдың апрелендә хөкөмгә тарттырыла һәм атып үлтерелә[34].
Саҙаттың үлеменән һуң
үҙгәртергәСаҙатты вазифаһында вице-президент Хөсни Мөбәрәк алыштыра. ил менән 2011 йылдың 11 февраленә тиклем идара итә. Теракттан һуң индерелгән ғәҙәттән тыш хәл режимы 2010 йылдың мартына тикклем ғәмәлдә була, тулыһынса 2012 йылдың 1 июнендә генә юҡҡа сығарыла.
Әнүәр Саҙатты ерләүҙә донъяның төрлө илдәренән ҡатнашыусылар һаны рекордты тәшкил итә. Был сараға АҠШ-тың элекке өс президенты — Ричард Никсон, Джеральд Форд һәм Джеймс Картерҙың килеүе лә бығаса күҙәтелмәгән һирәк күренештең береһе була. Ғәрәп илдәре башлыҡтарынан ерләүҙә Судан президенты Джафар Нимейри бер үҙе генә ҡатнаша. Ғәрәп дәүләттәре лигаһының 24 ағзаһың тик өсө генә үҙ вәкилен Саҙатты һуңғы юлға оҙатырға ебәрә.[35] Әнүәр Саҙат Ҡаһирәлә, һәләк булған урынынан йыраҡ булмаған ерҙә, Билдәһеҙ һалдат мемориалендә ерләнә. Саҙатты үлтергәндән һуң Мысыр боевиктарының бер өлөшө сит илгә ҡаса. Теракты башҡарыусыларҙың өсөһө шунда уҡ ҡулға алына, ә береһе — өс тәүлектән һуң тотола. Саҙатты юҡ итеү планын эшләгән инженер Мөхәммәд Әбдел Сәләм Фәррәғ тә һаҡ аҫтына алына. 1982 йылдың 15 апрелендә Фәррәғ һәм ике граждан заговорсы аҫып үлтерелә, ә элекке хәрби хеҙмәткәрҙәр Исламбули менән Аббас Әли атыла. Президенты юҡ итеү шарттары бөгөнгәсә тулыһынса асыҡ түгел. Мәҫәлән, боевиктарҙың нисек ныҡлы һәм ентекле контролде үтеп, йөк машинаһына ҡорал һәм граната алып килеүен, терактҡа бер нисә секунд ҡалғас Саҙаттың шәхси һаҡсылары трибуна тирәһендәге постарын ни өсөн ҡалдырып китеүен тикшереү асыҡламаған. Фараздарҙың береһе буйынса, терактты АҠШ-тың, икенсеһе буйынса — Мысырҙың үҙенең махсус хеҙмәттәре ойошторған. Шулай уҡ был ваҡиғаға СССР Дәүләт именлеге комитетының да ҡыҫылышы булыу фаразы ла ишетелеп ҡала. Мәрхүм президенттың туғаны Талаат әл-Саҙат фекеренсә, үлтереү —халыҡ-ара заговор һөҙөмтәһе. 2006 йылдың 31 октябрендә Мысыр генералдарын ике туған ағаһын үлтереү маҡсатындағы заговорҙа ғәйепләгән интервьюһенә бер ай ҙа үтмәҫтән ул илдең ҡораллы көстәренә яла яҡҡаны өсөн бер йыл төрмәгә ябыуға хөкөм ителә. Сәүд телеканалына биргән интервьюһында Талаат әл-Саҙат заговорға Америка Ҡушма Штаттары һәм Израилдең ҡатнашы булыуын раҫлай.[36] Һуңыраҡ Саҙатты юҡ итеү планын эшләгән боевой төркөмдәр Усама бин Ладен менән бәйләнешкә инә:[37]. 2003 йылда Мысыр төрмәһенән Саҙатты үлтереүҙе ойоштороусыларҙың береһе — Карам Зохди азатлыҡҡа сыға. Интервьюларының береһендә ул Мысыр президентын юҡ итеү тураһындағы ҡарарҙың хата булыуын таный[38].
Ҡыҙыҡлы факттар
үҙгәртергә- Сығышы менән Судандан булған Әнүәр Саҙат тыумыштан ҡуңыр йөҙлө була, шуға ла 1983 йылда АҠШ-та төшөрөлгән «Саҙат» (Sadat) нәфис фильменда президент ролен ҡара тәнле актёр Луис Госсетт уйнай.
- Ә. Саҙат Советтар Союзы илсеһенән үҙенә араҡыны йәшникләп ебәреүҙе үтенгән һәм совет вәкилдәре менән осрашҡанда араҡы эскән; шул уҡ ваҡытта СССР разведка органдары мәғлүмәттәре буйынса, ул нәшә ярҙамында ирәүәнлеккә бирелгән һәм ҡатынының ныҡлы йоғонтоһо аҫтында[39].
- «Загон» фильмында (1987) президент Мөхәммәдкә һөжүм итеү 1981 йылда Саҙатты реаль үлтереүгә оҡшатып төшөрөлгән.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергәМысыр бүләктәре
Дәүләт | Дата | Награда | Литеры | |
---|---|---|---|---|
Мысыр | 15 октябрь 1970 — 6 октябрь 1981 |
«Нил мәрйене» ордены | ||
Мысыр | 15 октябрь 1970 — 6 октябрь 1981 |
Республика ордены | ||
Мысыр | 15 октябрь 1970 — 6 октябрь 1981 |
Бойондороҡһоҙлоҡ ордены | ||
Мысыр | 15 октябрь 1970 — 6 октябрь 1981 |
Хеҙмәттәр ордены | ||
Мысыр | 15 октябрь 1970 — 6 октябрь 1981 |
Шәфҡәтлек ордены | ||
Мысыр | 15 октябрь 1970 — 6 октябрь 1981 |
Синай Йондоҙо ордены |
Дәүләт | Бирелеү датаһы | Награда | Литеры | |
---|---|---|---|---|
Албания | — | Тоғролоҡ ордены | ||
— | Бөйөк Мөбәрәк ордены | |||
Сәғүд Ғәрәбстаны | — | Король Әбдел-Азиз ордены | ||
Малайзия | 1965 — | Короллекте Һаҡлаусы ордены | SMN | |
Непал | 1974 — | Оясви Раянья ордены | ||
Италия | 6 апрель 1976 — | «Италия Республикаһы алдында хеҙмәттәре өсөн» ордены | ||
Испания | 18 март 1977 — | Католик Изабелла ордены | ||
АҠШ | 26 март 1984[40] — | Азатлыҡ Президент миҙалы |
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Record #32191472 // VIAF (билдәһеҙ) — [Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
- ↑ 2,0 2,1 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
- ↑ Dictionary of African Biography (ингл.) / E. K. Akyeampong, Henry Louis Gates, Jr. — NYC: OUP, 2012.
- ↑ 4,0 4,1 Internet Movie Database (ингл.) — 1990.
- ↑ 5,0 5,1 Anwar Sadat // SNAC (ингл.) — 2010.
- ↑ Anwar al-Sadat // Find a Grave (ингл.) — 1996.
- ↑ 7,0 7,1 https://www.sis.gov.eg/section/228/239?lang=en-us
- ↑ Садат // Румыния — Сен-Жан-де-Люз. — М. : Большая российская энциклопедия, 2015. — С. 201. — (Большая российская энциклопедия : [в 35 т.]; vol. 2004—2017, вып. 29). — ISBN 978-5-85270-366-8.
- ↑ Садат (Cadat), Анвар 2008 йыл 19 декабрь архивланған., журнал «Наука и техника»
- ↑ Грани. Ру // Политика / Мир / Ближний Восток / Анвар Садат 2005 йыл 25 февраль архивланған. / Грани. Ру
- ↑ АНВАР САДАТ // Главы государств мира . Дата обращения: 26 март 2008. Архивировано из оригинала 5 март 2007 года.
- ↑ Объединённая Арабская Республика (ОАР) была создана в 1958 году как союз Сирии и Египта. После того, как в 1962 году Сирия вышла из союза, Египет продолжал использовать название ОАР до 1971 года.
- ↑ Правление Анвара Садата 2009 йыл 31 декабрь архивланған.
- ↑ Татьяна Редько «Нефтяное оружие», изменившее мир // Нефтяные ведомости. — Lukoil Overseas, 24 октября 2005. — В. номер=23 (65).
- ↑ Александр Розин. Война «Судного дня» 1973 г. Противостояние СССР — США на море. Часть I. 2008 йыл 16 сентябрь архивланған. Морская Пехота Балтики
- ↑ 29 лет со дня подписания Кэмп-Дэвидского договора. 26 Марта 2008(недоступная ссылка)|Седьмой канал
- ↑ Герман Крылов Путь к миру открыт, но террор продолжается // Эхо планеты. — Каир, 13-19 июня 2003. — № 24 (789).
- ↑ А. Альмог. «Шалом ахшав» против мира 2010 йыл 2 апрель архивланған.
- ↑ Договор с Египтом megapolis.org
- ↑ Новейшая история Египта
- ↑ КЭМП-ДЭВИДСКИЙ ПРОЦЕСС.
- ↑ Египетской политике «открытых дверей» посвящено диссертационное исследование немецкого арабиста Вольфганга Г. Шваница: Ägyptens Infitah-Politik der offenen Tür, Leipzig: Diss. Afrika-Nahostwissenschaften 1984
- ↑ [1] 2018 йыл 13 ғинуар архивланған. studentport.su
- ↑ [2] krugosvet.ru
- ↑ Экономика Египта 2010 йыл 24 март архивланған.
- ↑ Политика и Государство 2010 йыл 24 март архивланған.
- ↑ Египет. Политические партии . Кругосвет. Дата обращения: 2 март 2011. Архивировано 12 февраль 2012 года.
- ↑ Египет при президенте Садате(недоступная ссылка)
- ↑ ЕГИПЕТ: ИСТОРИЯ — А. ПЕРИОД ПРЕЗИДЕНТСТВА АНВАРА САДАТА
- ↑ Аль-Гамаа аль-Исламия 2010 йыл 22 май архивланған.
- ↑ Египетский исламский джихад" — Egyptian Islamic Jihad 2010 йыл 29 май архивланған.
- ↑ Убийца Садата выпущен на свободу, 29 сентября 2003 г.
- ↑ [3]// prazdniki.ru 2005 йыл 5 ғинуар архивланған.
- ↑ Sadat Assassins are Executed, The Glasgow Herald (16 April 1982). 16 февраль 2011 тикшерелгән.
- ↑ Tuhoy, William (October 11, 1981). Most of Arab world ignores Sadat funeral(недоступная ссылка). The Spokesman-Review.
- ↑ Sadat nephew in court appearance. BBC News. October 18, 2006.
- ↑ «Египетский исламский джихад» присоединился к «Аль-Каиде». Ецхоеряйхи Хякюляйхи Дфхуюд 2010 йыл 29 май архивланған.
- ↑ Освобождён за примерное раскаяние. Газета «Коммерсантъ» № 177 (2780) от 30.09.2003
- ↑ «Коммерсантъ-Власть», 9 октября 2001 г.
- ↑ Үлгәндән һуң
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Goldschmidt, Arthur Biographical dictionary of modern Egypt / Lynne Rienner Publishers, 2000 — p. 173—175.
Һылтанмалар
үҙгәртергәАнвар Садат Викиөҙөмтәлә | |
Анвар Садат Викикитапханала | |
Анвар Садат Викимилектә |
- Фильм Sadat на IMDB.
- Вольфганг Г. Шваниц (Wolfgang G. Schwanitz). Anwar as-Sadat (Webversion 4-2010 (нем.))
- Fayza Hassan Jehan El-Sadat: Destinies forged anew //Al-Ahram Weekly 3 — 9 August 2000 Issue No. 493 (инг.)
Алдан килеүсе: Йәмәл Әбдел Насир |
Мысыр президенты 1970–1981 |
Һуңынан килеүсе: Хөсни Мөбәрәк |