Павловск (Санкт-Петербург)
Павловск — ҡала, Рәсәйҙең Санкт-Петербург ҡалаһы Пушкин районы составындағы ҡала эсе муниципаль берәмеге[4].
Павловск | |
Байраҡ[d] | |
Нигеҙләү датаһы | 1777 |
---|---|
Рәсми атамаһы | Павловск |
Дәүләт | Рәсәй[1][2] |
Административ-территориаль берәмек | Санкт-Петербург[1] |
Халыҡ һаны | 17 775 кеше (2023)[3] |
Майҙан | 36,797 км² |
Рәсми сайт | omsu-pavlovsk.spb.ru |
Урындағы телефон коды | 812 |
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы | Категория:Похороненные в Павловске[d] |
Павловск Викимилектә |
Санкт-Петербург үҙәгенән көньяҡҡа ҡарай 25 км һәм Пушкин ҡалаһы районы үҙәгенән көньяҡ-көнсығышҡа ҡарай 3 км алыҫлыҡта Славянка йылғаһы буйында урынлашҡан. Тимер юл станцияһы Павловск.
1918—1944 йылдарҙа ҡала революционер ҡатын Вера Слуцкая хөрмәтенә Слуцк тип аталған.
Ҡала мөһим туристик үҙәк булараҡ билдәлелек ала: Павловск һарайының һарай-парк ансамбле һарайы, шулай уҡ ҡаланың тарихи үҙәге, «Санкт-Петербург тарихи үҙәге һәм уның менән бәйле ҡомартҡылар комплексы» ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы объекттарына индерелгән [5].
Физик-географик ҡылыҡһырлама
үҙгәртергәГеологик төҙөлөшө һәм рельеф
үҙгәртергәҠала Приневский уйһыулығында Неваның һул яры буйында, Балтик-Ладога киртләсенең битләүендә, Славянка йылғаһының үҙәнендә урынлашҡан. Палеозойҙа 300-400 миллион йыл элек бөтә территория диңгеҙ менән ҡапланған булған. Шул уҡ ваҡытта ултырма ҡатламдар — ҡомташ, ҡом, балсыҡ, эзбизташ — граниттарҙан, гнейс һәм диабаздарҙан торған кристалл фундаментты ҡеүәтле ҡатлам менән ҡаплай (200 м ашыу). Хәҙерге заман рельефы боҙ ҡатламының эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә (һуңғы Валдай боҙланыуы, 12 мең йыл элек булған) барлыҡҡа килгән. Боҙлоҡ сигенгәндән һуң Литорин диңгеҙе барлыҡҡа килә,уның кимәле хәҙергеһенән 7-9 м юғарыраҡ була. 4 мең йыл элек диңгеҙ сигенә һәм Нева йылғаһы үҙәне һәм барлыҡҡа килә. Үҙәндәр күл-боҙлоҡ һәм боҙлоҡтан һуңғы ултырмаларҙан яһала. Павловск районында эзбизташтар уларҙың дүртенсел ултырмаларын ҡаплау аҫтынан өҫкә сыға. Һуңғы 2,5 мең йылдарҙа рельеф үҙгәрмәй тиерлек[6].
Климаты
үҙгәртергәПавловск климаты уртаса һәм дымлы, диңгеҙҙән континенталгә күсемле. Ҡыш көндөң оҙонлоғо 5 сәғәт 50 минут минутҡа тиклем, йәй 18- сәғәт 51 минутҡа тиклем үҙгәрә. Ҡала өсөн һауа массаларының йыш алмашынып ороуы хас. Йәй көнбайыш һәм төньяҡ-көнбайыш елдәре, ҡыш көнбайыш һәм көньяҡ-көнбайыш елдәре өҫтөнлөк итә[7][8].
Һауа температураһы һәм яуым-төшөмдөң йыллыҡ күрһәткестәре[7]:
Ҡала климаты | |||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Күрһәткес | Ғин | Фев | Мар | Апр | Май | Июн | Июл | Авг | Сен | Окт | Ноя | Дек | Йыл |
Абсолют максимум, °C | 8,6 | 10,2 | 14,9 | 25,3 | 30,9 | 34,6 | 35,3 | 33,5 | 30,4 | 21,0 | 12,3 | 10,9 | 35,3 |
Уртаса максимум, °C | −2,3 | −1,4 | 4,1 | 9,2 | 16,1 | 20,5 | 22,2 | 20,6 | 14,6 | 8,5 | 1,8 | −0,7 | 9,4 |
Уртаса температура, °C | −6,1 | −6 | −1,4 | 4,4 | 10,9 | 15,8 | 18,1 | 16,4 | 11,0 | 5,6 | −0,1 | −3,9 | 5,4 |
Уртаса минимум, °C | −7,9 | −7,7 | −2,9 | 1,6 | 7,1 | 11,9 | 14,0 | 13,0 | 8,0 | 3,7 | −2,1 | −5,5 | 2,8 |
Абсолют минимум, °C | −35,9 | −35,2 | −29,9 | −21,8 | −6,6 | 0,1 | 4,9 | 1,3 | −3,1 | −12,9 | −22,2 | −34,4 | −35,9 |
Яуым-төшөм нормаһы, мм | 40 | 31 | 35 | 33 | 38 | 64 | 78 | 77 | 67 | 65 | 56 | 49 | 633 |
Тупраҡ, үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһы
үҙгәртергәҠала барлыҡҡа килгәнгә тиклем территория япраҡлы ағастар һәм уйһыулыҡ һаҙлыҡтары ҡатыш ылыҫ урмандары менән ҡапланған була (ҡарағай һәм шыршы). Кешеләрҙең әүҙем хужалыҡ эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә тәбиғи ландшафт мәҙәни ландашфтҡа күсә. Бында хәҙер икенсел уҫаҡ һәм ҡайын урмандары участкалары, ерек һәм таллыҡтар менән ауыл хужалығы ерҙәре өҫтөнлөк итә[9].
XVIII—XIX быуат Павловск ҡалаһында 554,8 гектар майҙан менән парк зонаһы барлыҡҡа килә. 1978—1983 йылдарҙа ҡала паркында 54 төр булған 361 мең ағас иҫәпләнә: 16 төр шыршы, ҡарағай, ҡарағас, аҡ шыршы, ике төр ҡайын, ике төр тал, ике төр йүкә, имән, ҡарама, һоро ерек, уҫаҡ, миләш, ябай муйыл, 88 төрө ҡыуаҡлыҡ, уларҙан һары акация, спирея, ҡыҙылтал, ҡыуаҡлы тал. 1978 йылғы иҫәпләүҙәр буйынса 28 ғаиләгә һәм 9 отрядға ҡараған 71 төр ҡош теркәлгән. Һөтимәрҙәрҙән тейен, ҡуян, йәтсә, аҫ, сысҡан, ертишкестәр, терпеләр, урман ертишкесе, ондатра тереклек итә. Ҡыш паркҡа төлкө, ҡабандар һәм мышылар инә. Ер-һыу хайуандарынан паркта үлән тәлмәрйенен, әрмәндене күрергә мөмкин. Һөйрәлеүселәрҙын — тере тыуҙырыусы кеҫәрткене, бөжәктәрҙән 46 ғаиләгә ҡараған 87 төр бар [10].
Экология торошо
үҙгәртергәСлавянкаһы йылғаһы һыуы, башҡа Петербург йылғалары — Нева, Ижора, Охта, Оккервиль, Мурзинка кеүек— бысраҡ булараҡ характерлана. 2008 йылда алынған һыу анализы буйынса һыуҙа терегөмөш, нефть продукттары, ҡурғаш, ацетон, хлороформ һәм башҡа күп кенә хәүефле матдәләр табылған[11].
Халҡы
үҙгәртергә2002 йылда Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса Павловск ҡалаһында 14 960 кеше йәшәй, шуларҙан ир-аттар — 44,4 %, ҡатын — ҡыҙҙар- 55,6 % тәшкил итиә[12].
Тарихы
үҙгәртергәҠаланың барлыҡҡа килеүе
үҙгәртергәХәҙерге Павловск ҡалаһы урынында XIII быуатта уҡ Новгород халҡы ағас ҡәлғә төҙөй, ул «Славянкала ҡала» тип атала. Был ерҙәр Новгород еренең Водская пятинаһына инә
1777 йылдың 12 декабрендә 362 дисәтинә ерҙе Екатерина II үҙенең ул, буласаҡ император Павелға бирә. Был дата Павловка ауылының барлыҡҡа килеү датаһы була[13].
1778 йылда ике ҙур булмаған усадьба йорто: Павел Петрович өсөн — Паульлюст (нем. Paullust) һәм уның ҡатыны Мария Федоровна өсөн — Мариенталь (нем. Marienthal) төҙөлә. Ауылда төп юл булып Батша Ауылына юл тора[14]. 1780 йылдың 1 ғинуарына ауылда 54 кеше йәшәй. 1780 йылда архитектор Ч Камеронға яңы һарай төҙөргә йөкмәтелә. 1786 йылда «Паульлюст» урынында Камерон ҙур Павловка һарайы төҙөлә.
1788 йылда, Павел үҙ резиденцияһы сифатында Гатчинаны өҫтөн күрә, Павловка ауылын ҡатыны Мария Федоровнаға бүләк итә[15].
1849 йылда Павловск Николай I икенсе улы, бөйөк кенәз Константин Павлович милкенә күсә. Уның ваҡытында һарай алдында 1872 йылда скульптор И.П.Виталь эшләгән Павел I һәйкәле ҡуйыла.
Совет осоронда
үҙгәртергә1918 йылдың 30 октябрендә революционер ҡатын Вера Слуцкая хөрмәтенә Павловск ҡалаһы Слуцк тип үҙгәртелә. 1944 йылдың ғинуарында ҡалаға уның тарихи исемен ҡайтарыла. 1941 йылдың йәйендә үк музей хеҙмәткәрҙәре музей коллекцияларын ҡотҡарыу менән шөғөлләнә.
1923 йылда Гатчина өйәҙенең Детскосельский советына буйһона
1930 йылда ҡала Слуцк Ленинград ҡала яны районы составына индерелә, ә ул бөтөрөлгәс 1936 йылдан Ленинград өлкәһе Слуцкий районының административ үҙәге була.
1941 йылдың сентябренән 1944 йылдың ғинуарына тиклем Павловскфашист оккупацияһы зонаһында була. һуғыш ваҡытында һарай һәм паркы ныҡ зыян күрә. Фашистар павильонды емерә, күперҙәрҙе шартлата, 70 меңдән ашыу ағасты ҡырҡа, ә сигенгәндә һарайҙы яндыра.
Ҡала 1944 йылда Слуцк ҡалаһы Павловск тип үҙгәртелә.
Реставраторҙар 1946-1973 йылдарҙа Павловск ҡомартҡыларын тергеҙеү буйынса ғәйәт ҙур эш башҡара. 1957 йылда тергеҙелгән Павловск һарайының тәүге залдары килеүселәрҙе ҡабул итергә әҙер була.
Хәҙерге осор
үҙгәртергә1989 йылда Павловск Рәсәйҙә ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы объекты исемлегенә индерелә (1990 йылдан ICOMO № 540-007 протоколы).
1991 йылда диндарҙарға Николай Чудотворец соборы, ә 1995 йылда — Изге Мария Магдалена сиркәүе ҡайтарыла. 2003 йылда композитор Иоганн Штраусҡа һәйкәл ҡуйыла[16]. Ошо уҡ йылдарҙа Павловск ҡалаһында тарихты һәм крайҙы өйрәнеү музейы асыла.
2005 йылда Павловск районы бөтөрөлә, ә ҡала биләмәһе Пушкин районы составына индерелә
Бөгөнгө көндә ҡалала 42-нән ашыу объект, дәүләт контроле һәм тарих һәм архитектура ҡомартҡыларын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса Комитет опекаһы аҫтында. Павловскҡа йыл һайын миллион ярым турист килә.
Иҫтәлекле урындары һәм архитектура
үҙгәртергә«Павловск» дәүләт музей-ҡурсаулығы
үҙгәртергәДонъя архитектураһы һәм донъя һарай-парк сәнғәте ҡомартҡыһы. Элекке батша резиденцияһы. XVIII — XIX быуат башы һарай-парк ансамблен үҙ эсенә ала. 1918 йылда национализацияланғандан һуң музейға әйләнә. Хәҙерге статусын музей-ҡурсаулыҡ 1983 йылда ала.
Музей-ҡурсаулыҡ составына инә[13]:
Павловка паркы
үҙгәртергә
- Павел һарайы (1780-1786, архитектор Чарлз Камерон, Винченцо Бренна, Андрей Воронихин) — урыҫ классицизмының архитектура ҡомартҡыһы, һарай-парк ансамбле. Бөйөк Ватан һуғышынан һуң һарай тулыһынса тергеҙелә.
- Павел һарайында Петр һәм Павел сиркәүе (1799, архитекторы В. Бренна, рәссамы Дж. Кадес) — православ сиркәүе, эшләй.
- Павел i һәйкәле (1872, скульпторы И. П. Виталь, цинк[17]) — Павел һарайы алдында ҡуйылған.
[[Файл:Maria_Feodorovna_statue_pavlovsk_park_bw.jpg|мини|267x267пкс|Росси павильонында Мария Федоровна һыны
- Үҙ баҡсаһы (1801-1803, архитекторы Ч. Камерон)
- Өслө йүкә аллеяһы
- Ата-әсә һәйкәле (1786, архитекторы Ч. Камерон) — мемориаль ҡоролма, Мария Федоровнаның вафат булған ғаилә ағзалары иҫтәлегенә арналған, антик стилдә. (1807).
- Аполлон колонналары (1782-1783, архитекторы Ч. Камерон) уртаһында Бельведер Аполлон скульптураһы.
- «Һалҡын ванна» павильоны (1799, архитекторы Ч. Камерон) — йәйге йыуыныу урыны, төкәтмә менән көмбәҙле ротонда
- Кентавр күпрере (1799, архитекторы в. Бренна)
- «Дуҫлыҡ храмы» павильоны (1780-1782, архитекторы Ч. Камерон) — ғибәҙәтхана-ротонда
- Пиль-башня (1797, архитекторы В. Бренна) — һалам ҡыйығы менән түңәрәк формалағы бысылған тирмән.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 ОКТМО. 185/2016. Северо-Западный ФО
- ↑ GEOnet Names Server — 2018.
- ↑ Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2023 года (с учётом итогов Всероссийской переписи населения 2020 г.) (урыҫ) — Росстат, 2023.
- ↑ О территориальном устройстве Санкт-Петербурга (с изменениями на 15 октября 2015 года) .
- ↑ Historic Centre of Saint Petersburg and Related Groups of Monuments (ингл.). UNESCO World Heritage Centre. Дата обращения: 28 август 2009. Архивировано 24 август 2011 года.
- ↑ Даринский А. В. География Ленинграда. — Л.: Лениздат, 1982. — С. 12-18.
- ↑ 7,0 7,1 Даринский А. В. География Ленинграда. — Л.: Лениздат, 1982. — С. 21-29.
- ↑ Метеорологическая карта // Атлас Ленинградской области. — М.: ГУГК при СМ СССР, 1967. — С. 20-24.
- ↑ Даринский А. В. География Ленинграда. — Л.: Лениздат, 1982. — С. 45-49.
- ↑ Павловск . www.viktur.ru. Дата обращения: 26 ноябрь 2017. 2012 йыл 13 ноябрь архивланған.
- ↑ В петербургской воде обнаружены запредельные концентрации токсичных веществ // REGIONS.RU 25.06.2008
- ↑ Перепись населения в 2002 2012 йыл 7 февраль архивланған.
- ↑ 13,0 13,1 Кучумов А. М. Павловск. Путеводитель по дворцу-музею и парку. — Л.: Лениздат, 1970.
- ↑ Топонимическая энциклопедия Санкт-Петербурга. — СПб.: Информационно-издательское агентство ЛИК, 2002.
- ↑ В. Шварц. Пригороды Ленинграда. — Л.-М.: Искусство, 1967.
- ↑ Памятник знаменитому австрийскому композитору Иоганну Штраусу открыт сегодня в пригороде Санкт-Петербурга городе Павловске. Эхо Москвы.Дата обращения: 26 ноября 2017.
- ↑ Семевский М. И. Памятник Императору Павлу I // Павловск. Очерк истории и описание 1777—1877. (Репринтное издание 1877). — СПб.: Лига Плюс, 1997. — С. 316—317. — 606 с. — 5000 экз. — ISBN 5-88663-010-4.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Павловск, город С.-Петербургской губернии // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Семевский М. И. Памятник Императору Павлу I // Павловск. Очерк истории и описание 1777—1877. (Репринтное издание 1877). — СПб.: Лига Плюс, 1997. — С. 316—317. — 606 с. — 5000 экз. — ISBN 5-88663-010-4.
Һылтанмалар
үҙгәртергәПавловск Викимилектә | |
Павловск Викияңылыҡтарҙа | |
Павловск Викигид |
- Официальный сайт Муниципального образования города Павловска 2018 йыл 9 ноябрь архивланған.
- Павловск в энциклопедии «Мой город» . Архивировано из оригинала 30 ноябрь 2009 года. 2009 йыл 30 ноябрь архивланған.
- Петербург и окрестности. Павловский дворец и парк
- Ҡалып:Культурное наследие РФ список
- История города Павловска
- Библиотека Царское Село книги по истории г. Павловска