Псәнчин Сәлих Мәхмүт улы
Псәнчин Сәлих Мәхмүт улы (1904 — 23 октябрь 1980 йыл), 112-се кавалерия дивизияһы яугиры, сержант, ике тапҡыр Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры.
Псәнчин Сәлих Мәхмүт улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Тыуған көнө | 1904 |
Тыуған урыны | Байғаҙы, Бөрйән районы |
Вафат булған көнө | 23 октябрь 1980 |
Вафат булған урыны | Байғаҙы, Бөрйән районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Хәрби звание | Сержант һәм ҡыҙылармеец[d] |
Һуғыш/алыш | Икенсе бөтә донъя һуғышы |
Ғәскәр төрө | Кавалерия[d] |
Биографияһы
үҙгәртергәПсәнчин Сәлих Мәхмүт улы 1904 йылда Башҡорт АССР-ы Бөрйән районы Байғаҙы ауылында тыуған.
1926 йылдың ноябренән 1928 йылдың декабренә тиклем Ҡыҙыл Армия сафында 83-сө кавалерия полкында кавалерист булып хеҙмәт итә. Төркмәнстанда басмасыларға ҡаршы һуғыша.
1941 йылдың 1 декабрендә Псянчин С. М. Бөрйән районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла. Ул М. Шайморатов етәкләгән 112-се кавалерия дивизияһының 93-сө кавалерия полкында хеҙмәт итә. Бөйөк Еңеүҙе Берлинда ҡаршылай.
1942 йылдың 20 ноябрендә һул аяғына ауыр яра ала. 1942 йылдың 30 ноябренән 1943 йылдың 5 февраленә тиклем 1640-сы номерлы эвакогоспиталдә дауалана. Госпиталдән һуң Псянчинды, кадрлы кавалерист булараҡ, фронҡа атлылар әҙерләүсе 11-се запас кавалерия полкына ебәрәләр.
1943 йылдың июль айынан 14-се гвардия кавалерия дивизияһы составында кавалерист булып хеҙмәт итә.
1944 йылдың ғинуар айында Псәнчин Сәлихте пулемет-артиллерия батальонының 401-се отделениеһы командиры итеп тәғәйенләйҙәр. 1944 йылдың апрелендә уң яурынына снаряд ярсығы тейеп яралана, ләкин һуғыш яланын ташламай.
Псянчин С. М. батырҙарса һуғыша, был турала уны командирҙарҙың миҙалдарға тәҡдим иткән награда ҡағыҙҙары, Советтар Союзы маршалы Г. Жуковтың Рәхмәт хаты һөйләй.
1945 йылдың көҙөндә демобилизациялана. Һуғыштан һуң тыуған ауылына әйләнеп ҡайта. Ворошилов исемендәге колхозда бригадир булып зшләй.
Ветеран 1980 йылдың 23 октябрендә вафат була һәм тыуған ауылында ерләнә.
Хәҙерге ваҡытта Байғаҙы ауылында Псәнчин Сәлих Мәхмүт улы йәшәгән урам уның исемен йөрөтә.
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
үҙгәртергә- «Берлинды алған өсөн» (№Б-388771),
- «Варшаваны азат иткән өсөн» (А № 442067)
- «1941—1945 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» (Щ № 298984)
Ике тапҡыр Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнә.
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (№Б-2583486)
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (№ 26280669).Ҡыҙғанысҡа ҡаршы икенсе Ҡыҙыл Йондоҙ ордены тапшырылмаған, әммә был награда тураһында архив документтары бар.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Яугир олатайым. — Бөрйән районы: "Таң" гәзите, 2015. — № 32-33 (9810-9811) с.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Шаймуратовцы. ПСЯНЧИН (Бисанчин) Салих(ф) Махмутович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 15 июль 2021)
- Память народа. Наградной документ (рус.) (Тикшерелеү көнө: 15 июль 2021)
-->