Футбол буйынса донъя чемпионаты 2018

Футбол буйынса донъя чемпионаты 2018 (рус. Чемпионат мира по футболу 2018 года) — ФИФА-ның футбол буйынса 21-се донъя чемпионаты, уның йомғаҡлау өлөшө Рәсәйҙә[1] 2018 йылдың 14 июненән 15 июленә тиклем ойошторола[2]. Рәсәй үҙ тарихында донъя чемпионатын тәүге тапҡыр ҡабул итә, шулай уҡ чемпионат Көнсығыш Европала тәүге тапҡыр үтә[3]. Шулай уҡ ул тәүге тапҡыр донъяның ике өлөшөндә — Европала һәм Азияла уҙғарыла[4]. Турнир Рәсәйҙең 11 ҡалаһының 12 стадионында үтә[5]. Был донъя чемпионатында судьяларҙың видеоассистенты (VAR) беренсе тапҡыр ҡулланыла[6].

Футбол буйынса донъя чемпионаты 2018
Розыгрыш какого турнира Футбол буйынса донъя чемпионаты
Логотип
Рәсем
Квалифицирован для мужской футбол[d]
Спорт төрө футбол
Дәүләт  Рәсәй
Урын Лужники (стадион), Лукойл Арена[d], Газпром Арена[d], Ростех Арена[d], Ак Барс Арена[d], Нижний Новгород[d], "Һамар Арена", Волгоград Арена[d], Мордовия Арена[d], Ростов Арена, Фишт[d] һәм Центральный стадион[d]
Лигала уйнай Футбол буйынса донъя чемпионаты
Алдағы чемпионат мира по футболу 2014[d]
Тәртип буйынса һуңыраҡ килеүсе Чемпионат мира по футболу 2022[d]
Номер издания 21
Ваҡиға ваҡыты 2018
Башланыу датаһы 14 июнь 2018
Тамамланыу датаһы 15 июль 2018
Ойоштороусы ФИФА[d]
Персонаж-талисман Забивака[d]
Ҡатнашыусылар һаны 32
Команда-участница Сборная России по футболу на чемпионате мира 2018 года[d], Egypt at the 2018 FIFA World Cup‎[d], сборная Саудовской Аравии по футболу на чемпионате мира 2018 года[d], Uruguay at the 2018 FIFA World Cup‎[d], Iran at the 2018 FIFA World Cup[d], Morocco at the 2018 FIFA World Cup‎[d], Portugal at the 2018 FIFA World Cup‎[d], Spain at the 2018 FIFA World Cup[d], Australia at the 2018 FIFA World Cup[d], Denmark at the 2018 FIFA World Cup[d], France at the 2018 FIFA World Cup‎[d], Peru at the 2018 FIFA World Cup[d], Argentina at the 2018 FIFA World Cup[d], Croatia at the 2018 FIFA World Cup[d], Iceland at the 2018 FIFA World Cup[d], Nigeria at the 2018 FIFA World Cup‎[d], Brazil at the 2018 FIFA World Cup‎[d], Costa Rica at the 2018 FIFA World Cup[d], Serbia at the 2018 FIFA World Cup[d], Switzerland at the 2018 FIFA World Cup[d], Germany at the 2018 FIFA World Cup[d], Mexico at the 2018 FIFA World Cup[d], South Korea at the 2018 FIFA World Cup[d], Sweden at the 2018 FIFA World Cup[d], Belgium at the 2018 FIFA World Cup[d], England at the 2018 FIFA World Cup‎[d], Panama at the 2018 FIFA World Cup[d], Tunisia at the 2018 FIFA World Cup[d], Colombia at the 2018 FIFA World Cup[d], Japan at the 2018 FIFA World Cup[d], Poland at the 2018 FIFA World Cup[d] һәм Senegal at the 2018 FIFA World Cup‎[d]
Еңеүсе Футбол буйынса Франция йыйылма командаһы
Статистика буйынса алда Гарри Кейн[d], Лука Модрич[d], Килиан Мбаппе[d] һәм Тибо Куртуа[d]
Финальная часть финал чемпионата мира по футболу 2018[d]
Уйналған матчтар һаны 64
Индерелгән голдар/йыйылған мәрәйҙәр һаны 169
Рәсми сайт fifa.com/worldcup/archiv…
Һештег WorldCupRussia2018
 Футбол буйынса донъя чемпионаты 2018 Викимилектә

Франция йыйылма командаһы, финал матчында Хорватия йыйылма командаһын 4:2 иҫәбе менән еңеп, үҙ тарихында икенсе тапҡыр чемпион була. Өсөнсө урын өсөн уйында Англия йыйылма командаһы, Бельгия йыйылма командаһын 2:0 иҫәбе менән еңеп, бронза миҙал яулай. Финал матчы 15 июлдә Мәскәүҙә «Лужники» стадионында үтә. Был Европа йыйылма командаһы рәттән 4 тапҡыр еңеү яулаған дүртенсе донъя чемпионаты була.

2018 йылда ФИФА Советы был чемпионатты «тарихта иң яҡшыһы» тип таный[7][8]. ФИФА-ның 2018 йылғы финанс отчетына ярашлы, чемпионат турнир үткәрелеү тарихында иң отошлоһо була һәм ойошмаға 5,357 миллиард доллар килем һәм 3,533 миллиард доллар саф килем килтерә[9]. Бойондороҡһоҙ эксперттар фекеренсә, Рәсәй стадиондары сит илдәрҙәге оҡшаш стадиондар менән сағыштырғанда 95,2 миллиард һумға ҡиммәтерәккә төшә[10].

Үткәрелеү урынын һайлау

үҙгәртергә
 
Рәсәй делегацияһы тауыш биреү һөҙөмтәләре иғлан ителгәндән һуң. Алғы планда (һулдан уңға): Ринат Дасаев, Виталий Мутко, Андрей Аршавин, Игорь Шувалов, Вячеслав Колосков.

2009 йылдың 18 мартында ФИФА 2018/2022 донъя чемпионатын үткәреүгә 9 ғариза ҡабул ителеүе тураһында белдерә. Улар: Австралия, Англия, Индонезия, Мексика, Рәсәй, АҠШ, Япония, Португалия һәм Испания (берлектәге ғариза), Бельгия һәм Нидерланд (берлектәге ғариза). Бынан тыш, Корея Республикаһы һәм Катар 2022 йылғы донъя чемпионатын үткәреүсене һайлауҙа ғына ҡатнашыуҙары тураһында белдерә.

2010 йылдың 2 декабрендә Цюрихта донъя чемпионатын ҡабул итеүсе ил исеме иғлан ителә[11]. Тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса Рәсәй икенсе турҙа уҡ, яртыһынан күберәк тауыш йыйып, икенсе турҙа еңеү яулай[12]:

Ғаризалар Беренсе тур Икенсе тур
Рәсәйя 9  
Испания / Португалия 7  
Нидерланд / Бельгия 4  
Англия  

Рәсәйҙе 2018/2022 йылда футбол буйынса донъя чемпионатын үткәреү хоҡуғына дәғүә итеүсе ил итеп күрһәтеүҙе хуплаусы ойоштороу комитетын Игорь Шувалов етәкләй[13].

Һайлап алыу турниры

үҙгәртергә

2018 йылда футбол буйынса донъя чемпионатының һайлап алыу турнирына йәрәбә тартыу Санкт-Петербургтың Константиновский һарайында 2015 йылдың 25 июлендә үтә[14][15]. ФИФА-ның бөтә 208 ағзаһы ла (ҡабул итеүсе ил Рәсәйҙе иҫәпкә алмағанда) ҡатнашыуға ғариза бирә, турнирҙы 206 команда башлай.

Һайлап алыу һөҙөмтәһендә 31 команда квалификациялана, шул иҫәптән быға тиклем донъя чемпионаттарында еңгән 8 команданың 7-һе инә. Элекке донъя чемпиондарынан финал турнирына үтә алмаған берҙән-бер команда — Италия йыйылма командаһы. Алдағы ике чемпионатта бөтә 8 донъя чемпионы ла ҡатнаша. Донъя чемпионатында Исландия һәм Панама йыйылма командалары тәү тапҡыр ҡатнаша.

Финал турнирына үтеүселәр

үҙгәртергә
Йыйылма Сығыу юлы Сығыу датаһы Финал
өлөшөндә
ҡатнашыу
Рәттән Һуңғы
ҡатнашыу
Яҡшы һөҙөмтә
 Рәсәй Ойоштороусы 2 декабрь 2010 4 (11)[16] 2 2014 Төркөм этабы (1994, 2002, 2014)
4-се урын (1966 — СССР)
  Бразилия КОНМЕБОЛ, һайлап алыу раунды, 1-се урын 28 март 2017 21 Чемпион (1958, 1962, 1970, 1994, 2002)
 Иран АФК, A төркөмө, 1-се урын 12 июнь 2017 5 2 Төркөм этабы (1978, 1998, 2006, 2014)
  Япония АФК, B төркөмө, 1-се урын 31 август 2017 6 1/8 финал (2002, 2010)
 Мексика КОНКАКАФ, 5-се раунд, 1-се урын 1 сентябрь 2017 16 7 1/4 финал (1970, 1986)
 Бельгия УЕФА, H төркөмө, 1-се урын 3 сентябрь 2017 13 2 4-се урын (1986)
 Корея АФК, A төркөмө, 2-се урын 5 сентябрь 2017 10 9 4-се урын (2002)
 Сәғүд Ғәрәбстаны АФК, В төркөмө, 2-се урын 5 1 2006 1/8 финал (1994)
 Германия УЕФА, C төркөмө, 1-се урын 5 октябрь 2017 9 (19)[17] 7 (17) 2014 Чемпион (2014)
Чемпион (1954, 1974, 1990 — ФРГ)
 Англия УЕФА, F төркөмө, 1-се урын 15 6 Чемпион (1966)
 Испания УЕФА, G төркөмө, 1-се урын 6 октябрь 2017 11 Чемпион (2010)
 Нигерия КАФ, B төркөмө, 1-се урын 7 октябрь 2017 6 3 1/8 финал (1994, 1998, 2014)
 Коста-Рика КОНКАКАФ, 5-се раунд, 2-се урын 5 2 1/4 финал (2014)
 Польша УЕФА, E төркөмө, 1-се урын 8 октябрь 2017 8 1 2006 Бронза миҙал (1974, 1982)
 Египет КАФ, E төркөмө, 1-се урын 8 октябрь 2017 3 1990 1/8 финал (1934)[18]
Төркөм этабы (1990)
 Исландия УЕФА, I төркөмө, 1-се урын 9 октябрь 2017 1 дебют
 Сербия УЕФА, D төркөмө, 1-се урын 2 (12)[19] 1 2010 Төркөм этабы (2010);
4-се урын (1930, 1962 — Югославия)
 Португалия УЕФА, B төркөмө, 1-се урын 10 октябрь 2017 7 5 2014 Бронза миҙал (1966)
 Франция УЕФА, A төркөмө, 1-се урын 15 6 Чемпион (1998)
 Уругвай КОНМЕБОЛ, һайлап алыу раунд, 2-се урын 11 октябрь 2017 13 3 Чемпион (1930, 1950)
  Аргентина КОНМЕБОЛ, һайлап алыу раунд, 3-сө урын 17 12 Чемпион (1978, 1986)
 Колумбия КОНМЕБОЛ, һайлап алыу раунд, 4-се урын 6 2 1/4 финал (2014)
 Панама КОНКАКАФ, 5-се раунд, 3-сө урын 1 дебют
 Сенегал КАФ, D төркөмө, 1-се урын 10 ноябрь 2017 2 1 2002 1/4 финала (2002)
 Марокко КАФ, C төркөмө, 1-се урын 11 ноябрь 2017 5 1998 1/8 финала (1986)
 Тунис КАФ, A төркөмө, 1-се урын 2006 Төркөм этабы (1978, 1998, 2002, 2006)
 Швейцария УЕФА, ҡаршы матчтар еңеүсеһе 12 ноябрь 2017 11 4 2014 1/4 финал (1934, 1938, 1954)
 Хорватия УЕФА, ҡаршы матчтар еңеүсеһе 5 2 Бронза миҙал (1998)
 Швеция УЕФА, ҡаршы матчтар еңеүсеһе 13 ноябрь 2017 12 1 2006 Көмөш миҙал (1958)
 Дания УЕФА, ҡаршы матчтар еңеүсеһе 14 ноябрь 2017 5 2010 1/4 финала (1998)
 Австралия АФК, континенталь-ара ҡаршы матчтар еңеүсеһе 15 ноябрь 2017 4 2014 1/8 финал (2006)
 Перу КОНМЕБОЛ, континенталь-ара ҡаршы матчтар еңеүсеһе 16 ноябрь 2017 1 1982 1/4 финал (1970)
Икенсе төркөм турниры (1978)

Ҡалалар һәм стадиондар

үҙгәртергә
 
Аргентина һәм Хорват көйәрмәндәре Мәскәүҙә Никольский урамында. Был урам Донъя чемпионаты ваҡытында бөтә донъя көйәрмәндәренең йәлеп итеү урынына әүерелә[20].

Тәүҙә, ғаризаға ярашлы, донъя чемпионатын үткәреү мөмкинлеге булған ҡалалар исемлегенә 14 тораҡ пункт инә[21].

Һуңғараҡ Воронеж өлкәһе губернаторы Алексей Гордеев Рәсәй спорт министры Виталий Муткоға һәм Рәсәй футбол союзы президенты Сергей Фурсенкоға Воронежды кандидат ҡалалар исемлегенә индереүҙе һорап мөрәжәғәт итә, әммә һуң була[22]. Стадиондарҙың береһен Мәскәүҙең юлдаш ҡалаһы Подольск ҡалаһында төҙөү планлаштырыла[23], әммә 2011 йылдың октябрендә Мәскәү өлкәһе губернаторы Борис Громов яңы стадион төҙөү рентабелһеҙ булыуы арҡаһында «төбәк ғариза биреүҙән баш тартты» тип белдерә[24].

Бөтә кандидат ҡалалар 3 төркөмгә бүленә. Беренсе төркөмгә уйындарҙы үткәреүгә тулыһынса әҙер булған ҡалалар инә: Мәскәү, Санкт-Петербург, Ҡазан, Сочи һәм Екатеринбург. Икенсе төркөмгә турнирға әҙер булыу ихтималлығы булғандар — Краснодар һәм Һамар, ә өсөнсө төркөмгә «проблемалары булған» ҡалалар инә[25].

2018 йылда донъя чемпионаты уйындары үтергә тейешле ҡалалар исемлеге 2012 йылдың сентябрендә раҫлана[26].

Донъя чемпионаты матчтары үткән ҡалаларҙың йомғаҡлау исемлеге[27]:

  1. Мәскәү (Үҙәк кластер)[28][29]
  2. Калининград (Төньяҡ-көнбайыш кластер)[28][30]
  3. Санкт-Петербург (Төньяҡ-көнбайыш кластер)[28][31]
  4. Түбәнге Новгород (Волга кластеры)[28][32]
  5. Волгоград (Волга кластеры)[28][33]
  6. Ҡазан (Волга кластеры)[28][34]
  7. Һамар (Волга кластеры)[28][35]
  8. Саранск (Волга кластеры)[28][36]
  9. Дондағы Ростов (Көньяҡ кластер)[28][37]
  10. Сочи (Көньяҡ кластер)[28][38]
  11. Екатеринбург (Урал кластеры)[28][39]

Стадиондар

үҙгәртергә

Донъя чемпионатына әҙерлек программаһы сиктәрендә иҫкергән стадиондар реконструкциялана һәм ғәмәлдәгеләре яңыртыла, шулай уҡ донъя чемпионаты өсөн махсус төҙөлгән стадиондар — Рәсәйҙең 11 ҡалаһында барлығы 12 стадион төҙөлә.

  • Екатеринбургта: «Екатеринбург Арена» (чемпионат ваҡытындағы һыйҙырышлығы — 33 061 тамашасы[40]). Был стадион 2006 һәм 2011 йылдар араһында, Рәсәйҙә донъя чемпионаты үткәреүҙән алда ремонтлана[41]. Артабан, стадион ФИФА талаптарына яраҡлаштырылып, 7 миллиард һумлыҡ сираттағы реконструкция үткәрелә, ул 2017 йылдың декабрендә тамамлана.
  • Волгоградта: «Волгоград Арена» (чемпионат ваҡытындағы һыйҙырышлығы — 43 713 тамашасы[42])). Волгоградтың төп аренаһы иҫке «Үҙәк» стадионы урынында төҙөлә: яңы стадион Мамай Ҡурғаны янында урынлашҡан. 2018 йылдың 3 апрелендә сафҡа индерелә[43].
  • Һамарҙа: Һамар Арена (чемпионат ваҡытындағы һыйҙырышлығы — 41 970 тамашасы[44]). Рәсми рәүештә төҙөлөш 2014 йылдың 21 июлендә башлана. 2018 йылдың 21 апрелендә тамамлана.
  • Түбәнге Новгородта: «Түбәнге Новгород стадионы» (чемпионат барышында һыйҙырышлығы — 43 319 тамашасы)[45]). Стадионды төҙөү буйынса эштәр 2015 йылда башлана һәм 2017 йылдың декабрендә тамамлана[46].
  • Саранскиҙа: "Мордовия Арена"ла (чемпионат ваҡытындағы һыйҙырышлығы — 41 685 тамашасы[47]). Саранскиҙағы стадион 2012 йылда Бөтә Рәсәй Спартакиадаһын асыу өсөн файҙаланыуға индерелергә тейеш була, әммә пландарға үҙгәреш индерелә. Артабан стадионды асыу 2017 йылда кисектерелә. Аренала тәүге матч 2018 йылдың 21 апрелендә үтә.
  • Дондағы Ростовта: "Ростов Арена"ла (чемпионат ваҡытындағы һыйҙырышлығы — 43 472 тамашасы[48]). Буласаҡ стадиондың урыны Дон йылғаһының һул ярында һайлана. 2017 йылдың 22 декабрендә стадион төҙөлөшө тамамлана.
  • Калининградта: «Калининград стадионы» (чемпионат ваҡытындағы һыйҙырышлығы — 33 973 тамашасы[49]). Тәүге бағаналар 2015 йылдың сентябрендә ҡағыыла. Яңы стадионда беренсе матч 2018 йылдың 11 апрелендә үтә.
  • Ҡазанда: "Ҡазан Арена"ла (чемпионат ваҡытындағы һыйҙырышлығы — 42 873 тамашасы[50]). Стадион 2013 йылда Бөтә донъя йәйге Универсиада өсөн төҙөлә. Унда 2015 йылда ФИНА-ның донъя чемпионаты һәм 2017 йылда футбол буйынса Конфедерациялар кубогы үтә. Бынан тыш, стадион урындағы «Рубин» футбол клубы өсөн төп арена булып тора.
  • Сочиҙа: «Фишт» стадионы (чемпионат барышында һыйҙырышлығы — 44 287 тамашасы[51]). Был донъя тарихында Ҡышҡы Олимпия уйындарын асыу һәм ябыу тантаналарын ҡабул иткән 22 стадиондың береһе. Сочи-2014-тән һуң арена 2017 йылда футбол буйынса Конфедерациялар кубогын һәм 2018 йылда донъя чемпионатын үткәреү өсөн реконструкциялана.
  • Санкт-Петербургта: Санкт-Петербург стадионы (чемпионат ваҡытындағы һыйҙырышлығы — 64 468 тамашасы[52]). Стадион 2007 йылда һүтелгән С. М. Киров исемендәге стадион урынында төҙөлә башлай. 2016 йылдың 29 декабрендә төҙөлөш рәсми рәүештә тамамлана[53]. Санкт-Петербургтың «Зенит» клубының төп аренаһы. Стадионда 2017 йылда футбол буйынса Конфедерациялар кубогы һәм 2018 йылда футбол буйынса донъя чемпионаты, шулай уҡ 2020 йылда футбол буйынса УЕФА-ның Европа чемпионаты үтә.
  • Мәскәүҙә ике стадион:
    • «Открытие Банк Арена» (Спартак) (чемпионат осорондағы һыйҙырышлығы — 44 190 тамашасы[54]). «Спартак» клубының төп аренаһы булып тора. ФИФА-ның 2018 йылғы донъя чемпионаты ваҡытындағы талаптары арҡаһында стадион «Открытие Банк Арена» урынына «Спартак» тип атала. Тәүге матч 2014 йылдың 5 сентябрендә үтә.
    • «Лужники» стадионы, (чемпионат барышында һыйҙырышлығы — 78 011 тамашасы[55]). Рәсәйҙең иң ҙур стадионы; уны реконструкциялау 2013 йылда башлана һәм 2017 йылдың ноябрендә файҙаланыуға тапшырыла.

Донъя чемпионатын асыу матчы Мәскәүҙә «Лужники» стадионында үтә, унда финалы ла үтә. Ярымфинал матчтарының береһе Санкт-Петербургта, икенсеһе Мәскәүҙә үтә[56][57].

  Рәсәй Федерацияһы
Мәскәү Санкт-Петербург Ҡазан Екатеринбург
Лужники Санкт-Петербург Ҡазан Арена Екатеринбург Арена[58]
Һыйҙырышлыҡ: 78 011[55] Һыйҙырышлыҡ: 64 468[52] Һыйҙырышлыҡ: 42 873[50] Һыйҙырышлыҡ: 33 061[40]
       
Мәскәү
 
 
Санкт-Петербург
Саранск
Спартак[58] Мордовия Арена[58]
Һыйҙырышлыҡ: 44 190[54] Һыйҙырышлыҡ: 41 685[47]
   
Һамар Сочи
Һамар Арена[58] Фишт[58]
Һыйҙырышлыҡ: 41 970[44] Һыйҙырышлыҡ: 44 287[51]
   
Ростовтағы Дон Түбәнге Новгород Калининград Волгоград
Ростов Арена Түбәнге Новгород[58] Калининград[58] Волгоград Арена[58]
Һыйҙырышлыҡ: 43 472[48]
Һыйҙырышлыҡ: 43 319[45]
Һыйҙырышлыҡ: 33 973[49]
Һыйҙырышлыҡ: 43 713[42]
       

2018 йылдың август башында Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте донъя чемпионатын үткәреү өсөн төҙөлгән стадиондарҙы һәм уға бәйле объекттарҙы артабан файҙаланыу концепцияһын раҫлай[59].

Турнир символикаһы

үҙгәртергә

Футбол буйынса 2018 йылғы донъя чемпионатының рәсми логотибы 2014 йылдың 28 октябрендә Беренсе канал эфирында тәҡдим ителә. 2018 йылғы донъя чемпионаты эмблемаһы — футбол буйынса донъя чемпионаты силуэты сағыла. Йыһанды яулау, икона яҙыуы һәм футболға һөйөү логотиптың өс өлөшө булып тора, тип хәбәр ителә турнирҙы ойоштороу комитетының матбуғат-релизында.

 
Забивака

Талисман

үҙгәртергә

Турнирҙың рәсми талисманы — бүре Забивака. Ул 2016 йылдың 22 октябрендә Беренсе канал эфирында тауыш биреү юлы менән һайлана. Презентацияла билдәле футболсылар Роналдо (Бразилия) һәм Звонимир Бобан (Хорватия) ҡатнаша[60].

Уның кейемендә аҡ, зәңгәр һәм ҡыҙыл төҫтәрҙең ҡушыла, Рәсәй флагының төҫөн символлаштыра.

Забивакиҙың скульптура һүрәттәре 2018 йылда донъя чемпионаты матчтары үткән ҡалаларҙа ҡуйыла.

Төп мәҡәлә: ru:Live It Up (песня Ники Джема)

 
«Telstar 18»

«Live It Up» — Пуэрто-Рико йырсыһы Никки Джемдың Америка актеры, рэперы Уилл Смит һәм Косово йырсыһы Эра Истрефи менән башҡарған йыры[61]. Йыр 2018 йылда футбол буйынса донъя чемпионатының рәсми йыры итеп һайлана. Дипло — 2018 йылдың 25 майында сыҡҡан трек продюсеры[62][63][64].

Рәсми туп

үҙгәртергә

«Adidas Telstar 18» — футбол буйынса 2018 йылғы донъя чемпионатының рәсми тубы. Легендар Adidas Telstar тубы исеме менән аталған, ул икосаэдр формаһындағы тәүге туптарҙың береһе — ҡара-аҡ телевизорҙарҙа бер төҫлө тупҡа ҡарағанда яҡшыраҡ күренә[65].

Туп ФИФА һәм УЕФА чемпионаттары өсөн туп менән күптән тәьмин итеүсе Adidas компанияһы тарафынан проектлана һәм Adidas-тың иҫке партнеры Forward Sports (Сиалкот, Пакистан) тарафынан эшләнә.

Халыҡҡа тупты Мәскәүҙә 2014 йылғы донъя чемпионатының Алтын тубы еңеүсеһе Лионель Месси 2017 йылдың 9 ноябрендә күрһәтә[66][67].

Финал турниры

үҙгәртергә

Йәрәбә һалыу һәм командаларға бүлеү

үҙгәртергә

Йәрәбә 2017 йылдың 1 декабрендә Дәүләт Кремль һарайында үткәрелә һәм финал турниры өсөн төркөмдәр составы билдәләнә[68]. Унда 32 команда ҡатнаша. Беренсе кәрзингә ойоштороусы булараҡ Рәсәй һәм 2017 йылдың 16 октябрендәге ФИФА рейтингы буйынса ете алдынғы команда эләгә. Рәсәй автоматик рәүештә «А» төркөмөндә беренсе юлды биләй. Ҡалған ете төркөмдә беренсе юлдыы 1-се кәрзиндән башҡа ете команда ала. Шулай уҡ ФИФА-ның 2017 йылдың 16 октябрендәге рейтингына ярашлы 2, 3 һәм 4-се кәрзиндәр барлыҡҡа килә.
Иҫкәрмә: ФИФА рейтингы йәйәләрҙә күрһәтелгән.

1-се кәрзин 2-се кәрзин 3-сө кәрзин 4-се кәрзин
 Рәсәй (ойоштороусы, 65)
 Германия (1)
 Бразилия (2)
 Португалия (3)
 Аргентина (4)
 Бельгия (5)
 Польша (6)
 Франция (7)
 Испания (8)
 Перу (10)
 Швейцария (11)
 Англия (12)
 Колумбия (13)
 Мексика (16)
 Уругвай (17)
 Хорватия (18)
 Дания (19)
 Исландия (21)
 Коста-Рика (22)
 Швеция (25)
 Тунис (28)
 Египет (30)
 Сенегал (32)
 Иран (34)
 Сербия (38)
 Нигерия (41)
 Австралия (43)
  Япония (44)
 Марокко (48)
 Панама (49)
 Корея (62)
 Сәғүд Ғәрәбстаны (63)
A төркөмө B төркөмө C төркөмө D төркөмө
 Рәсәй  Португалия  Франция   Аргентина
Сәғүд Ғәрәбстаны  Испания  Австралия  Исландия
 Египет  Марокко  Перу  Хорватия
 Уругвай  Иран  Дания  Нигерия
E төркөмө F төркөмө G төркөмө H төркөмө
  Бразилия  Германия  Бельгия  Польша
 Швейцария  Мексика  Панама  Сенегал
 Коста-Рика  Швеция  Тунис  Колумбия
 Сербия  Корея  Англия   Япония

Команда составтары

үҙгәртергә

Командаларға тәүҙә 30 уйынсынан торған алдан исемлек тапшырырға тейеш була. Турнирҙың йомғаҡлау ғаризаһына 23 уйынсы инә (шул иҫәптән өс ҡапҡасынан да кәм түгел). Йәрәхәт алған осраҡта йыйылма команда уйынсыһы 24 сәғәт эсендә алмаштырыла ала.

30 уйынсы исемлегенә алдан индерелгән уйынсылар, 26 майҙа УЕФА Чемпиондар лигаһы финалында уйнарға йыйыныусыларҙан тыш, 2018 йылдың 21 майынан 27 майына тиклем ял итергә тейеш була.

Йәрәхәттәр

Йәрәхәттәре арҡаһында чемпионатта уйнамаған уйынсылар:

Судьялар

үҙгәртергә

Донъя чемпионаты матчтарын үткәреү өсөн ФИФА тарафынан раҫланған судьялар исемлеге[88] Б[89]:

АФК
  Наваф Шукралла
  Алиреза Фагани
  Мохаммед Абдулла Мохамед
  Равшан Ирматов
  Рюдзи Сато
КАФ
  Мехди Абид Шариф
  Бакари Гассама
  Гехад Гриша
  Джанни Сиказве
  Маланг Дьедиу
  Бамлак Тессема
КОНКАКАФ
  Рикардо Монтеро
  Сесар Рамос
  Джон Питти
  Хоэль Агилар
  Марк Гейгер
  Джаир Марруфо
КОНМЕБОЛ
  Нестор Питана
  Сандро Риччи
  Вильмар Рольдан
  Энрике Касерес
  Андрес Кунья
  Хулио Баскуньян
ОФК
  Мэттью Конгер
  Норбер Оата
УЕФА
  Феликс Брых
  Антонио Матеу Лаос
  Джанлука Рокки
  Бьорн Кёйперс
  Шимон Марциняк
  Сергей Карасёв
  Милорад Мажич
  Дамир Скомина
  Джюнейт Чакыр
  Клеман Тюрпен

Ҡатнашыусылар өсөн лагерҙар

үҙгәртергә

32 йыйылма команда ҡулланған һәм донъя чемпионаты турнирына тиклем һәм уның барышында күнекмәләр үткән база лагерҙары ФИФА тарафынан 2018 йылдың 9 февралендә һәр ҡатнашыусы команда өсөн иғлан ителә[90]

Асыу тантанаһы

үҙгәртергә

Донъя чемпионатын асыу тантанаһы 14 июндә 17:30 сәғәттә (Мәскәү ваҡыты) «Лужники» стадионында башлана. Турнирҙың беренсе уйыны башланыуға сәғәт ярым ҡалғас, тамашасыларға Рәсәй моделе Наталья Водянова һәм испан ҡапҡасыһы Икер Касильяс донъя чемпионатының төп бүләген — футбол буйынса донъя чемпионаты Кубогын күрһәтә.

Рәсми рәүештә чемпионатты Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин[91] һәм ФИФА президенты Джанни Инфантино аса[92][93].

Вена халыҡ операһы солисы Аида Ғарифуллина һәм британ йырсыһы Робби Уильямс «Фәрештәләр» (рус. «Angels») йырын башҡаралар. Йыр башҡарылған саҡта турнирҙа ҡатнашҡан бөтә 32 илдең флагтары майҙанға сығарыла, ә Бразилия футболсыһы Роналдо бүре Забивака һәм малайҙарҙың береһе менән бергә 2018 йылғы донъя чемпионатының рәсми тубына символик тибә. Лужникиҙа асыу тантанаһында бөтәһе 800-гә яҡын кеше ҡатнаша[94]. Феликс Михайлов шоуҙың режиссеры була[95]. 2018 йылғы донъя чемпионатын асыу матбуғатта киң яҡтыртыла һәм бөтә донъя спорт берләшмәһен илһамландыра[96].

Төркөм этабы

үҙгәртергә
 
     Чемпион      Көмөш призёр      Бронза призёр      4-се урын      Сирек финалсылар      1/8 финал      Төркөм этабы
 
     A төркөмө      B төркөмө      C төркөмө      D төркөмө      E төркөмө      F төркөмө      G төркөмө      H төркөмө

Командаларҙы классификациялау критерийҙары

үҙгәртергә

Төркөмдәрҙәге командаларҙың урындары түбәндәге ҡағиҙәләр буйынса билдәләнә[97]:

1. Бөтә төркөм матчтарында тупланған дөйөм мәрәйҙәр; 2. Бөтә төркөм матчтарында индерелгән һәм үткәрелгән туптар айырмаһы; 3. Бөтә төркөм уйындарында тупланған голдар һаны;

Үрҙә һанап үтелгән критерийҙар буйынса ике йәки унан да күберәк команда тигеҙ күрһәткестәргә эйә булһа, уларҙың урындары түбәндәге өҫтәмә критерийҙар буйынса билдәләнә:

4. Төркөм этабы матчтарында ҡаралған командалар араһында тупланған мәрәйҙәр; 5. Төркөм этабы матчтарында ҡаралған командалар араһында индерелгән һәм үткәрелгән туптар айырмаһы; 6. Төркөм этабы матчтарында ҡаралған командалар араһында индерелгәнн туптар һаны; 7. Фейр-плей мәрәйҙәре

  • Беренсе һары карточка: минус 1 мәрәй;
  • Тура булмаған ҡыҙыл карточка (икенсе һары карточка): минус 3 мәрәй;
  • Тура ҡыҙыл карточка: минус 4 мәрәй;
  • Һары карточка һәм Ҡыҙыл карточка: минус 5 мәрәй;

8. ФИФА-ның Ойоштороу комитеты тарафынан йәрәбә һалыу.

Статистика

үҙгәртергә

Бомбардирҙар

үҙгәртергә

Иҫкәрмә: Йәйәләрҙә пенальтиҙан индергән голдар һаны.

6 гол
4 гол
3 гол
2 гол
1 гол
Автоголдар

Гол индереүгә ярҙам итеүселәр

үҙгәртергә
2 гол тапшырыуы
1 гол тапшырыуы

Дисквалификациялар

үҙгәртергә

Ҡыҙыл карточка алған йәки төрлө матчтарҙа ике һары карточка йыйған уйынсы киләһе уйынды үткәрмәй[98]. Уйынсынының дисквалификациялауы башланған этаптан һуң йыйылма команда уйындарҙан төшөп ҡалған осраҡта санкция күләме өҫтәмә билдәләнә.

Футболсылар Команда Ҡағиҙә боҙоу Уйнамаған матчтар
Карлос Санчес  Колумбия Н төркөмөндә   Японияға ҡаршы уйында   Н төркөмөндә  Польшаға ҡаршы уйын
Юссуф Поульсен  Дания С төркөмөндә  Перуға ҡаршы уйында  

С төркөмөндә  Австралияға ҡаршы уйында  

С төркөмөндә  Францияға ҡаршы уйын
Жером Боатенг  Германия F төркөмөндә  Швецияға уйында   F төркөмөндә  Кореяға ҡаршы уйын
Армандо Купер  Панама G төркөмөндә  Бельгияға ҡаршы уйында  

G төркөмөндә  Англияға ҡаршы уйында  

G төркөмөндә  Тунисҡа ҡаршы уйын
Майкл Амир Мурильо  Панама G төркөмөндә  Бельгияға ҡаршы уйында  

G төркөмөндә  Англияға ҡаршы уйында  

G төркөмөндә  Тунисҡа ҡаршы уйын
Игорь Смольников  Рәсәй А төркөмөндә  Уругвайға уйында    1/8 финалда  Испанияға ҡаршы уйын
Карим Аль-Ахмади  Марокко B төркөмөндә  Иранға ҡаршы уйында  

B төркөмөндә  Испанияға ҡаршы уйында  

Чон У Ён  Корея F төркөмөндә  Мексикаға ҡаршы уйында  

F төркөмөндә  Германияға ҡаршы уйында  

Себастиан Ларссон  Швеция F төркөмөндә  Германияға ҡаршы уйында  

F төркөмөндә  Мексикаға ҡаршы уйында  

1/8 финалда  Швейцарияға ҡаршы уйын
Эктор Морено  Мексика F төркөмөндә  Германияға ҡаршы уйында  

F төркөмөндә  Швецияға ҡаршы уйында  

1/8 финал  Бразилияға ҡаршы уйын
Штефан Лихтштайнер  Швейцария E төркөмөндә Бразилияға ҡаршы уйында  

E төркөмөндә   Коста-Рикаға ҡаршы уйында  

1/8 финалда  Швецияға ҡаршы уйын
Неманья Матич  Сербия E төркөмөндә  Швейцарияға ҡаршы уйында  

E төркөмөндә  Бразилияға ҡаршы уйында  

Александар Митрович  Сербия E төркөмөндә  Швейцарияға ҡаршы уйында  

E төркөмөндә  Бразилияға ҡаршы уйында  

Фабиан Шер  Швейцария E төркөмөндә  Бразилияға ҡаршы уйында  

E төркөмөндә  Коста-Рикаға ҡаршы уйында  

1/8 финалда  Швецияға ҡаршы уйын]
Мбайе Ньянг  Сенегал H төркөмөндә  Японияға ҡаршы уйында  

H төркөмөндә  Колумбияға ҡаршы уйында  

Ферджани Сасси  Тунис G төркөмөндә  Бельгияға ҡаршы уйында  

G төркөмөндә  Панамаға ҡаршы уйында  

Хавьер Маскерано  Аргентина D төркөмөндә  Нигерияға ҡаршы уйында  

1/8 финалда  Францияға ҡаршы уйында  

Эвер Банега  Аргентина D төркөмөндә  Нигерияға ҡаршы уйында  

1/8 финалда  Францияға ҡаршы уйында  

Блез Матюиди  Франция C төркөмөндә   Перуға ҡаршы уйында  

1/8 финалда  Аргентинаға ҡаршы уйында  

1/4 финалда  Уругвайға ҡаршы уйын
Николас Отаменди  Аргентина D төркөмөндә  Хорватияға ҡаршы уйында  

1/8 финалда  Францияға ҡаршы уйында  

Криштиану Роналду  Португалия B төркөмөндә  Иранға ҡаршы уйында  

1/8 финалда  Уругвайға ҡаршы уйында  

Матиас Йёргенсен  Дания С төркөмөндә  Францияға ҡаршы уйында  

1/8 финалда  Хорватияға ҡаршы уйында  

Эктор Эррера  Мексика F төркөмөндә  Германияға ҡаршы уйында  

1/8 финалда  Бразилияға ҡаршы уйында  

Каземиро  Бразилия Е төркөмөндә  Швейцарияға ҡаршы уйында  

1/8 финалда  Мексикаға ҡаршы уйында  

1/4 финалда  Бельгияға ҡаршы уйын
Микаэль Лустиг  Швеция F төркөмөндә  Мексикаға ҡаршы уйында  

1/8 финалда  Швейцарияға ҡаршы уйында  

1/4 финалда  Англияға ҡаршы уйын
Валон Бехрами  Швейцария E төркөмөндә  Бразилияға ҡаршы уйында  

1/8 финалда  Швецияға ҡаршы уйында  

Михаэль Ланг  Швейцария 1/8 финалда  Швецияға ҡаршы уйында  
Вильмар Барриос  Колумбия H төркөмөндә  Японияға ҡаршы уйында  

1/8 финалда  Англияға ҡаршы уйында  

Родриго Бентанкур  Уругвай A төркөмөндә  Рәсәйға ҡаршы уйында  

1/4 финалда  Францияға ҡаршы уйында  

Тома Мёнье  Бельгия G төркөмөндә  Панамаға ҡаршы уйында  

1/4 финалда  Бразилияға ҡаршы уйында  

1/2 финалда  Францияға ҡаршы уйын
Юрий Газинский  Рәсәй А төркөмөндә  Уругвайға ҡаршы уйында  

1/4 финалда  Хорватияға ҡаршы уйында  

Үткәрелгән туптар иҫәбе

үҙгәртергә
Үткәрелгән туптар иҫәбе
0 1 2 3 4 5 6 7 8 11
  Лукаш Фабьянский   Мухаммед аль-Уваис   Каспер Шмейхель   Алисон   Вильфредо Кабальеро   Мэтью Райан   Тибо Куртуа   Игорь Акинфеев   Джордан Пикфорд   Хайме Пенедо
  Стив Манданда   Яссир аль-Мусайлим   Эссам аль-Хадари   Давид Оспина   Мануэль Нойер   Франко Армани   Давид Де Хеа   Эйдзи Кавасима   Даниел Субашич
  Аймен Матлути   Алиреза Бейраванд   Чо Хён У   Мохамед эль-Шенави   Ханнес Тоур Халльдоурссон   Гильермо Очоа
  Ловре Калинич   Педро Гальесе   Фернандо Муслера   Мунир Мохамеди   Кейлор Навас   Руй Патрисиу
  Муэз Ассен   Фрэнсис Узохо   Войцех Щенсный   Уго Льорис
  Хадим Н’Диай   Абдуллах аль-Майюф
  Владимир Стойкович   Фарук Бен-Мустафа
  Робин Ульсен   Янн Зоммер

Бүләктәр

үҙгәртергә
 
Лука Модрич Владимир Путиндан "Алтын туп"ты ҡабул итә
 
Килиан Мбаппе Эммануэль Макрондан «Иң яҡшы йәш уйынсы» премияһын ҡабул итә
 
ФИФА-ның Донъя Кубогы — Францияла

Турнир йомғаҡтары буйынса түбәндәге бүләктәр тапшырыла[99]:

Символик йыйылма команда

үҙгәртергә

ФИФА ойошманың рәсми сайтында көйәрмәндәр тауышы менән ойошторолған донъя чемпионатының символик командаһын атай[101][102].

ФИФА шулай уҡ статистик мәғлүмәттәр нигеҙендә донъя чемпионатының альтернатив символик командаһын баҫтырып сығара[103].

Түбәндә ФИФА-ның рәсми сайтында (официальный сайт ФИФА|) баҫылған матч отчеттары нигеҙендә айырым матчтарға, стадиондарға, команда матчтарына, турнир этаптарына йөрөшө тураһында мәғлүмәттәр килтерелә.

Турнир йомғаҡтары буйынса донъя чемпионатына килеүселәр һаны — 3 031 768 кеше, һәр уйынға уртаса килеүселәр һаны — 47 371 кеше, ә трибуналарҙың тулыуы уртаса 98,43 % тәшкил итә. Уртаса килеүселәр һаны буйынса 2018 йылғы чемпионат 21 донъя чемпионаты араһында унынсы була.

Матчтарға йөрөш

үҙгәртергә

Стадиондарға йөрөш

үҙгәртергә

Иң күп килеүселәр «Лужники» стадионында теркәлә һәм ете уйынға 546 077 тамашасы килә. Шулай уҡ Лужникиҙа турнирға уртаса килеүселәр һаны юғары — 78 011 кеше.

Дөйөм һәм уртаса килеүселәр һаны буйынса чемпионаттың иң насар стадионы — Екатеринбург: 4 матчта 125 437 тамашасы һәм уртаса 31 359 кеше. Иң насар уртаса тулыу кимәле Волгоградта — 92,07 %.

Чемпионаттың 12 аренаһының 10-ы 95 процент, ә бишәүһе 99 проценттан ашыу тулы була.

Исемлектәге ареналар 2018 йылда донъя чемпионатында һыйҙырышлылығы буйынса бүленә.

Командаларға йөрөш

үҙгәртергә

Турнирҙа ҡатнашыусы командалар араһында Рәсәй, Мексика һәм Аргентина командалары матчтарына стадион трибуналары 100 % тула. Иң насары Египет командаһы — 90,8 %.

Рәсәйҙә уртаса һаны 61 349 көйәрмән менән иң яҡшыһы. Перу 39 121 тамашасы менән иң насар уртаса күрһәткескә эйә. Франция матчтарына килеүселәр иң күбе — 7 матчта 380 568 кеше, ә Перу 3 уйында 117 364 тамашасы менән иң түбәне.

Был бүлектәге мәғлүмәттәр уртаса килеүселәр иҫәбе буйынса бүленә.

Этаптарға йөрөш

үҙгәртергә

Был бүлектә турнир этаптарына йөрөү тураһында мәғлүмәттәр бирелә.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Точное местонахождение базового лагеря чемпионов мира — отель «Хилтон Гарден Инн» в местечке Кострово в 12 км западнее города Истра
  1. Россия и Катар получили чемпионаты мира по футболу. Газета.ru (2 декабрь 2010). Дата обращения: 25 февраль 2015. Архивировано 19 декабрь 2014 года.
  2. Чемпионат мира по футболу в России оценили в $8 млрд. Би-би-си (23 май 2013). Дата обращения: 25 февраль 2015. Архивировано 7 июль 2013 года.
  3. Россия примет чемпионат мира 2018 года (2 декабрь 2010). Дата обращения: 2 декабрь 2010. Архивировано 1 май 2012 года.
  4. Никита Вятчанин. В России стартовал чемпионат мира по футболу. Парламентская газета (14 июнь 2018). Дата обращения: 15 июнь 2018. Архивировано 17 июнь 2018 года.
  5. Строительство арен ЧМ-2018 будут транслировать веб-камеры. runews24.ru. Дата обращения: 4 февраль 2018. Архивировано 9 июль 2015 года.
  6. Глава ФИФА заявил о введении видеоповторов для судей на ЧМ-2018 в России. РБК (26 апрель 2017). Дата обращения: 4 февраль 2018. Архивировано 24 октябрь 2017 года.
  7. ФИФА признала чемпионат мира в России лучшим в истории. vz.ru. «Взгляд» (26 октябрь 2018). Дата обращения: 26 октябрь 2018. Архивировано 26 октябрь 2018 года.
  8. Чемпионат мира по футболу в России назвали самым красивым в истории 2019 йыл 8 февраль архивланған. // Лента. Ру, 7 февраля 2019
  9. FIFA Financial Report 2018 2019 йыл 8 июль архивланған. Р. 34
  10. Алексей Владимирович Карнаухов, Алексей Викторович Чумаков ЗОЛОТО МУНДИАЛЯ: неправительственный доклад Центра антикоррупционной политики партии «Яблоко» о Чемпионате мира по футболу 2018 (рус.).
  11. Получение Россией права на проведение ЧМ-2018 по футболу. РИА Новости. Дата обращения: 4 февраль 2018. Архивировано 8 июнь 2011 года.
  12. Paul Doyle, Steve Busfield. World Cup 2018 and 2022 decision day — live! (ингл.). the Guardian (2 декабрь 2010). Дата обращения: 4 февраль 2018. Архивировано 4 сентябрь 2017 года.
  13. Шувалов возглавил оргкомитет заявки РФ на проведение ЧМ по футболу. Газета.Ru (16 декабрь 2009). Дата обращения: 6 март 2018. Архивировано 7 март 2018 года.
  14. Organising Committee for the FIFA World Cup extends its responsibilities to cover 2018 and 2022 (ингл.). FIFA.com (19 март 2013). Дата обращения: 4 февраль 2018. Архивировано 18 октябрь 2014 года.
  15. Жеребьёвка квалификации ЧМ-2018 пройдёт в Санкт-Петербурге. Спорт@Mail.ru (10 октябрь 2014). Дата обращения: 10 октябрь 2014. Архивировано 17 октябрь 2014 года.
  16. С учётом достижений сборной СССР, правопреемницей которой является сборная России.
  17. С учётом достижений сборной ФРГ, правопреемницей которой является сборная Германии.
  18. В 1934 году группового турнира не было, команды начали выступления с 1/8 финал
  19. С учётом достижений сборной Югославии и сборной Сербии и Черногории, правопреемницей которой является сборная Сербии.
  20. Никольская выходит в лидеры Архивная копия от 21 июнь 2018 на Wayback Machine // РБК
  21. Города проведения турнира // russia2018-2022.com, 2009.
  22. Почему Воронеж не увидит матчи чемпионата мира-2018? 2018 йыл 22 июнь архивланған.
  23. Центральный кластер — Подольск — Bidding Nation Russia // russia2018-2022.com, 2009.
  24. В Подмосковье чемпионат мира по футболу-2018 проводить не будут. // Вести.ру (5 октябрь 2011). Дата обращения: 23 декабрь 2011. Архивировано 1 май 2012 года.
  25. Список городов–кандидатов на проведение ЧМ-2018 сокращается. // Вести.ру. Дата обращения: 4 февраль 2018. Архивировано 7 ноябрь 2017 года.
  26. В сентябре ФИФА утвердит список городов-хозяев ЧМ-2018. // Русская служба Би-би-си. Дата обращения: 4 февраль 2018. Архивировано 15 март 2018 года.
  27. Названы города, которые примут чемпионат мира. Краснодар и Ярославль вне списка. // Mail.Ru. Дата обращения: 4 февраль 2018. Архивировано 8 ноябрь 2017 года.
  28. 28,00 28,01 28,02 28,03 28,04 28,05 28,06 28,07 28,08 28,09 28,10 Стадионы России к чемпионату мира по футболу 2018 года. Дата обращения: 4 февраль 2018. Архивировано 5 февраль 2018 года.
  29. Москва примет матчи чемпионата мира 2018 года по футболу. // РИА Новости (29 сентябрь 2012). Дата обращения: 4 февраль 2018. Архивировано 24 июль 2017 года.
  30. Калининград примет матчи чемпионата мира по футболу 2018 года. // РИА Новости (29 сентябрь 2012). Дата обращения: 4 февраль 2018. Архивировано 6 июнь 2017 года.
  31. Санкт-Петербург примет матчи чемпионата мира по футболу 2018 года. // РИА Новости (29 сентябрь 2012). Дата обращения: 4 февраль 2018. Архивировано 11 май 2017 года.
  32. Нижний примет Чемпионат мира по футболу 2018. Дата обращения: 4 февраль 2018. Архивировано 8 ғинуар 2014 года.
  33. Волгоград примет матчи чемпионата мира по футболу 2018 года. // РИА Новости (29 сентябрь 2012). Дата обращения: 4 февраль 2018. Архивировано 28 июль 2017 года.
  34. Казань примет матчи чемпионата мира по футболу 2018 года. // РИА Новости (29 сентябрь 2012). Дата обращения: 4 февраль 2018. Архивировано 1 август 2017 года.
  35. Самара примет матчи чемпионата мира по футболу 2018 года. // РИА Новости (29 сентябрь 2012). Дата обращения: 4 февраль 2018. Архивировано 6 июнь 2017 года.
  36. Саранск примет матчи чемпионата мира по футболу 2018 года. // РИА Новости (29 сентябрь 2012). Дата обращения: 4 февраль 2018. Архивировано 11 июнь 2017 года.
  37. Ростов-на-Дону примет матчи чемпионата мира по футболу 2018 года. // РИА Новости (29 сентябрь 2012). Дата обращения: 4 февраль 2018. Архивировано 6 июнь 2017 года.
  38. Сочи примет матчи чемпионата мира по футболу 2018 года. // РИА Новости (29 сентябрь 2012). Дата обращения: 4 февраль 2018. Архивировано 11 май 2017 года.
  39. Екатеринбург примет матчи чемпионата мира по футболу 2018 года. // РИА Новости (29 сентябрь 2012). Дата обращения: 4 февраль 2018. Архивировано 16 июль 2017 года.
  40. 40,0 40,1 FIFA.com. Чемпионат мира по футболу FIFA 2018 в России™ - Место проведения - Екатеринбург. FIFA.com. Дата обращения: 17 июнь 2018. Архивировано 10 декабрь 2017 года.
  41. В Екатеринбурге открылся Центральный стадион. РБК (19 август 2011). Дата обращения: 21 декабрь 2014. Архивировано 24 сентябрь 2015 года.
  42. 42,0 42,1 FIFA.com. Чемпионат мира по футболу FIFA 2018 в России™ - Место проведения - Волгоград. FIFA.com. Дата обращения: 17 июнь 2018. Архивировано 10 декабрь 2017 года.
  43. Стадион ЧМ-2018 по футболу в Волгограде введен в эксплуатацию. rsport.ria.ru. Дата обращения: 29 май 2018. Архивировано 3 апрель 2018 года.
  44. 44,0 44,1 FIFA.com. Чемпионат мира по футболу FIFA 2018 в России™ - Место проведения - Самара. FIFA.com. Дата обращения: 17 июнь 2018. Архивировано 10 декабрь 2017 года.
  45. 45,0 45,1 FIFA.com. Чемпионат мира по футболу FIFA 2018 в России™ - Место проведения - Нижний Новгород. FIFA.com. Дата обращения: 17 июнь 2018. Архивировано 10 декабрь 2017 года.
  46. Стадион на 45000 зрительских мест к Чемпионату мира по футболу в Нижнем Новгороде. Stroytransgaz.ru. Дата обращения: 29 май 2018. Архивировано 30 сентябрь 2017 года.
  47. 47,0 47,1 FIFA.com. Чемпионат мира по футболу FIFA 2018 в России™ - Место проведения - Саранск. FIFA.com. Дата обращения: 17 июнь 2018. Архивировано 10 декабрь 2017 года.
  48. 48,0 48,1 FIFA.com. Чемпионат мира по футболу FIFA 2018 в России™ - Место проведения - Ростов. FIFA.com. Дата обращения: 17 июнь 2018. Архивировано 10 декабрь 2017 года.
  49. 49,0 49,1 FIFA.com. Чемпионат мира по футболу FIFA 2018 в России™ - Место проведения - Калининград. FIFA.com. Дата обращения: 17 июнь 2018. Архивировано 10 декабрь 2017 года.
  50. 50,0 50,1 FIFA.com. Чемпионат мира по футболу FIFA 2018 в России™ - Место проведения - Казань. FIFA.com. Дата обращения: 17 июнь 2018. Архивировано 12 декабрь 2017 года.
  51. 51,0 51,1 FIFA.com. Чемпионат мира по футболу FIFA 2018 в России™ - Место проведения - Сочи. FIFA.com. Дата обращения: 17 июнь 2018. Архивировано 6 май 2018 года.
  52. 52,0 52,1 FIFA.com. Чемпионат мира по футболу FIFA 2018 в России™ - Место проведения - Санкт-Петербург (ингл.). FIFA.com. Дата обращения: 17 июнь 2018. Архивировано 6 декабрь 2017 года.
  53. Стадион на Крестовском ввели в эксплуатацию (29 декабрь 2016). 29 май 2018 тикшерелгән.
  54. 54,0 54,1 FIFA.com. Чемпионат мира по футболу FIFA 2018 в России™ - Место проведения - Москва «Спартак». FIFA.com. Дата обращения: 17 июнь 2018. Архивировано 10 декабрь 2017 года.
  55. 55,0 55,1 FIFA.com. Чемпионат мира по футболу FIFA 2018 в России™ - Место проведения - Москва «Лужники». FIFA.com. Дата обращения: 17 июнь 2018. Архивировано 10 декабрь 2017 года.
  56. Антон Рассказов. Матч открытия чемпионата мира-2018 по футболу пройдёт в Москве. РИА Новости (30 сентябрь 2012). Дата обращения: 28 декабрь 2012. Архивировано 6 ғинуар 2013 года.
  57. Сорокин: утверждение концепции проведения чемпионата мира — важное решение. Чемпионат.com. Дата обращения: 28 декабрь 2012. Архивировано 6 ғинуар 2013 года.
  58. 58,0 58,1 58,2 58,3 58,4 58,5 58,6 58,7 К ЧМ-2018 «Открытие Арена» превратится в «Спартак». Sportbox.ru. Дата обращения: 8 октябрь 2015. Архивировано 10 октябрь 2015 года.
  59. Медведев подписал концепцию использования наследия ЧМ-2018. Интерфакс (6 август 2018). Дата обращения: 6 август 2018. Архивировано 6 август 2018 года.
  60. Волк Забивака выбран талисманом чемпионата мира по футболу 2018 года  (рус.), ТАСС. 4 февраль 2018 тикшерелгән.
  61. Live It Up (Official Song 2018 FIFA World Cup Russia) [feat. Will Smith & Era Istrefi] – Single by Nicky Jam on iTunes. iTunes Store (AU). Дата обращения: 12 июнь 2018. Архивировано 26 июнь 2018 года.
  62. Official World Cup song to feature Will Smith, Nicky Jam and Era Istrefi (22 май 2018). Архивировано 10 июнь 2018 года.
  63. Will Smith & Nicky Jam Will Perform Official FIFA World Cup Song With Era Istrefi (21 май 2018). Архивировано 12 июнь 2018 года.
  64. Официальный гимн чемпионата мира по футболу 2018 года представили на YouTube.. К чемпионату мира 2018 свои композиции представили Наталья Орейро (United by love); а также совместно Никки Джем, Уилл Смит и Эра Истрефи (Live It Up).
  65. Архивированная копия. Дата обращения: 9 ноябрь 2017. Архивировано 9 ноябрь 2017 года.
  66. Архивированная копия. Дата обращения: 7 март 2018. Архивировано 16 декабрь 2017 года.
  67. 2018 FIFA World Cup™ official match ball unveiled: an exciting re-imagining, FIFA.com (9 ноябрь 2017).
  68. Жеребьёвка Чемпионата мира FIFA 2018 состоится в Кремле  (рус.), FIFA.com (24 ғинуар 2017). 7 июль 2017 тикшерелгән. 2017 йыл 25 июнь архивланған.
  69. Окслейд-Чемберлен пропустит остаток сезона и не сыграет на ЧМ-2018. Архивировано 26 апрель 2018 года.
  70. Защитник «Ливерпуля» Гомес пропустит финал ЛЧ и рискует не сыграть на ЧМ-2018 из-за травмы. Архивировано 13 май 2018 года.
  71. Вратарь сборной Аргентины Ромеро пропустит ЧМ-2018 из-за травмы. Архивировано 24 май 2018 года.
  72. Хавбек сборной Аргентины Лансини пропустит ЧМ-2018. Его может заменить Паредес. Архивировано 12 июнь 2018 года.
  73. Дани Алвес пропустит ЧМ-2018 из-за травмы. Архивировано 12 май 2018 года.
  74. Штиндль пропустит чемпионат мира-2018 из-за травмы. Архивировано 29 апрель 2018 года.
  75. Голкипер сборной Египта Эль-Шенави пропустит ЧМ-2018 из-за травмы крестообразных связок. Архивировано 17 апрель 2018 года.
  76. Защитник сборной Колумбии Фабра пропустит ЧМ-2018 из-за травмы. Чемпионат.com (9 июнь 2018). Архивировано 12 июнь 2018 года.
  77. Марокканский защитник «Бетиса» Феддаль пропустит остаток сезона и ЧМ-2018 из-за травмы. Sports.ru (5 февраль 2018). Дата обращения: 6 март 2018. Архивировано 6 февраль 2018 года.
  78. Опорник «Порту» и сборной Португалии Данилу пропустит ЧМ-2018 из-за разрыва ахилла. Архивировано 8 апрель 2018 года.
  79. Защитник «Марселя» Роланду из-за разрыва ахилла попустит ЧМ-2018. Архивировано 25 май 2018 года.
  80. Игрок «Дижона» Квон Чхан Хун получил серьезную травму и не сыграет на ЧМ-2018 за сборную Южной Кореи. Архивировано 20 май 2018 года.
  81. «Зенит» подтвердил разрыв крестообразных связок у Кокорина. Архивировано 16 март 2018 года.
  82. Вячеслав Колосков: У Кокорина, Джикии и Васина нет шансов сыграть на чемпионате мира. Архивировано 16 март 2018 года.
  83. Бабаев: Васин из-за травмы, скорее всего, пропустит ЧМ-2018. Архивировано 16 март 2018 года.
  84. Станислав Черчесов: У Рауша проблемы со спиной. Архивировано 12 июнь 2018 года.
  85. Хавбек сборной Туниса Мсакни пропустит ЧМ из-за травмы. В марте тренер сравнивал его с Месси. Архивировано 8 апрель 2018 года.
  86. У Косьельни подтверждена травма ахилла, он точно пропустит ЧМ-2018. Архивировано 4 май 2018 года.
  87. Nigeria winger Moses Simon ruled out of World Cup with injury. Архивировано 29 май 2018 года.
  88. 36 referees and 63 assistant referees appointed as Russia 2018 Match Officials. FIFA (29 март 2018). Архивировано 30 март 2018 года.
  89. Referees & Assistant referees for the 2018 FIFA World Cup. FIFA (13 май 2018).(недоступная ссылка)
  90. Team Base Camps for 2018 FIFA World Cup™ confirmed. FIFA.com (Fédération Internationale de Football Association) (9 февраль 2018). Архивировано 10 февраль 2018 года.
  91. Церемония открытия чемпионата мира по футболу 2018 года 2018 йыл 14 июнь архивланған.
  92. Робби Уильямс выступит на открытии чемпионата мира по футболу 2018. Дата обращения: 14 июнь 2018. Архивировано 7 декабрь 2022 года.
  93. Песков перечислил глав государств на открытии чемпионата мира по футболу. Дата обращения: 14 июнь 2018. Архивировано 13 июнь 2018 года.
  94. Старт мундиаля: лучшие кадры с церемонии открытия. РИА Новости (14 июнь 2018). Дата обращения: 14 июнь 2018. Архивировано 18 апрель 2019 года.
  95. Автор раскрыл секреты церемонии открытия ЧМ-2018. rsport.ria.ru. Дата обращения: 15 июнь 2018. Архивировано 15 июнь 2018 года.
  96. Реакция мировых СМИ на церемонию и матч открытия чемпионата мира по футболу. ТАСС (15 июнь 2018). Дата обращения: 27 июнь 2018. Архивировано 27 июнь 2018 года.
  97. Regulations 2018 FIFA World Cup Russia (ингл.). FIFA. Архивировано 12 июль 2017 года.
  98. PLAYERS. DISCIPLINARY 2018 йыл 26 июнь архивланған.
  99. Golden consolation for magical Modric  (инг.) (15 July 2018).
  100. Pavard's stunner voted Hyundai Goal of the Tournament  (инг.) (25 July 2018). 7 август 2018 тикшерелгән.
  101. FIFA World Cup Fan Dream Team (ингл.). FIFA.com (18 июль 2018). Дата обращения: 7 август 2018. Архивировано из оригинала 26 июнь 2018 года.
  102. Fan Dream Team and prize winners revealed! (ингл.). FIFA.com (23 июль 2018). Дата обращения: 7 август 2018. Архивировано 19 май 2019 года.
  103. Kane crowned King, Mina the PPG VIP (ингл.). FIFA.com (17 июль 2018). Дата обращения: 7 август 2018. Архивировано 2 май 2019 года.

Һылтанмалар

үҙгәртергә