Ессентуки
Ессентуки — Ставрополь крайындағы ҡала[3]. Ессентуки ҡала-курорты ҡала округы барлыҡҡа килтерә.
Ҡала | |||||
Ессентуки | |||||
| |||||
Ил | |||||
---|---|---|---|---|---|
Федерация субъекты | |||||
Ҡала округы | |||||
Координаталар | |||||
Башлыҡ |
Александр Юрьевич Некристов | ||||
Нигеҙләнгән |
[[1825 йылдан]] | ||||
Элекке исеме |
станица Ессентукская | ||||
Ҡала с |
[[1917 йылдан]] | ||||
Майҙаны | |||||
Бейеклеге |
640 м | ||||
Халҡы | |||||
Тығыҙлығы |
2085,76 кеше/км² | ||||
Агломерация | |||||
Милли состав | |||||
Этнохороним |
ессентучанин, ессентучанка, ессентучане | ||||
Телефон коды |
+7 87934 | ||||
Почта индексы |
357601 | ||||
Һанлы танытмалар | |||||
Автомобиль коды |
- | ||||
Код ОКАТО | |||||
Код ОКТМО | |||||
Рәсми сайт | |||||
Ҡала көнө |
августың һуңғы аҙнаһы | ||||
1992 йылдан — айырата һаҡланған Кавказ Минераль Һыуҙары (КМҺ) экологик-курорт төбәгенең административ үҙәге һәм КМВ хакимиәте урынлашҡан ер.
2006 йылдан алып — федераль әһәмиәткә эйә курорт[4].
Географияһы
үҙгәртергәҠала Ставрополь крайының көньяҡ өлөшөндә, Подкумок һәм Бугунт йылғалары буйында урынлашҡан. Пятигорскиҙан көнбайышҡа табан 17 км алыҫлыҡта һәм Ставрополдән көньяҡ-көнсығышҡа табан 200 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Ҡала биләмәһендәге ҡалҡыулыҡтарҙың уртаса бейеклектәре диңгеҙ кимәленән яҡынса 600—650 метр тәшкил итә[5] .
- Климаты
Климаты континенталь, тау-даласа. Июлдә уртаса температураһы +20,4 °C[5][6], максималь температура +37 °C-ҡа етә; ҡыш һалҡын түгел, температура йыш ҡына ыңғай булып, епшетә, әммә −33 °C-ҡа тиклем һыуыҡ булыуы ла мөмкин[7]. Ғинуарҙың уртаса температураһы −4,2 °C. Йыш ҡына томанлы көндәр күҙәтелә (ноябрҙә һәм декабрҙә 13-14 көнгә тиклем). Көҙ йылы һәм оҙайлы, төндәрен һалҡын. Беренсе ҡырау октябрь урталарында төшә. Яҙ бик ҡыҫҡа, апрелдә температура тиҙ күтәрелә, һуңғы төнгө ҡырауҙар ғәҙәттә, апрель урталарында була. Йәй йылы, эҫе һәм ҡоро көндәр күп була. Уртаса йыллыҡ яуым-төшөм күләме — 536 мм.
Этимологияһы
үҙгәртергәСовет археологы М. Е. Массондың шул тирәләге һигеҙ төрбәне тикшереүе хәҙерге Ессентуки янында XIII—XV быуаттарҙа ҙур Алтын Урҙа торамаһы булыуын күрһәткән. Шәрҡиәтсе әйтеүенсә, Ессентукиҙың атамаһы ошо урындың Ессентуг тигән ханы исеменән хасил булған: «эс-сен» — йыуан, ҙур кәүҙәле, «туг» — тамға, байраҡ, йәғни, боронғо башҡортса — тыу.
Был исемгә бәйле атамалар беҙҙең көндәргә осрауы ла шуға дәлил: «Лес Есана», «Поле Есана».
XIV быуаттағы төрбәләрҙең береһендә Оло Ессентучек йылғаһының һул яҡ яры ҡалҡыулығында монгол кешеһенең яҡшы һаҡланған һөлдәһе табылған һәм, археологтар иҫәпләүенсә, бында Сыңғыҙ тоҡомонан берәү ерләнгән булған[8]. Легенда буйынса, бында Сыңғыҙҙың туғанының улы Эсэн (Әсән?) ерләнгән. XIX быуатҡа төрбәнән харабалар ғына ҡалған, уның эргәһендә 1798 йылда казак редуты төҙөлгән, сөнки был урындан тирә-яҡ яҡ яҡшы күренеп торған. Һуңыраҡ ул кәрәкһеҙлеге өсөн ябыла, ә 1825 йылда нигеҙ һалынған казак станицаһын элекке редуттың исеме менән атайҙар. Тағы ла бер фаразға ярашлы, Ессентуки атамаһы монголса «есэн туг» тигәндән барлыҡҡа килгән, йәғни, туғыҙ тамға (тыу). Монголдар баҫып ингәндә бында, фаразлағанса, туғыҙ тыу менән тамғаланған Сыңғыҙ хан ставкаһы урынлашҡан булыуы ихтимал[9]. Икенсе киң таралған версия буйынса, Ессентуки йылғаһы һәм урынының исеме, ихтимал, черкес телендәге «Ессэн тыку» һүҙҙәренән яһалғандыр — йәғни, ессэн «күнегеү» һәм тыку — «йәшәгән урын»; тимәк, «күнеккән мөйөш» йәки «күнеккән мәҡам» тигән атамаға барып тоташа[10].
Тарихы
үҙгәртергәЕссентуки ҡала-курортына нигеҙ һалыныу көнө 27 августа билдәләнә[11].
1798 йылда Ессентуки йылғаһының уң ярында (икенсе версия буйынса, һул яҡта[12]) Аҙау-Моздок линияһы командующийы генерал И. И. Морков булып киткән ваҡытта Рәсәйҙең көньяҡ сиктәрен һаҡлау өсөн хәрби редут төҙөлә. 28 йылдан һуң, 1825 йылда, генерал А. П. Ермолов инициативаһы менән был биләмәгә 235 волга казактары ғаиләһе күсерелгән, улар Бугунт йылғаһы буйында страницаға нигеҙ һалған[13].
Ессентук станицаһы тип аталған шул тораманан Ессентуки тарихы башлана.
Курорт булараҡ, Ессентуки Пятигорск һәм Железноводскиҙан күпкә һуңыраҡ таныла тип әйтергә мөмкин. 1811 йылда Ф. П. Гааз тарафынан асылған минераль сығанаҡтар табиптар һәм Кавказ Минераль һыуҙарына килгән кешеләрҙе ҡыҙыҡһындырмай. Ессентуки курортына уникаль һыуҙарын ниһәйәт маҡсатҡа ярашлы тип тапҡан мәлгә тиклем 13 йыл көтөргә тура килә.
1823 йылда Петербург Медицина-Хирургия академияһы профессоры Александр Нелюбин Ессентуки сығанаҡтарын ентекле өйрәнә һәм һүрәтләй. Ул йәнә 20 сығанаҡты асҡан, уларға иҫәп һаны биреп сыҡҡан, тоҙло-һелтеле һәм көкөртлө-һелтеле сығанаҡтар класына индергән. Был шишмәләр сыҡҡан тау Һелтеле (Щелочная) тип атала башлаған.
1839 йылда казактар ағастан тәүге һыу инеү урыны төҙөгән, уның өсөн һыу ҙур ағас самауыр менән йылытылған. 1846 йылда шифалы һыуҙар файҙаланыу буйынса етәкселекте Кавказ наместнигы кенәз М. С. Воронцовҡа тапшыралар.
Ошо ваҡыттан алып элгәре «Бугунт» тип аталған сығанаҡтар «Ессентуки» исемен ала. 1847 йылдың 29 майынан курорттарға Кавказ Минераль Һыуҙары Дирекцияһы етәкселек итә башлай[14].
1847 йылда уҡ Воронцов 17-се Ессентуки минераль һыу сығанағы булған галерея проектын раҫлай. Галерея Англия манерында төҙөлгән, византия һәм мавритан архитектура элементтары ҡулланылған. Проекттың авторы — архитектор С. И. Уптон. 1852 йылдың һигеҙенсе сентябрендә был төбәктә галереяға зыян килтергән ер тетрәү булған. Уны асыу шуға күрә дүрт йылдан һуң, 1856 йылда ғына була. Шул уҡ ваҡытта ағыулы боҫтары дауаланыуға ҡамасаулай торған һәм ҡайһы бер осраҡтарҙа хатта үлемгә килтергән һаҙлыҡтарға ҡаршы көрәш башлана; уларҙы 1872 йылға киптереп бөтөрөүгә өлгәшәләр[14].
Ессентукиҙа ял итеүселәр өсөн тәүге ҡунаҡхана 1863 йылда төҙөлгән. Ҡунаҡхана бәләкәй, ни бары 4 номерға иҫәпләнгән. Был ҡунаҡхана Парк ҡапҡалары янында төҙөлгән. Тиҙҙән парк янында ҡала тибындағы тәүге йорттар барлыҡҡа килә. 1875 йылда парктың көнсығышында ҙур, 64 номерға иҫәпләнгән уңайлы «Компанейская» ҡунаҡханаһы төҙөлә.
Тимер юл тармағы үткәндән һуң (1894 й.), Ессентукиға ял итеүселәр ағымы ҡырҡа арта. ХХ быуат башына курорттың популярлығы бик ныҡ арта. Ул ял итеүселәр һаны буйынса ныҡлы беренсе урынға сыға.
Әкренләп Кисловодскиҙың уңайлы климаты тураһында фекерҙәр тыуа башлай, ул танылған климатолог А. И. Воейковтың иғтибарын йәлеп итә. Ул «һауаның үтәҙеклеге һәм бик күп йылы ҡояшлы көндәр һаны» буйынса Кисловодск, пациенттарҙы «климатик дауалау» өсөн, мәҫәлән, Гагры, Сухум йәки Батуми кеүек ҡалаларҙан ҡулайыраҡ тип һанай[15].
Ессентуки курорты үҫә бара. 1902 йылда бында Кавказ Минераль Һыуҙарында дөйөм ҡулланыш өсөн беренсе шифахана асыла[16]. 1917 йылға әлеге курорт зонаһында матур ҡасаба төҙөлә.
1917 йылдағы революцияға тиклем ҡалала төп урамдар селтәрҙәре[16], шулай уҡ тимер юл буйлап — биш һәм курорт ҡаласығы территорияһында перпендикуляр алты урам барлыҡҡа килә[14].
1921 йылдан Ессентуки ҡала Советы була, әммә рәсми рәүештә ҡала статусын 1925 йылдың 18 декабрендә ала[16].
Ессентукиҙың ысын курорт тарихы 1925 йылда башлана. Ул саҡтағы бөтә эре ҡоролмалар шифахана итеп үҙгәртелә. Шуның менән бер рәттән, яңылары төҙөлә бара. Ҡаланы төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү буйынса эштәр даими алып барыла.
1938 йылдарҙа Ессентукиға Пятигорскиҙан аэроклуб күсерелә. Шул уҡ йылда Грузиянан Ессентуки ҡалаһына 12 мең гректы күсерәләр, шулай итеп Тельман станицаһы һәм Кирпичный биҫтәһе төҙөлә башлай[16].
1943 йылдың 11 ғинуарында Ессентуки немец-фашист баҫҡынсыларынан азат ителә. Һуғыш һөҙөмтәһендә Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән Ессентуки госпиталь базаһына әйләнә. 1942 йылдың 9 авгусында совет хәрби частары ҡаланан сығып китә, 11 августа Ессентукиға немец ғәскәрҙәре инә. Ҡала оккупацияһы биш ай дауам итә[16]. 1943 йылдың 11 ғинуарында Ессентуки немец-фашист илбаҫарҙарынан азат ителә[17]. Һуғыш мәлендә ҡала вокзалы, «Аҡ Күмер» гидроэлектростанцияһы, ҡала һыу үткәргесе, нефтебаза, өс шифахана һәм башҡа объекттар емертелгән.
1964 йылдың 5 июнендә РСФСР Министрҙар Советы Пятигорскиҙа, Кисловодскиҙа, Железноводскиҙа, Ессентукиҙа, Минераль Һыуҙарҙа һәм уға яҡын урынлашҡан Ставрополь крайының тораҡ пункттарында граждандарҙы пропискаға индереүҙе сикләү тураһында ҡарар сығара[18]
2002 йылдың 21 июнендә Подкумок һәм Бугунт йылғаһы ташып, һыу баҫа, емергес зыян килтерелә.
2003 йылдың 5 декабрендә Кисловодск — Минеральные Воды ҡала яны электр поезының икенсе вагонында 7 сәғәт 42 минутта (Мәскәү ваҡыты менән) Ессентуки станцияһының тимер юл вокзалына етәрәк теракт була. Шартлау һөҙөмтәһендә 36 кеше һәләк була, 155-е яралана[19].
Рәсми символика
үҙгәртергәҮҙаллы муниципаль берәмек булараҡ Ессентуки ҡала округының рәсми символдары итеп 2005 йылдың 27 декабрендә Ессентуки ҡала Советының 11-се ҡарары менән герб һәм флаг раҫланған, улар 2006 йылдың 19 майында Рәсәй Федерацияһының Дәүләт геральдик регистрына индерелгән, теркәү номерҙары 2218 һәм 2219[20].
Ессентуки ҡалаһынының гербы һәм флагы эскиздары авторы — рәссам Александр Иванович Плужников[20].
Халҡы
үҙгәртергәХалыҡ иҫәбе | ||||||
---|---|---|---|---|---|---|
1897[21] | 1926[22] | 1931[23] | 1939[22] | 1959[24] | 1967[21] | 1970[25] |
4400 | ↗7000 | ↗24 252 | ↘16 000 | ↗48 101 | ↗53 000 | ↗64 928 |
1973[21] | 1976[21] | 1979[26] | 1982[21] | 1986[21] | 1987[27] | 1989[28] |
↗68 000 | ↗73 000 | ↗77 686 | ↗81 000 | ↗83 000 | ↗84 000 | ↗85 082 |
1990[29] | 1991[29] | 1992[29] | 1993[29] | 1994[29] | 1995[29] | 1996[29] |
↘84 804 | ↗86 228 | ↗86 805 | ↗87 424 | ↗88 557 | ↗89 417 | ↘84 671 |
1997[29] | 1998[29] | 1999[29] | 2000[29] | 2001[29] | 2002[30] | 2003[29] |
↘84 568 | ↘84 442 | ↗84 552 | ↘84 157 | ↘83 385 | ↘81 758 | ↘81 709 |
2004[29] | 2005[29] | 2006[29] | 2007[29] | 2008[29] | 2009[31] | 2010[32] |
↘81 383 | ↘80 920 | ↗80 989 | ↗80 993 | ↗81 714 | ↗82 167 | ↗100 996 |
2011[33] | 2012[34] | 2013[35] | 2014[36] | 2015[2] | ||
↗101 136 | ↗101 441 | ↗102 269 | ↗103 093 | ↗104 288 |
2019 йылдың 1 ғинуарына ҡала халыҡ иҫәбе буйынса Рәсәй Федерацияһының 1115 ҡалаһы араһында 152-се урында була.
- Гендер составы
2010 йылда халыҡ иҫәбен алыу йомғаҡтары буйынса 44 995 ир-ат (44,55 %) һәм 56 001 (55,45 %) ҡатын-ҡыҙ йәшәгән .
- Милли составы
2010 йылдың халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләре буйынса ҡалала йәшәгән халыҡтың (1%-тан кәм милләттәр «Башҡалар» графаһында):
Милләте | Һаны | Процент |
---|---|---|
Рус | 532 85 | 84,69 |
Гректар | 5452 | 5,40 |
Әрмәндәр | 3630 | 3,59 |
Украиндар | 1424 | 1,41 |
Башҡалар[37] | 4958 | 4,91 |
Йәмғеһе | 996 100 | 100,00 |
Музейҙың рәсми сайты 2021 йыл 28 февраль архивланған.
Курорттың дауалау үҙенсәлектәре. Шифахана-курорт базаһы
үҙгәртергә- Минераль һыуҙар
Ессентуки ашҡаҙан-эсәк тракты, бауыр һәм матдәләр алмашыуҙы дауалау буйынса Рәсәйҙең иң популяр шифалы эсәр һыу һәм бальнеологик курорты тип иҫәпләнә. Шифахананың төп дауалау ысулдары — 20-нән ашыу минераль сығанаҡ[38].
Төп дауалау факторҙары булып «Ессентуки-4», «Ессентуки-20», «Ессентуки-17», «Ессентуки-2 (Яңы)» тоҙло-һелтеле һәм «Ессентуки-1-Буровая» көкөртлө-һелтеле сығанаҡтары тора. Һыу сығанаҡтары эсеп дауаланыу, ванна, сайыныу, ингаляциялар өсөн файҙаланыла. Дауалау маҡсатында (Тамбукан күленең сульфидлы ләме файҙаланыла.
Иҡтисады
үҙгәртергәКурорт төбәгенең үҙенсәлегенә ярашлы, эшкә һәләтле халыҡтың күп өлөшө шифахана-курорт комплексында һәм хеҙмәтләндереү өлкәһендә мәшғүл. Иң ҙур сәнәғәт предприятиелары аҙыҡ-түлек сәнәғәте өлкәһендә эшләй[11].
Бынан тыш Ессентукиҙың Кавказ Минераль Һыуҙары агломерацияһы үҙәгендә географик яҡтан уңайлы урынлашыуы арҡаһында хеҙмәт ресурстарының байтаҡ өлөшө көндәлек миграцияға дусар ителгән — күрше Пятигорск (башлыса) һәм Кисловодск (башлыса) ҡалаларына эшкә йөрөй.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Азлецкий В. А. Ессентуки. Научно-популярное описание курорта. — Ворошиловск, 1939.
- Александров В. А. Ессентуки как лечебная местность. Изд-во курортного треста «Кавминводы», 1930.
- Алексеев М. Т.,. Ессентуки // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Андреев Ю. П. Ессентуки и Кавминводы в истории России. — Минеральные Воды, 2008.
- Андреев Ю. П. Ессентуки и Кавминводы в истории Кавказа и России. — Минводы, 2007. — ISBN 5-87777-073-X.
- Боглачёв С. В., Жатькова Э. А. Архитектура старых Ессентуков. — Пятигорск, 2008.
- Богословский В. С. Ессентуки в лечебный сезон 1887—1894 гг.
- Мамушин С. А. Ессентуки. — Ростов-на-Дону, 1928.
- Новицкий А. А., Шавердова Ф. А. Ессентуки. Научно-популярное описание курорта. — Ворошиловск, 1939.
- Польская Е. Б., Розенфельд Б. М. Ессентукские встречи. — Ставрополь, 1984.
- Рубцов В. П. Ессентукские минеральные источники. — Ворошиловск, 1938.
- Савощенко И. С. Курорт Ессентуки, 1956.
- Смирнов С. А. Ессентукские щелочные воды на Кавказе. — М., 1873.
- Сморкалов Л. А. Ессентуки: историко-экономический очерк (1798—1958 гг.). — Нальчик, 1961.
Туғанлашҡан ҡалалар
үҙгәртергә- Тиссен штат Кер, Һиндостан[39][40]
- Стрелча, Болгария[41]
- Нафталан, Әзербайжан
- Ҡалып:Флаг Крыма Саки, Ҡырымдың, Россия/Украина
- Элиникон — Арьируполис, Греция
- Пуэрто-Рико: Сан-Хуан (АҠШ) [291 көнө лә]
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Управление Росреестра по Ставропольскому краю. Доклад о состоянии и использовании земель Ставропольского края в 2010 году (недоступная ссылка — история).(недоступная ссылка)
- ↑ 2,0 2,1 Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года . Дата обращения: 6 август 2015. Архивировано 6 август 2015 года.
- ↑ Реестр зарегистрированных в АГКГН географических названий объектов на 18/11/2011. Ставропольский край. Дата обращения: 10 июля 2017. Архивировано 12 мая 2017 года.
- ↑ Постановление Правительства Российской Федерации от 17 января 2006 г. № 14 «О признании курортов Ессентуки, Железноводск, Кисловодск и Пятигорск, расположенных в Ставропольском крае, курортами федерального значения и об утверждении положений об этих курортах» . Дата обращения: 18 февраль 2011. Архивировано 11 март 2013 года.
- ↑ 5,0 5,1 БСЭ, 3-е издание, статья «Ессентуки» . Дата обращения: 25 май 2017. Архивировано 21 ғинуар 2018 года.
- ↑ Савельева В. В., Магомедов К. А. География Ставропольского края. — Ставропольское книжное издательство, 1987. — С. 134—135.
- ↑ Савельева В. В., Магомедов К. А. География Ставропольского края. — Ставропольское книжное издательство, 1987. — С. 34.
- ↑ Мавзолей Ессентука . Дата обращения: 12 июль 2014. Архивировано 14 июль 2014 года. 2014 йыл 14 июль архивланған.
- ↑ Легенда о том как появилось название города Ессентуки . Дата обращения: 27 май 2018. Архивировано 28 май 2018 года. 2018 йыл 28 май архивланған.
- ↑ Топонимика слова Ессентуки . Дата обращения: 29 июль 2018. Архивировано 29 июль 2018 года.
- ↑ 11,0 11,1 Календарь государственных праздников Российской федерации, памятных дат и знаменательных событий Ставропольского края на 2011 год . Дата обращения: 17 ғинуар 2015. Архивировано 16 ғинуар 2015 года.
- ↑ Андреев Ю., Жатько Э. и др. Кавказские минеральные воды: Непревзойденные Ессентуки. — НИИЦентр, 2003. — 120 с. — ISBN 5-902156-02-5.
- ↑ Андреев Ю., Жатько Э. и др. Кавказские минеральные воды: Непревзойденные Ессентуки. — НИИЦентр, 2003. — 120 с. — ISBN 5-902156-02-5.
- ↑ 14,0 14,1 14,2 Андреев Ю., Жатько Э. и др. Кавказские минеральные воды: Непревзойденные Ессентуки. — НИИЦентр, 2003. — 120 с. — ISBN 5-902156-02-5.
- ↑ Широкова В. А., Собисевич А. В., Савенкова В. М. Исследование А. И. Воейковым климатолечебных мест Кавказа // Вестник Академии наук Чеченской Республики. — 2018. — Т. 40, № 3. — С. 111—116.
- ↑ 16,0 16,1 16,2 16,3 16,4 Андреев Ю. П. Ессентуки и Кавминводы в истории Кавказа и России. — Минводы, 2007.
- ↑ Календарь государственных праздников Российской федерации, памятных дат и знаменательных событий Ставропольского края на 2011 год . Официальный сайт администрации Курсавского сельсовета Андроповского района Ставропольского края. Дата обращения: 17 ғинуар 2015. Архивировано 16 ғинуар 2015 года.
- ↑ https://web.archive.org/web/20131021234456/http://www.ussrdoc.com/ussrdoc_communizm/usr_6093.htm%D0%9E%D0%B1 ограничении прописки граждан в городах-курортах Пятигорске, Кисловодске, Железноводске, Ессентуках, Минеральных Водах и прилегающих к ним населённых пунктах Ставропольского края
- ↑ https://web.archive.org/web/20140714133025/http://scienceport.ru/news/Terakt-v-Essentukah-9-let-nazad-terroristy-vzorvali-elektropoezd.html%D0%A2%D0%B5%D1%80%D0%B0%D0%BA%D1%82 в Ессентуках: 9 лет назад террористы взорвали электропоезд
- ↑ 20,0 20,1 Охонько Н. А. Символы малой родины / Н. А. Охонько. — Пятигорск : Вестник Кавказа, 2007. — С. 81—82. — 96 с. — ISBN 5-85714-049-8.
- ↑ 21,0 21,1 21,2 21,3 21,4 21,5 Народная энциклопедия «Мой город». Ессентуки . Дата обращения: 12 октябрь 2013. Архивировано 12 октябрь 2013 года.
- ↑ 22,0 22,1 Города с численностью населения 100 тысяч и более человек . Дата обращения: 17 август 2013. Архивировано 17 август 2013 года.
- ↑ Административно-территориальное деление Союза ССР (на 1 января 1931 года). I. РСФСР . Дата обращения: 19 август 2013. Архивировано 19 август 2013 года.
- ↑ Всесоюзная перепись населения 1959 года. Численность городского населения РСФСР, её территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу . Демоскоп Weekly. Дата обращения: 25 сентябрь 2013. Архивировано 28 апрель 2013 года.
- ↑ Всесоюзная перепись населения 1970 года Численность городского населения РСФСР, её территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу. Демоскоп Weekly. Дата обращения: 25 сентябрь 2013. Архивировано 28 апрель 2013 года.
- ↑ Всесоюзная перепись населения 1979 года Численность городского населения РСФСР, её территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу. Демоскоп Weekly. Дата обращения: 25 сентябрь 2013. Архивировано 28 апрель 2013 года.
- ↑ Народное хозяйство СССР за 70 лет. Юбилейный статистический ежегодник. Финансы и статистика, Москва, 1987
- ↑ Всесоюзная перепись населения 1989 года. Численность городского населения . Архивировано 22 август 2011 года.
- ↑ 29,00 29,01 29,02 29,03 29,04 29,05 29,06 29,07 29,08 29,09 29,10 29,11 29,12 29,13 29,14 29,15 29,16 29,17 Численность постоянного населения
- ↑ Численность населения по каждому городскому и сельскому населённому пункту Ставропольского края на дату ВПН-1989 и ВПН-2002 . Дата обращения: 12 ғинуар 2015. Архивировано 12 ғинуар 2015 года.
- ↑ Численность постоянного населения Российской Федерации по городам, посёлкам городского типа и районам на 1 января 2009 года . Дата обращения: 2 ғинуар 2014. Архивировано 2 ғинуар 2014 года.
- ↑ Итоги Всероссийской переписи населения 2010 года. Общая численность населения (в т.ч. мужчин, женщин) по муниципалитетам и населённым пунктам Ставропольского края . Дата обращения: 5 апрель 2015. Архивировано 5 апрель 2015 года.
- ↑ Оценка численности постоянного населения муниципальных образований Ставропольского края на 1 января 2011 г. (с учётом предварительных итогов Всероссийская перепись населения 2010 года)
- ↑ Оценка численности постоянного населения муниципалитетов Ставропольского края на 01.01.2012 г.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. — М.: Федеральная служба государственной статистики Росстат, 2013. — 528 с. (Табл. 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов) . Дата обращения: 16 ноябрь 2013. Архивировано 16 ноябрь 2013 года.
- ↑ Оценка численности постоянного населения муниципалитетов Ставропольского края на 1 января 2014 года . Дата обращения: 2 апрель 2014. Архивировано 2 апрель 2014 года.
- ↑ абазины (119), абхазы (11), аварцы (33), адыгейцы (12), азербайджанцы (454), арабы (5), ассирийцы (19), балкарцы (15), башкиры (24), белорусы (237), болгары (29), буряты (5), грузины (277), даргинцы (60), евреи (168), езиды (135), ингуши (35), кабардинцы (131), казахи (34), карачаевцы (186), коми (7), корейцы (430), кумыки (75), лакцы (37), латыши (8), лезгины (46), литовцы (13), марийцы (8), молдаване (73), мордва (32), немцы (114), ногайцы (66), осетины (268), поляки (47), табасараны (7), таджики (8), татары (280), таты (8), турки (23), туркмены (24), удины (9), удмурты (9), узбеки (45), цыгане (47), черкесы (33), чеченцы (78), чуваши (36), давшие другие ответы о национальной принадлежности (93), не указавшие национальную принадлежность (1045)
- ↑ ЕССЕНТУКИ санатории . Дата обращения: 4 июль 2017. Архивировано 21 ғинуар 2018 года.
- ↑ Embassy of the Russian Federation in The Republic of India . Дата обращения: 27 май 2014. Архивировано 22 май 2014 года.
- ↑ Mayors of Yessentuki City in Russia and Thrissur in India approved on singing the Twin city agreement . Дата обращения: 27 май 2014. Архивировано 19 февраль 2014 года. 2014 йыл 19 февраль архивланған.
- ↑ Города-побратимы | Официальный сайт администрации и Совета города Ессентуки . Дата обращения: 6 ноябрь 2015. Архивировано 17 ноябрь 2015 года.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- essentuki.gosuslugi.ru — Ессентуки рәсми сайты
- Лист карты L-38-134 Ессентуки. Масштаб: 1 : 100 000. Указать дату выпуска/состояния местности.