Криштиану Роналду
Роналдо менән бутамаҫҡа.
Криштиану Роналду | ||
Информация | ||
Тулы исеме | Криштиану Роналду душ Сантуш Авейру[1] | |
Ҡушаматтары | CR7[2], Ронни[3], Рон[4] | |
Тыуа | 5 февраль 1985[5][6][7][…] (39 йәш) Фуншал[d], Португалия | |
Гражданлығы | ||
Буйы | 189[lower-alpha 1] см | |
Ауырлығы | 85[13] кг | |
Клубы | ||
Клубы | Ювентус | |
Карьера | ||
Йәштәр клубтары | ||
1993—1995 | Андоринья | |
1995—1997 | Насьонал | |
1997—2002 | Спортинг (Лиссабон) | |
Клуб карьераһы* | ||
2002—2003 | Спортинг (Лиссабон) | 25 (3) |
2002 | → Спортинг B | 2 (0) |
2003—2009 | Манчестер Юнайтед | 196 (84) |
2009—2018 | Реал Мадрид | 292 (311) |
2018—х. в. | Ювентус | 55 (44) |
Халыҡ-ара миҙалдары | ||
Конфедерациялар кубоктары | ||
Бронза | Рәсәй 2017 | |
Европа чемпионаты | ||
Көмөш | Португалия 2004 | |
Бронза | Польша/Украина 2012 | |
Алтын | Франция 2016 | |
УЕФА-ның Милләттәр лигаһы | ||
Алтын | Португалия 2019 | |
Дәүләт наградалары | ||
* Профессиональ клуб өсөн уйындар һәм голдар иҫәбе милли чемпионаттарҙың төрлө лигалары өсөн генә һанала.
| ||
Криштиану Роналдо душ Сантуш Авейру[1][lower-alpha 2] (порт. Ronaldo Aveiro Cristiano dos santos; европаса португалса: [ʁoˈnaɫdu kɾiʃˈtjɐnu] (тыңлау); тыуа 5 февраль 1985 йыл, Фуншал) — Португалия футболсыһы, Италияның «Ювентус» клубы һәм Португалия йыйылма командаһы өсөн сығыш яһай, уның составында 2016 йылда Европа чемпионы һәм 2018/19 йылдар миҙгелендә УЕФА-ның Милләттәр лигаһы еңеүсеһе була. «Реал Мадрид» клубы һәм Португалия йыйылма командаһы тарихында иң яҡшы бомбардир. 2008 йылдан алып милли йыйылма командаһы капитаны, шулай уҡ уның өсөн уйнаған уйындар һаны буйынса рекордсмен. Белгестәр тарафынан барлыҡ замандарҙың иң яҡшы футболсыһы тип таныла[14][15][16][17]. Португалия футбол федерацияһы Португалия футболы тарихында иң яҡшы уйынсы тип таный[18]. Тарихта Англия (Премьер-лига), Испания (Примеру) һәм Италия (А серияһы) чемпионаттарында еңеүсе берҙән-бер футболсы[19].
Профессиональ карьераһын Португалияның «Спортинг» клубында башлай. 2003 йылда Англияның «Манчестер Юнайтед» клубына күсә. 2009 йылда «Реал Мадрид» өсөн уйнай башлай, шуға күрә 2013 йылға тиклем тарихта иң ҡиммәтле футболсы булып һанала. 2018 йылдың июлендә «Реалдан» Италмяның «Ювентусына» күсә.
Биш тапҡыр «Алтын туп» ала: өс тапҡыр France Football-дан (2008, 2016, 2017) һәм ике тапҡыр — ФИФА-нан (2013, 2014). 2008, 2011, 2014 һәм 2015 йылдарҙа «Алтын бутса»ға эйә була. Барлыҡ ваҡыттарҙа Европа турнирҙарының иң яҡшы бомбардиры тип таныла һәм ете тапҡыр УЕФА Чемпиондары лигаһының иң яҡшы бомбардиры була, шуларҙың алтыһы — рәттән: 2008 һәм 2013, 2014, 2015[lower-alpha 3], 2016, 2017, 2018 йылдарҙа. Өсөнсө йыл рәттән тарихи еңеүенән һуң Криштиану Роналду был трофейҙы биш тапҡыр алған беренсе уйынсы була.
Португалия йыйылма командаһы өсөн Роналду 150-нән ашыу матч үткәрә, һигеҙ эре турнирҙарҙа ҡатнаша һәм уларҙың барыһында ла айырылып тора. Йыйылма команда составында Роналду Европа чемпионы (2016) һәм УЕФА-ның Милләттәр лигаһы (2019) еңеүсеһе була. Тарихта йыйылма командалар кимәлендә иң һөҙөмтәле Европа футболсыһы[20].
Донъяла иң танылған спортсыларҙың береһе, Forbes журналы версияһы буйынс 2016 һәм 2017 йылдарҙа донъяның иң юғары эш хаҡы алған[21][22], шулай уҡ ESPN фаразы буйынса, 2016, 2017, 2018 һәм 2019 йылдарҙа донъяның иң билдәле спортсыһы[23][24][25][26]. Time 2014 йылда Роналдуны донңяның иң йоғонтоло йөҙ кешеһе исемлегенә индерә. Forbes журналы баһалауы буйынса, 2010—2019 йылдарҙа 800 миллион доллар эшләп, Флойд Мейвезерҙан ғына ҡалышып, ун йыллыҡтың иң юғары эш хаҡы алған спортсылары исемлегендә икенсе урында тора[27]. 2020 йылдың ғинуарында Криштиану Роналдо тарихта Instagram каналында 200 миллион яҙылыусыһы булған беренсе кеше була[28].
Иртә йылдары
үҙгәртергәКриштиану 1985 йылдың 5 февралендә Мадейра утрауының Фуншап ҡалаһында тыуа. Ашнаҡсы Мария Долореш душ Сантуш Авейру (1954) һәм баҡсасы Жозе Диниша Авейру (1954—2005) ғаиләһендә дүртенсе бала була. Уның өлкән ағаһы Угу (1975), апалары Эльма (1974) һәм Лилиана Катя (1976) була. Лилиана йырсы булып китә, Португалия «Ronalda» сәхнә исеме менән сығыш яһай.
Малайҙы Криштиану тип атарға әсәһенең апаһы тәҡдим итә[9]. Тыуғанда бирелгән икенсе исеме — Роналду — Рональд Рейган хөрмәтенә ҡушыла, Криштиануҙың атаһы ул ваҡыттағы Америка президентының фанаты була[29].
Криштиану 2-3 йәштән футбол уйнай башлай. Алты йәшендә урындағы башланғыс мәктәпкә бара, ә урта синыфтарҙа «Баррейруш» мәктәбендә уҡый, яҡшы билдәләргә өлгәшә[9]. Тәбиғәтте ярата, әммә инглиз телен үҙһенмәй. 14 йәшендә Роналданы Лиссабон мәктәбенән уҡытыусыға ултырғыс ташлағаны арҡаһында сығаралар[30].
Йәштәр карьераһы
үҙгәртергә«Андоринья»
үҙгәртергәАлты йәшендә Криштиану атаһы клуб футбол формаһы етештереп аҡса эшләгән "Андоринья"ла уйнарға саҡырыу ала. 1993/94 йылдар миҙгелендә «Камачи»ға ҡаршы уйында 0:2 иҫәбе менән еңелеп барғанда Роналду икенсе таймға сығып, ике гол индерә һәм «Андоринья»ға еңергә ярҙам итә (3:2). Командала Роналду «бал ҡорто» (ингл. Little bee) ҡушаматын ала, сөнки, хәрәкәтһеҙ тора алмай[31][9].
Тиҙҙән утрауҙың ике иң көслө клубы: «Насьонал» һәм «Маритиму» Криштиануға иғтибар итә. Роналдуның крестныйы «Насьонал» футбол клубында үҫмерҙәрҙең тренеры була һәм йәш футболсыны үҙ клубында күрергә теләй. Әммә атаһы улының «Маритиму»ға күсеүен теләй. Ике клуб вәкилдәренең дә «Андоринья» президенты менән осрашыуын ойошторорға ҡарар итәләр, әммә «Маритиму» тренеры килмәй. Һөҙөмтәлә Криштиану 20 тупҡа һәм ике комплект юниорҙар формаһына алмаштырыла[32].
«Насьонал»
үҙгәртергәРоналду «Насьонал»ға күскәндә, уға ун йәш була. Клуб тренеры уның ҡаҡсалығына иғтибар итеп, мускул массаһын йыйыу өсөн күберәк ашарға ҡуша. Ошо этапта уҡ Роналду яҡшы техника, юғары тиҙлек, тура пас һәм туп менән оҫта идара итеүен күрһәтә, әммә остаздары футболсының артыҡ индивидуализмы һәм тәкәбберлеге менән осраша. 1995/96 йылдар миҙгпелендә Роналду «Насьонал» менән бергә 10-12 йәшлектәр араһындағы чемпионатта еңә. Йәш футболсыға «Порту» һәм «Боавишта» иғтибар итә. Роналдуҙың крестныйы баш ҡаланың «Спортинг» клубы менән бәйлнешкә сыға. Тиҙҙән клуб үҙ скаутын футболсы булараҡ ҡарауға ебәрә[33].
«Спортинг» академияһы
үҙгәртергә1997 йылдың апрелендә Криштиану «Спортинг»ҡа юллана. Клубы тренерҙары уның уйыны менән тәьҫирләнә һәм йәштәр клубы директоры Аурелиу Перейруны скаутты ҡарраға саҡыра. 17 апрелдә Криштиануҙы «Спортинг»ҡа саҡыррыға ҡарар ителә. «Насьонал» «Спортинг»ҡа йәш уйынсы Франконың күсеүе өсөн 4,5 миллион португал эскудоһы (22,5 мең евро) бурыслы булған була. Роналдуҙың трансферы бурысты ҡаплау мөмкинлеге бирә. Август аҙағында Криштиану тулыһынса Лиссабонға күсә. Ял көндәрендә ул «Спортинг» матчтарында туптарҙы биреп тороуы менән аҡса эшләй[34].
Тыумыштан йөрәк эшмәкәрлеге етешһеҙлеге һөҙөмтәһендә Роналдуҙа 15 йәшендә тахикардия булыуы асыҡлана. Хирургик ҡыҫылыш талап ителә. Һөҙөмтәлә Криштиануға лазер ярҙамында йөрәгенең етешһеҙлек булған участкаһын тергеҙәләр һәм бер нисә көндән дауахананан сығаралар. Операция футболсының спорт күрһәткестәрендә сағылыш тапмай[35][9]. 16 йәшендә ул клуб тарихында бер миҙгелдә "Спортинг"тың барлыҡ составында ла (16 йәшкә тиклем,17 йәшкә тиклем, 18 йәшкә тиклем һәм резерв командаһы) уйнаған берҙән-бер футболсы була[36]. 2001 йылдың авгусында Роналду айына 2000 евро эш хаҡы түләнгән беренсе профессиональ контрактына ҡул ҡуя[9].
Клуб карьераһы
үҙгәртергә«Спортинг»
үҙгәртергә2002 йылдың июлендә тренер Ласло Бёлёни, Роналдуның дриблингы менән тәьҫирләнеп[37], уны беренсе команданың миҙгел алды спаррингтарында ҡатнашырға саҡыра. «Спортинг» «Риу-Майор»ҙы 5:0 иҫәбенә еңә. Был матчтан һуң Бёлёни Роналдуны, уның тиҙлеген яҡшыраҡ файҙаланыр өсөн үҙәктән флангыға күсерергә ҡарар итә. 3 августа «Реал Бетис»ҡа ҡаршы контроль матчта Криштиану алмашҡа сыға һәм гол индереп, командаһына еңеү яуларға ярҙам итә (3:2)[9]. Шул уҡ ваҡытта ул 17 йәшкә тиклемге футболсылар өсөн Европа йәштәр чемпионатында Португалия йыйылма командаһы өсөн дә уйнай[38].
14 августа Криштиану «Интернационал» командаһына ҡаршы уйында клуб өсөн Чемпиондар лигаһы квалификацияһында рәсми матчтарҙа дебют яһай. 2002 йылдың 18 авгусында үҙенең профессиональ карьераһында — Португалия Суперкубогында беренсе трофейына эйә була, әммә матчта ҡатнашыу насип булмай. 7 октябрҙә Роналду «Морейренсе» менән уйында Португалия чемпионатында дебют сығышын үткәрә. Криштиану[lower-alpha 4] дубль эшләй һәм командаға 3:0 иҫәбенә еңергә ярҙам итә. 17 йәш 8 ай һәм 2 көн булғанда «Спортинг» тарихында иң йәш гол индереүсе булып таныла[39].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Роналду // Пустырник — Румчерод. — М. : Большая российская энциклопедия, 2015. — С. 648—649. — (Большая российская энциклопедия : [в 35 т.]; vol. 2004—2017, вып. 28). — ISBN 978-5-85270-365-1.
- ↑ Cristiano Ronaldo: The Champions League should be called the CR7 Champions League (ингл.). Marca. Дата обращения: 5 июль 2018.
- ↑ Ronny bound to be great (ингл.). ManUtd.com (11 февраль 2013). Архивировано 15 февраль 2013 года.
- ↑ Ruud and Ron in training bust-up (17 ғинуар 2006). Дата обращения: 5 июль 2018.
- ↑ Deutsche Nationalbibliothek Record #140422390 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ Cristiano Ronaldo // Transfermarkt.com (билдәһеҙ) — 2000.
- ↑ Cristiano Ronaldo // Энциклопедия Брокгауз (нем.)
- ↑ Kay, Stanley How Tall is Cristiano Ronaldo? Sports Illustrated (16 август 2017). Дата обращения: 13 июль 2019.
- ↑ 9,0 9,1 9,2 9,3 9,4 9,5 9,6 Лука Кайоли, 2016
- ↑ Lundell, Johan Älskad eller hatad – Cristiano Ronaldo (швед.). Sveriges Television (23 май 2010). Дата обращения: 24 июль 2019.
- ↑ Cristiano Ronaldo dos Santos Aveiro . Soccerway.
- ↑ Cristiano Ronaldo . Eurosport.
- ↑ 13,0 13,1 Cristiano Ronaldo (порт.). Португальская футбольная федерация. Дата обращения: 15 март 2019.
- ↑ Ronaldo best in world, says Terry (ингл.). BBC Sport (16 апрель 2007). Архивировано 13 декабрь 2007 года.
- ↑ He's got the world at his feet (ингл.). The Guardian (8 июнь 2008). Архивировано 14 июнь 2010 года.
- ↑ Роналду поможет «Реалу» побороться за титулы — Кака . РИА Новости (12 июнь 2009).
- ↑ Моуринью: «Я — один из лучших тренеров, Роналду — сильнейший футболист планеты» . Soccer.ru (25 май 2010). Архивировано 28 май 2010 года.
- ↑ Роналду признан лучшим игроком в истории португальского футбола (17 ғинуар 2015). Архивировано 17 ғинуар 2015 года.
- ↑ Ronaldo Becomes first player to win Europe’s top 3 leagues (22 апрель 2019).
- ↑ Cristiano Ronaldo goal, Portugal vs Morocco World Cup 2018: Real Madrid forward breaks record with header . The Independent (20 июнь 2018). Дата обращения: 20 июнь 2018.
- ↑ The World's Highest-Paid Athletes 2016 (ингл.). Forbes. Дата обращения: 27 август 2018.
- ↑ The World's Highest-Paid Athletes 2017 . Forbes. Дата обращения: 27 август 2018.
- ↑ ESPN World Fame 100 . ESPN.
- ↑ ESPN World Fame 100 . ESPN. Дата обращения: 1 июнь 2017.
- ↑ ESPN ranks the 100 most famous athletes .
- ↑ Cristiano heads ESPN list of top 100 most famous athletes of 2019 .
- ↑ The Highest-Paid Athletes Of The Decade: Mayweather, Ronaldo And LeBron Dominate (ингл.). Дата обращения: 22 ғинуар 2020.
- ↑ Роналду установил рекорд по числу подписчиков в Instagram .
- ↑ Lewis, Tim He's got the world at his feet . The Guardian (8 июнь 2008). Дата обращения: 5 ноябрь 2008. Архивировано 27 сентябрь 2013 года.
- ↑ Cristiano Ronaldo: I was expelled from school for throwing a chair at the teacher . Now Magazine (6 июль 2011). Дата обращения: 22 август 2017. Архивировано 29 апрель 2015 года.
- ↑ Hayward, Ben The 'little bee' who always cried – the story of young Ronaldo's path to greatness in Madeira (23 июнь 2017). Дата обращения: 23 август 2017. Архивировано 30 август 2017 года.
- ↑ Лука Кайоли, 2016, p. 23—24
- ↑ Лука Кайоли, 2016, p. 24—25
- ↑ Лука Кайоли, 2016, p. 31
- ↑ Manchester United winger Cristiano Ronaldo needed heart operation to save career . The Telegraph (29 ғинуар 2009). Дата обращения: 22 август 2017. Архивировано 23 август 2017 года.
- ↑ Clash of the Titans . Manchester Evening News (18 апрель 2010). Дата обращения: 30 август 2014. Архивировано 3 сентябрь 2014 года.
- ↑ Boloni își amintește de debutul lui Ronaldo la Sporting: "Nu reușeam să îl opresc să facă driblinguri" (13 ғинуар 2015). Дата обращения: 24 февраль 2016. Архивировано 3 март 2016 года.
- ↑ Famous players featured in U17 c'ships . Архивировано 2 июнь 2009 года. 2009 йыл 28 февраль архивланған.
- ↑ Лука Кайоли, 2016, p. 40—41
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Лука Кайоли. Криштиану Роналду. Одержимый совершенством / перевод на русский язык Звонарёвой Т.. — Москва: Эксмо, 2016. — 288 с. — ISBN 978-5-699-74610-1.
- Balagué, Guillem (инг.)баш. Cristiano Ronaldo: The Biography. — Orion, 2015. — ISBN 978-1-4091-5504-1.
- Caioli, Luca. Facts and figures // Ronaldo: The Obsession for Perfection. — 2017 Updated. — Icon Books, 2016. — ISBN 1-78578-140-5.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Официальный сайт (инг.)
- Профиль на официальном сайте ФК «Ювентус» 2019 йыл 4 июнь архивланған. (инг.) (итал.)
- Профиль на официальном сайте ФК «Реал Мадрид» (инг.) (исп.)
- Профиль на официальном сайте ФК «Манчестер Юнайтед» (инг.)
- Профиль на официальном сайте ФК «Спортинг» (Лиссабон) (порт.)
Өҙөмтә хатаһы: "lower-alpha" төркөмөнөң ғәмәлдәге <ref>
тамғалары өсөн кәрәкле <references group="lower-alpha"/>
тамғаһы табылманы