Краснодар крайы

(Краснодарский край битенән йүнәлтелде)

Краснода́р крайы — Рәсәй Федерацияһы субъекты, Көньяҡ федераль округына ҡарай. Рәсәйҙең көньяғында, Төньяҡ Кавказдың көньяҡ-көнбайышында урынлашҡан. 1937 йылдың 13 сентябрендә ойошторолған. Ростов өлкәһе, Ставрополь крайы, Ҡарасай-Черкес Республикаһы, Адыгей Республикаһы һәм тулыһынса танылмаған Абхаз Республикаһы менән сиктәш. Диңгеҙ аша Ҡырым Республикаһы менән сиктәш.

Рәсәй Федерацияһы субъекты

Краснодар крайы

Административ үҙәк

Краснодар

Майҙаны

41-й

- Барлығы
- һыу өҫтө %

5,1

губернатор

Ткачёв, Александр Николаевич

вице-губернатор

Хатуов, Джамбулат Хизирович

РФ субъекты коды

23, 93, 123

ISO 3166-2 коды

RU

Сәғәт бүлкәте

MSD[d] һәм Европа/Москва[d][1]

Административ үҙәге — Краснодар ҡалаһы.

Край биләмәһе ярҙары төньяҡ-көнбайыштан Азов диңгеҙе менән, төньяҡ-көнбайыштан Ҡара диңгеҙ менән йыуыла.

Төбәктә Сочи курорты урынлашҡан.

Краснодар крайында 1989 йылда — 1864, 2002 йылда — 2061 башҡорт йәшәгәне теркәлгән[2].

Билдәле шәхестәр

үҙгәртергә
  • Лозовая Галина Фёдоровна (1.03.1939), ғалим-провизор, юғары мәктәп уҡытыусыһы һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1996—2007 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Фармакология ассоциацияһы президенты. Фармакология фәндәре докторы (1994), профессор (1995). Приморско‑Ахтарск ҡалаһынан[3].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә