Ү
Үү [ү] — Башҡорт алфавитында егерме һигеҙенсе хәрефе. Халыҡ-ара фонетик алфавитында [y] тамғаһы менән билдәләнә.
|
Башҡорт алфавитында
үҙгәртергәҺуҙынҡы хәрефтәргә инә: а, е, ё, и, о, ө, у, ү, ы, э, ә, ю, я.
У – у, Ү – ү хәрефтәренең яҙылышы
А. У – у хәрефе ҡалын ижектәрҙә яҙыла: ур, уҙ, ут, Урал, уйһыу,ултырыш, уңыш, усаҡ, уяу, буйлы, буҫтау, дуҫ, ҡуҙаҡ, суртан, турғай, матур.
Б. Ү – ү хәрефе нәҙек ижектәрҙә яҙыла: үлән, үр,үт, үткер, бүҙәнә, бүлмә, бүләк, дүрткел, күлдәк, күңелле, күл, күн, һүҙ.
В. Шул уҡ у – ү хәрефтәре һүҙ уртаһында һәм аҙағында ирен тартынҡыһын да белдерә һәм башҡорт телендәге ҡалын һүҙҙәрҙә у, нәҙек һүҙҙәрҙә ү менән бирелә:
а) ауыл, дауыл, тауар, тауыш, яуын, һыу, быу, хайуан;
б) әүен, рәүеш, әүәләү, кәүҙә, кейәү.
Г. Исем ҡылым ялғауы -ыу – -еү, -оу – -өү рәүешендә яҙы-ла: барыу, килеү, ҡайтыу, күреү, йонсоу, тойоу, йөрөү, йөҙөү.
Юникод
үҙгәртергәХәреф | Юникод |
Баш хәреф | U+04AE |
Бәләкәй хәреф | U+04AF |
Башҡа телдәрҙә
үҙгәртергә- Ҡаҙаҡ алфавитында егерме һигеҙенсе хәреф.
- Ҡырғыҙ алфавитында егерме өсөнсе хәреф.
- Монгол алфавитында егерме өсөнсе хәреф.
- Бурят алфавитында егерме өсөнсе хәреф.
- Ҡалмыҡ алфавитында егерме етенсе хәреф.
- Яҡут алфавитында егерме һигеҙенсе хәреф.
- Дунған алфавитында егерме алтынсы хәреф.
- Әзәрбайжан һәм төрөкмән кирилл алфавитында ҡулланылған.