Чернушка районы
Черну́шка райо́ны — Пермь крайы составындағы территориаль һәм муниципаль берәмек.
| |||
Ил | |||
---|---|---|---|
Статус |
Муниципаль район | ||
Урынлашҡан урыны | |||
Берләштерә |
15 муниципаль берәмек | ||
Административ үҙәк |
Чернушка ҡалаһы | ||
Барлыҡҡа килеүе |
1924 йыл | ||
Район башлығы |
Шестаков Михаил Владимирович | ||
Рәсми тел |
урыҫ | ||
Халҡы (2016) |
↗50 804[1] | ||
Тығыҙлығы |
30,31 кеше/км² | ||
Милли состав |
урыҫтар – 77,4 %; | ||
Конфессиональ состав |
православиелылар, | ||
Майҙаны |
1676 км² | ||
Диңгеҙ кимәленән бейеклеге • Наивысшая точка |
| ||
Ваҡыт бүлкәте | |||
Телефон коды |
+7 34261 | ||
Автомобиль номерҙары коды |
59, 159 | ||
Рәсми сайты | |||
Административ үҙәге — Чернушка ҡалаһы, 1930 йылға тиклем — Рябки ауылы.
ГеографияҮҙгәртергә
Чернушка районы Беүә убалы тигеҙлегенең көнсығыш өлөшөндә, убалы-тигеҙлекле Урал алдында, Тылва ҡалҡыулығы битләүҙәрендә, киң япраҡлы-ылыҫлы урман зонаһында Пермь крайының көньяғында урынлашҡан. Район Пермь крайының Көйәҙе, Барҙы, Уй һәм Октябрьский райондары, Башҡортостандың Асҡын һәм Тәтешле райондары менән сиктәш.
Майҙаны — 1676 км², был Пермь крайы территорияһының яҡынса 1 % тәшкил итә. Район төньяҡтан көньяҡҡа — 54 км, ә көнбайыштан көнсығышҡа ҡарай — яҡынса 56 км һуҙылған.
ТарихҮҙгәртергә
Чернушка районы территорияһы борон замандарҙан башҡорттарҙың аҫаба ерҙәре булып торған. Был ерҙәрҙе танып ҡәбиләһенең ҡаҙансы һәм ҡайпан ырыуҙары биләгән. XVIII быуат аҙағынан бында урыҫтар һәм башҡа халыҡ вәкилдәре күпләп күсеп килә башлайҙар[2].
ХалҡыҮҙгәртергә
Халыҡ иҫәбе | |||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|
1926 | 1959 | 1970 | 1979 | 1989 | 1998 | 2000[3] | 2002[4] |
37 189 | ↗49 627 | ↘49 220 | ↘47 911 | ↗50 751 | ↗55 185 | ↘50 816 | ↗53 746 |
2005[3] | 2006[5] | 2007[5] | 2008[3] | 2009[3] | 2010[6] | 2011[3] | 2012[7] |
↘52 937 | ↘52 600 | ↘52 200 | ↗52 231 | ↗52 248 | ↘50 593 | ↗50 617 | ↗50 675 |
2013[8] | 2014[9] | 2015[10] | 2016[1] | ||||
↘50 421 | ↘50 389 | ↘50 384 | ↗50 804 |
Ҡала шарттарында (Чернушка ҡ.) район халҡының 64,92 % йәшәй.
Районда урыҫтар — 77,4 %, татарҙар — 7,6 %, башҡорттар — 6,6 %, удмурттар — 4,3 %, тағы ла сыуаштар, мариҙар һәм башҡа милләт вәкидәре йәшәй[11].
ИҡтисадҮҙгәртергә
Чернушка районы индустриаль-аграр райондарына ҡарай. Уның иҡтисадының төп өлөшөн артабанғы тармаҡтар тәшкил итә (етештереүҙең дөйөм күләмендәге өлөшө):[12]
- нефть һәм газ сығарыу (73,4 %)
- етештереү тармағы (6,7 %)
- төҙөлөш (7,1 %)
- транспорт һәм элемтә (3,8 %)
- ауыл хужалығы (1,2 %)
Райондың сәнәғәт етештереүендә нефть сығарыу 93,2 % тәшкил итә, йылына яҡынса 600 мең тонна нефть сығарыла[13].
Чернушка районы крайҙа иген сәсеү майҙандары һәм иген йыйыу буйынса 3 урынды һәм һөт йыйыу буйынса 5 урынды биләй. 2010 йылға ҡарата районда 7010 баш һыйыр малы, 784 баш дуңғыҙ малы иҫәпләнгән. Хәҙерге ваҡытта Чернушка районында ауыл хужалығында эшләүсе 20 предприятие, 6055 шәхси ярҙамсы хужалыҡ, 12 крәҫтиән-фермер хужалығы теркәлгән[14].
Киң мәғлүмәт сараларыҮҙгәртергә
Район гәзиттәре: «Маяк Приуралья» (1930 йылдан); «Уральская версия»; «Чернушка Плюс». 2008 йылдан Чернушка ҡалаһында квартал һайын башҡорт һәм урыҫ телдәрендә «Пермь башҡорттары» сыға[15].
Районда «Радио Чернушки» радиостанцияһы һәм «ВеЧер» телеканалы (1995 йылдан) эшләй.
ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә
- ↑ 1,0 1,1 Численность постоянного населения Пермского края по муниципальным образованиям на 1 января 2016 года и в среднем за 2015 год. Тәүге сығанаҡтан архивланған 30 март 2016. 30 март 2016 тикшерелгән.
- ↑ Н. А. Козлова. История Чернушинского района: Материалы к урокам по историческому краеведению / под общ. ред. к.и.н. Н. Д. Волошина. — Пермь: Пермское книжное издательство, 2006. — 1000 экз.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 Статистический ежегодник Пермского края.2013
- ↑ Всероссийская перепись населения 2002 года. Том. 1, таблица 4. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, районов, городских поселений, сельских населённых пунктов - райцентров и сельских населённых пунктов с населением 3 тысячи и более. Тәүге сығанаҡтан архивланған 3 февраль 2012.
- ↑ 5,0 5,1 Оценка численности постоянного населения Пермского края в разрезе муниципальных образований на 1 января 2006 (погрешность 150 человек) и 2007 (погрешность 50 человек) годов. Тәүге сығанаҡтан архивланған 25 ғинуар 2015. 25 ғинуар 2015 тикшерелгән.
- ↑ ВПН-2010. Численность и размещение населения Пермского края. Тәүге сығанаҡтан архивланған 10 сентябрь 2014. 10 сентябрь 2014 тикшерелгән.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года. Тәүге сығанаҡтан архивланған 31 май 2014. 31 май 2014 тикшерелгән.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. — М.: Федеральная служба государственной статистики Росстат, 2013. — 528 с. (Табл. 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов). Тәүге сығанаҡтан архивланған 16 ноябрь 2013. 16 ноябрь 2013 тикшерелгән.
- ↑ Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года. Тәүге сығанаҡтан архивланған 2 август 2014. 2 август 2014 тикшерелгән.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года. Тәүге сығанаҡтан архивланған 6 август 2015. 6 август 2015 тикшерелгән.
- ↑ Березовик В. Е., Скачкова Н. В., Бабич Т. А. География Чернушинского района (Пособие для учителей и учащихся) / под общ. ред. к.и.н. Н. Д. Волошина. — Чернушка, 2005. — 500 экз.
- ↑ Официальный сайт Администрации Чернушинского муниципального района. — Экономика района. Тәүге сығанаҡтан архивланған 14 август 2011.
- ↑ Чернушинский муниципальный район. Администрация губернатора Пермского края. 13 июнь 2010 тикшерелгән.
- ↑ Сельское хозяйство. Администрация Чернушинского муниципального района. Тәүге сығанаҡтан архивланған 14 август 2011. 13 июнь 2010 тикшерелгән.
- ↑ «Пермь башҡорттары» // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
ӘҙәбиәтҮҙгәртергә
- Березовик В. Е., Скачкова Н. В., Бабич Т. А. География Чернушинского района (Пособие для учителей и учащихся) / под общ. ред. к.и.н. Н. Д. Волошина. — Чернушка, 2005. — 500 экз.
- Иван Гурин. Чернушка: Серия «Пермский край». — Пермь: Пермское книжное издательство, 2000. — 160 с. — 2500 экз.
- Н. А. Козлова. История Чернушинского района: Материалы к урокам по историческому краеведению / под общ. ред. к.и.н. Н. Д. Волошина. — Пермь: Пермское книжное издательство, 2006. — 1000 экз.
- Хлопин В. Г. История Чернушинского района (конец XIX в. — 1945 г.). — Пермь: Пермское книжное издательство, 2000. — 280 с. — 1000 экз. — ISBN 5-93683-006-3.
ҺылтанмаларҮҙгәртергә
- Йосопов Р. М., Черных А. В., Шитова С. Н. Пермь башҡорттары // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Хөсәйенова Г. Т. Пермь крайы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Официальный сайт Администрации Чернушинского муниципального района. Тәүге сығанаҡтан архивланған 14 август 2011.
- Сайт Чернушинского района и города. Тәүге сығанаҡтан архивланған 14 август 2011.
- Портал Правительства Пермского края. — Чернушинский район. Тәүге сығанаҡтан архивланған 14 август 2011.
- Чернушинский район на сайте Пермского регионального сервера.
- Энциклопедия «Пермский край». — Чернушинский муниципальный район. Тәүге сығанаҡтан архивланған 14 август 2011.
- Районная газета «Маяк Приуралья». Тәүге сығанаҡтан архивланған 14 август 2011.
- Гидрометцентр России. — Фактические данные — Чернушка. Тәүге сығанаҡтан архивланған 23 август 2011.
Ҡалып:Населённые пункты Чернушинского района Ҡалып:Пермь крайы