Сәлих— башҡорт ир-ат исеме, төрки телле халыҡтарҙа ла йыш осрай.

Этимологияһы

үҙгәртергә

Сәлих исеме башҡорт теленә ғәрәп теленән килеп ингән. Мәғәнәһе яҡшылыҡ, изгелек ҡылыусы; тәүфиҡлы, ғәҙел тигәнде аңлата[1]

Билдәле шәхестәр

үҙгәртергә

Зәйнәғәбдинов Сәлих Насретдин улы (15 август 1931 йыл — 23 октябрь 2020 йыл) — ауыл хужалығы эшмәкәре. 1959—1985 йылдарҙа Мәләүез районының В. И. Ленин исемендәге колхоз рәйесе. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1997).

Биксурин Алик Сәлих улы (21 сентябрь 1937 йыл) — балет артисы, театр һәм мәғариф эшмәкәре. 1956—1976 йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы, 1988—1990 йылдарҙа театрҙың директоры, 1985—2008 йылдарҙа Рудольф Нуриев исемендәге Башҡорт хореография училищеһы директоры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1969).

Батыев Сәлих Ғилемхан улы (24 ноябрь 1911 йыл — 7 декабрь 1985 йыл) — СССР-ҙың партия һәм дәүләт эшмәкәре, 1960—1983 йылдарҙа Татар АССР-ы Юғары Советы Президиумы Рәйесе (Татарстан тарихында был яуаплы вазифаны иң оҙаҡ биләгән етәксе), РСФСР-ҙын Юғары Советы Президиумы Рәйесе урынбаҫары.

Хөснийәров Сәлих Дәүләт улы (27 август 1915 йыл — 30 июль 1992 йыл) — йырсы-тенор, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1959), РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1976).

Сабитов Сәлих Ғиззәт улы (10 октябрь 1912 йыл — 18 май 1979 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугире, гвардия уҡсылар полкының миномет ротаһы тоҫҡаусыһы, гвардия рядовойы. 1943 йылдан КПСС ағзаһы. Дан орденының тулы кавалеры.

Вәлиев Сәлих Шәйбәк улы (22 октябрь 1912 йыл — 12 октябрь 1970 йыл) — 1939—1940 йылдарҙағы совет‑фин һуғышында һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугир. Уҡсылар полкының взвод командиры, өлкән лейтенат (1944). Советтар Союзы Геройы (1943).

Әйүпов Риф Сәлих улы (2 сентябрь 1939 йыл — 28 ғинуар 2015 йыл) — ғалим-тарихсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Тарих фәндәре докторы (1995), профессор (1995), Рәсәй Федерацияһы Хәрби фәндәр академияһының ғәмәли ағзаһы. Рәсәй юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (1998). Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған мәҙәниәт (1982) һәм Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2001).

Уразмәтов Әхәт Сәлих улы (9 декабрь 1931 йыл — 2 июль 2015 йыл) — СССР һәм Рәсәйҙең эстрада артисы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1983), БАССР-ҙың халыҡ (1977) артисы. Өфө ҡалаһының почётлы гражданы.

Сәлих Муталлибов (рус. Салих Муталлибов, үзб. Solih Mutallibov; 1 июнь 1900 йыл — 11 декабрь 1982 йыл) — үзбәк тарихсы-шәрҡиәтсеһе һәм сығанаҡтар өйрәнеүсеһе, тарих фәндәре докторы. Үзбәк ССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре.

Псянчин Сәлих Мәхмүт улы (1904 — 23 октябрь 1980 йыл), 112-се кавалерия дивизияһы яугиры, сержант, ике тапҡыр Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры.

Тайиб Сәлих (ғәр. الطيب صالح‎‎) 12 июль 1929 йыл — 18 февраль 2009 йыл) — Судан яҙыусыһы, ғәрәп телендә яҙған. Хартум, һуңынан Лондон университетында уҡыған. Журналист булараҡ матбуғатта, радио (шул иҫәптән — ғәрәп Би-би-си мәхәрририәтендә эшләй). Катарҙа (Доһа) Мәғлүмәт министрлығының генераль директоры була. 10 йыл Фарсы ҡултығының ғәрәп илдәрендә ЮНЕСКО вөкиле була.

Сыртланов Сәлих Йыһанша улы (рус. Сыртланов Салих Зиганшинович) (1910 йыл — 9 февраль 1943) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, рядовой. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы 275-cе кавалерия полкында пулеметсы, ПВО взводы отделениеһы командиры.

Шәрәфетдинов Сәлих Хафиз улы (рус. Шарафутдинов Салих Хафизович) (1903—1943) — Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашыусы. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия кесе сержанты.

Ямалиев Сәлих Ямалетдин улы (8 апрель 1889 йыл — 1 июль 1938 йыл) — педагог, мәғариф эшмәкәре. Беренсе донъя һуғышында ҡатнашыусы. 1923—1930 йылдарҙа Бәләбәй педагогия техникумы директоры, 1936—1937 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының мәғариф халыҡ комиссары урынбаҫары. Сәйәси золом ҡорбаны.

Атаһының исемендә

үҙгәртергә

Биксурин Алик Сәлих улы (21 сентябрь 1937 йыл) — балет артисы, театр һәм мәғариф эшмәкәре. 1956—1976 йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы.

Сарбаев Раил Сәлих улы (11 ғинуар 1962 йыл) — хужалыҡ, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, 2008—2010 йылдарҙа Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры.

Исмәғилев Ришат Сәлих улы (15 апрель 1920 йыл — 3 сентябрь 2020 йыл) — мәғариф ветераны. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1959), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1960). I (1985) һәм II (1957) дәрәжә Ватан һуғышы һәм «Почёт Билдәһе» (1960) ордендары кавалеры. 1‑се Бөтә Рәсәй уҡытыусылар съезы (Мәскәү, 1960), Башҡорт АССР‑ы уҡытыусыларының 1—7‑се съездары делегаты.

Ханова Рәзифә Сәлих ҡыҙы (15 декабрь 1948 йыл — 7 сентябрь 2015 йыл) — 1966—1998 йылдарҙа БАССР-ҙың Дүртөйлө районы Карл Маркс исемендәге колхозының Иванай һөт-тауар фермаһы һауынсыһы. Хеҙмәт Даны орденының тулы кавалеры.

Салауатова Сәмирә Сәлих ҡыҙы (18 октябрь 1948 йыл) — педагог-методист, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Педагогия фәндәре кандидаты (1992), профессор (2008). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1999), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1991), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2005).

Уразмәтов Әхәт Сәлих улы (9 декабрь 1931 йыл — 2 июль 2015 йыл) — СССР һәм Рәсәйҙең эстрада артисы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1983), БАССР-ҙың халыҡ (1977) артисы. Өфө ҡалаһының почётлы гражданы.

Әйүпов Риф Сәлих улы (2 сентябрь 1939 йыл — 28 ғинуар 2015 йыл) — ғалим-тарихсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Тарих фәндәре докторы (1995), профессор (1995), Рәсәй Федерацияһы Хәрби фәндәр академияһының ғәмәли ағзаһы. Рәсәй юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (1998). Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған мәҙәниәт (1982) һәм Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2001).

Фамилиялар

үҙгәртергә

Сәлихов Фәнәүи Зиҡаф улы (15 апрель 1957 йыл) — Рәсәй опера йырсыһы, педагог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Профессор (2008). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (2008), Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2003).

Сәлихов Яхъя Шәрәф улы (1893 йыл — 1937 йыл) — башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәре.

Сәлихов Шәйхелислам Ғүмәр улы (4 февраль 1914 йыл — 19 июнь 1978 йыл) — Совет-фин һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашыусы. Дан орденының тулы кавалеры. КПСС ағзаһы.

Сәлихов Һибәтулла Сәйетбаттал улы, Һибәтулла Ҡарғалы (1794 йыл — 1867 йыл) — шағир.

Сәлихов Ғәфүр Ғөбәй улы (7 февраль 1959 йыл) — ғалим-философ, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Философия фәндәре докторы (2011), профессор. 2011—2019 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының философия һәм социология факультеты деканы.

Сәлихов Ғарифулла Мөхәмәт улы (1861—1915) — башҡорт мәғрифәтсеһе, тарихсы, дин әһеле.

Топонимияла

үҙгәртергә

Сәлих ауыл советы (Ишембай районы) — Башҡортостан Республикаһы Ишембай районының бөтөрөлгән муниципаль берәмеге.

Сәлих (Ауырғазы районы) (рус. Салихово) — Башҡортостандың Ауырғазы районындағы ауыл[2].

Сәлих нефть ятҡылығы — Башҡортостандың хәҙерге Ишембай районы Сәлих ауылынан алыҫ булмаған нефть ятҡылығы.

Сәлих (Ишембай районы) (рус. Салихово) — Башҡортостандың Ишембай районындағы ауыл.

Сәлих (Шишмә районы) (рус. Салихово) — Башҡортостандың Шишмә районындағы ауыл.

Сәлих (Күгәрсен районы) (рус. Салихово) — Башҡортостандың Күгәрсен районындағы ауыл.

Сәлих (Яңауыл районы) (рус. Салихово) — Башҡортостандың Яңауыл районындағы ауыл.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ