Ҡыпсаҡ телдәре

бер ҡыпсаҡ теленә барып тоташыусы тиҫтәнән артыҡ ҙур төрки телдәр инә

Ҡыпсаҡ теле — төрки телдәренең һан буйынса иң ҙур (10-дан артыҡ) тел төркөмдәренең береһе, улар бергә ҡыпсаҡ теленә барып тоташа. Башҡа исемдәре: төньяҡ-көнбайыш, тау-төркөм һәм башҡалар.

Ҡыпсаҡ телдәре
Тел төрҙәре агглютинатив телдәр
Кыпчакские языки
Классификация
Категория:

Языки Евразии

Алтайские языки (спорно)

Тюркские языки

Бөтә Рәсәйҙә Балтиҡ диңгеҙе һәм Ҡара диңгеҙ буйынан алып Кавказға һәм Урал Себеренә тиклем, шулай уҡ Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Тажикстан, Төркмәнстан һәм Үзбәкстанда киң таралған. Ҡыпсаҡ телендә һөйләшеүселәр һаны егерме миллиондан артыҡ тәшкил итә.

СоставыҮҙгәртергә

Үҙ эсенә түбәндәге төркөмсәләрҙе ала:

  • Һары ҡыпсаҡ-ҡыпсаҡ (көнбайыш-ҡыпсаҡ, ҡыпсаҡ-ҡуман, кавказ-дағстан, ҡыпсаҡ-һары ҡыпсаҡ) — ҡҡараим, ҡарасай-балҡар, ҡырымшаҡ (әммә ҡырымшаҡтарҙың хәҙерге йәнле һөйләү, бигерәк тә яҙма телендә уғыҙ теле элементтары күп) һәм ҡумыҡ телдәре, шулай уҡ һары ҡыпсаҡ теле, мәмлүк-ҡыпсаҡ теле кеүек үле телдәр. Ҡырым һәм оромо телдәре ҡыпсаҡ һәм уғыҙ телдәре араһындағы урынды биләй (сығыштары буйынса уғыҙ теленә ҡараһа ла, ҡайһы бер диалекттары — ҡыпсаҡ-һары ҡыпсаҡ диалекты булып тора, әҙәби тел — ҡатнаш уғыҙ һәм ҡыпсаҡ теле);
  • Волга буйы-ҡыпсаҡ (төньяҡ-ҡыпсаҡ, Урал-Волга буйы, болғар-ҡыпсаҡ, ҡыпсаҡ-болғар) — татар (Себер татарҙары телен дә индереп) һәм башҡорт теле;[1] , барабин һәм башҡорт телдәре.[2]
  • ҡыпсаҡ-нуғай (ҡыпсаҡ-ҡаҙаҡ, дәште-себер, нуғай-ҡыпсаҡ) — ҡаҙаҡ, ҡарағалпаҡ, нуғай, тубыл-иртыш себер-татар-[<span style="" title="Википедия:Ссылки на источники">источник?</span>], ҡырым-дала, алабуғат, ҡарағаш, нуғай, үзбәк-нуғай телдәре;
  • ҡырғыҙ-ҡыпсаҡ (көнсығыш-ҡыпсаҡ) — ҡырғыҙ, көньяҡ алтай, фирғәнә-ҡыпсаҡ, барабин[3] һәм Томск себер-татар.

ТәнҡитҮҙгәртергә

Э. Р. Тенишев[4] редакцияһында баҫылып сыҡҡан «Төрки телдәренең тарихи-сағыштырмаса грамматикаһы. Төбәк реконструкциялары» коллектив моногһрафия өсөн О. А. Мудрак яҙған бүлектә ҡыпсаҡ телдәрен төркөмсәләргә бүлмәйенсә ҡарау тураһындағы фекер белдерелә. Ләкин шул уҡ монографияның төп өлөшөндә ҡыпсаҡ телдәренең үҙ эсенә башҡорт, татар һәм барабин телдәрен алған төньяҡ (Урал) төркөмсәһе бүленә[5].

Ҡайһы бер ғалимдар һары ҡыпсаҡ-ҡыпсаҡ төркөмсәһен тағы ла ике төркөмсәгә бүлә, беренсеһенә ҡараим һәм ҡырым татар телдәре, икенсеһенә ҡалғандары (ҡумыҡ, ҡарасай-балҡар телдәре һәм әрмән-ҡыпсаҡ һәм мәмлүк-ҡыпсаҡ үле телдәре) инә[6]. Шулай уҡ көньяҡ алтай, фирғәнә-ҡыпсаҡ һәм ҡырғыҙ телдәре ҡырғыҙ-ҡыпсаҡ телдәре булараҡ тикшерелә. Ҡайһы берҙә ҡыпсаҡ телдәре нуғай телдәре менән берләштерелә. Әммә был хата фекер, сөнки ҡыпсаҡ теле Волга буйы, һары ҡыпсаҡ һәм нуғай теленә бүлгесләнгәнгә тиклем үк ҡырғыҙ-ҡыпсаҡ теле формалашҡан була

Боронғо ҡырғыҙ (йәнәсәй-ҡырғыҙ) теле төрки телдәренең көнсығыш тармағына ҡараған хакас-алтай телдәренә ҡарай. Ҡырғыҙ-ҡыпсаҡ төркөмөнөң боронғо ҡырғыҙ теленән килеп сығыуын иҫбатлаған белгестәр, ассимиляция процесына ярашлы, хәҙерге ҡырғыҙ-ҡыпсаҡ телдәре күршеләш йәшәгән төрки (күбеһенсә ҡыпсаҡ) телдәренән күп кенә һыҙаттарҙы (бигерәк тә лексик һәм грамматик һыҙаттарҙы) үҙ ҡулланылышына ала, тип раҫлай. Шул нигеҙҙә хәҙерге лингвистар ҙа был телдәрҙе ҡыпсаҡ телдәре тип таный.

Фонетик үҙенсәлектәреҮҙгәртергә

Ағ > ау үҙгәрештәреҮҙгәртергә

Ағ, ағы, ағу > ау (тағ > тау — «тауҙар») үҙгәрештәре һәм артабан ике компоненттың да иренләшеүенә (тоу, тоо, туу) килтерелеүе ҡыпсаҡ төркөмөнөң иң мөһим айырымлыҡ билдәһе булып тора. Бындай эҙмә-эҙлекле үҙгәреш бигерәк тә ҡырғыҙ-ҡыпсаҡ төркөмсәһендә ғәмәлгә аша, әммә бындай үҙгәрештәр ҡайһы бер башҡа телдәрҙә лә күҙәтелә, мәҫәлән, ҡарасай-балҡар телендә.

Был үҫештә бер нисә иҫкәрмә бар:

а) ҡыпсаҡ телендәге ағ үҫешкәндә ай(ы) йәки аа (көнбайыш ҡыпсаҡтағы баула- һәм байла- — «бәйләнгән», ҡырғыҙ-ҡыпсаҡ телендәге айыл көнбайыш ҡыпсаҡ телендә аул — «тораҡ пункты», ҡырғыҙ-ҡыпсаҡ телендә саа- көнбайыш ҡыпсаҡ телендә сау- — «һауыу») — ҡырғыҙ-ҡыпсаҡ формаларын монгол йоғонтоһо менән аңлатырға мөмкин (айил, саа-); б) һары ҡыпсаҡ-ҡыпсаҡ теленең үҫешендә ағ ау-ға әйләнә: ҡараим, ҡырым татарҙары (әҙәби һәм көньяҡ яр буйы) даг — «тауҙар» (әммә төньяҡ ҡырымтелендә тау); в) тел үҫешкәндә ағ-тың ау- булып китеүе ҡыпсаҡ төркөмөнән ситтә лә осрай: йәки икенсе бер миҫал: төрки телендә һәм төньяҡ алтай диалектында тау.

Шулай уҡ ҡараҮҙгәртергә

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

  1. Тумашева Д. Г. Диалекты сибирских татар: опыт сравнительного исследования. Казань, 1977.
  2. Сравнительно-историческая грамматика тюркских языков. Региональные реконструкции/Отв. ред. Э. Р. Тенишев. — М. Наука. 2002. — 767 с. стр 219.
  3. Thomsen K Die kasantatrishe und die westsibirischen Dialekte // Philologiae Turcicae Fundamenta. Wiesbaden, 1959. T.1. S.409
  4. Сравнительно-историческая грамматика тюркских языков. Региональные реконструкции/Отв. ред. Э. Р. Тенишев. — М. Наука. 2002. — 767 с. стр. 732, 736—737.
  5. Сравнительно-историческая грамматика тюркских языков. Региональные реконструкции/Отв. ред. Э. Р. Тенишев. — М. Наука. 2002. — 767 с. стр. 217, 219
  6. Язык во времени. Классификация тюркских языков. Лекция Олега Мудрака. Тәүге сығанаҡтан архивланған 6 август 2012. 14 октябрь 2009 тикшерелгән.

ӘҙәбиәтҮҙгәртергә

  • Баскаков Н. А., Баскаков А. Н. Современные кыпчакские языки / Отв. ред. Д. С. Насыров — Нукус: Каракалпакстан, 1987. — 104 б.
  • Баскаков Н. А. Историко-типологическая фонология тюркских языков — М.: Наука, 1988.
  • Сравнительно-историческая грамматика тюркских языков. Региональные реконструкции / Отв. ред. Э. Р. Тенишев — М.: Наука, 2002.

ҺылтанмаларҮҙгәртергә