Һамар

(Самара битенән йүнәлтелде)

Һамар (рус. Самара) — Волга йылғаһының һул яҡ бейек ярында, Һамар һәм Суҡ йылғалары тамағында урынлашҡан Рәсәйҙең ҙур ҡалаһы, Һамар өлкәһенең административ үҙәге.

Ҡала
Һамар
Флаг[d] Герб[d]
Флаг Герб
Ил

Рәсәй

Координаталар

53°11′ с. ш. 50°07′ в. д.HGЯO

Башлыҡ

Лапушкина Елена Владимировна[d][1]

Агломерация

1130000

Телефон коды846
Һанлы танытмалар
ОКАТО коды

36 401 000 000

ОКТМО коды

36 701 000 001

ГКГН номеры

0012560

Рәсми сайт

city.samara.ru

бүләктәр

Ленин орденыОктябрь Революцияһы ордены

Һамар (Рәсәй)
Һамар
Һамар

Совет осоронда, 1935 йылдың 27 ғинуарынан 1991 йылдың 25 ғинуарына тиклем дәүләт һәм партия эшмәкәре Валериан Владимирович Куйбышев хөрмәтенә ҡала Куйбышев тип йөрөтөлә.

Халҡы 2009 йылдың 1 ғинуарына 1,135 млн кеше. Рәсәй Федерацияһындағы Мәскәү, Санкт-Петербург, Новосибирск, Екатеринбург һәм Түбәнге Новгородтан ҡала 6-сы урында тора.

Билдәле шәхестәре

үҙгәртергә

Архитектура ҡомартҡылары

үҙгәртергә
 
Чапаев һәйкәле

Чапаев һәйкәле — граждандар һуғышы геройы Василий Иванович Чапаев хөрмәтенә 1932 йылда Һамар академия драма театры алдындағы майҙанға ҡуйылған монумент. Һәйкәлдең күсермәһе Санкт-Петербургтың С. М. Будённый исемендәге Элемтә хәрби академияһы алдындағы майҙанда урынлашҡан. Дөйөм бейеклеге 4,5 метр, шул иҫәптән постаменты — 1,3, скульптура төркөм2 бейеклеге — 3 метр. Бронзанан ҡойолған һәйкәлдең ауырлығы — 12 тонна.

Скульптуры Матвей Генрихович Манизер. Һәйкәлдең күсермәһе 1942—1943 йылдың ҡышында Лениградта ҡуйыла[5]. Композицияның үҙәгендә Василий Иванович Чапаев. Уның янында 7 кеше: башҡорт, комиссар, матрос, һалдат, эшсе, партизан, ҡыҙыл армеец[6]. Һамарҙағы оригинал 1932 йылда Монументскульптура заводында ҡойола һәм ошо уҡ әле торған урынына килтереп ҡуйыла. Ленинград өсөн күсермә 1932—1933 йылда ҡойола. 2006 йылда Харбинда ул боҙҙан эшләнә.

Аэропорт

үҙгәртергә

Ҡаланың төп аэропорты «Рәсәй аэропорттары» холдингына инә («Ренова» составында)[7].

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. https://samadm.ru/media/news/13216/
  2. Башҡорт энциклопедияһы — Алексеева Ирина Васильевна 2016 йыл 6 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 12 апрель 2019)
  3. Башҡорт энциклопедияһы — Волкова Екатерина Станиславовна 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 15 март 2019)
  4. Башҡорт энциклопедияһы — Фильчёв Виктор Васильевич 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 13 февраль 2018)
  5. Мемориальная табличка на постаменте памятника(недоступная ссылка)
  6. Б. Н. Калинин, П. П. Юревич. Памятники и мемориальные доски Ленинграда. — Л.: Лениздат, 1979. — 519 с.
  7. [ http://www.ar-management.ru/ ]

Һылтанмалар

үҙгәртергә